Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
20 Сентябрь 2019, 17:00

Өҫтәлдәрҙә йәй һыйҙары

Йәй ҡышты туйҙыра Оҫта ҡуллы хужабикәләргә ял көндәрендә ҡышҡылыҡҡа эшләргә турамалар рецептары тәҡдим итәбеҙ. Бәлки, үҙегеҙ генә белгән яңы турама рецептары барҙыр, беҙҙең менән дә бүлешергә онотмағыҙ. Ҡышҡы салат3 кг помидор, 1,5 кг һуған, 1,5 кг кишер, 300 г көнбағыш майы, 200 г шәкәр, 100 мл һеркә, 3 ҡалаҡ тоҙ, 0,5 балғалаҡ ҡара борос онтағы. Тулыһынса сайтта уҡырһығыҙ.

Йәй ҡышты туйҙыра
Оҫта ҡуллы хужабикәләргә ял көндәрендә ҡышҡылыҡҡа эшләргә турамалар рецептары тәҡдим итәбеҙ. Бәлки, үҙегеҙ генә белгән яңы турама рецептары барҙыр, беҙҙең менән дә бүлешергә онотмағыҙ.
Ҡышҡы салат
3 кг помидор, 1,5 кг һуған, 1,5 кг кишер, 300 г көнбағыш майы, 200 г шәкәр, 100 мл һеркә, 3 ҡалаҡ тоҙ, 0,5 балғалаҡ ҡара борос онтағы.
Помидор, һуғанды шаҡмаҡлап турап, кишерҙе ҡырғыстан үткәрергә, кәстрүлгә һалып тоҙ, борос, шәкәр, һеркә, көнбағыш майын ҡушып, ҡайнап сыҡҡандан һуң 20 – 25 минут талғын утта бешерергә һәм эҫе килеш банкаларға тултырырға. Кишер салаты
2 кг кишер, 1,5 кг помидор, 1 кг татлы борос, 150 г һарымһаҡ, 150 г шәкәр, 30 г тоҙ, 100 мл 6 процентлы уксус, 0,5 л үҫемлек майы, петрушка.
Помидор, кишерҙе – ҡырғыстан, татлы борос менән һарымһаҡты ит турағыс аша үткәреп, петрушканы турап, барыһын бергә ҡушырға һәм шәкәр, тоҙ, уксус, көнбағыш майы өҫтәп 1 сәғәт ҡайнатырға. Һуңынан стерилләнгән банкаларға һалып ябырға.
Борщ
3 кг сөгөлдөр, 1 кг һуған, 1 кг татлы борос, 1 кг помидор, 1 стакан шәкәр, 3 ҡалаҡ тоҙ, 1 стакан көнбағыш майы, 125 мл 9 процентлы уксус.
Бөтә йәшелсәләрҙе лә йыуып турарға, кишер менән сөгөлдөрҙө ҡырғыстан үткәрергә. Көнбағыш майының яртыһын һалып помидор менән сөгөлдөрҙө айырым, һуған, кишер менән боросто айырым һауытта бешерергә. Яҡынса 20 минуттан барыһын бергә ҡу­шып, тоҙ, шәкәр, һеркә ҡушып, тағы ла 20 минут тирәһе талғын утта ҡайнатырға. Эҫе килеш стерилләнгән банкалар­ға һалып ябырға. Ҡышҡыһын иһә һурпаға картуф, кәбеҫтә һалып бешереп, әҙер борщты ҡушып ебәрһәң, телеңде йоторлоҡ аш килеп сыға.
Читайте нас: