Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
25 Сентябрь 2019, 13:50

Яҙмыш ҡуйынында

Әсәһе ҡыҙын ҡосағына тағы ла нығыраҡ ҡыҫты, үлән еҫе генә сығып торған сәстәренән һыйпаны: – Тыныслан ҡолонсағым, йә, нимәләр генә булды, эшеңдә берәй хәлгә тарыныңмы, әллә берәйһе йәберләнеме? – әсә бер-бер артлы, ипләп кенә һорауҙарын бирҙе. Зифа Ишмырҙинаның "Яҙмыш ҡуйынында" хикәйәһен тулыһынса сайтта уҡығыҙ

Яҙмыш ҡуйынында
Хикәйә
Фирғәнә ҡулындағы бәйләмен ситкә һалып, яҙышып ултырған ҡыҙына ҡарап, уйҙарға сумды. Гәүһәре тап үҙенең йәш сағы: елкәһенә төшөп торған еҙ сәстәр, ҡаҡса ғына кәүҙә, ҡырлас танау, йоҡа ирендәр, ә күҙҙәре зәп-зәңгәр. Ҡыҙын урыҫ ҡыҙҙары менән бутайҙар, элек үҙен дә шулай итерҙәр ине. Бер бөртөгөнә кисә 25 йәш тулды. Ҡунаҡ йыйып, табын ҡороп торманылар. Икеһе генә ултырып тәмле, ҡыҙы бешергән тортҡа ҡушып сәй эстеләр ҙә йоҡо бүлмәһенә таралыштылар. Ошо арала ҡыҙының кәйефе нишләптер ҡырылып йөрөй. Әсә күңеле барыһын да һиҙеп тора. Гәүһәре менән нимәлер булған. Йә эшендә, йә әхирәте менән һүҙгә килешкән. Үҙе тураһын һорарға ҡыймай йөрөй ине. Ҡыҙы әсәһенең ҡосағына килеп ятты ла (бәләкәйҙән ошолай һыйынып ятырға ярата ул), ҡысҡырып илап ебәрҙе. Әсәһе ҡыҙын ҡосағына тағы ла нығыраҡ ҡыҫты, үлән еҫе генә сығып торған сәстәренән һыйпаны:
– Тыныслан ҡолонсағым, йә, нимәләр генә булды, эшеңдә берәй хәлгә тарыныңмы, әллә берәйһе йәберләнеме? – әсә бер-бер артлы, ипләп кенә һорауҙарын бирҙе.
Илауынан туҡтап ҡыҙы:
– Әсәкәйем, беҙ бит Айбулат менән ташлаштыҡ.
– Нисек ташлаштығыҙ,тағы нимә булды, бик матур пар инегеҙ бит, бик аҡыллы, итәғәтле егет күренә ине лә баһа, – тине әсәһе.
Гәүһәр тағы ла күҙ йәшенә быуылып, башлаған һүҙен саҡ дауам итте:
– Мин дөрөҫөн аңлаттым, әгәр мине кәләшлеккә алһаң, бер ҡасан да бала һөйә алмаясаҡһың, мин унан мәхрүм, тинем.
– Эй ҡыҙым, бәлки, сәсегеҙ бәйләнһә, балалар йортонан да алыр инегеҙ, әйтмәй торорға ине.
– Юҡ, мин улай алдашып йәшәй алмаҫ инем, ул ҡасан да булһа, яңғыҙымды ҡалдырып китер ине, әсәй, аңлайһыңмы. Мин үҙ сабыйымды ошо яҡты донъяла ҡабул иткем килә, ә ситтеке кәрәкмәй. Бына бит, ул да, тимәк, ҡурҡҡан, “Ғәфү ит, Гәүһәр, мин тормошомдо сабыйһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым”, – тине. Хәҙер киткәне бик һәйбәт, әсәй, – тип, күҙҙәрен йомдо.
Икәүһе лә шымып ҡалдылар. Ишек асыҡ торған ваҡытта өйгә инеп ҡалған, күбәләк кенә яҡтылыҡ эҙләп тәҙрәнән тәҙрәгә оса ине. Уның да тауышы юҡ, быялаға һуҡлыҡҡан ынғайы ғына төп иткән тауыш сығып ҡала. Ҡыҙҙың да күңеле ғишыҡ тотоусы егеттәргә мәңгегә бикләнде бит инде. Бала саҡтан дуҫ булышып, унан һуң береһе өсөн береһе утҡа-һыуға инергә әҙер ғашиҡ йәндәр. Хәҙер сит кешеләр булып ҡалдылар. Ошондай ваҡытта әсәнең йөрәге бысаҡ менән телгеләнгәндәй ине, тик балаһына нисек ярҙам итергә һуң.
Үҙен ғәйепләй. Ваҡытында ҡыҙын ҡурсаламаны шул. Эш, һаман да эш тип. Балалар баҡсаһынан барып алырға ҡулы теймәһә, әхирәтенә әйтеп китер ине. Ҡыш, балалар рәхәтләнеп тау шыуалар, боҙҙа уйнайҙар. Гәүһәргә ул ваҡытта алты йәш кенә ине. Балалар менән ҡуша, боҙҙоң уртаһына барып шыуып йөрөгәндә, боҙ ярылып һыуға бата. Саҡ ҡотҡаралар. Шул ваҡыттан алып әйҙә дауахана юлын тапанылар. Бөйөрҙәренә ныҡ һалҡын тейгәндән операция кисерҙе, ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙары йышайҙы, тағы ла операция. Ҡыҙ түлһеҙ ҡалды. Фирғәнә, ошондай ваҡытта тел ярҙамы бирерлек, улар өсөн һаҡлаусы, яҡлаусы кешеһе булмағанына ныҡ әсенде. Ҡыҙҙың атаһы менән оҙаҡ йәшәмәнеләр, уныһы бер елғыуар булып сыҡты. Гәүһәргә өс йәш тә юҡ ине, иҫерек ҡайтып өйҙә ғауға күтәргәйне, кейемдәрен сумаҙанына тултырып ҡыуып сығарҙы. Егерме өс йыл булды, шунан күренгәне булманы. Унан һуң тағы берәү менән бик килешеп йөрөйҙәр ине, уныһына тормошҡа сығыуҙан баш тартҡайны, ҡайҙалыр ситкә китте. Һаман да шылтыратып хәлен белешеп торған була ла ул.
Ҡыҙы сеңләп илаған төндән бирле, әсә үҙенә урын таба алмай, күҙенә йоҡо ла килгәне юҡ. Һаман да мейеһен шул уҡ һорау борсой. “Ҡолонсағына нисек ярҙам итергә, уның арҡаһында ҡыҙы бер ҡасан да бала һөйә алмаясаҡ, уны “түлһеҙ ҡатын” тиәсәктәр бит”. Күп уйланды ул. Эшенән ҡайтышлай, “әллә үҙемә сабый табып уға бирергәме, миңә бит ҡырҡ ете йәш кенә, ана илле, алтмышта ла табалар. Ул бала ситтеке булмаҫ, бер үк ҡан бит, бергәләп үҫтерерҙәр”. Тик кемдән һуң. Теге Алексей иҫенә төштө. Һуңғы шылтыратҡанында: “Өйләнмәгәнмен, һаман һине көтәм ҡасан ризалыҡ биргәнеңде”, – ти ине.
Бер нисә көнгә отпуск алды ла, йылы яҡҡа осто. Ҡыҙына “Ниңәлер быуындар һыҙлап тора, әҙ булһа ла дауаланып ҡайтам”, – тине. Уныһы әсәһе өсөн ҡыуанған булды. Поездан килеп төшкәс тә, ҡулына гөлләмәләр тотҡан, аҡ күлдәк, ҡыҫып торған джинсы салбарҙағы ир, ҡыуанысын йөҙөнә сығарып, ҡатынды ҡосаҡлап алды.
– Фая! Күҙ теймәһен һаман да сибәрлегеңде, ташламағанһың. 18 йәшлек ҡыҙҙар кеүекһең, – тип комплимент та яһап өлгөрҙө.
Ир үҙе лә һомғол, ҡарап тороуға бик фырт ҡына күренә. Шунда уҡ яҡындағы кафеға алып инде. Унан һуң Алексей ҡатынды үҙенә саҡырҙы. “Был фатир бер туған һеңлекәшемдеке, йәшәп торорға бирҙе, алла бирһә, ярты йылдан үҙемдеке буласаҡ”, – тип аңлатты. Йорт матур, иркен, мебелдәр ҡиммәтле икәне күренеп тора, тимәк, етеш йәшәйҙәр, тип эстән генә һығымта яһаны ҡатын.
Алексей отпускыла икән. Икәүһенә бергә ял итергә бик ҡулайлы ваҡыт булып сыҡты. Фирғәнәгә шундай рәхәт ине. Диңгеҙ, экскурсия, батҡаҡҡа сумып ятыу, массаж, кафела тәмле аштар ашау… Әкиәт илендәге кеүек үҙен хис итте. Бер аҙға ҡыҙын да онотоп торҙо хатта. Бер ҡайғың да булмай, һөйгән йәрең менән йәшә лә ят инде. Туған йортона ҡайтырға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Яйлап ҡыҙына бүләктәр йыйнаны, күстәнәстәрен дә тултырҙы. Ошо 18 көн эсендә, Алексей менән бер-береһенә бик тә яҡын кешеләр булып өлгөргәйнеләр. Ситтән ҡарағанда яңы танышҡан йәш ҡыҙ менән егет, тиерһең. Икәүһенә лә айрылышыу бик ҡыйын. Ҡатын, нисә йыл тигәндә, рәхәтләнеп ошо ирҙең ҡуйынында күпме ләззәт, ысын яратыу хисен татыны. Юҡ, ул алдына ҡуйған маҡсатына ирешәсәк, ҡыҙына бала табып бирергә,тик үҙ ҡанын ғына. Ә Алексей ул сабыйҙың донъяға килергә тейешлеген, бер ҡасан да, бер кемдән дә белергә тейеш түгел. Ул серҙе әсә һәм ҡыҙ ғына һаҡлаясаҡ.
Ул ҡайтып төшкәндә ҡыҙы эштә ине. Ҡасан юлға сығырын белгертмәгәйне үҙе лә. Гәүһәре ҡайтыуға матур итеп өҫтәл әҙерләне, бүләктәрен теҙҙе. Уныһы ишек асып ингәс тә әсәһенең муйынынан уҡ ҡосаҡлап, биттәренән супылдатып үбеп алды. “Әсәкәйгенәм, һинһеҙ бик күңелһеҙ булды, һинһеҙ өй буш, ҡояш һүнгән кеүек”, – шаяртып иркәләнә ул. Фирғәнәнең тағы ла ике көнө бар ине, шуны файҙаланып дауаханаға ашыҡты. Табипҡа күренде, әллә күпме ҡағыҙҙар яҙып бирҙеләр. Һәр тикшерелгән табиптарҙан ҡултамға кәрәк. Кирбесле йорттан саф һауаға сыҡҡас та иркен тын алып, ҡыуанысынан бар йыһанға ҡысҡырғыһы килде: “минең ҡыҙым тиҙҙән әсәй буласаҡ”. Аңланы Гәүһәре әсәһен. Тик шунда ла бер уйҙан ҡотола алманы ул: “Әсәйебеҙ, берәү генә лә баһа, нишләп ул сабыйға ике әсәй буласаҡ”. Фирғәнә әллә нисә тапҡыр дауаханала ятып сыҡты, ҡан баҫымы күтәренке тинеләр. Һаҡланырға кәрәк.
– Гәүһәр Сабировна! Һеҙ булаһығыҙмы!? – телефондың теге осонан, оло йәштәрҙәге бер ҡатындың ауыр тондағы тауышы ишетелде.
– Эйе, мин булам, апай. Бөгөн иртән иртүк, әсәйемде балалар табыу йортона илткәйнем. Берәй хәл бармы?
Тағы теге тондағы тауыш:
– Әсәйегеҙҙе иҫенә килтерә алманыҡ, тиҙ операция яһаныҡ. Ҡанын күп юғалтҡан, тағы иһә ҡан баҫымын төшөрөп булманы, бала тыуҙырырға йәше лә үткән ине шул.
Ҡыҙҙың ҡулынан телефон трубкаһы шарт итеп төшөп китте. Теге остағы тауыш һаман “Гәүһәр” тип нимәлер һөйләй ине. Гәүһәр ҡалған һүҙҙәрҙең береһендә ишетмәне, күҙен томан ҡапланымы ни, бер нимә лә күрмәй, илау ҡатыш тауыш менән ҡысҡырып иҙәнгә ауҙы. “Әсәй, әсәкәйгенәм, нишләнең һин? Тик минең өсөн генә, үлем түшәгенә йығылдың бииит...”
Сабый иҫән ине. Әсә ҡарынында тонсоға яҙған, ярай тиҙ арала операция яһап өлгөргәндәр. Уны ҡалпаҡ аҫтында бер ай тотҡандан һуң сығарҙылар. Шул арала ҡыҙ документтар юллап өлгөргәйне. Баланы үҙенә яҙҙырҙы. Исемде Фәнилә тип ҡушты. Мәрхүмәне хөрмәтләп ерләшергә бар ауыл, ситтән дә әллә күпме кеше килде. Ауылдаштары, берҙән-бере, күҙ нурылай үҫтергән Гәүһәренең киләсәк яҙмышы өсөн борсолоп, үҙ ғүмерен ике тормош сатына ҡуйып, сабый бүләк иткән әсәнең ҡәбере төрлө төҫтәге сағыу сәскәгә күмелде.
Читайте нас: