Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
7 Октябрь 2019, 12:09

Балды теләһә кемдән алмағыҙ!

Бал алам тип... бәләгә тарыған

Иглин ауылында йәшәгән пенсионер бал һатырға килгән бер ирҙе йортона индереп аҡса менән иҫәпләшә, тәмле ризыҡ менән сауҙа итеүсе сығып киткәс инәй 300 меңгә яҡын аҡсаһы тотош юҡ булғанын аңлай.


73 йәшлек инәй бал өсөн түләгән саҡта теге кеше уның аҡсаһы күплеген күрә, һүҙ менән арбырғатып, булған сумманы сәлдерә.


Полиция хеҙмәткәрҙәре был ваҡиға буйынса ғәйепләнеүсенең шәхесен асыҡланған-Ҡабарҙы-Балҡарҙан 33 йәшлек ир тотолған. Бал һатыусы төрмәлә ултырып сыҡҡан булған, бына йәнә яҙыҡ юл менән киткән.


Уғыры тыуған яғына ҡайтып киткән булһа ла, Башҡортостан хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре уны ҡулға алып, беҙҙең республикаға алып килгән. Ир үҙ ғәйебен таныған, енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Читайте нас: