Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
7 Октябрь 2019, 18:47

Йә инде...

Ҡаһармандан - асарбаҡлыҡҡа

Донъя ҡуласа, тигәндәре шулдыр...
Яңыраҡ "Россия 1" телеканалында Андрей Малаховтың "Тура эфир" тапшырыуында Стәрлетамаҡта йәшәгән Таһир Зарипов хаҡында барҙы һүҙ.
Бынан 11 йыл элек, 2008 йылдың 23 июнендә, Таһир маршрут автобусында барған, абайлаһа - водитель иҫен юйған.Таһир руль артына ултырып, машинаны туҡтатҡан, шулай техникалағы 15 кешене фажиғәнән ҡотҡарған.
Матбуғатта, радио-телевидениела был ваҡиға шаулап тасуирлана, Таһир Герой тип данлана. Әллә күҙ тейә, тигәндәй, нәҡ ошо ваҡиғанан һуң ирҙең тормошо боҙола. Ул ғаиләһенән киткән, фатирын элекке ҡатыны Зөлфиә менән 4 һәм 6 йәшлек ҡыҙҙарына ҡалдырған. Таһир Өфөгә күскән, тик ул бында тормошо һис уңмаған. Төрлө кисерештәр, тетрәнеүҙәр эҙһеҙ үтмәй- ике йыл элек ул инфаркт кисергән. Әлеге ваҡытта 50 йәшлек ир Стәрлетамаҡ ситендә гаражда асарбаҡ хәлендә йәшәй.
Читайте нас: