Ауырыраҡ холоҡло, артыҡ талапсан уҡытыусыларынан малайҙар ҡотолмаҡ булған. Яйын да тапҡандар.
Иртәгәһенә уҡытыусы класҡа килеп ингәс, һәр береһе хәстәрлекле тауыш менән уның үтә лә йонсоу күренгәнен билдәләгән, “сырхап киттегеҙме әллә?” тип һораған. Уҡытыусы иһә һау-сәләмәт булған. Шулай ҙа йөрәгенә шом оялаған. Ул әсбаптарын алған да ҡайтып киткән. Ҡатыны ишек асҡанда, уның ағарынған ауырыу йөҙөн күргән. Хәле мөшкөлләнгән Уҡытыусы ятып торған... Шул ятыуҙан тормаған, хәле көндән-көн насарайған. Күҙҙәре һүнгән, бар тәне һыҙлап, ҡойолоп барған. Байтаҡ ваҡыт уҙған.
Балалар уны йәлләгән, дауаларға булған. Көн дә береһе янына килеп, уҡытыусының арыулана башлауын, йөҙөнә нур ҡуныуын әйткән. Иң аҙаҡ иң олорағы килеп, Уҡытыусыны һауала йөрөп килергә тышҡа саҡырған. Урамда осраған һәр кеше Уҡытыусыны һауығыуы менән ҡотлаған, бирешмәүен теләгән. Уҡытыусының күңелен ҡыуаныс биләгән, сир-сырхауы юҡҡа сыҡҡан...