"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
14 Октябрь 2019, 13:38

ҺАРЫМҺАҠЛЫ БУЛОЧКАЛАР

Ҡамыр өсөн: 250 мл һөт, 400 гр он, 2 аш ҡалағы үҫемлек майы, 0,5 балғалаҡ тоҙ, 1 аш ҡалағы шәкәр, 1 балғалаҡ ҡоро сүпрә...

Ҡамыр өсөн:

* 250 мл һөт

* - 400 гр он

* 2 аш ҡалағы үҫемлек майы

* 0,5 балғалаҡ тоҙ

* 1 аш ҡалағы шәкәр

* 1 балғалаҡ ҡоро сүпрә


Майлау өсөн:

* 1 йомортҡа һарыһы.


Эслек өсөн:

* 50 гр аҡ май

* һарымһаҡтың 7 теше

* 2 аш ҡалағы ваҡлап туралған йәшелсә.


Башта ҡамыр баҫабыҙ ҙа, ҡабарһын өсөн йылы урынға ултыртабыҙ. Ҡабарғас, 16 өлөшкә бүлеп, булочкалар әүәләйбеҙ. Әҙер булочкалар 30 минут ҡабарһын.

Йылынып йомшарған майҙы һарымһаҡ менән йәшелсәгә ҡушып, блендер менән иҙәбеҙ. Һәм һәр булочканың эсен һаҡ ҡына тишеп, эсенә тултырабыҙ. Әҙер булочкаларҙың өҫтөн йомортҡа һарыһы менән майлайбыҙ.

180 градус эҫелектәге мейестә 15 минут бешерәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
Читайте нас: