Был шиғыр үҙем менән булған хәлдән һуң яҙылды. Сорғот ҡалаһында эскән башҡорт ир-егеттәр күрһәм, шул тиклем әсенәм. Бәлки уйланырҙар, сәмдәренә тейер?!
Һыу һораны минән бер ирекәй,
Тамаҡ төбө ҡаты кипкәндер...
Үҙ үҙенә һыу ҙа табалмағас,
Эшкә тиеп ниңә килгәндер?
Йәлке түгел, һыу ҙа, икмәгем дә –
Бәһлеүәндәй йәп-йәш башҡорт егет
Көрөшкәне тота сайҡай-сайҡай,
Йөҙ генәһе уның ҡап-ҡара,
Төн уртаһы тимәй, миңә килеп,
Һыуын, тәмәкеһен таптыра...
Араҡы бит шундай зәһәр нимә,
Йыраҡ бул һин, егет, шул зәһәрҙән,
Фәнүзә Ғәлиева-Байсурина.
Сирғол ауылы – Сорғот ҡалаһы.