Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
26 Октябрь 2019, 18:40

ҠАБАҠ МЕНӘН ЛИМОНДАН ҠАЙНАТМА

Кемдәрҙер - күрәгә, кемдәрҙер әфлисун ҡушып, ҡайнатма әҙерләй. Ә беҙ лимонлы ҡайнатма әҙерләйбеҙ Ә һеҙ быйыл һәләк уңған ашҡабаҡтарҙы нимә эшләтәһегеҙ?

1 кг ҡабаҡҡа 1 кг шәкәр, ярты стакан һыу, 1 лимон кәрәк буласаҡ.

Башта шәкәр менән һыуҙан ҡуйы шәрбәт яһап алабыҙ. Уға ваҡ итеп туралған ҡабаҡты төшөрәбеҙ. Ҡайнап сыҡҡандан һуң ярты сәғәт бешерәбеҙ. Бер лимонды ит турағыс аша үткәрәбеҙ һәм ҡабаҡҡа ҡушабыҙ. 15 минут ҡайнатҡандан һуң утты һүндерәбеҙ. Ҡайнатманы һыуытҡыста һаҡлайбыҙ.
Читайте нас: