"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
28 Октябрь 2019, 19:00

Кемгә Пупс ҡурсағы?

Земфира Әбүбәкирова бәйләм менән күптән шөғөлләнә. Төҫлө ептәрҙән теҙеп тә, үреп тә төрлө картина-сувенирҙар эшләй. Һуңғы ике йылда ул амигуруми техникаһында уйынсыҡтар бәйләүгә күберәк иғтибар бирә. Уның ҡулдары тыуҙырған экологик яҡтан хәүефһеҙ, сағыу, йомшаҡ уйынсыҡтарҙы кескәйҙәр бик ярата. Дауамы - сайтта Беҙ ҙә Земфира Мөхәмәт ҡыҙы менән Пупс ҡурсағын уйнатырға булдыҡ. Ошо яҙманы репост эшләп, https://vk.com/zemfiraabubakirova төркөмөнә теркәлгәндәр араһынан Рандом аша һайлап алынған еңеүсегә эләгәсәк ул!

Земфира Әбүбәкирова бәйләм менән күптән шөғөлләнә. Төҫлө ептәрҙән теҙеп тә, үреп тә төрлө картина-сувенирҙар эшләй. Һуңғы ике йылда ул амигуруми техникаһында уйынсыҡтар бәйләүгә күберәк иғтибар бирә. Уның ҡулдары тыуҙырған экологик яҡтан хәүефһеҙ, сағыу, йомшаҡ уйынсыҡтарҙы кескәйҙәр бик ярата.

Шуға ла Земфира Мөхәммәт ҡыҙының ҡул эштәрен һорап ата-әсәйҙәр ҙә, тәрбиәселәр ҙә йыш мөрәжәғәт итә. Әйткәндәй, Земфира Әбүбәкированың барлыҡ ҡул эштәре махсус төркөмөндә һалынып бара. Төркөмдәштәр араһында һәр өс ай һайын берәр уйынсаҡ та уйнатыла.

Беҙ ҙә Земфира Мөхәмәт ҡыҙы менән Пупс ҡурсағын уйнатырға булдыҡ. Ошо яҙманы репост эшләп, https://vk.com/zemfiraabubakirova төркөмөнә теркәлгәндәр араһынан 1 ноябрҙә Рандом аша һайлап алынған еңеүсегә эләгәсәк ул!

Ҡатнашығыҙ! Уңыштар!

Читайте нас: