Бөгөнгө ҡапма-ҡаршылыҡлы мәғлүмәттәр менән тулған, рухи ҡиммәттәр осһоҙлана-төҫһөҙләнә барған боларыңҡы заманда быуаттар һынауын үткән милли традицияларға яңы һулыш биреү, йәш быуынды тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһын киң ҡулланыу ғәмәлгә ярашлы буласаҡ.
Был йәһәттән мәшһүр «Урал батыр» эпосы милли идеологияның нигеҙен тәшкил итергә тейеш. Сөнки ул башҡорттоң халыҡ булараҡ ойошоуында хәл иткес роль уйнаған, үҙендә милли фәлсәфә туплаған барса ҡиммәттәрҙән дә өҫтөнөрәк рухи ҡомартҡыбыҙ.
Һуңғы өс тиҫтәләп йыл дауамында башҡорттоң милли рух менән һуғарылған алдынғы ҡарашлы иң әүҙем вәкилдәре киң йәмәғәтселек иғтибарын ҡырҡыу проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтеү өсөн байтаҡ эштәр эшләне. Күҙгә күренерлек, телгә алырлыҡ һөҙөмтәләр ҙә бар. Әммә күпселек ойошмалар төрлө кимәлдә уңыштарға ирешһәләр ҙә, йәш быуынды милли рухлы итеп тәрбиәләүҙә берҙәмлек етешеп бөтмәй, бер бөйөк маҡсатҡа йүнәлешлелек юғыраҡ, тырым-тырағайлыҡ көслө. Был төп етешһеҙлектән арыныу юлында барыбыҙға ла бишектән таныш (таныш, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ныҡлы үҙләштерелмәгән) «Урал батыр» эпосы ярҙамға киләсәк. Ошондай ышаныс менән «Аҡ тирмә» ойошмаһы “«Урал батыр» мәктәбе”н аса.
“Урал батыр” эпосындағы тәғлимәттәргә нигеҙләнеп, кешелек донъяһы йәшәйеше өсөн иң мөһим ун йүнәлеш тәҡдим итәбеҙ.
Тәбиғәтте һаҡлау йәғни йылға-күлдәрҙе таҙартыу, шишмә юлдарын асыу, ағас ултыртыу, сүп-сар йыйыштырыу, йорт-ихаталар, ауыл-ҡасаба тирәһен йәшелләндереү буйынса алып барылған эштәр.
Ҡараусыһыҙ ҡалған ҡарттарҙы, бала-сағаларҙы иҫәпкә алып, уларға ярҙам ойоштороу. Ҡул ярҙамымы, тел ярҙамымы – улар нимәгә мохтаж, шул юҫыҡта ярҙам күрһәтеү. Бер көнлөк ярҙам түгел, мохтажлыҡтарын даими хәл итә барыу.
Матди яҡтан хәлле, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙырлыҡ милләттәштәрҙе бергә туплап, халыҡ мәнфәғәте өсөн әүҙем ярҙам ойоштороу.
4. Яҡшының эскәне – һыу булыр,
Ямандың эскәне – ыу булыр.
Эскелеккә ҡаршы көрәш эпостың ошо юлдарының әрәсәһен аңлатып, әсә һөтөн ыу йәғни ағыу итеүҙең нимәгә килтергәнлеген, борон халҡыбыҙҙа ундай насар күренеш булмағанлығын аңлатыу эше алып барыу.
5. Ил күрергә сыҡтым мин,
Бөгөнгө заман - әүҙем аралашыу осоро. Әммә сит илгә йәшәргә сығып китеүселәр аҙаҡ һағыныу тойғоһо кисерә башлай. Тик һуң була.Ғаилә, бала, эш һ.б. Шуның өсөн атай-әсәйһеҙ генә түгел, ә илһеҙ ҡалыуҙың да етемлек икәнлеген, туған илдең сикһеҙ яҡын булыуын, йәшлек дәрт-дарманы менән генә мауығыуҙың хата булыу ихтималлығы хаҡында аңлатырға. Сит илгә сығырға теләк уғата көслө булһа, ғаиләле булғас, ил күреү өсөн генә йөрөп ҡайтыу, әммә ил ташлап бөтөнләйгә китеүҙең дөрөҫ түгеллеген аңлатырға.
Атай-әсәйһеҙ генә түгел, илһеҙ ҡалыу ҙа етемлек… Тимәк, илеңде, атай-олатайҙарҙың, йәнен-тәнен аямай һаҡлап, һиңә тапшырған ереңде ҡәҙерлә, уны гөл-баҡсаға әйләндереү хәстәрен күр, тигән фекер һалыу.
Тура юлдан тайпылған, ҡыйыҡ юлға баҫҡан милләттәшен ҡабат тура юлға төшөрөү өсөн, тәнҡит, әр, мыҫҡыллау, кәмһетеү, оялтыу һәм башҡа ысулдар менән түгел, ә ундайҙарҙың ыңғай эштәрен күреп, башҡалар менән бергә тантаналы йыйылыштарға саҡырып, берәй яҡшы яғын билдәләп, маҡтап-ҡупайтып ебәреү аша тәрбиәләү, кешегә ышаныс аша хәл итеү юлын ҡарарға кәрәк. Бер нисә кеше уның яҡшы яғын билдәләп рәхмәт әйтеп, фәҡәт ыңғай сифаттарын ғына билдәләп үтергә тейеш. Байтаҡ осраҡта ошо ысул һәйбәт һөҙөмтә бирә.
7. Күккә менер баҫҡысһыҙ,
Ғилем юлында уңыштарға өлгәшкән йәштәр менән осрашыуҙар үткәреү. Уңыш ҡаҙанған элекке уҡыусылар менән даими осрашыуҙар үткәреп, башҡаларға фәһем бирерлек әңгәмәләр үткәрелеп торорға тейеш.
Ошо йүнәлештә эш алып барыу – туған телдең әһәмиәтен аңлатыуҙан башланырға тейеш.
Бәләкәй кластарҙа туған тел мөхите тыуҙырыу, кластан тыш эштәрҙе туған телдә алып барыу һ.б. “Урал батыр вәриҫтәре” тигән ойошмаларға тупланыу.
Туған телһеҙ ҡалыу – илһеҙ ҡалыу. Илеңә хужа будыу телеңә хужа булыуҙан башлана. Эпоста Зәрҡүм атаһы Ҡәһҡәһәне еңеү юлын Уралға былай тип өйрәтә:
Ҡасандыр һиңә ҡул ярҙамымы, тел ярҙамымы күрһәткән кешене иҫеңә төшөрөп, рәхмәт әйтеү, үҙе булмаһа, балаларына мәрхәмәтле атай-әсәйҙәре тураһында матур хәтирәләр һөйләү кисәләре.
Башҡорт халҡында туғанлыҡ тойғоһо көслө булған. Шуның өсөн дә Шүлгән Уралға ҡарата ниндәй генә яуызлыҡ ҡылһа ла ағай хаҡы һаман өҫтөнлөк ала килә. Ошо мөнәсәбәт халҡыбыҙ йәшәйешендә ҙур әһәмиәткә эйә булған. Итәғәтле, ярҙамсыл, кешелекле, иғтибарлы, яғымлы булыу кеүек тойғолар балала бәләкәй сағынан тәрбиәләнә. Ә бындай тәрбиә туғанлыҡ атамалары менән өндәшеүҙән башлана. Шуның өсөн бәләкәйҙән үк туғанлыҡ атамаларын өйрәтеү мотлаҡ һаналған.
10. Йәншишмәнән һыу алып,
Ни сәбәптәндер онотолған, йә оноторға мәжбүр ителгән шәхестәребеҙҙе, тарихыбыҙҙы халҡыбыҙға кире ҡайтарыу. Халыҡ йәш быуынды затлы
шәхестәр өлгөһөндә тәрбиәләгән.
Һәр йүнәлеш буйынса яуаплы кешеләр билдәләнде.Был йүнәлештәр төркөм түгел, ә ошоға тиклем алып барылған һәр төрлө эштәрҙе “Урал батыр” эпосындағы идеялар менән байытып, нурландырып ебәреүҙе күҙҙә тота. Сөнки халҡыбыҙ ошо идеядар нигеҙендә милләт булып тупланған икән, артабан да йәшәйешебеҙ халҡыбыҙҙың бөйөк аҡылынан һут алырға тейеш. Ошо маҡсаттан сығып, милләтебеҙҙе туплап торған ун йүнәлештә аңлатыу эше, ғәмәли эш башҡарыу саралары буйынса тәғәйен тәҡдимдәрҙе туплау һәм киң йәмәғәтселеккә еткереү өсөн “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәгендә эш төркөмө булдырылып, яуаплы кешеләр билдәләнде.
Йөрәгендә фекер ҡайнаған, дәрте-дарманы ташып торған, “Урал батыр” эпосы буйынса эш башлаған милләттәштәребеҙҙе әүҙемлек күрһәтергә, ошо төркөмгә фекерҙәрегеҙҙе яҙырға саҡырабыҙ. Төркөм ағзаларына сикләү юҡ. Фекерле замандаштарыбыҙҙы саҡырабыҙ. Теләге булғандар “Аҡ тирмә” Башҡорт милли-мәҙәни үҙәге төркөмөнә яҙһындар.
Мәрйәм Бураҡаева, Фәнил Күзбәков