Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
5 Ноябрь 2019, 00:00

Ниңә бер үк сәбәпкә илай ҙа илай кеше?

Ниңә бер үк сәбәп арҡаһында гел илай кеше?

Бер аҡыл эйәһе кешеләр алдындағы сығышында көләмәс һөйләгән. Барыһы ла бер юлы көлөп ебәргән.


Бер нисә минуттан шул уҡ көләмәсте яңынан ҡабатлаған. Хәҙер инде бик аҙ ғына кеше йылмайып ҡуйған.


Аҡыл эйәһе өсөнсө тапҡыр ҙа бер үкте һөйләгәс, береһе лә көлмәгән дә, йылмаймаған да.


Ҡарт был хәлгә йылмайып ҡына ҡуйған да, "Бер үк көләмәскә гел көлә алмайһығыҙ. улай булғас, ниңә бер үк сәбәп арҡаһында гел илайһығыҙ?" - тип әйткән.
Читайте нас: