Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
5 Ноябрь 2019, 00:30

Яратырға ярамай ине...

Сентябрь айы. Тәбиғәттең әкренләп-әкренләп алтын төҫкә мансыла барған сағы. Әрме хеҙмәтен бына-бына тултырып ҡайтырға йыйынған Фәрит дуҫы Ҡасимдан хат алды. Ҡайтыр ваҡыты етеп килгәс, үҙе лә ауылға хат яҙманы, әсәһенән дә әлегә хәбәр юҡ. Ул хатты алды ла ашығып уҡый башланы. “Һаумы, друг! Һиңә тыуып үҫкән яҡтарыңдан ҡайнар сәләм! Ну унда служба нисек бара? Ҡайтыр көндәреңде һанап еткерә алмайһыңдыр инде. Ну ничего, һау кешегә ни, таң ата ла кис була, ваҡыт тиҙ үтә. Тиҙҙән күрешербеҙ. Беҙҙең урамда ла байрам булыр. Шулай бит! Әй, дуҫ, чуть онотманым. Ауылға хәтәр матур бер ҡыҙ уҡытырға килде. Атлы кеше төшөп ҡарамалы, йәйәүлеһе ятып ҡарамалы шәп ҡыҙыҡай. Әсәйең яңғыҙ булғас, йәшәргә һеҙгә индерҙеләр үҙен.

Сентябрь айы. Тәбиғәттең әкренләп-әкренләп алтын төҫкә мансыла барған сағы. Әрме хеҙмәтен бына-бына тултырып ҡайтырға йыйынған Фәрит дуҫы Ҡасимдан хат алды. Ҡайтыр ваҡыты етеп килгәс, үҙе лә ауылға хат яҙманы, әсәһенән дә әлегә хәбәр юҡ. Ул хатты алды ла ашығып уҡый башланы. “Һаумы, друг! Һиңә тыуып үҫкән яҡтарыңдан ҡайнар сәләм! Ну унда служба нисек бара? Ҡайтыр көндәреңде һанап еткерә алмайһыңдыр инде. Ну ничего, һау кешегә ни, таң ата ла кис була, ваҡыт тиҙ үтә. Тиҙҙән күрешербеҙ. Беҙҙең урамда ла байрам булыр. Шулай бит! Әй, дуҫ, чуть онотманым. Ауылға хәтәр матур бер ҡыҙ уҡытырға килде. Атлы кеше төшөп ҡарамалы, йәйәүлеһе ятып ҡарамалы шәп ҡыҙыҡай. Әсәйең яңғыҙ булғас, йәшәргә һеҙгә индерҙеләр үҙен.

Ҡыйыш ауыҙ “амбал” Әхәт ҡапҡағыҙға бер егетте лә яҡын ебәрмәй, ҡоҙғон һымаҡ, теге ҡыҙҙы ҡарауыллай. Тиҙерәк ҡайт! Яҙмыш ҡушһа, һиңә “во!” тигән готовый кәләш...”

Фәрит хатты аҙағына тиклем уҡып бөтөрә алманы. Көслө ел Ҡасим дуҫының хатын ҡулдан ысҡындырып алды ла ҡайҙалыр осортоп алып китте. Һалдаттар ултырған хәрби машина тау үренә ынтылды.

Көткән көн килеп тә етте. Поездан төшкән егет тиҙ генә ауыл аша уҙыусы автобусҡа инеп ултырҙы. Их, тыуған яҡтар! Йөҙө ҡояштай балҡыған Фәриткә автобус бик әкрен барғандай тойолдо, барыһы ла хәрби кейемдәге йәш һалдатҡа һоҡланып ҡараны.

Фәрит һәм таныш булмаған тағы ике-өс кеше ауыл осонда төшөп ҡалды. Бына Ҡарайылға. Унда бәләкәй саҡта көндәр буйы һыу инә, балыҡ ҡармаҡлайҙар ине. Баҫманан сыҡҡас та беренсе йорт Бибинур инәйҙеке. Ана, үҙе лә тышта ултыра түгелме?

– Һаумы, Бибинур инәй!

Күрешергә ҡулын һуҙған йәш һалдатты әбей ҡапыл да таныманы, албырғап ҡалды.

– Ай, Аллам, һине бер ҙә генә танымайымсы...

– Һуң, инәй, был мин... Сәлимә киленеңдең кесе улы Фәрит...

– Эй-й, балаҡайғынам... армиянан ҡайта, тиҙәр ине шул...

Әбей ябыҡ тарамыш ҡулы менән егетте арҡаһынан һөйөп алды. Фәрит сумаҙанынан биҙәкле яулыҡ менән сәй алды ла әбейгә һуҙҙы.

– Һай, рәхмәт яуғыры! Оҙон ғына ғүмерле, бәхетле бул инде, балаҡайым!

Бибинур әбей бик оҙаҡ доға ҡылды.

Бына тыуған йорт! Егет ашҡынып ҡапҡаны асты. Ҡыуаныстан йөрәге дөпөлдөп, тирә-яҡҡа күҙ һалды. Бар ерҙә лә тәртип, бөхтәлек күҙгә салына. Ул өйгә инергә өлгөрмәй ҡалды. Картуф баҡсаһы яғындағы артҡы ҡапҡанан һыу көйәнтәләгән ҡыҙ килеп инде. Уны күргәс, Фәриттең ҡулынан сумаҙаны төшөп китә яҙҙы. “Йә, Хоҙай, был бит гел генә уның төштәренә ингән хыялындағы ҡыҙ!”.

Егет таш һын кеүек бер урында ҡатып аптырап торған арала ҡыҙ һыулы биҙрәләрен ҡул йыуғыс янындағы ултырғысҡа ҡуйҙы ла йүгереп килеп күрешергә ҡулын һуҙҙы.

– Һаумыһығыҙ, Фәрит ағай! Инәй әле генә күршеләргә ингәйне. Ҡаршы барып һөйөнсө һорайым әле!

Ҡыҙ урамға сығып йүгерҙе.

Әле генә күргәндәренең өнмө әллә төшмө икәнлеген айырмаҫ хәлгә килгән егет баҫҡан урынында бер аҙ тора бирҙе лә өйгә инде.

Ҡунаҡ көткән өй “ялт” итеп тора. Самауыр ҡайнай, тәмле аш еҫе таралған. Бар ерҙә лә таҙалыҡ. Тәҙрә төптәрендә Фәрит бығаса күрмәгән матур сәскәле гөлдәр үҫә. Тәҙрәләргә сағыу биҙәкле ҡорғандар эленгән. Оло өйҙөң өҫтәлендә китап-дәфтәрҙәр, ручкалар күренә.

Ул арала ҡапҡа асылып китте. Сыр-сыу килеп, әсәһе менән теге ҡыҙ өйгә инделәр. Әсәһе, күҙ йәштәрен тыя алмай, Фәритте ҡосаҡлап алды:

– Уй, балаҡайғынам, ҡолонсағым! Был көндәрҙе лә күрергә яҙҙы, Хоҙай ҡушҡас...

Фәрит алып ҡайтҡан күстәнәс, бүләктәргә ихлас ҡыуандылар, шатлыҡтарының иге-сиге булманы. Сәй эскән арала егет ҡыҙҙан күҙен ала алманы. Килмәгән бер ере лә юҡ уның. Әле хәбәр һөйләһенме, тигеҙ аҡ тештәрен күрһәтеп көлөп ебәрһенме, орсоҡ кеүек өйрөлә. Ҡулдарына күҙ эйәрмәй, йүгереп йөрөп табын әҙерләне. Әсәһен түргә ултыртты ла үҙе сәй яһап эсерә башланы.

“Дә-ә-ә, Ҡасимдың яҙғаны дөрөҫкә сыға бит. Действительно, готовый кәләш...” – тип Фәрит дуҫының хатын иҫенә төшөрҙө.

Тик әсәһенең әйткән һүҙҙәре егеткә башын иҫәнгерәтә һуҡҡандай тәьҫир итте. Флүзә Фәриттең әсәһенең ике туған һеңлеһенең ҡыҙы булып сыҡты.

Егеттең аяғы аҫтында ер убылғандай булды. Ә шулай ҙа ул үҙен тыныс тоторға тырышты.

Кис етте. Йәштәр клубҡа йүнәлде. Юлда Флүзә ағаһына үҙе хаҡында барыһын да һөйләргә өлгөрҙө. Уҡыуын тамамлағас, йүнәлтмә буйынса был районға эшкә килергә тейеш булған. Тәүҙә ҡыҙ риза булмаған. Әсәһе:

– Бар, икенсе район булһа ла, унда һинең инәйең йәшәй, – тигән.

– Миңә бында мәктәп тә, уҡыусылар ҙа оҡшай... – тип әйтеп тә өлгөрмәне, Флүзә ҡараңғы урамда нимәгәлер абынды ла ҡолап китә яҙҙы. Фәрит уны тотоп өлгөрҙө. Үҙе лә һиҙмәҫтән ҡыҙҙы ныҡ итеп күкрәгенә ҡыҫты. Ҡапыл тәнен ниндәйҙер бер ҡыҙыу ялҡын ялмап алғандай тойолдо.

– Һоп! Ипләберәк атла. Төнгө урамдың соҡор-саҡыры күп була, – тине лә ҡыҙҙы һаҡ ҡына ергә баҫтырҙы.

Клуб тулы йәштәр. Улар шау-гөр килеп Фәритте уратып алды. Шулай ҙа уның иҫән-һау ҡайтҡанына иң ныҡ ҡыуанған кеше Ҡасим ине. Ике дуҫтың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне.

Гармунсы дәртле бейеү көйөн уйнап ебәрҙе. Барыһы ла бейергә төштө. Фәрит Флүзәнән күҙен алманы. “Ниңә ул минең туғаным?!” – тигән уй, ҡара болот булып, бер туҡтауһыҙ баш осонда өйрөлдө...

Көндәр ҡышҡа тартты. Фәрит дауахананың “Тиҙ ярҙам” машинаһына шофер булып эшкә урынлашты. “Тиҙ ярҙам” машинаһы әлегә берәү генә. Ҡайһы бер осраҡтарҙа өйгә ҡайтырға ваҡыт та ҡалмай ҡуя. Быға егет ҡыуана ғына. Флүзәне күрһә, күңеле болоҡһой, йөрәге үҙәген өҙөп һулҡылдай.

Ә шулай ҙа бер көндө, кисләтеп булһа ла, өйгә ҡайтып килергә форсат тейҙе. Ҡапҡаға килеп етеүгә, ул ҡараңғыла ике кешенең тартҡылашҡанын шәйләне.

– Ебәрегеҙ, тим мин һеҙгә! А-то хәҙер ҡысҡырам!

Быныһы Флүзәнең тауышы икәнен Фәрит асыҡ ишетте.

– Нимә, әллә ағайың менән ҡурҡытаһыңмы? Ағайыңдан ҡурҡҡан баш юҡ әле...

Ҡыйыш ауыҙ Әхәт булды быныһы.

– Бында ниндәй баҙар? – тине Фәрит, мөмкин тиклем тыныс булырға тырышып.

Шунан кемдер ҡапҡаға “дөңк!” итеп бәрелде.

– Э-э, че творишь?! Отпустил ее!

Флүзәне ҡапҡанан индермәҫкә тырышҡан Әхәт был һүҙҙәрҙе ишетмәне лә.

Фәрит уны яурынынан артҡа тартты. Әхәттең курткаһының яғаһымы-еңеме йыртылып китте. Шунда ғына ул артында кем баҫып торғанын аңланы. Ярһыған көтөү үгеҙе һымаҡ ажарланып, Фәриткә боролдо.

Тос йоҙроҡ эләккән Фәриттең күҙ алдынан секунд эсендә йәшелле-ҡыҙыллы уҡтар осоп үтеп китте. Көтмәгәндән ҡолаҡтары зыңлап, башы шаулап китһә лә, Фәрит тиҙ генә үҙен ҡулға алды. Инде был юлы ҡоростай ҡаты ҡул амбал Әхәттең яңағының ныҡлығын һынаны. Тегеһе яурыны менән һөрлөгөп ергә барып төштө.

– Тағы ҡапҡаға яҡын килһәң, ҡыйыш ауыҙыңды момент урынына ҡуям...

Фәрит Флүзәне ҡапҡанан индереп ебәрҙе.

Ҡыш етте. Тирә-яҡ ап-аҡ сихри донъяға әйләнде. Бер көндө Фәриттең дә, Флүзәнең дә ял көндәре тап килде. Саңғы тағып, урманға юл тоттолар.

Урман шундай матур. Ҡар өҫтө төрлө йәнлек эҙҙәре менән сыбарланған. Ағастарҙағы көмөш бәҫ ҡояш яҡтыһында мең төрлө төҫтә ялтырай.

Флүзәнең кәйефе уғата күтәренке. Саңғыла ла оҫта йөрөй, ә шулай ҙа ағаһынан күпкә арттараҡ килә, урманды күҙәтә. Алда тау күренде.

– Фәрит ағай-а-ай! Был ниндәй тау ул? – тип ҡысҡыра ҡыҙ.

– Был Ғашиҡтар тауы-ы-ы! – тип һөрәнләй егет.

– Әйҙә, шул тауҙың башына менәйек!

– Унда ғашиҡтар менә! Беҙгә ярама-а-ай!

– Ярамаһа ла менәйек!

– Әйҙә һуң!

Улар икәүләшеп тауҙың һөҙәк яғынан өҫкә үрләне.

– Их, ниндәй матур күренеш...

Флүзә таяҡтарына таянды ла аҫҡа, тирә-яҡҡа һоҡланып күҙ һалды.

Фәрит уға ҡарап йылмайҙы ла:

– Ә һин шундай матур ҡыҙ... – тип әйтеп ҡуйҙы.

“Эх, ниңә һин, Флүзә, минең туғаным ул, ә?” Егеттең йөрәге ут булып өтөлдө. Ул ҡапыл, йәйәнән ысҡынған уҡ һымаҡ, тау түбәненә атылды. Үҙәк буйлап аҫҡа шыуған Фәрит артынан ҡыҙ ҙа етеҙ ҡуҙғалды. Аҫҡа төшөп етергә күп тә ҡалмағайны, Флүзә янтайып китте лә ҡарға барып сумды.

– Ағайыңды тыңларға кәрәк ине. Әйттем бит, унда беҙгә менергә ярамай, тип...

Фәрит ҡыҙға торорға ярҙам итте, өҫ-башынан ҡарҙы ҡаҡҡылап төшөрҙө.

Флүзә, ҙур зәңгәр күҙҙәрен тултырып, егеткә бер аҙ ҡарап торҙо ла ҡапыл:

– Ә мин, Фәрит ағай, үҙемә тормош юлдашы итеп тап һинең кеүек егетте һайлаясаҡмын, – тине.

– Ниндәйерәк егет була инде ул?

– Улмы? Һинең һымаҡ аҡыллы, ярҙамсыл, матур...

Быны ишеткән Фәрит, хәле бөтөп, ергә сүгәләне, башҡа әйтер һүҙ тапманы.

(Дауамы бар).
Читайте нас: