Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
16 Ноябрь 2019, 01:31

Бүре алған Миңленур

Әсәйем ҡайһы саҡ Әлиә апайымды: – Бигерәк әсе теллеһең. Кендек инәйең күрше уҫал Сәйҙә булғайны, шуға оҡшағанһың, ахыры, - тип шелтәләй. Әсәйемдең һүҙҙәрен элеп алам: – Әсәй, әсәй, ә минең кендек инәйем кем? – Һинең кендегеңде Руша медсестра ҡырҡты, – тип, беҙҙең яҡта ят булған исемде атаны


Әсәйем ҡайһы саҡ Әлиә апайымды:

– Бигерәк әсе теллеһең. Кендек инәйең күрше уҫал Сәйҙә булғайны, шуға оҡшағанһың, ахыры, - тип шелтәләй.

Әсәйемдең һүҙҙәрен элеп алам:

– Әсәй, әсәй, ә минең кендек инәйем кем?

– Һинең кендегеңде Руша медсестра ҡырҡты, – тип, беҙҙең яҡта ят булған исемде атаны. – Ул хәҙер ауылда ғына түгел, районда ла юҡтыр инде. Күсеп киттеләр улар.

– Эй-й... – тим үкенесле итеп. Сөнки минең дә кендек инәмде күргем килә. Әлиә апайым, ана, күргеһе килһә, күршегә генә йүгереп инә ала. Әсәйем, көлөмһөрәп:

– Кендегеңде Руша апайың ҡырҡһа ла, һине беренсе булып Миңленур инәйең ҡулына алды, йыуындырҙы. Һин уға ла оҡшағанһың. Кеше бит кендек инәһенә оҡшай, тиҙәр.

– Ҡайһы Миңленур инәй? – тип төпсөшәм, быға тиклем бер Миңленур инәйҙе күрмәһәм дә.

– Бүре алған Миңленур инәйең!

– Бүре алған?

– Эйе, ҡыҙым, бер үҙе ике бүре үлтергән. Шуға ла уны “бүре алған Миңленур” тип йөрөтәләр.

– Бүрене нимә менән үлтергән?

– Һәнәк менән сәнсеп алған.

– Һәнәк менән?

Минең ул инәй хаҡында күберәк белергә теләүемде белеп тора әсәйем. Шуға:

– Үҙенән һорашырһың, ҡыҙым. Тиҙҙән инәйеңде аятҡа саҡырып алам. Бер юлы мунса инеп, йоҡлап та ҡайтыр, – тине йомшаҡ ҡына итеп. – Етмеш йәште ҡыуалаһа ла, шәп әле инәйең: һаман бесән саба, һыйыр тота, ирҙәрҙән ҡалышмай, донъя көтә. Уның йәшендәгеләр береһе лә бесән сапмай, һыйыр тотмай. Яңғыҙым тип тормай... – Әсәйемә һөйләргә лә ирек бирмәй, һорауымды яуҙырам:

– Балалары юҡмы әллә?

– Булмай ни? Лоҡман ағайың менән Сания апайыңды кем балалары тип уйлайһың? Улар башҡаланды бит. Ғилфан ағайың әле кәләш алмаған, шуға донъяны үҙе көтә инде Миңленур инәйең.

Беләм, Лоҡман ағайҙы ла, Сания апайҙы ла. Берәй йомоштары төшһә: “Баязит ағайым өйҙәме?” – тип килеп етәләр. Миңә бигерәк тә уларҙың өҙөлөп “ағайым” тип әйтеүе оҡшай. Берәү ҙә атайыма шулай өҙөлөп өндәшмәй, уларҙан башҡа.

Тиҙҙән кендек инәйем менән дә күрешергә насип булды. Миңленур инәй өтә баҫып йөрөй, ҡырҡыу-ҡырҡыу һөйләшә. Мине күреп ҡалғас та, ҡапыл йомшарып, яҙылып китте, арҡамдан тупылдатып һөйөп алды:

– И-и-и, Әлфирә ҡыҙым, кендегеңде ҡырҡмаһам да, беренсе булып, һине ҡулыма мин алдым, Иҙел һыуы менән йыуындырҙым, –тине.

– Ниңә Иҙел һыуы менән? – тип аптырап һорайым. Һорауыма инәйем кеткелдәп көлөп ебәрҙе:

– Һи, элек ҡотоҡтар булманы бит. Нимәгә кәрәк булһа ла, һыуға Иҙелгә йүгерер инек. Шунан башымдан һыйпап:

– Уҡыуың һәйбәт икән, ҡыҙым. Маладис, уҡытыусылар маҡтап бөтә алмай...

Был һүҙҙәргә аптырап ҡалдым. Минең турала һорашып йөрөймө икән? Әллә кендек инәһе булғанға, яуаплы тоямы үҙен? Әсәйем мине ҡарт олатам Һибәтуллаға ныҡ оҡшағанһың, ти. Ул мин тыумаҫ борон – өс йыл элек үлеп ҡалған, туҡһан йәшендә. Ә Миңленур инәйҙең һуғышта үлеп ҡалған ире Шәрәфулланың атаһы – Сибәғәтулла Һибәтулла олатайым менән бер туған булған. Шәрәфулла һуғышта ятып ҡалғас, Һибәтулла олатам Миңленур инәйҙе балалары менән Нөгөш тигән ерҙәге ферманан ауылға күсереп алып ҡайтҡан. Һуғыштан һуң була был. Ҡарт өләсәм Гөлшәрифә Миңленур инәйҙең балаларын ҡараша, олатам үҙенең күршеһендә инәйгә йорт күтәртә. Ошо хаҡта миңә әсәйем һөйләне.

Был юлы һораша алманым кендек инәмдән бүре хаҡында. Ныҡлап танышып алғас, уларға барып йөрөй башлағас, бер нисә йыл үткәс кенә, һораным. Был ваҡытта инәй ауыл осонда яңы йорт күтәрткән, Ғилфан ағай ҙа кәләш алған, имсәк балалары бар ине. Ә беҙҙең күршеләге өйөн ул үҙенең һеңлеһе Йәнифәгә ҡалдырып киткәйне.

Инәйем бер асылып киткәндә, әллә ҡапыл һораным, ул етдиләнеп китте. Йөҙө ҡырыҫланды. Һәм биш-алты һөйләм әйтте. Уның ошо яуабы ла ун ике йәшлек ҡыҙҙың күҙ алдына һуғыш ваҡытындағы хәтәр күренештәрҙе баҫтырырға ярҙам итте.

...Таңға ҡарай ғына төш күрҙе: уралып-уралып ятҡан йыландар балалары яғына ҡарап ыҫылдай. Эргәләрендә генә бер ни һиҙмәй, Миңленурҙың балалары йөрөй. Ул ҡысҡырып ебәрҙе:

– Әй әттәгенәһе, был тау битләүенә нисек килеп сыҡҡан был балалар?

Балаларын ҡурсалап ҡысҡырған үҙ тауышына уянып китте Миңленур. Йөрәкһеп килеп торҙо. Йоҡлап ятҡан һигеҙ йәшлек улын, алты йәшлек ҡыҙының юрғандарын рәтләштерҙе. Сәңгелдәктә тауыш биргән улын алып, имсәк ҡаптырҙы ла хәтирәләр йомғағын тағатырға тотондо.

... Нөгөш тип аталған был ергә улар Шәрәфуллаһын мал докторы итеп билдәләгәс, күсеп килгәйнеләр. Бында Нөгөш йылғаһы аға, шуға ла уның атамаһы фермаға ла бирелгәндер. Бер йәй ҡыуышта йәшәне йәш ғаилә, көҙгә колхоз өй ҙә өлгөрттө. Бәләкәй булһа ла, үҙ мөйөштәре булды, быға бигерәк тә улы Лоҡман менән ҡыҙы Сания ҡыуанды. “Нөгөш фермаһы” тип аталған был ерҙә “Маяҡ” колхозының һыйырҙары һәм һарыҡтары аҫырала. Ирен ике ферманың да малын бағырға ебәрҙеләр ҙә инде. Миңленур һарыҡ ҡарауға төштө килгән көндө үк. Шулай матур ғына эшләп, йәшәп яталар ине.

Өсөнсөгә ауырға ҡалғанын һиҙҙе Миңленур. Балаға йән инеп, ҡорһағы ла беленә башланы. Бер көн таң алдынан һыңҡылдап илаған бала тауышына уянып китте ул. Һиҫкәнде. Тирә-яғына күҙ һалды. Балалар, ғәҙәттәгесә, һикеләрендә йоҡлайҙар. Сәйерһенеп, ҡолағын эсенә яҡын килтерҙе. Эйе, ысынлап та... ҡорһағындағы балаһы илай ине... Тетрәнде... Ипләп кенә ҡорһағын яратты. Илау тауышы баҫылды. Ә күңелдәге шом ҡалды. Ләкин иренә был хаҡта ләм-мим өндәшмәне. Ниңәлер, уны ла шомландырғыһы килмәне.

Бер ай үттеме-юҡмы, һуғыш сыҡҡан тигән хәбәр, алыҫ тип тормай, ауылдан утыҙ саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Нөгөш фермаһына ла килеп етте. Типһә тимер өҙөрҙәй, күптән түгел утыҙын тултырған Шәрәфулла беренсе саҡырылыш менән үк һуғышҡа алынды. Һигеҙ айлыҡ ауыры менән Миңленур уны бында ғына оҙатып ҡалды, хатта ауылға тиклем дә бара алманы. Ире һуғышҡа алыныуына теүәл бер ай үткәс, улы тыуҙы. Ул әйтеп киткән исемде ҡушты ҡатын – Ғилфан.

... Хәтирәләренең ошо мәленә килеп еткәс, улы имсәгенән тартыуға, терт итеп ҡалды. Улына күҙ һалды. Уныһы, һорау алырға теләгән һымаҡ, ҡап-ҡара күҙҙәрен тултырып, әсәһенә текләгән. Тимәк, имеп туйған. Ҡатын, түшен иҙеүенә йәшерә-йәшерә, улы менән һөйләшергә тотондо:

– Нимә, улым, ҡаты итеп текләйһең? “Атайым ҡайҙа?! – тип һорарға теләйһеңме? Атайыңды күрмәй ҡалдың шул, ул һуғышҡа китте. Ниместәр менән һуғышып йөрөй. Бына атайың уларҙы еңеп ҡайтҡас, күрерһең әле. Атайыңдың да һине бик күргеһе килә лә ул...

Ғилфанына ике йәш тулып уҙһа ла, уны имсәктән айырманы ҡатын. Былай ҙа сибек булып тыуҙы. Ашау етмәгәнлектән, ике йәше тулыуға саҡ тәпәй баҫты. Инде имсәктән дә айырһа, сибек кенә балаһы киңгәр, ҡырау һуҡҡан кеүек булыр, тип ҡурҡты. Өсөнсө йыл һуғыш бара.

Улына: “Еңеү килер, атайың ҡайтыр”, – тигән һүҙҙәрҙе һөйләһә лә, үҙен быға бер ҙә ышандыра алмай ҡатын. Сөнки ауыл яғынан береһенән-береһе шомлораҡ хәбәрҙәр килә.

Былтыр – 1942 йылдың йәйендә фронттан яраланып бер-бер артлы ике Фәтхислам ҡайтып төштө. Береһе – уның ҡайнағаһы Фәтхислам. Икенсеһе – оло Фәтхислам. Яралары төҙәлә башлау менән, улар һуғышҡа кире китергә лә әҙерҙәр ине. Ә әлегә ҡайтып төшөү менән, ҡатын-ҡыҙҙар ғына һөйрәгән колхоз эшенә тотондолар: колхоз малдарына бесән сабыуға төштөләр. Ауыл халҡына ла ярҙам иттеләр. Ҡайнағаһы Миңленурға ла килеп, бесән эшләшеп китте. Юҡһа, йәш балаһы менән әллә ни ырата алмаҫ ине. Лоҡманы ҡул араһына инде улай ҙа. Бесәнде тырматыуға эшкә аша. Берәү булһа ла, һыйыры бар. “Аҡтан балаларымды айырыу юҡ!” – тигән уй менән йәшәй ул.

Бына шул ике Фәтхисламды, ҡайтыуҙарына бер йыл үтер-үтмәҫтән, НКВД кешеләре, өйҙәренә тентеү яһап, төрмәгә алып киткән. Йәнәһе, улар фашистарға ярҙам итеп, отряд төҙөп, Совет власына ҡаршы баш күтәрергә йыйына. Иларһың да, көлөрһөң дә... Тағы өс кешене алып киткәндәр, ти. Береһе – Айытҡол бабай. Граждандар һуғышында ҡыҙыл партизан булып танылған, әле колхоз рәйесе фронтҡа киткәс, шул йөктө тартыусы ҡарт коммунист Айытҡол бабай нисек “халыҡ дошманы” булһын, ти? Уның өйөндә улынан ҡалған һунар мылтығы табылған, ти шул. Башҡаларҙа ҡорал-фәлән табылмаған. Алып киткән кешеләренең дүртенсеһе – колхоз тимерлегендә эшләгән 20 йәшлек аяғы зәғиф Әҙеһәм, ти. Ул бахырҙың бер кемгә лә зыяны юҡ ине, тимерсеһеҙ тороп ҡалды инде Тимер ауылы. Бишенсеһе – Фәтхислам ҡайнағаһының атаһы – Хәбибулла ҡайныһы. Ул ҡарт булғанға, хеҙмәт әрмеһенә лә яраҡһыҙ тип, тороп ҡалғайны.

Шыш та быш ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа килеп еткән хәбәрҙәр шаҡ ҡатырғыс һәм шаңҡытҡыс ине. Ауылда ирҙәр заты ҡалмаған. Бында ла йөктө тик ҡатындар һөйрәй. Ҡарт булһа ла, ғәрип булһа ла, күҙ терәп торған ирҙәр барҙа, ауырлыҡтар бик ҡурҡытмаған икән. Быйыл йәй малдарға етерлек бесән әҙерләй алманылар. Имен генә ҡышты сыға алырҙармы?

Ауылдағы кешеләр аслыҡтан ҡасып, сит яҡтарға тарала башлаған, имеш. Яңыраҡ Хәбибулла ҡайныһының әбейе Рәбиға инәй ҙә ире лә, улы ла нахаҡтан төрмәгә алынғас, һыйырын һуйып, ике улы менән Әүжән яғына күсеп киткән, ти.

Яп-ябай ауыл кешеләренән ниңә “дошман” яһарға? Бына ошоларҙы уйлаһа, Миңленурҙың башы тубалдай була. Башҡасаһына зиһене етмәй. Иренән дә ике ай тирәһе хәбәр юҡ. Ярай әле, эше бар. Балаларын ас итмәй, һарыҡтарын имен итеп, ҡыш сығарырға ине. Көҙ етте бит. Ошо осор бүреләр ҡотора башлай. Шуға ҡото осоп тора. Бөгөн төндә һарыҡтарҙы ҡарауыллау – уның сираты. Ике-өс ҡатын шулай төндә сиратлап ҡарауыллап торалар. Бер баш мал юғалһа ла, баштан һыйпамаҫ был НКВД кешеләре. Эт кеүек еҫкәнеп, темеҫкенеп кенә йөрөйҙәр.

.. Уйҙарына бирелеп, абайламай ҙа ҡалған, таң атҡан. Тороп, мейескә ут яғып ебәрҙе, плитәгә һыу ҡайнатырға ҡуйҙы.Кистән ойоторға ҡуйған ҡатығы ойономо икәнен ҡараны – ойоған. Сеүәтәгә улына, ҡыҙына ҡойоп ултыртҡас, кәстрүлдәге ойотҡанды соланға - һалҡынға сығарып ҡуйҙы. Ойотҡан янына берәр телем икмәк әҙерләп һалды – иртән торғас, ашарҙар балалары. Тиҙ генә кейенеп эшенә йүгерҙе.

Кис һарыҡ фермаһына ҡарауылға ыңғайлағанда таңда күргән төшө ҡапыл иҫенә килеп төштө. Ҡалтыранып ҡуйҙы. Башынан төрлө насар уйҙарҙы ҡыуып, эстән генә белгән доғаларын уҡып, юлын дауам итте.

Бына фермаға етеп, мөйөштә торған урын-һикене рәтләштерҙе.Һыуыҡтар төшкәнсе, әле һарыҡтар кәртәлә. Шуға ла ҡарауылсыға бик тә һаҡ булырға кәрәк. Миңленур шәмдәге кәрәсинде тикшерҙе, бөтөп килә ине, тултыра яҙғансы канистрҙан бензин тултырҙы. Биҙрә төбөндә өйҙән алып килгән ҡуҙҙы өрөп, шәмде ҡабыҙҙы.

– – –

Һикеһенә барып терәлгәйне генә, ойоп киткән. Шул арала ҡолағына һуҙып-һуҙып олоған тауыштар салынды.

- Ҡороғорҙар – бүреләр! – тигән уй мейеһен ярып үтте. Һикереп торҙо. Тәҙрәгә күҙ һалды. Ҡараңғы әле. Ҡайһы арала йоҡлап киткән? Мөйөштә

һөйәүле торған һәнәк, ҡыҫтырыулы балта күҙенә салынды. Шәмде ҡулына алды. “Нисәүҙәр икән?” – тигән һорау мейеһен телде. Уң ҡулына һәнәкте эләктереп, һул ҡулына балта менән шәмде тотоп, тышҡа атлыҡты.

Таң һарыһында ялан кәртә эсенә еңел генә һикереп ингән дүрт бүре һынын абайлап ҡалды. Һарыҡтар уның яғына һөрлөктө. Утты шәйләп ҡалған бүреләр кәртәнең арғы осонда арт аяҡтарына ултырып, олоп ебәрҙе.

– Ҡороғорҙар! – тине әсенеп, ҡатын. Үҙенең күҙ алдынан бер-бер артлы шундай күренештәр йүгереп үтте: ҡырылып ятҡан һарыҡтар араһында үҙенең дә йәнһеҙ кәүҙәһе ята. Эргәһендә торған өс балаһы уны төрлө яҡлап тартҡылай:

– Әсәй, тор, асыҡтым! Ашағым килә, әсәй!

Башын һелкеп алыуға, икенсе күренеш йәшен тиҙлегендә мейеһен телде: ҡырылып ятҡан һарыҡтар. Үҙе, нисектер, тере ҡалған. Ләкин уны, колхоз байлығын һаҡлай алмағаны өсөн НКВД кешеләре ҡулына бығау һалып, алып китергә йыйына. Ә икенсе яҡта балаларын балалар йортона алып китеү өсөн арбаға ултырталар...

Миңленурҙың йөрәге өҙөлөп төшә яҙҙы. Ҡапыл йәшелле-күкле тауыштар сығарып, ҡысҡырып ебәрҙе:

– Йә Хоҙай! Йә Аллам! Көс бир миңә балаларым хаҡына!

Олоп ултырған бүреләр абайламай ҙа ҡалды. Миңленур ҡысҡыра-ҡысҡыра һәнәген яҡында олоп ултырған бүренең ауыҙына йән көсөнә ҡаҙаны. Һул ҡулындағы шәме менән балтаһы ергә төшөп киткәнен дә абайламаған. Ярай, шәме һүнмәне. Эйелеп балтаны һәләт кенә алды ла яҡындағы бүрегә ырғытты. Уныһы ырылдап артҡа сигенде. Күҙе бүрегә ҡаҙаулы һәнәккә төштө. Әһә, йән бирергә самалай, һуҙылып төшкән. Йән асыуынан һәнәкте кире тартып алып, ятҡан бүренең башына бер-икене ҡундырып алды. Унан яман ҡысҡырып, өсөнсө бүрегә ташланды:

– За Родину! За Сталина!

Был һүҙҙәр башына нисек килгәндер. Ә, эйе, Шәрәфуллаһы һуғыштан яҙғайны, ниместәргә һөжүмгә ташланғанда шулай ҡысҡырабыҙ, тип.

Ситтән ҡарап торған кеше, был бисә тилергәндер, тип уйлар ине. Ул ташланған бүре лә абайламай ҡалды, әллә аслыҡтан ул да хәлһеҙме, ҡасырға уйламаны ла. Бүре ауыҙына инеп киткән һәнәкте кире тартып алып, Миңленур, енле кеше кеүек, бар көсөнә бүренең түшенә ҡаҙаны:

– Бына һиңә! Бына һиңә!

Шул ыңғайға үҙе ҡысҡырып илап ебәрҙе. Ике бүре ялан кәртәне еңел генә һикереп төшөп, урман яғына инеп юғалдылар. Ялан кәртәлә сеңләп илаған Миңленур менән ике бүренең йәнһеҙ кәүҙәһе генә ятып ҡалды. Ялан кәртәнең ферма яҡ мөйөшөндә һарыҡтар һөрлөгөшөп тора ине.

... Күпме шулай сеңләп ултырғандыр. Уның илауына йүгерешеп килеп еткән башҡа һарыҡ ҡараусыларҙың тауышына айнып киткәндәй булды.

Ултырған урынынан яй ғына торҙо. Итәктәрен ҡаҡҡыланы. Башын юғары күтәрҙе. Күккә ҡарап:

– Рәхмәт, Хоҙайым! Балаларымды етем ҡалдырманың, – тине бышылдап ҡына.

Земфира Аҡбутина.

Ибрай ауылы.
Читайте нас: