Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
19 Ноябрь 2019, 01:00

Доға ҡотҡарҙы

Кеше хәлен кеше белмәй - үҙ башына төшмәһә, йәки күҙ тейеү бармы?

Күҙ тейеү бармы? Ул нимәнән килеп сыға?

Күҙ тейҙереп аттың атын бер ҡараш менән үлтергән негатив кешеләр барлығы, уларҙың беҙҙең менән йәнәш йәшәүе тураһында электән ысын хәлдәрҙе һөйләйҙәр. Үҙенең шундай насар энергиялы булыуын белмәгән, бары һоҡланып, күҙ тейҙергән әҙәмдәр ҙә был донъяға ят түгел.Әгәр ҙә муллаһы (абыстайы) көслө һәм ихлас күңелдән, еренә еткереп, дөрөҫ уҡыһа, Ҡөрьән сүрәләренең шифаһы ошондай насар тәьҫиргә тарыған кешене ҡотҡарыуы хаҡ. Ошоға бәйле үҙем белгән бер нисә ваҡиғаны һүрәтләмәксемен.

Бынан биш йыл ярым элек, улыма алты ай ғына ине, бер аҙна буйы төндә йоҡламай, илап, тынысһыҙланып сыҡты. Һыуыҡ тейеү тураһында, йә башҡа хилафлыҡ килтерерҙәй сәбәп юҡ ине, дөрөҫ, ошо хәлдән алда беҙгә күп кенә таныш-тоноштар килеп сыҡҡылағайны. Үҙем дә бер аҙна йоҡламағанлыҡтан (хәйер, көндөҙ йоҡлаштырҙыҡ инде шулай ҙа), былай йәшәп булмай тип, йәһәтләп юлға сыҡтыҡ. Ырымбур өлкәһе Һаҡмар районы Үрге Себенле ауылында боронғо мәсет эсендә өшкөрөүсе мулла барлығын белә инем. Троицк ҡасабаһы янына яҡын юлдан үткәндә оҙон ҡара кейемле, ҡара оҙон сәстәрен ялбырлатып, өлкән генә сиған ҡатыны ҡул күтәрҙе. Инде сиған ғына етмәгәйе, тип туҡтаманыҡ, муллаға китеп барғас, күңел тыныс ине. Артыма боролоп ҡараным, тәҙрә аша тегенең ҡысҡырынып, йоҙроҡ күрһәтеп ҡалыуын абайланым. Юл бик оҙон булып сыҡты, арып-талып теге мәсетте таптыҡ, сиратта ултырып (килгән кешеләр хәтһеҙ ине), улымды күтәреп индем. Был ваҡытта малайымдың тәне уттай яныуын, температураны, һиҙҙем. Тиҙ генә эштең айышына төшөнгәс, Рәмзил хәҙрәт доға башланы. Иҙәндәге йомшаҡ буйъюрғанда ултырған бәпес тирләне, температураһы үтте, ул йылмайып, кескәй ҡулдары менән мулланың ҡулындағы түңәрәк ҙур ҡашлы йөҙөгөнә йыш-йыш үрелде. Хәҙрәт йылмая биреп, доғаһын өҙмәй (әйткәндәй, доғаһы үҙенсәлекле ине, башҡа имамдарҙан ишеткән булманы ундайҙы), тынын балаға өрә-өрә ҡулына сабыйҙы алды, һикертә биреп, яратты. Бер аҙҙан сабый баяғы йомшаҡ буйъюрғанға ятып, рәхәтләнеп йоҡоға талды.

-Балағыҙға бик көслө күҙ тейҙергәндәр, бик ҡаты ҡарашлымы, көнсөлмө, кеше һоҡланған, шуға йоҡламаған, йоҡлай ҙа алмаған, бында килеп дөрөҫ эшләгәнһегеҙ, -тине хәҙрәт, үҙенең доғаһы шифаһы тейеүенә шатлығы йөҙөндә нур кеүек уйнай ине.

Әйткәндәй, был муллаға унан да алда барырға тура килгәйне. Ышанмай ғына, бары ҡыҙыҡһынып ҡына инеп сыҡҡайным. Инеп ултырыу менән ул:

-Ышанмай ғына килгәнһең түгелме?-тип йылмайҙы. Шулайыраҡ, тигән һүҙҙе ишеткәс, ҡулын эс тирәһенә ҡуйҙы, ҡулынан бер мәлгә генә мейес эсендәге ялҡындан килгәндәй эҫелек бөркөлдө. Мин хәҙрәттең арҡа яғына күҙ һалдым, йәнәһе, электричество-фәлән ҡулайлаштырылмағанмы. Ундай бер әйбер ҙә күренмәне, мулла ҡулынан эҫе килеүе ысын ине.

Тормошта бик күп һынауҙар менән интегеп йәшәгән бер кешене алып барҙыҡ бер мәл. Уны өшкөргәндән һуң мулла, “Көт, һиңә Аллаһы Тәғәләнән бүләк киләсәк, тик ҡайһы саҡ әҙ генә хәмер йотҡолайһың икән, бүләк алғың килһә, хәмерҙән ғүмерлеккә баш тартырға тура киләсәк. Бүләк оҙаҡ көттөрмәҫ”, тине. Ошо хәлдән һуң яҡынса ике йыл үткәс абзыйға кәләше бик матур, аҡыллы ҡыҙ бала табып биреп, һөйөндөрҙө. Уның хәҙрәткә барғанынан ун бер йыл үтте, ул ауыҙына хәмер ҡапҡаны юҡ.

Рәмзил Рифҡәт улы Сәйфутдиновтың Азия яҡтарында йәшәп, был тарафҡа күсеп йәшәүе билдәле. Күп бала атаһы, өлгөлө ғаилә башлығы. Балаларының күбеһе иҡтисади белем алған.Шуға ла ят доғаларҙы белеүе ғәжәп түгел. Бетеү бирә. Тик күптәр уны юғалта. Кешене бик әҙ генә ваҡыт арауығында ҡабул итә- кеше инеп тә китә, ҡараһаң – сығып та килә. Хәленә күрә һәр кем ул риза булһын өсөн ниҙер тотоп килә.

Татар милләтле имам-хатиптың кемдәргә тағы файҙаһы тейгән-комменттарҙа яҙып ебәрегеҙ. Мин алып барған бер нисә кешегә эшкә юл асылды (Мәскәүгә, Себергә эшкә инделәр), йәнә берәү хәмерҙән бөтөнләй баш тартты. Әлбиттә, кешенең үҙенең ышаныуынан да тора. Хәҙер хәҙрәт унда йәшәйме, халыҡты ҡабул итәме - хәбәрҙар түгелмен. Һуңғы барғанда уның сәстәре ағарып, үҙенең төҫкә бирешеп китеүен абайлағайным. Нисек кенә булмаһын, ҡасандыр Рәмзил муллаға барып, уның менән танышыуыма шатмын- хәтирәләр бар.

Әнисә Бикташева.
Читайте нас: