Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
23 Ноябрь 2019, 00:00

Мүскә

Гәзит уҡыусылар ижадыКөн яйлаптөшкөлөккә ауҙы. Быйыл беренсегә төшкәнМәлис йүгереп ҡайтып инде лә, әле булһаайнығып етмәгән ата-әсәһенә асыуланған төҫ ташлаған һымаҡ ҡарағайны, Тәскирәгә етә ҡалды. “Һа, Мүскә ҡайтты еҫкәнеп, ниңә улай иртә, ҡасып ҡайттыңмы әллә дәрестән, бар,тай кире мәктәпкә”, – тип, ултырған еренән тәнтерәкләп килеп малайҙың ике ҡолағын да бора башланы.

Хикәйә

Тәскирә кисәге байрам кәйефенән әле булһа айнығып етмәгәнгәме, ҡарлыҡҡан тауыш менән үҙенә ярҙамға саҡырҙы. Тик бер ниндәй ҙә өн-хәрәкәт ишетелмәне. Шул ваҡыт ҡатын ятҡан урындың өҫтөнә нимәлер гөрҫ итеп ауып төшкән кеүек булды. “Сыҡ, атаң башына унда кереп ятаһыңмы?” Иҫерек иренең һүгенгән тауышы сыҡты, бер-ике таҡтаны алғайны, ятҡан еренә әҙерәк яҡтылыҡ төшкәндәй булды. Ире ҡатынының аяғынан тотоп һөйрәкләй башланы. “Йә, урындыҡ аҫтында нисек төн үткәрҙең, хайуан! Сығырға урын таба алмай йөҙәп ятаһыңмы?” – тип, ныҡ ҡына итеп тондороп та өлгөрҙө. Сәсе-башы туҙған ҡатын әле булһа төшөнөп етмәгән кеүек. “Кем мине ул урындыҡ аҫтына алып барып тыҡты икән?” –тип аптыраулы ҡарашын иренә, унан ысынлап та өнөммө был, әллә төшөммө тигән кеүек өй эсенә күҙ йүгертте. Үткән төн ҡунаҡтар менән ныҡ күңел асҡандарын иҫенә төшөрөп, ҡапыл ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. “Эй, иҫәр, ҡайһылай йәтеш урын тапҡанмын бит әле, һинең йүләр һүҙҙәреңдән дә ҡасып ятҡанмын инде”. Ире эсеп ултырған шешәнән үҙенә лә өлөш сығарғас, тағы ла күңелләнеп китте. Өй эсе ни тиһәң шул, кисәгенән ҡалған өҫтәл, балалар кейемдәрен теләһә ҡалай ырғытҡандар ҙа мәктәпкә йүгергәндәр. Күрәһең, йоҡлап ҡалғандар.
Көн яйлап төшкөлөккә ауҙы. Быйыл беренсегә төшкән Мәлис йүгереп ҡайтып инде лә, әле булһа айнығып етмәгән ата-әсәһенә асыуланған төҫ ташлаған һымаҡ ҡарағайны, Тәскирәгә етә ҡалды. “Һа, Мүскә ҡайтты еҫкәнеп, ниңә улай иртә, ҡасып ҡайттыңмы әллә дәрестән, бар, тай кире мәктәпкә”, – тип, ултырған еренән тәнтерәкләп килеп малайҙың ике ҡолағын да бора башланы. “Әсәй! Ауырта бит! Әсәй! Теймә миңә, дәрес бөттө бит һуң, көн һайын ошо ваҡытта ҡайтам бит” – тип аҡырып иларға тотондо. Уҫал ҡатын көслө ҡулдарынан баланың ҡолағын ысҡындырғас, аҫҡан сумкаһын йолҡа тартып алды ла, малайҙы тышҡа елтерәтте. Мәлис илауынан саҡ туҡтап, кире мәктәпкә йүгерҙе. Ундағы иҙән йыуыусы апай малайҙы күреп: ”Улым дәресегеҙ бөттө бит, ниңә тағы килдең. Берәй нәмәңде оноттоңмы әллә”, – тип арҡаһынан яратты. Уныһы: “Юҡ, инәй, өйҙә яңғыҙыма күңелһеҙ, шуға Тамара апайымды көтәм” – тип алдашты. Апаһы өйҙә булһа, уға бик туҡмаҡ эләкмәй, шулай ҙа инде 10-сы класта уҡыған ҡыҙ артынан эйәреп йөрөү тағы килешеп етмәй, уның турала башҡа малайҙар нимәләр уйлауы мөмкин.
Әсәләре эсмәһә, уларҙан да яҡшы кешеләр юҡ та. Ҡайһы ваҡыт кире балалар йортона ҡасҡыһы килә уның. Иҫ белә башлағандан уҡ ул шул йортта ине. Биш йәшендә генә икенсе атаһы Латип менән әсәһе Тәскирә килеп уллыҡҡа алдылар. Тамара ҡыҙҙарынан башҡа улар бәпәй һөйә алмағандар. Уны ла өләсәһе үҫтерешкән. Малайҙы алып ҡайтҡас, эй ҡыуанған булғайны: “Ейәнсәремә ҡусты булды”, – тип. Бер йыл үтеп, ҡаты сиргә һабышҡас, уның күҙҙәре мәңгелеккә йомолдо. Шунан алып уларҙың тормоштары кирегә китә башланы. Ғаилә башлығының уң аяғы ныҡ һылтыҡлай, һөйләүҙәренсә, аварияға эләккән. Шуның пенсияһына йәшәйҙәр. Йорттары ике бүлмәле, эре, ваҡ мал аҫрайҙар үҙҙәренсә.
Балалар йортонда малайҙың исеме “Малис” ине, унан “Мәлис”тән нишләптер “Мүскә”гә әйләнде. Эйе, малайҙа урыҫ ҡаны. “Булһа һуң! Бында ҡандың ни ҡыҫылышы. Үҙҙәре оҡшатып тик уны ғына уллыҡҡа һайлағандар”, – кескәй малайҙың башынан әллә ниндәй уйҙар йүгерҙе. Дәрес бөтөүҙе аңлатып ҡыңғырау сыңланы. Әхирәте менән көлөшөп төшөп килгән ҡыҙ Мәлисте күреп, шундуҡ өйҙәге хәлде аңланы. Тиҙ генә өҫтөнә пальтоһын һалып, малайҙы етәкләп, яр буйында урынлашҡан өйҙәренә табан атланылар. Ишек эстән элеүле. Ҡыҙ тәҙрәне ипләп кенә туҡылдатты. Асыусы булманы. Сумкаһын ҡустыһына биреп, ишекте йән көсөнә эй тартты, эстәге келә ысҡынып ҡапыл ишек шар асылып китте. Өй эсе һалҡын, мейескә яғылмаған. Әсәһе, яҡтылыҡтан ҡасҡан төҫлө, төн үткәргән һике аҫтына башын тыҡҡан килеш йоҡлап киткән. Күрәһең, ҡалған кәүҙәһен һөйрәргә хәле ҡалмаған. Атаһы еңеүсе ҡиәфәтендә тас салҡан диванда йәйелеп ята. Тамара өҫтөн алыштырып өй йыйыштырырға кереште, ҡустыһын мал ҡарарға сығарҙы. Яңы уҡырға төшкән баланың көсө күпме генә инде. Үҙенән ҙур өс саталы һәнәкте һөйрәп бесән һипте, аҫтарын таҙартып инеүгә өй йылынып, апаһы сәй ҙә әҙерләгән ине инде. Тегеләр йоҡлаған арала тип, һәләтләп дәрестәрен ҡараштырҙылар. Малай үҙе китап уҡый, ә уйҙары Тамара апаһында. “Бер ҙә генә атай-әсәйгә оҡшамаған, кешелекле, үҙе егәрле, минең әсәйем ул булһа икән”. Апаһы телевизорҙы тоҡандырып биреп, ҡустыһының башынан һыйпап яратты ла әхирәттәренә йүгерҙе.
Мәлис ҡыҙыҡһынып китеп ниндәйҙер әкиәт ҡарай ине, атаһының һүгенеп килеп ҡолаҡ төбөнә тондорғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. “Тәүҙә сәғәтте ҡара, ун булып киткән, ә һин дәрескә бармай ниндәйҙер кина ҡарайһың. Бар, малға бесән ырғыт, ҡара һин уны, ялҡау. Был баланан кеше сыҡмаҫ ул”, – тип, көн менән төндө бутаған Латип, телевизорҙың шнурын тартып елләне. Малай: “Атай, хәҙер төн бит инде, мин бесән һалып индем”, – тип кенә әйтә алды. “Ах, Мүскә, ишеү телләшеп маташа, ҡара, туйып һикерә башланы”, – тип кескәй Мәлистең елкәһенә эләктереп һике янына этеп ебәрҙе. Малай тәсмәрләп әсәһе янына барып төштө лә, “Әсәй! Тор инде”, – тип, уның кәүҙәһен һелкетеп шыңшып илап ебәрҙе. Атаһы: “Шыңшыма, ир булғас – ир бул, эт кеүек ултыраһың. Мүскә! Һине шулай тәрбиәләмәһәң, ҙурайғас, елкәгә менеп ултырасаҡһың!” – тип, аяҡ үксәһе менән тағы тибеп ебәрҙе. Бисара малай ҡурҡышынан һике аҫтына шыуыша башланы. Атаһы нимәләрҙелер иҙәнгә ырғытып, уларҙы типкеләй башланы, һике аҫтындағы малайҙы бер аҙ онотто, шикелле. Тәмәке тартырға тышҡа сығып китте. Мәлис шуны ғына көткәндәй, йылы курткаһы менән итеген алып, мейес артына йәшенде. Апаһы ҡайтмайынса уға барыбер тыныслыҡ булмаясаҡ. Ир ауа-түнә өйгә кереп төпкө бүлмәгә үтеүе булды, малай тышҡа атылды.
Ҡайҙа барырға? Селлә ваҡыты. Үҙәккә үтерлек әсе ел иҫә. Эстән кофтаһын да кейергә онотҡан. Башын курткаһының яғаһы менән ҡаплаған булды. Ике ҡолағының осон ғына әсе һыуыҡ ҡаты итеп семтеп ала. Уның бар тәнен ҡурҡыу ҡатыш сатлама һыуыҡ ҡоршап алды. “Әй, апайым ҡайтҡансы мал аҙбарына инеп торорға кәрәк. Унда тыштағыға ҡарағанда йылыраҡ, тыныс та, атаһының мал аҙбарын ҡарарға уҡ башы етмәҫ”, – тип уйлап, шунда йүнәлде.
Күҙгә төртһәң дә күренмәҫ дөм ҡараңғы. Тик ярыҡ аша күҙәткән айҙың яҡтылығы буйынса ғына күҙалларға була. Уның өсөн Ай ағаһы ла ҡыуанған һымаҡ. Анда-бында шаяртып күҙ ҡыҫып ала төҫлө. Кәзә-һарыҡтар бер-береһенә һыйынышып, мөр-мөрт килеп көйшәшеп яталар. Күңелле булып китте, хатта йылыраҡ та бында Мәлис-Мүскәгә. Ятҡан ерҙәренән өркөтмәйем әле, тип ипләп кенә мөйөшкә барып сүгәләне. Аҫтына түшәргә бесән остоғо ла юҡ, исмаһам. Ҡатыһына тиклем ашап бөткәндәр.
Хәҙер атаһы тынысланып йоҡлап китһә, өйгә инеп, мейес янындағы карауатына ятып, рәхәтләнеп йоҡлар. Бәлки ошо ваҡыт әсәһе лә айнығып торор, яратып ҡына “Мүскә, маһ-маһ” – тип саҡырыр уны. Үҙе кәүҙәгә бәләкәй ҡураныс ҡына булғанға шаяртып, “Мүскә” – тип әйткәйнеләр, ҡушамат булып йәбеште лә ҡуйҙы. Ул был һүҙгә лә үпкәләмәй. Өйрәнеп киткән ине инде. Балалар йортонда унан да насарыраҡ ҡушамат таҡһалар ҙа бирешмәне әле.Тик атаһы менән әсәһенең ошо осорҙа, уға ҡарата хистәре һыуына төштө. Ярай, эсһендәр ҙә икән, апаһы менән икәүләп барыбер донъяны көтөп, ҡараштырып торалар. Тик, бына юҡтан-барға әрләнеп, сәбәпһеҙ туҡмалыуҙары ҡыйын. Ә ул тыуҙырған әсәһен берҙе лә күреп йәки иҫләп белмәһә лә, яңы тапҡан ғаиләһен ныҡ яратып эҫенгәйне бит. Тәү ыңғайы атаһы, әсәһе, апаһы бергәләшеп ат егеп еләккә барҙылар, урман ҡыҙырып йөрөнөләр. Атаһы хатта уны матайҙа йөрөргә өйрәтеп маташты. Ауылдаштары уларға ҡарап һоҡланырҙар ине. Эскелеккә нимә этәрҙе һуң уларҙы. Донъя етеш. Быға тиклем атай кеше “Малай һөйә алмайым” тип ҡайғырған. Ә, хәҙер. Балалыҡ ҡыуанысы ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә туҡталып ҡалырмы икән ни һуң.
Мәлис күңеленән ошоларҙы уйлап ултыра биргәс, ауыҙы асыла башланы. “Йоҡламайым әле” – тип тырышһа ла ауыр күҙ ҡабаҡтары уны тыңламанылар, үҙенән-үҙе йомолоп, малайҙы алдаштырып күктәге йондоҙҙар араһына алып китеп аҙаштырҙылар.
Тамара клубтан ҡайтҡас, ут алырға ҡурҡып, аяҡ осона ғына баҫып диванына барып ятты. Өйҙәгеләр күптән хырылдашып йоҡлайҙар ине инде. Таң атты, теге икәү ҡыштырҙашып береһе мейес тоҡандырып маташа, әсәһе һауыт-һаба янында йөрөй. Балаларының кемеһенеңдер өйҙә юҡлығын да белмәйҙәр әле. Ҡыҙҙары тороп ҡустыһының өйҙә юҡлығын һиҙеп ҡалды. “Әсәй! Мәлис ҡайҙа ул?” Тәскирә: “Ул шулай бит ул, ни булһа ла өйҙәге эштән ҡасып мәктәпкә һыпыртыу яғын ҡарай. Исмаһам, атаһына мал ҡарашып китһә лә өлгөрә бит инде. Уныһы сатанлап саҡ йөрөй. Балнисҡа һалһалар, булыр әле бына”, – тип ирен яҡлашты. Тамара ла “шулайҙыр, кейемдәре күренмәй”, – тип сумкаһын алып мәктәпкә ашыҡты. Юҡ, шунда ла уның кескәй йөрәге нимәлер һиҙҙергән кеүек. Ҡустыһы уҡыған класҡа йүгереп инде, күреүсе-белеүсе юҡ. Коридор буйлап, дуҫ малайҙарынан һорашты. Дәрес башланды. Әҙәбиәт уҡытыусыһы: “Сәлимова, тиҙ генә кабинетҡа ин”, – тип ҡысҡырғас, шунда кереп китте.
Ирле-ҡатынлы эсергә булмағанлыҡтан, ҡайнар килеш ҡаты ғына итеп сәй эсеп, үҙҙәрен тынысландырғас, Латип мал асырға тип кәртәгә сығып китте. Көн бөгөн тағы ла нығыраҡ аяҙытҡан. Бейәләй эсенән ҡулды ялап маташа. Лапаҫ башынан бесән төшөрөп һалғас, һарыҡ-кәзәләрҙең ишеген асып сығарҙы, кәритәһен һөйрәп килтереп аҫтын таҙартырға ингәйне, мөйөштә ниндәйҙер бәләкәй ҡарасҡы ултыра. Һарыҡ бәрәсләргә уйлайҙыр тип янына килгәйне, сүкәйгән килеш бала ҡатып ҡалған. Үҙен-үҙе тоталмаған ир бар көсөнә ҡысҡырҙы: “Улым! Булмаҫтыр, был һин түгел, эйеме?” Шул арала тышҡа һыу түгергә сыҡҡан Тәскирә лә иренең мал аҙбарында үкереп илаған тауышын ишетеп йөрәге ағып китте. Килеп инһә, атай кеше ҡатып ҡалған баланың сикәләрен тынын өрөп йылытырға маташа ине.
Читайте нас в