Бынан бик күп йылдар элек эшкә килеүем булды, төп һөнәре булмағанлыҡтан совхоз бүлексәһендә төрлө эштә йөрөүсе Ҡыҫмыр Радмир ауыр баҫып, рөхсәт тә һорап тормай килеп инде лә ишекте ҡаҡлыҡтыра ябып эргәмә ҡунаҡланы һәм һаулыҡ һорашып, ауыл йолаһына тап килтереп хәл-әхүәл белешеп тә тормай туранан һалдырҙы:
- Күршем минең тиритурияға ингән!
- Һүҙеңдең айышына төшөнмәнем бит әле, ағай?
- Уның нимәһен төшөнөргә?! Минең янда Әнәс йорт бөтөргәйне бит әле?! - Ауыл хужаһылай эренән сирттерҙе. - Зерә эргәмдән урын биргәнмен. Зерә! Шул, ҡарун, ике уртаға баһыу тартҡанда ярты аҙым еремде хәмсегән?
- Ярты аҙым күп ер ҙә түгел инде ул, икәүләшеп килешегеҙ ҙә ҡуйығыҙ! Һеҙҙең киң күңеллелек һәммәһенә мәғлүм! - Сетерекле мәсьәләне низағ-һыҙ ғына хәл итеү маҡсатын-да һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтырҙым.
- Сумартлыҡ бар инде ул миндә, бар! - Әйткәнем күңеленә майҙай яғылды шикелле бының, теге бер килке ирәйеп китеп тамшанып ултырҙы ла бында килтергән йомошон иҫенә төшөрөп ҡыҫыҡ сикәле йөҙөн төмһәртте:
- Нисек инде килешергә, мин бит уның ерен баҫып алмағанмын, ул минекен урлаған!
- Ер бит кеҫәгә һалып алып китер тауар түгел, нисек бар, шулай ята. Әнәс ағайҙы бурлыҡта ғәйепләүегеҙ килешеп етмәй…
- Билдәле булыуынса беҙҙә сәүит власы, ҡол биләүселек, ер биләүселек заманы әллә ҡасан үткән! Бөтә нимә ғәҙел, тигеҙ булырға тейеш! Ул ҡарунды кисекмәҫтән саҡыртып алып әйт, бөгөн үк, хәҙер үк бағананы урынына шылдырып ултыртһын. Әгәр шулай итмәһә эште былай ғына ҡалдырмайым, ҙурға ебәрәм! - Ир йоҡа кәүҙәһен тура тотоп, нисек килеп инһә шул етеҙлегендә сығып та китте.
Әнәсте саҡыртырға тура килде:
- Күршең килеп сыҡты бит әле таң менән…
- Беләм, кисә оло ғауға ҡуптарҙы, яр һалды. Күршеләрҙән оят!
- Һуң шылдыр шул бағанаңды, ҡыйынмы инде?
- Баһыу тартҡанда бер бағана тапҡырында ҙур ташҡа төртөлдөм. Шылдырҙым инде бер яҡ ситкәрәк. Ҡалған ере ҡыл тартҡандай тип-тигеҙ ҙә!
- Бер нисек яйын тап, тынысландыр шуны.
- Гранитты соҡойоммо?! Низнай, баш ҡатҡан!
Ысынлап та Радмир эште шул килеш кенә ҡалдырманы, күршеһенең хилафлығын иптәштәр судына бирҙе, унда сығарылған ҡарар менән килешмәгәс, район прокуратураһына китте, судҡа барып етте, әммә һүҙен һүҙ итеп бағананы шылдыртып ултыртыуға өлгәште. Ошо талаш сәләмәтлеген алды инде әллә, көтмәгәндә ул йөрәк өйәнәгенән үлеп китте.
Юғарылағы Тәңре йомарт һәм ғәҙел, нәфселәнеп ярты аҙым ергә талашҡан Радмирға өс аршын ер биреп ҡуйҙы. Зыяраттан.