Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
7 Декабрь 2019, 17:00

Ҡатлама

Бөгөн - шәмбе. Тимәк, "ял иткән" хужабикәләр яҡындарын тәмле-татлы ризыҡтар менән һөйөндөрәсәк. Нимә бешерергә тейһегеҙме? Һеҙгә төркөмдәшебеҙ Айна Иманғолованан шәп рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Бөгөн - шәмбе. Тимәк, "ял иткән" хужабикәләр яҡындарын тәмле-татлы ризыҡтар менән һөйөндөрәсәк. Нимә бешерергә тейһегеҙме? Һеҙгә төркөмдәшебеҙ Айна Иманғолованан шәп рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Ҡатлама

Ҡамыр өсөн 1 йомортҡа, 150 мл һыу, өс стакан он, ярты балғалаҡ тоҙ кәрәк буласаҡ. Ошоларҙың барыһын да һалып ҡамыр баҫығыҙ. Әҙер булғас, уны шыптырға төрөп һалып тороғоҙ. Унан инде эслек әҙерләүгә күсегеҙ. Ә ҡамыр үҙ сәғәтен көтөп ятып торһон.

Эслек өсөн һарыҡ итенән әҙерләнгән 500 грамм фарш, өс бешкән йомортҡа, әҙ генә йәшел һуған кәрәк буласаҡ.

Ҡамырҙы алып, бер нисә йәймә йәйәбеҙ. Һәр йәймәнең өҫтөнә ситенән 1,5 см ара ҡалдырып йоҡа итеп фарш, уның өҫтөнә туралған бешкән йомортҡа һәм йәшел үлән һибегеҙ. Ошо массаны ипләп кенә урағыҙ һәм ситтәрен йәбештерегеҙ. Өҫтөн көнбағыш майы менән майлап, парҙа 25-30 минут бешерегеҙ.
Ҡатлама бешкән арала соус әҙерләй тороғоҙ. 200 грамм ҡаймаҡҡа ваҡланған бер тырнаҡ һарымһаҡ һәм укроп, петрушка ҡушып болғатығыҙ.

Бешкәс, ризыҡты өҫтәлгә матур итеп ҡырҡып, соус менән бергә ҡуйығыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас в