Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
17 Декабрь 2019, 20:00

Башҡортостанда 2020 йылдың ғинуарына һауа торошо билдәле булды

«Гисметео» порталы мәғлүмәттәре буйынса, 7 ғинуарға табан термометр бағанаһы -30 градусҡа тиклем төшә башлай.

Башҡортостанда синоптиктарҙың декабрь буйына тиерлек температура нормаһының артыуын теркәүенә ҡарамаҫтан, 2020 йылдың башында һыуыҡ була. «Гисметео» порталы мәғлүмәттәре буйынса, 7 ғинуарға табан термометр бағанаһы -30 градусҡа тиклем төшә башлай.
7 ғинуарҙан 10-ына тиклем республикаға бығаса булмаған һыуыҡтар килә: төндә -42, көндөҙ -36 градусҡаса һыуытыуы көтөлә.
Бынан алда «Башинформ» Яңы йыл төнөндә Башҡортостан халҡын ғәҙәти булмаған йылы һауа торошо көтөүе хаҡында хәбәр иткәйне.
Читайте нас: