Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
19 Декабрь 2019, 20:30

Һатыуға ла оҫталыҡ кәрәк шул!

Бер шулай тәжрибәле, байтаҡ йылдар ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеп, инде баҙарҙарҙа хеҙмәт емешен һатыуға ла йышылып бөткән умартасы менән яңы ғына эш башлап йөрөгән йәш кеше Йылайыр баҙарына килгән. Былар икеһе бер тирәләрәк тора икән. Олоһо ҡарабойҙай, сәскә балы менән һатыу итә, ә икенсеһе – таҙа ғына йүкә балы. Һатып алыусылар килә, китә.Бер шулай бер урыҫ йәше янына килә лә, “ Ашҡаҙанға ҡайһы бал һәйбәтерәк икән, бына ауыртыңҡырап тора. Табиптар баллы һыу эс тип кәңәш бирәләр”, – тигәс, тәжрибәлеһе: “Уның бит йүкә балы, ул һыуыҡ тейгәнгә генә килешә. Бына ал ҡарабойҙайҙы, ул самый ашҡаҙан ауырыуҙарына дауа”, – тип үҙенең балын үткәреп ебәрә.

Һатыуға ла оҫталыҡ кәрәк шул!
Булған хәл
Бер шулай тәжрибәле, байтаҡ йылдар ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеп, инде баҙарҙарҙа хеҙмәт емешен һатыуға ла йышылып бөткән умартасы менән яңы ғына эш башлап йөрөгән йәш кеше Йылайыр баҙарына килгән. Былар икеһе бер тирәләрәк тора икән. Олоһо ҡарабойҙай, сәскә балы менән һатыу итә, ә икенсеһе – таҙа ғына йүкә балы. Һатып алыусылар килә, китә.
Бер шулай бер урыҫ йәше янына килә лә, “ Ашҡаҙанға ҡайһы бал һәйбәтерәк икән, бына ауыртыңҡырап тора. Табиптар баллы һыу эс тип кәңәш бирәләр”, – тигәс, тәжрибәлеһе: “Уның бит йүкә балы, ул һыуыҡ тейгәнгә генә килешә. Бына ал ҡарабойҙайҙы, ул самый ашҡаҙан ауырыуҙарына дауа”, – тип үҙенең балын үткәреп ебәрә.
Тора биргәс, тағы берәү килеп, һыуыҡ тейгәнгә ҡайһы бал һәйбәт икән тип һорай. Йәше ауыҙын асҡансы, өлкәне:
–Йүкә балы ул ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарына ғына бит ул. Ә бына ҡарабойҙайҙыҡы һыуыҡ тейгәндән хатта шәп. Алығыҙ, алығыҙ, – тип тағы ла үҙенең балын һата. Йәше бының ҡылығына аптырап, һорап ҡуя:
  • Нишәп, ағай, ике төрлө һөйләйһең, һыуыҡ тейгәнгә йүкә балын ҡулланалар бит!
  • “Эй, ҡустым! Һинең йүкә балың былай ҙа һатыла ул! Ә минең ҡарабойҙай, сәскәне кеше бик алып бармай. Хәҙер махом һатып ебәрәбеҙ һинекен дә! – тип әйтеп һала.
  • Былар тиҙ арала йүкә балын да һатып бөтәләр, йәш ҡортсо өлкәненән һатыу эшендә ғүмергә етерлек тәжрибә лә туплай.
    Шулай һәр эштә лә оҫталыҡ кәрәк шул.
    Йәш умартасы ауыҙынан Айгөл Ҡылысбаева яҙып алды.
    Читайте нас: