Бер ваҡыт фермер һарайҙа бесән араһында үҙенең сәғәтен юғалта. Ир-егеткә ул бик ҡәҙерле була. Сөнки был - һөйгәненең бүләге.Көн-төн эҙләһә лә, уны егет таба алмай. Шул мәл үҙенән йыраҡ түгел ерҙә малайҙар уйнап йөрөгәнен күрә. Уларҙы саҡырып алып, кем дә кем сәғәтте таба, шуға ҙур бүләк була, ти. Был хәбәрҙе ишетеү менән малайҙар кем уҙарҙан һарайға йүгерә. Кәбәндең аҫтын өҫкә килтереп бөтәләр, әммә...һөҙөмтә булмай. Бөтә өмөтөнән яҙып ултырғанда янына бәләкәс кенә малай килеп баҫа. Ул тағы бер аҙ ваҡыт биреүен һорай.
- Ярай, улайһа, бар, эҙләп ҡара, - ти.
Күп тә үтмәй, малай һарайҙан ҡулына сәғәт тотоп килеп сыға. Аптырауынан фермер шаҡ ҡата.
- Нисек таба алдың? Башҡа малайҙарҙан һөҙөмтә булманы бит? - ти.
- Ә мин бер нәмә лә эшләмәнем. Бары иҙәнгә ултырып, иғтибар менән тыңланым. Тынлыҡта сәғәттең текелдәүе һәйбәт ишетелде һәм шул яҡҡа ыңғайлап, уны таптым, - ти ул тыныс ҡына.
Һығымта: һәр ваҡыт тыныс, дөрөҫ аҡыл менән эш итергә кәрәк. Ә ҡыҙыулыҡ, түҙемһеҙлек, ярһыусанлыҡ бер ниндәй яҡшы һөҙөмтә лә бирмәйәсәк.