Ҡыш етте, ниһайәт! Календарҙа декабрь икәнен күреп ҡыуанһаҡ, күптән көтөлгән ҡар яуып, икеләтә ҡыуандырҙы!
Тимәк, Яңы йылға ла күп ҡалмаған. Күптәр өйҙәренә шыршы ла ултыртты инде. Байрамға ла бүләк алыу тураһында уйларға кәрәк. Юҡһа, көнө килеп етһә, нимә бүләк итергә белмәй аптыранып ҡалаһың, йә иһә һин эҙләгәнең ҡалмаған була, ваҡыт та булмаҫҡа мөмкин.
Нимәнән башларға бүләк һайлауҙы?
Иң тәүҙә исемлек төҙөргә кәрәк. Быйыл кемдәргә бүләк бирергә йыйынаһығыҙ? Беренсе исемлектә, әлбиттә, ғаиләгеҙ менән яҡын туғандарығыҙ буласаҡ. Икенсеһенә дуҫтарығыҙҙы индерегеҙ. Өсөнсө исемлектә инде, яратҡан табиптарҙы, балағыҙҙың уҡытыусыһын һ.б. индерергә була.
Аҡса янсығын самалап ҡарайбыҙ. Бүләктең хаҡы һеҙ күҙҙә тотҡан хаҡтан артмаһа – яҡшы. Иң яҡшы кешеләрегеҙ өсөн аҡса йәл түгел, әлбиттә. Әйтәйек, йыл буйы велосипед тураһында хыялланған улығыҙ өсөн байрам премияһын ҡыҙғанмаһағыҙ ҙа зыян итмәҫ. Шулай ҙа ҡалған осраҡтарҙа бүләккә тигән аҡсаны ҡыҫыбыраҡ тотоу хәйерле. Ни тиһәң дә, энә лә, дөйә лә – бүләк бит!
Бүләкте ни тиклем иртәрәк алһаң, шул тиклем яҡшыраҡ. Ни тиһәндә, ғәҙәттә байрам алдынан магазиндарҙа хаҡтар артып китә, һайлау мөмкинлеге лә кәмей бит инде.
Ябай ғына шыршы уйынсығын да бына тигән бүләк итеп бирергә була! Иң мөһиме – тыштан матур итеп төрөлгән булһын. Күп һанлы тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, кеше, бүләк алғанда, уның ҡабына иғтибар итә икән.
Иң мөһиме – иғтибар! Кеҫә яғы таҡыр булһа ла, байрамда барлыҡ яҡын туғандарығыҙҙы, дуҫтарығыҙҙы һөйөндөргөгөҙ киләме? Улайһа, бер аҙ тырышып алырға кәрәк буласаҡ. Үҙ ҡулдарығыҙ менән яһалған һабын, үҙегеҙ бешергән матур фомалы печенье, берәй тәмлекәс тә бына тигән бүләк буласаҡ.
Ниндәй генә бүләк һайлаһағыҙ ҙа, был эште йәм табып башҡарырға тырышығыҙ. Шул осраҡта ул яҡынығыҙға ла, һеҙҙең үҙегеҙгә лә ыңғай хис-кисерештәр генә бүләк итәсәк.
Нимә бүләк итергә мөмкин?
– машина өсөн кәрәк-яраҡ (видеорегистратор, навигатор һ.б.);
– йылы шарф, яңы ел рухы һеңгән кофта;
– һөйгәнегеҙҙең исеме яҙылған термо-стакан;
– ирегеҙҙең яратҡан шөғөлө саф һауала йөрөүгә бәйле икән, уға йылы эске кейем, термо-сумка ла бүләк итә алаһығыҙ;
– ҡайыш, һөйгәнегеҙҙең исеме яҙылған ручка;
– сәсте матурлау өсөн ҡулайламалар (мәҫәлән, стайлинг)
– һөйгәнегеҙ күптән хыялланған тун да Яңы йылға бына тигән бүләк буласаҡ!
– биҙәнеү әйберҙәрен һаҡлау өсөн махсус һауыт;
– матур башлыҡ менән йылы шарф;
– ресторанда романтик киске аш;
– матур күлдәк, заманса гаджет.
– әнгәр ул аш-һыу оҫтаһы булһа, уға аш бүлмәһендә кәрәкле әйбер (Яңы йыл атрибутикаһы төшөрөлгән алъяпҡыс, ашъяулыҡ, мультиварка һ.б.) бүләк итһәгеҙ ҙә ҡамасауламаҫ;
– матурлыҡ салонына, бассейнға, фотосессияға сертификат, музей, театрға билет;
– үҙ ҡулдарығыҙ менән яһалған һабын, үҙегеҙ бәйләгән нәски һ.б.
– шахмат, шашка кеүек өҫтәл уйындары;
– балыҡ тотоу, аусылыҡ кеүек ҡыҙыҡһыныуы булған атайҙарға ҡармаҡ, палатка кеүек бүләк тә бик ҡәҙерле буласаҡ.
Ҡартай, өләсәй-ҡәрсәйҙәргә:
– яҡтыртҡыс яйланмалар, лампа, торшер;
– музей, театр, концертҡа билет;
– бер йәше тулмаған сабыйҙарға пирамидка, эре пазлдар, йырлай торған уйынсыҡтар, ҙур рәсемле китаптар ҡыҙыҡлы буласаҡ;
– мәктәпкәсә йәштәге малайҙарға – машина, тимер юл, уйысыҡ мылтыҡ, мәктәп йәшендәгеләргә пульт менән идара итә торған машиналар, төрлө конструкторҙар бүләк итергә мөмкин;
– мәктәпкәсә йәштәге ҡыҙ балаларҙы иһә – ҡурсаҡ өйө, уйынсыҡ аш-һыу йыһаздары, мәктәптә уҡыусы ҡыҙҙарҙа музыка ҡоралдары, ҡул эштәре өсөн кәрәкле яйланмалары һөйөндөрәсәк.
– үҙенсәлекле формалы сәйнүк;
– телефонға үҙенсәлекле чехол, флешка;
– эш өҫтәленә органайзер;
– бәләкәй генә вентилятор;
Яңы 2020 йыл – Сысҡан йылында нимә бүләк итергә ярамай?
– Бесәй һүрәте төшөрөлгән брелок, уйынсыҡ, фигура. Яҡынығыҙға бесәй балаһы бүләк итеү ҙә ярамаҫ. Сысҡандарҙың ҡан дошманы бит улар. Яңы йыл хужаһы төлкө, эт кеүек хайуандар төшөрөлгән бүләктәргә лә риза булмаясаҡ.
– Сысҡан еҫтәргә лә һиҙгер. Артыҡ ныҡ бөркөлөп торған еҫтәрҙе өнәмәй улар. Шуға күрә быйыл яҡындарығыҙға Яңы йылға хушбуй бүләк итеүҙән тыйылып торһағыҙ яҡшыраҡ булыр.
– Сысҡан тырыш йәнлек һанала. Тәмәке тартыу, иҫерткес эсемлектәр эсеү кеүек насар ғәҙәттәргә лә ҡаршы ул. Шуға күрә быйыл тәмәке, иҫерткес эсемлектәр кеүек бүләктәр биреүҙән дә тыйылып торорға тура киләсәк.
– Сысҡан һыу менән дуҫ түгел. Шуға күрә Яңы йылға яҡындарығыҙға шампунь кеүек бүләктәр бирмәү хәйерле.
– Сысҡан күндән эшләнгән, ҡиммәтле биҙәүес әйберҙәргә лә шат булмаясаҡ.
– Етеҙ һәм хәрәкәтсән сысҡан ҡыҫып торған кейемде лә оҡшатмай. Ғөмүмән, иректе сикләгән теләһә ҡайһы әйбергә ҡаршы ул.
– Йыл символы ватыҡ һауыт-һаба ла яратмай. Шуға күрә быйыл ваҡыт менән һыналған антиквар һауыт-һаба биреүҙе кисектереп торорға тура килә. Ә бына арзанлы ғына һауыт-һабаға ул сикһеҙ шат буласаҡ.
– Быяланан эшләнгән йыһаздар ҙа быйылғы бүләктәр исемлегенән төшөп ҡала. Сысҡандарҙы йыш ҡына быялаға һуғып ҡурҡыталар. Шуға күрә йыл символы быяла әйберҙәрҙе бөтөнләй яратмай.
Ә һеҙ Яңы йылға бүләк алдығыҙмы әле?