Беҙҙең халыҡ араһында Мөжәүир хәҙрәт доғаһы исеме менән йөрөгән доға – ул берәй теләк, йә берәй нәмәгә мохтаж, йә ярҙам кәрәк булғанда уҡыла торған доға. Был доға хаҡында Ислам динебеҙҙә хәҙис тә бар. Был доғаны хәжәт намаҙы ваҡытында ҡуланып Аллаһ Тәғәләнән һораһаң, иншаАллаһ, теләгең ҡабул булыр. Ошо хәҙистә әйтелә: (1279) — Аллаһ рәсүле, пәйғәмбәребеҙ ғәләйһи үәссәләм әйтте:
السؤال : مر بي وأنا أقرأ في صحيح الجامع الصغير حديث (1279) (اللَّهُمَّ إنِّي أسْألُكَ وأتَوَجَّهُ إلَيْكَ بِنَبِيِّكَ مُحَمَّدٍ نَبِيِّ الرَّحْمَةِ يا مُحَمَّدُ إنِّي تَوَجَّهْتُ بِكَ إلى رَبِّي في حاجَتِي هَذِهِ لِتُقْضَى لِي اللَّهُمَّ فَشفِّعْهُ فِيَ) وقد أشكل علي فهم الحديث ، فهل يكون فيه دليل لمن يتوسلون بالأموات من عبّاد القبور ونحوهم ؟ وكيف يجاب عن هذا الحديث ؟
«Аллааһүммә инниии әсъәлүкә, үә әтәүәжжәһү иләйкә бинәбиййикә Мүхәммәдин нәбиййир-рахмәти! * Йәә Мүхәммәдү инниии тәүәжжәһтү бикә иләә Раббии фии хәджәтии һәҙиһи литүҡҙаа лии * Аллааһүммә фәшәфиғһү фии».
Мәғәнәһе: Аллаһым, ысынбарлыҡта мин Һинән һорайым. Һинең пәйғәмбәрең Мөхәммәд менән, рәхмәтең пәйғәмбәре менән үҙемдең был ихтыяждарымды күтәреп Һиңә йүнәләм. Ошо ихтыяждарым миңә файҙалы рәүештә ҡәнәғәтләндерелһең ине. Ул миңә шәфәғәтсе булһын ине.
Ә беҙҙең интернет социаль селтәрҙә Мөжәүир хәҙрәт доғаһы тип ошо доға йөрөй, был шул уҡ доғаның ҡыҫҡаҡ варианты:
اللَّهُمَّ إنِّي أسْألُكَ وأتَوَجَّهُ إلَيْكَ بِنَبِيِّكَ مُحَمَّدٍ نَبِيِّ الرَّحْمَةِ في حاجَتِي هَذِهِ لِتُقْضَى لِي اللَّهُمَّ فَشَفِّعْهُ فِيَ
«Аллаһүммә иннии әсъәлүкә үә әтәүәджжәһү иләйкә бинәбиййиикә Мүхәммәдин-нәбиййиир-рахмәти фии хәәджәти һәҙиһи литүҡҙаа лии фәшәффиғһү фии».
Бында ж хәрефе дж тип уҡыла, бер хәреф, ә литүҡҙаа ла ҙ хәрефе дҙ тип, бер өн хәреф менән ҡаты уҡыла. Ҙ— ны ҡаты итеп дҙ һымаҡ әйтәләр. Ғәрәпсә уҡыуҙа, әгәр һөйләмдең берәй ерендә туҡталыш яһаһаҡ, мәҫәлән: ... рәхмәти, һуңғы хәреф уҡылмай – рәхмәт кенә була, әгәр туҡтамай уҡыһаҡ, и хәрефен ҡушып дауам итәбеҙ.
Усман ибн Хунайф, Аллаһ уға риза булһын, ҡалдырған һүҙҙәренән риүәйәт: Бер мәле пәйғәмбәр ﷺ әфәндебеҙ эргәһенә һуҡыр бәндә килде. Һәм пәйғәмбәребеҙгә ﷺ мөрәжәғәт итеп үтенде: « Зинһар Аллаһ Тәғәләгә шундай теләк менән мөрәжәғәт ит әле, Ул мине, күҙем һуҡырлығынан ҡотҡарһын». Уға яуап итеп пәйғәмбәр ﷺ әйтте: «Әгәр теләһәң, мин шундай доға менән мөрәжәғәт итәм, ә үҙең түҙемле булырға тырыш, сөнки һиңә был яҡшыраҡ булыр». Һуҡыр бәндә әйтте: «Доға менән Уға мөрәжәғәт ит», һәм шул ваҡытта, пәйғәмбәр ﷺ, уға Аллаһының сәләме булһын, һуҡыр кешегә тәһәрәт алырға ҡушты һәм Аллаһыға ошондай доға менән мөрәжәғәт итте: «Йә Аллаһ, ысынбарлыҡта, мин Һинән һорайым һәм мөрәжәғәт итәм һәм пәйғәмбәрең Мөхәммәд аша Һиңә, ...!».
Пәйғәмбәр әфәндебеҙҙең дәүерендә, уға Аллаһының сәләме һәм рәхмәте булһын, унан Аллаһыға шундайыраҡ доғалар менән мөрәжәғәт ит, тип һорағандар. Мәҫәлән, ҡоролоҡ ваҡытында, уның сәхәбәләре һорауы буйынса Аллаһынан ямғыр һораған. Бындай үтенес менән мөрәжәғәт итергә рөхсәт ителә динле кешеләрҙән доға ҡылыуҙарын теләп, тик мәрхүмдәрҙән һорамағыҙ.
Ошо доғаны хәжәт намаҙында теләгең үтәлһең үә ҡабул булһын өсөн нисегерәк ҡуланырға?
Күңелендә бер теләге, маҡсаты булған кеше был теләге тормошҡа ашһын өсөн йәстү намаҙынан һуң (төнөн ҡылған намаҙҙар иң хәйерлеһе), тәһәрәтле килеш ике, йә дүрт (ун рәҡәғәтҡә тиклем, икешәр рәҡәғәттән биш тапҡыр уҡырға мөмкин) хәжәт намаҙы уҡыр. Намаҙҙан һуң пәйғәмбәребеҙгә салауат үә сәләм әйтер. Теләге ысынға ашһын өсөн Аллаһ Тәғәләгә доға үә ниәт ҡылыр. Бында теләктең насар булмауы шарттыр.
Хәжәт намаҙына: илләһи ниәт ҡылдым Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн үтәргә хәжәт намаҙҙын, хәлисән лиллааһи Тәғәлә, Аллаһү Әкбәр.
Намаҙ бөткәндән һуң Аллаһыға хәмде-ҫәнә әйтелер:
Әлхәмдү лилләәһи раббил ғәләмиин. Сүбхәәнәллаһил ғәҙыйм үә бихәмдиһи.
Пәйғәмбәргә салауат-сәләм әйтелер:
Аллааһүммә салли ғәләә сәййидинәә үә нәбиййинәә Мүхәммәд
Унан һуң өҫтәге теләк доғаһы уҡылыр:
«Аллааһүммә инниии әсъәлүкә, үә әтәүәжжәһү иләйкә бинәбиййикә Мүхәммәдин нәбиййир-рахмәти! * Йәә Мүхәммәдү инниии тәүәжжәһтү бикә иләә Раббии фии хәджәтии һәҙиһи литүҡҙаа лии * Аллааһүммә фәшәфиғһү фии».
Мәғәнәһе: «Әй, Раббым! Мин Һинән үтенәм һәм Һиңә Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм аша мөрәжәғәт итәм: ул – шәфҡәт һәм мәрхәмәт пәйғәмбәре һәм Һин минең теләк-ихтыяжымды тормошҡа ашыр. Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм аша Һинән һорағаным минең файҙаға тамамланһын ине».
Ошо доғанан һуң теләгенде асыҡ әйтмәһәңдә, уйыңда булғанын Аллаһ Тәғәлә белә һәм ошо аҫтағы доғаны уҡып тамаларға була:
لاَ إلَهَ إِلاَّ اللهُ الْحَلِيمُ الْكَرِيمُ * سُبْحَانَ اللهِ رَبِّ الْعَرْشِ الْعَظِيم * اَلْحَمْدُ لِلَّهِ رَبِّ الْعَالَمِينَ * أَسْأَلُكَ مُوجِبَاتِ رَحْمَتِكَ وَعَزَاِئمَ مَغْفِرَتِكَ وَالْغَنِيمَةَ مِنْ كُلِّ بِرٍّ * وَالسَّلاَمَةَ مِنْ كُلِّ إِثْمٍ لاَ تَدَعْ لِي ذَنْبًا إِلاَّ غَفَرْتَهُ * وَلاَ هَمًا إِلاَّ فَرَّجْتَهُ وَلاَ حَاجَةً هِيَ لَكَ رِضًا إِلاَّ قَضَيْتَهَا يَا أَرْحَمَ الرَّاحِمِينَ
«Ләә иләәһә илләәллааһүл-хәлиимүл-кәриим. Сүбхәәнәллааһи раббил-гаршил-ғаҙыйым. Әл-хәмдү лилләәһи раббил-ғәәләмиин. Әс-әлүкә мүджибәәти рахмәтикә үә ғәҙәә-имә мәғфиратикә үәл-ғәниимәтә миң күлли бирриң, үәс-сәләәмәтә миң күлли иҫмиң ләә тәдәғ лии зәмбән илләә ғәфәртәһү, үә ләә һәммән илләә фәрраджтәһү үә ләә хәәджәтән һийә ләкә ридан илләә ҡәдайтәһәә йәә әрхәмәр-раахимиин.»
(Хәлим үә Кәрим булған Аллаһынан башҡа илаһи юҡтыр. Бөйөк тәхеттең эйәһе Раббыма тәсбих әйтәмен. Маҡтау — ғәләмдәрҙең Раббыһы Аллаһығалыр. Әй, Раббым! Рәхмәтеңде һәм мәғфирәтеңде кәрәкле ҡылған һәр сауабтан насип һәм һәр гонаһтан ярлыҡауынды теләймен. Кисерелмәгән гонаһ, ҡәнәғәтләндерелмәгән ихтыяжымды ҡалдырма. Ризалығыңа тура килгән ихтыяждарымды ҡаршыла. Әй, мәрхәмәтлеләрҙең мәрхәмәтлеһе булған Аллаһым!).
Был намаҙҙың беренсе рәҡәғәтендә «Әл-Фатиха» сүрәһенән һуң «Әл-Кәфирун», икенсе рәҡәғәтендә – «Ихлас» сүрәһен уҡырға мөмкин.
Бындай намаҙҙың тәртибен Хәниф ибн Ғосманда (Уға Аллаһ риза булһын) әйтеп ҡалдырған: «Бер һуҡыр пәйғәмбәр янына килеп үҙенең һуҡырлығына зарланды. Пәйғәмбәр ﷺ уға әйтте: «Һиңә был хәлеңә түҙгән яҡшы». Һуҡыр әйтте:
«Әй, Аллаһ илсеһе, мине етәкләп алып йөрөргә бер кемем дә юҡ, һәм миңә бик ауыр». Пәйғәмбәр ﷺ яуап бирҙе: «Тәһәрәт алда, шунан һуң ике рәҡәғәт намаҙ уҡыла ошолай доға ҡыл:
اللهم إني أسألك وأتوجه إليك بنبيك محمد نبي الرحمة، يا محمد، إني أتوجه بك إلى ربي
(«Әй Аллаһ, мин Мөхәммәд пәйғәмбәрең ﷺ аша — Пәйғәмбәрҙәрҙең изгеләренән. Мин Һиңә мөрәжәғәт итәм, әй, Мөхәммәт, һинең үҙеңдең ҡатнашлығында Аллаһыға мөрәжәғәт итәм минең теләгемде ҡәнәғәтләндереү өсөн»), ә аҙаҡтан үҙ ихтыяждарынды әйт».
(«О мой Аллах, я прошу Тебя посредством Пророка Мухаммада —Пророка милосердия. Я обращаюсь к тебе, о Мухаммад, и через твое посредничество я обращаюсь к своему Господу, чтобы Он удовлетворил мою нужду»), а затем назови свою нужду».
Хәниф ибн Ғосман артабан һөйләне: «Аллаһ менән ант итәм, беҙ таралып та өлгөрмәнек, ҡыҫҡа ғына ваҡыттан һуң һуҡыр күрә башланы һәм эргәбеҙгә килде».
Был хәҙистәрҙе үҙҙәренең китабында Ибн Мәджә и Ибн Хузәймә килтереп ышаныслы хәҙис, иснад (тапшырыу сылбыры). Ул шулай уҡ Тирмизи, Нисай, Хәким. Хәким әйткән, дөрөҫ шарттарға ярашлы был хәҙис әл-Бохари һәм Мөслимдә лә бар.
Хәжәт намаҙын ҡылыу ихтыяжы булһа уны фарыз намаҙы артынанда, башҡа теләһә ниндәй өҫтәмә намаҙҙан һуңда уҡырға һәм «Сәләм» биргәс үҙеңдең теләгеңде шунда уҡ белдерергә кәрәк.
Тағы ла беҙгә килеп еткән бер хикәйәттә, бер кеше үҙ йомошо менән ил башы хәлиф Ғосман ибн Ғаффанға (ради Аллаһү ғәнһә) бер нисектә эләгә алмай. Хәлиф Ғосман был ярлы кешене аңғармайҙа һәм тыңламайҙа эргәһенән үтә лә китә. Шулай бер-нисә көн был кеше хәлифкә эләгә алмағас, ҡайғыһын бер осраған сәхәбәгә һәйләй. Был сәхәбәнең исеме Ғосман ибн Хәниф була. Сәхәбә был кешенең ҡайғыһын тыңлағас:
— Әйҙә, тәһәрәт алда, мәсеткә барып, ике рәҡәғәт намаҙ уҡы һәм ошо доғаны уҡы: Аллааһүммә инниии әсъәлүкә... шунан теләгеңде, хәжәтенде һора Аллаһынан.
Был ярлы, әлеге сәхәбә өйрәткәнсә намаҙ уҡып, Аллаһыға доға ҡылып, хәлифтең ҡабул итеү урынына бара. Ишек төбөндә торған хәлифтең кешеһе был ярлыны йүгереп барып ҡаршы алып, хәлиф эргәһенә алып бара. Хәлиф Ғосман, был кешене көткән һымаҡ ҡаршы алып, эргәһенә ултыртып, уны тыңлап, йомошон үтәп, оҙатҡанда, тағы ла килегеҙ, әгәр йомошоғоҙ булһа, тип ҡайтарып ебәрә. Был кеше теге сәхәбә Ғосманға рәхмәт әйтергә бара һәм һорай:
— Әллә минең турала Хәлиф Ғосманға әйткән инегеҙме? Ул мине көткәндәй ҡаршы алды. Йомошомды үтәне.
- Юҡ! Мин хәлифкә бер нәмә лә әйтмәнем. Мин ул хәлифте осратҡаным да юҡ әле – тип, яуап бирә – Тик, мин бер мәле бер һуҡырҙың Мөхәммәд пәйғәмбәргә ﷺ килгәненә шаһит булдым. Пәйғәмбәр был һуҡырға тәһәрәт алырға, ике рәҡәғәт намаҙ уҡырға һәм доғаға өйрәтте. Быларҙы үтәгәс, был һуҡыр күрә башланы. Бына мин шул Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең ﷺ доғаһын һеҙгә өйрәттем...
Бына, был хикәйәттә доғаның ҡалай көскө эйә булғанын күрәһегеҙ. Ул ваҡыттарҙа Мөхәммәд пәйғәмбәр әхирәт донъяһында була.
Доғаларҙың көсө хаҡында үҙемдең генә бер миҫалдан әйтеп китә алам. Хәҙергә заманда берәй әйбер һатып алғанда, артынан лоторея уйнаталар. Мин үҙемә һәм ике ҡыҙыма күҙлектәр һатып алғәйным. Шул көндә лоторея уйнаясаҡ, тип номерҙә бирҙеләр. Төп бүләк — планшет-ноутбук ине. Аллаһ Тәғәлә ошо бүләкте беҙгә бир инде, тип бер-нисә тапҡыр доға ҡылдым. Әлеге бүләкте йома көн уйнаттылар. Мин йомаға барып мәсеттә тағы ла бер доға ҡылып (был теләк доғаһын белмәй инем), ҡыҙҙарымды машинаға ултыртып, ҡатыныма хәҙер бүләкте алып ҡайтабыҙ, тип юлға сыҡтыҡ. Минең күңелдә төп бүләк беҙҙеке, тигән ныҡ ышаныс бар ине. Инша Аллаһ шулай килеп сыҡты ла, меңгә яҡын кеше араһынан минең номер отто. Ҡыҙҙарыма теләгәнем ҡабул булды. Доғамдың ҡабул булыуы Аллаһ Тәғәлә алдында ҡурҡыуымды артырҙы. Был Аллаһының миңә тигән хикмәтелер инде.
Доға ҡылып Аллаһ Тәғәлә мөрәжәғәт иткәндә ысын күңелдән ихласлыҡ, ышаныу кәрәк, йөрәктән сыҡҡан ниәт менән булырға тырышығыҙ, һис шикһеҙ теләгәнегеҙ ҡабул буласаҡ иншаАллаһ.