Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
30 Декабрь 2019, 20:00

2020 йылда беҙҙе нимә көтә. Йондоҙнамә

Башҡорттар Ислам ҡабул иткәс, Ай календары менән файҙаланған, әммә ун ике йыллыҡ цикл да йәшәүен дауам иткән. Көнсығыш илдәренән айырмалы, башҡорттар йыл сифаттарын кешегә күсереп, күрәҙәлек итмәгән, тик уңыш алыу менән бәйле һынамыштар булып ауыҙ-тел ижадына инеп ҡалған. Тыуырға торған Сысҡан йылы тураһында ошондай һынамыш та ауыҙ-тел ижадында бар: “Сысҡан йылы – игенлек.” Тимәк, киләһе йыл уңыштарға бай йыл буласаҡ, тип өмөт итергә була. Яңы йыл бөтәһе өсөн дә һәр ваҡыт һәйбәт яңылыҡтар, яңы пландар һәм башланғыстар менән бәйле. Хатта астрологиянан йыраҡ кешене лә 2020 йылда үҙе менән нимә буласағы ҡыҙыҡһындыра. Көнсығыш календары буйынса 2020 йыл – аҡ металл Сысҡан йылы, 12 йыллыҡ мөсәлде башлай.2020 йыл уҙып барыусы Ҡабан йылына ҡарағанда уңышлыраҡ булырға вәғәҙә итә. Сысҡан – юғары интеллектҡа һәм һиҙемләү көсөнә эйә. Ул бына тигән стратег, шуға күрә хәйләкәр йәнлек теләһә ниндәй ҡыйынлыҡтарҙы уңышлы ғына хәл итә.Йыл символы үҙ теләгенә ғәҙел юл ярыусыларға ярҙам итәсәк. Маҡсаттарына намыҫһыҙ ынтылыусыларҙы уңышһыҙлыҡ һағалап торасаҡ. Сысҡан – мөхәббәт һәм иғтибар символы, 2020 йылда яңы мөнәсәбәттәрҙе үҙ-ара ышанысҡа ҡороу яҡшы.2020 йыл сәләмәтлек яғынан да һөйөндөрөр. Эксперттар мөмкин ҡәҙәр әүҙемерәк булырға, спорт менән шөғөлләнергә кәңәш итә.Сысҡан көнсығыш календарында яңырыу символы булып тора, ләкин үҙгәрештәрҙең ниндәй булыуы һәр кемдең үҙенән тора.Һәр йондоҙлоҡҡа йыл нимә вәғәҙә итә, сайтта уҡырһығыҙ.

Яңы йыл бөтәһе өсөн дә һәр ваҡыт һәйбәт яңылыҡтар, яңы пландар һәм башланғыстар менән бәйле. Хатта астрологиянан йыраҡ кешене лә 2020 йылда үҙе менән нимә буласағы ҡыҙыҡһындыра. Көнсығыш календары буйынса 2020 йыл – аҡ металл Сысҡан йылы, 12 йыллыҡ мөсәлде башлай.
2020 йыл уҙып барыусы Ҡабан йылына ҡарағанда уңышлыраҡ булырға вәғәҙә итә. Сысҡан – юғары интеллектҡа һәм һиҙемләү көсөнә эйә. Ул бына тигән стратег, шуға күрә хәйләкәр йәнлек теләһә ниндәй ҡыйынлыҡтарҙы уңышлы ғына хәл итә.
Йыл символы үҙ теләгенә ғәҙел юл ярыусыларға ярҙам итәсәк. Маҡсаттарына намыҫһыҙ ынтылыусыларҙы уңышһыҙлыҡ һағалап торасаҡ. Сысҡан – мөхәббәт һәм иғтибар символы, 2020 йылда яңы мөнәсәбәттәрҙе үҙ-ара ышанысҡа ҡороу яҡшы.
2020 йыл сәләмәтлек яғынан да һөйөндөрөр. Эксперттар мөмкин ҡәҙәр әүҙемерәк булырға, спорт менән шөғөлләнергә кәңәш итә.
Сысҡан көнсығыш календарында яңырыу символы булып тора, ләкин үҙгәрештәрҙең ниндәй булыуы һәр кемдең үҙенән тора.
25 ғинуарҙан тулы хоҡуҡҡа эйә булған Аҡ сысҡан үҙенең йылында тыуғандарға, йәғни Сысҡандарға һәр яҡлап уңыштар алып килер. Матди хәлегеҙ ҡыуандырыр, шәхси проблемалар, ниһайәт, артта ҡалыр, һаулығығыҙ яҡшырыр. Йыл яҡшы яңылыҡтарға, ҡыуаныстарға бай булыр. Ярайһы уҡ ҙур ғына күләмдә аҡса түгергә тура килһә лә, бушҡа булмаҫ. Бигерәк тә был аҡсаны үҙенә, үҙ эшенә тотонғандар уңыр. Ялланып эшләгәндәр эш хаҡын арттырыуҙы, вазифаһында үрләтеүҙе һорап мөрәжәғәт итә ала, етәкселәр тырышлығығыҙҙы баһаламай ҡалмаҫ.
Үгеҙҙәр өсөн йыл үтә ябай булмаһа ла, бик һөҙөмтәле, уңышлы киләсәк. Үҙ өҫтөгөҙҙә эшләүегеҙ, һәр яҡлап камиллашыуығыҙ мотлаҡ – был тормошоғоҙҙо яҡшы яҡҡа үҙгәртеү өсөн күп нәмәгә яңы күҙлектән бағырға ярҙам итер. Матди хәлегеҙ төрлөсә булыр – яҙ, йәй баштары аҡса яғынан ҡорораҡ булһа ла, аҙаҡ көтөлмәгән ерҙән аҡса килеүе ихтимал. Элек эшләп киткән ҡайһылыр эшегеҙгә кире ҡайтырға тәҡдим итеүҙәре бар. Шунда уҡ баш тартмағыҙ, һеҙҙең тәжрибәгеҙ юғары вазифаға үрләүегеҙгә, аҡсалы эш табыуға йоғонто яһар.
Юлбарыҫ менән Сысҡан араһында әллә ни уртаҡлыҡ булмаһа ла, йыл хужаһы һеҙҙең өсөн дә күп кенә уңыштар алып килер. Тик ваҡ-төйәк мәшәҡәттәргә артыҡ иғтибар биреп, ҡыуаныслы хәл-ваҡиғаларҙы күрмәй ҡалмағыҙ.
Эшегеҙгә нимә ҡамасаулай икәнлеген аңлаһағыҙ, хеҙмәтегеҙ ҙә алға барыр, етәкселәр ҙә ҡәнәғәт ҡалыр.
Икенсе яртығыҙҙан, яҡындарығыҙҙан хуплау, маҡтау һүҙҙәре ишетеп торорһоғоҙ – үҙегеҙ ҙә уларға күңел йылығыҙҙы йәлләмәгеҙ.
Ҡуяндарҙы йыл башында уҡ күп кенә үҙгәрештәр көтә: уның яңы дуҫтар, шөғөл, яңы өй, эш булыуы ла мөмкин. Кемдер хатта ситкә күсеп китергә лә хәл итер. Сысҡан йылы барлыҡ уй-ниәттәрҙе тормошҡа ашырыуға уңай. Яңы мөмкинлектәр күңелегеҙҙе елкендерер, яңы үрҙәргә әйҙәр. Эшегеҙҙә һеҙ электән хыялланған өлкә менән шөғөлләнергә тәҡдим итеүҙәре лә бар.
Нимә-нимә, аҡса мул булып ҡулығыҙға төшөр. Килгән байлыҡтың бер өлөшөн мохтаждарға таратыу уңышты ҡасырмаҫҡа ярҙам итер.
Аждаһалар йыл башындағы уңыштары бәләкәс кенә ҡаршылыҡтар менән аралашып барыр. Әммә күңелһеҙләнеп ултырмағыҙ: әҙ генә тырышлыҡ күрһәтеп, ваҡиғаны үҙегеҙ теләгән яҡҡа бора алырһығыҙ. Янығыҙҙа һеҙгә ярҙам күрәһәтергә әҙер тороусы дуҫтарығыҙ күп булыр. Эштә әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй.
Йыл һеҙҙең өсөн юғары ноталарҙа тамамланыр – яҡшы яңылыҡтан ҡанаттар үҫеп сыҡҡандай тойолор.
Йыландарҙы сысҡан иң тәү сиратта матди яҡтан ҡыуандырыр. Тимәк, тырышлығығыҙҙы баһалағандар! Әммә артыҡ шәбәйеп тә китмәгеҙ, сысҡандар ашыҡҡандарҙы яратмай. Яңы осрашыуҙар күп булыр, күңелегеҙгә оҡшаған кешеләр менән аралашыу ҡыуаныстар ҡына килтерер.
Ғаиләгеҙ – һеҙҙең ныҡлы тылығыҙ, шуға ла яҡындарығыҙҙы иғтибарҙан өҙмәгеҙ. Ташып торған көс-ҡеүәтегеҙҙе уларҙың файҙаһына йүнәлтегеҙ. Яҙын күптән аралашмаған туғандарығыҙ үҙҙәре тураһында иҫегеҙгә төшөрөр.
Йылҡыларҙы шәхси тормоштары ла, эштәре лә һөйөндөрөп торор. Иң мөһиме, ниһайәт, тырыш хеҙмәт менән яуланған бүләктәрегеҙҙе алырһығыҙ.
2020 йылда алдағы осорға ҡарағанда күберәк мөмкинлеккә эйә булырһығыҙ, был – йондоҙҙар һеҙҙең өсөн әҙерләгән бүләктең берәүһе генә!
Өҫтөгөҙгә артыҡ йөк алмағыҙ, барыһын да ҡайғыртыуҙан туҡтап, үҙегеҙ хаҡында ла хәстәрлек күрегеҙ. Яңылыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ, яңы кисерештәр йәшәү дәртегеҙҙе арттырыр.
Ҡуйҙарҙы эшлекле йыл көтә: хеҙмәт өлкәһендә бөтәһе лә яҡшы ғына булыр. Йыл башынан уҡ иңегеҙгә ашығыс эштәр өйөлөр, кемдер, бәлки, үҙе өсөн эшләп тороуығыҙҙы ла үтенер. Апрель, сентябрь айҙарында белемегеҙ, тәжрибәгеҙ ярҙамында өҫтәмә аҡса эшләү мөмкинлеге тыуыр: оҫталыҡ дәресе үткәреүегеҙҙе, тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашыуығыҙҙы йәки проект эшләргә ярҙам итеүегеҙҙе һорарҙар.
Шәхси тормошта әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй. Йортоғоҙҙан ҡунаҡ өҙөлмәҫ. Әммә саманы онотмағыҙ: күңелле тормошоғоҙ яҡындарығыҙҙың маҙаһына тейеүе бар.
Маймылдарҙы шәхси тормошта ғына түгел, матди өлкәлә лә үҙгәрештәр көтә. Уңайлы тәҡдимдәрҙе ҡулдан ысҡындырмаҫ өсөн оҙон-оҙаҡ уйламағыҙ. Яңы йорт, фатир, машина алыу өсөн иң уңышлы ваҡыт – яҙ башы. Аҡса күберәк сыҡһа ла, һөҙөмтәһе иҫ киткес булыр.
Хеҙмәт өлкәһендә лә күңелгә ятышлы яңылыҡтар көтә: йә үрләтерҙәр, йә эш хаҡы артыр. Тик эшкә бирелеп, ваҡытында ял итергә онотмағыҙ…
Әтәстәр өсөн көтөлмәгән һөйөнөстәр йыш булып торор. Эштәрегеҙгә ҡыйыу тотоноғоҙ – юлдар һәр ваҡыт асыҡ булыр.
Күптәр эш урынын алмаштырыр, быға тиклем уйлап та ҡарамаған яңы өлкәне үҙләштерер. Яҡын кешегеҙ, туғанығыҙ күрһәткән матди ярҙам бик тә урынлы булыр – күптән хыялланған ниәтегеҙҙе тормошҡа ашырырһығыҙ.
Артыҡ амбицияларға бирелмәгеҙ – яҡындарығыҙ ҙа, хеҙмәттәштәрегеҙ ҙә быны хупламаҫ. Һәр эштә алтын урталыҡ хаҡында онотмау, ғаилә ағзаларын иғтибарҙан өҙмәү күп күңелһеҙлектәрҙе урап уҙырға ярҙам итер.
Эттәр өсөн йыл һәр яҡтан да имен килер тип көтөлә. Тормошоғоҙға ҡырҡа үҙгәрештәр индерергә ашыҡмағыҙ, булғаны менән ләззәтләнегеҙ. Был бигерәк тә ғаилә мөнәсәбәттәренә ҡағыла.
Эшегеҙҙә тыныслыҡ һәм тотороҡлолоҡ хөкөм һөрөр. Был хәл матди өлкәгә лә ҡағыла: күктән аҡса яумаҫ, әммә ҙур, уйланылмаған әйбер һатып алмаған осраҡта, алған аҡсағыҙ бәрәкәтле булыр. Еңел аҡса артынан да йүгермәгеҙ, көсөгөҙҙө һәм ваҡытығыҙҙы бушҡа әрәм итеүгә генә булыр. Һаулығығыҙ һынатмаҫ, шулай ҙа саф һауала йышыраҡ йөрөгөҙ.
Ҡабандар, һеҙ һауанан алтын тулы тоҡ килеп төшөр тип өмөт итмәгеҙ – барлыҡ башланғыстарҙы үҙ ҡулығыҙға алығыҙ. Алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарға һис икеләнмәй, ҡыйыу рәүештә юл ярығыҙ. Тырышлығығыҙ үҙен аҡлар.
Хеҙмәт урынында эшегеҙгә ҡағылышы булмаған ваҡ-төйәккә иғтибар итмәгеҙ, яңынан-яңы идеяларығыҙҙы тәҡдим итергә тартынмағыҙ – етәксегеҙ тырышлыҡты күрмәй һәм баһаламай ҡалмаҫ. Етерлек әүҙем булһағыҙ, йыл буйына матди ауырлыҡ тоймаҫһығыҙ. Ғаиләгеҙ һеҙҙе һәр йәһәттән ҡыуандырып ҡына торор был йылда.
Читайте нас: