Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
31 Декабрь 2019, 21:00

Ғинуарға халыҡ һынамыштары

Ғинуарға халыҡ һынамыштарыТәбиғәтте күҙәтеү – быуын-быуындан килгән ғәҙәт, сөнки бик боронғо замандарҙан алып кешенең тормошо тәбиғәт күренештәренә бәйле булған. Күп йылдар һыналып килгәнгә күрә лә халыҡ һынамыштарының күбеһе ысынға тура килә.Ғинуар (һыуығай) – ҡарлы, буранлы, әсе һыуыҡлы ай. Иң көслө һыуыҡтар беҙҙең республикала 1959, 1963, 1979 йылдарҙың ғинуарында күҙәтелгән. Иғтибарлап ҡараһаң, ҡаты һыуыҡтар һәр 10 йыл һайын ҡабатланып тора. Әммә иң һыуыҡ ғинуар 1969 йылда булған, 30 градуслы һалҡындар теүәл 20 көн буйы торған.Халыҡ ғинуарға ҡарап йәйҙең нисек килеүе тураһында күп һынамыштар әйтеп ҡалдырған. Мәҫәлән, 25 ғинуар ҡояшлы икән — күсмә ҡоштарҙың көньяҡтан иртәрәк ҡайтыуҙарын көт.Ғинуар – йылдың башы, ҡыштың уртаһы.Ғинуарҙың көнө ҡыҫҡа, февралдең айы ҡыҫҡа.Беренсе ғинуарҙа көн йылы булһа, арыш уңыр.Төтөн тура сыҡһа – һыуыҡҡа.Ай ҡараңғы булһа, һауа еүеш булыр, әгәр асыҡ булып торһа, көн ҡоро килер.Әгәр ҡар ваҡ ҡына бөртөк менән һирәк кенә төшкөләһә, бик оҙаҡ һыуыҡ булыр.Күктәге йондоҙҙар асыҡ күренһә – көн яҡшырыр, тоноҡ күренһә – ҡар яуыр.Ҡояш тирәһендә нурҙар юғары сағылһа – буран булыр, түбән сағылһа – һалҡын булыр.Бесәй моронон ҡаплап ятһа, һыуыҡҡа.Ҡышҡы урман ныҡ шаулаһа, йылы көндәр килеүен көт.Эт ҡарҙа аунаһа, буран сығыр.Ҡарға ҡарҡылдаһа, ҡар яуа.Ҡояш ҡолаҡланһа (эргәһендә дүңгәләк булһа), көн һалҡыная.Ҡыш көнө бәҫ күп булһа – ағас емештәре уңыр, бал күп булыр.Ҡыш ҡар күп яуһа – йәй ямғырлы килер.Ел булһа, тары уңыр, томан булһа, һоло уңыр.Йыл башында ел булһа, йыл әйләнә ел-дауыл булыр.Бесәй моронон ҡаплап ятһа, һыуыҡҡа.Ҡыш йондоҙ баҙыҡ янһа – һыуыҡҡа, тоноҡ янһа, йылыға тарта.Ҡыш көнө шәре сыҡһа, ашлыҡ уңыр.Ат ҡуршылдаһа – буранға.Ҡаҙ һыңар аяҡта баҫып торһа, көн һыуыта.Ат ҡарға ятһа, йылыға тарта.Кәзә ҡолағын шапылдатһа, буранға.Эт моронон ҡуйынына тығып ятһа, ҡар яуа.Бесәй ишекте тырнаһа- буран, йомарланып ятһа – һыуыҡ була.Елһеҙ көндө урман шаулаһа, көн боҙола.Ҡыш ҡар күп һәм ҡалын булһа, йәй иген уңыр.Ҡыш томан булһа, йәй йүкәнең балы күп булыр.Тау баштарында ҡар күп булһа, еләк уңыр.Ҡыш көнө боҙ өҫтөнә һыу сыҡһа, ашлыҡ күп булыр.Төтөн тура сыҡһа – һыуыҡҡа тарта.Ҡыш көнө ҡояш ҡыҙарып ҡалҡһа – һалҡын булыр.

Ғинуарға халыҡ һынамыштары
Тәбиғәтте күҙәтеү – быуын-быуындан килгән ғәҙәт, сөнки бик боронғо замандарҙан алып кешенең тормошо тәбиғәт күренештәренә бәйле булған. Күп йылдар һыналып килгәнгә күрә лә халыҡ һынамыштарының күбеһе ысынға тура килә.
Ғинуар (һыуығай) – ҡарлы, буранлы, әсе һыуыҡлы ай. Иң көслө һыуыҡтар беҙҙең республикала 1959, 1963, 1979 йылдарҙың ғинуарында күҙәтелгән. Иғтибарлап ҡараһаң, ҡаты һыуыҡтар һәр 10 йыл һайын ҡабатланып тора. Әммә иң һыуыҡ ғинуар 1969 йылда булған, 30 градуслы һалҡындар теүәл 20 көн буйы торған.
Халыҡ ғинуарға ҡарап йәйҙең нисек килеүе тураһында күп һынамыштар әйтеп ҡалдырған. Мәҫәлән, 25 ғинуар ҡояшлы икән — күсмә ҡоштарҙың көньяҡтан иртәрәк ҡайтыуҙарын көт.
Ғинуар – йылдың башы, ҡыштың уртаһы.
Ғинуарҙың көнө ҡыҫҡа, февралдең айы ҡыҫҡа.
Беренсе ғинуарҙа көн йылы булһа, арыш уңыр.
Төтөн тура сыҡһа – һыуыҡҡа.
Ай ҡараңғы булһа, һауа еүеш булыр, әгәр асыҡ булып торһа, көн ҡоро килер.
Әгәр ҡар ваҡ ҡына бөртөк менән һирәк кенә төшкөләһә, бик оҙаҡ һыуыҡ булыр.
Күктәге йондоҙҙар асыҡ күренһә – көн яҡшырыр, тоноҡ күренһә – ҡар яуыр.
Ҡояш тирәһендә нурҙар юғары сағылһа – буран булыр, түбән сағылһа – һалҡын булыр.
Бесәй моронон ҡаплап ятһа, һыуыҡҡа.
Ҡышҡы урман ныҡ шаулаһа, йылы көндәр килеүен көт.
Эт ҡарҙа аунаһа, буран сығыр.
Ҡарға ҡарҡылдаһа, ҡар яуа.
Ҡояш ҡолаҡланһа (эргәһендә дүңгәләк булһа), көн һалҡыная.
Ҡыш көнө бәҫ күп булһа – ағас емештәре уңыр, бал күп булыр.
Ҡыш ҡар күп яуһа – йәй ямғырлы килер.
Ел булһа, тары уңыр, томан булһа, һоло уңыр.
Йыл башында ел булһа, йыл әйләнә ел-дауыл булыр.
Бесәй моронон ҡаплап ятһа, һыуыҡҡа.
Ҡыш йондоҙ баҙыҡ янһа – һыуыҡҡа, тоноҡ янһа, йылыға тарта.
Ҡыш көнө шәре сыҡһа, ашлыҡ уңыр.
Ат ҡуршылдаһа – буранға.
Ҡаҙ һыңар аяҡта баҫып торһа, көн һыуыта.
Ат ҡарға ятһа, йылыға тарта.
Кәзә ҡолағын шапылдатһа, буранға.
Эт моронон ҡуйынына тығып ятһа, ҡар яуа.
Бесәй ишекте тырнаһа- буран, йомарланып ятһа – һыуыҡ була.
Елһеҙ көндө урман шаулаһа, көн боҙола.
Ҡыш ҡар күп һәм ҡалын булһа, йәй иген уңыр.
Ҡыш томан булһа, йәй йүкәнең балы күп булыр.
Тау баштарында ҡар күп булһа, еләк уңыр.
Ҡыш көнө боҙ өҫтөнә һыу сыҡһа, ашлыҡ күп булыр.
Төтөн тура сыҡһа – һыуыҡҡа тарта.
Ҡыш көнө ҡояш ҡыҙарып ҡалҡһа – һалҡын булыр.
Читайте нас: