Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
14 Ғинуар 2020, 00:00

Йән яраһы (хикәйә)

(Аҙағы.)Һаҡмарының һалҡын һыуында илай - илай оҙаҡ йөҙҙө Ниса. Яҡтырып килгәндә ҡайтып ингән ҡыҙҙарының хәлен ата менән әсә бер ҡараштан аңланы. Иртә менән атаһы Нисаны район үҙәгенә илтеп ҡуйҙы. Шул китеүҙән Стәрлетамаҡта ҡалды Ниса. Ҡалала ла аҡыллы егеттәр күп икән - кейәүгә сыҡты. Ә Мәғәфүрҙән:- Яратам! Алам! Бармаһаң, үләм! – тиеүҙән башҡаны белмәгән егеттән, ауыҙы бер тапҡыр бешкән Ниса хәлен йәшермәҫкә ҡарар итте. Күрһен! Ташлаһа, алмаһа, ана бара юлы! Егетте үҙе лә бик оҡшатһа ла, ымһынып, күңеле сайралыуҙан ҡурҡып, хистәренә юл ҡуйманы. Тәүге тапҡыр Ашҡаҙарға һыу инергә барғанда, Ниса Мәғәфүр алдында ашыҡмай ғына, яйлап, берәмләп кейемдәрен һалды ла (йәнәһе, һис оялмай, тартынмай. Ә үҙенең йөрәге ярылырҙай булып тибә!), ярым асыҡ купальникта ҡалды. Ҡойоп ҡуйған кеүек һомғол, нәфис буй-һынлы, Һыуһылыуҙай сибәр ҡыҙға ҡарап, Мәғәфүр телдән яҙҙы, тын алырға ла онотто...Ниса егеткә иҫе лә китмәгән кеше булып, яһалма түштәрен ысҡындырып, күлдәге өҫтөнә һалды, кирелеп-һуҙылып алды. Бөтә ошо ҡыланышы менән ул: - Бына, күрмәһәң – күр! Ә мин – ошолаймын! – тигәнде әйтергә теләне. Эсен һыйпап, сәпелдәтеп һуғып-һуғып алды ла, ҡом араһындағы ваҡ ҡына осло таштар табанын ауырттырһа ла, яй ғына атлап, йылғаға ыңғайланы. -Ниса... Мәғәфүрҙең ошо бышылдауы теге саҡта Һаҡмар буйын яңғыратҡан "Аһ!" – тигән иңрәүле тауыштан көслөрәк ишетелде. Ниса ҡомға тубыҡланып, устары менән йөҙөн ҡапланы. Мәғәфүр, йүгереп килеп, ҡыҙ алдына теҙләнде. -Нисам минең, һөйөклөм минең! Ныҡ һыҙландыңмы? Нисек түҙҙең? Илама, ҡәҙерлем... Беҙ бик бәхетле булырбыҙ! -Мәғәфүр... Үләйем дә ҡуяйым бөгөн, тип килдем мин Ашҡаҙарға. Сумырмын да сыҡмаҫмын, тип... ...Һөйөклө иренә ике ул табып бирҙе Ниса. Тәүге малайына имсәк ҡаптырғанда, һул түше тәҡәтһеҙ ҡысый башланы. Тырнарға ҡурҡты, йомшаҡ ҡына итеп һыйпаны ла һыйпаны. Ҡысыу баҫылды. Бер аҙҙан нимәгә эсемә йылы ғына булып китте икән, тип ҡарап ебәрһгәйне, таң ҡалды: имсәктең башы булырға тейешле урындан тып-тып, тып-тып итеп һөт тама! Ап - аҡ ҡына, йылы ғына һөт!!! Тән яраһы уңалып, һыҙлауҙары онотолһа ла, ауылдан киткәне бирле йәне һыҙылып ҡына һыҙланы ла торҙо Нисаның. Бәпәйен имеҙгән мәлде көткән икән күңел яраһы. Бына хәҙер ул да уңалды. Ап-аҡ күкрәк һөтө икән йән яраһының дауаһы.

(Аҙағы.)
Һаҡмарының һалҡын һыуында илай - илай оҙаҡ йөҙҙө Ниса. Яҡтырып килгәндә ҡайтып ингән ҡыҙҙарының хәлен ата менән әсә бер ҡараштан аңланы.
Иртә менән атаһы Нисаны район үҙәгенә илтеп ҡуйҙы. Шул китеүҙән Стәрлетамаҡта ҡалды Ниса. Ҡалала ла аҡыллы егеттәр күп икән - кейәүгә сыҡты.
Ә Мәғәфүрҙән:
- Яратам! Алам! Бармаһаң, үләм! – тиеүҙән башҡаны белмәгән егеттән, ауыҙы бер тапҡыр бешкән Ниса хәлен йәшермәҫкә ҡарар итте. Күрһен! Ташлаһа, алмаһа, ана бара юлы! Егетте үҙе лә бик оҡшатһа ла, ымһынып, күңеле сайралыуҙан ҡурҡып, хистәренә юл ҡуйманы.

Тәүге тапҡыр Ашҡаҙарға һыу инергә барғанда, Ниса Мәғәфүр алдында ашыҡмай ғына, яйлап, берәмләп кейемдәрен һалды ла (йәнәһе, һис оялмай, тартынмай. Ә үҙенең йөрәге ярылырҙай булып тибә!), ярым асыҡ купальникта ҡалды. Ҡойоп ҡуйған кеүек һомғол, нәфис буй-һынлы, Һыуһылыуҙай сибәр ҡыҙға ҡарап, Мәғәфүр телдән яҙҙы, тын алырға ла онотто...
Ниса егеткә иҫе лә китмәгән кеше булып, яһалма түштәрен ысҡындырып, күлдәге өҫтөнә һалды, кирелеп-һуҙылып алды. Бөтә ошо ҡыланышы менән ул:
- Бына, күрмәһәң – күр! Ә мин – ошолаймын! – тигәнде әйтергә теләне.
Эсен һыйпап, сәпелдәтеп һуғып-һуғып алды ла, ҡом араһындағы ваҡ ҡына осло таштар табанын ауырттырһа ла, яй ғына атлап, йылғаға ыңғайланы.

-Ниса...
Мәғәфүрҙең ошо бышылдауы теге саҡта Һаҡмар буйын яңғыратҡан "Аһ!" – тигән иңрәүле тауыштан көслөрәк ишетелде.

Ниса ҡомға тубыҡланып, устары менән йөҙөн ҡапланы. Мәғәфүр, йүгереп килеп, ҡыҙ алдына теҙләнде.
-Нисам минең, һөйөклөм минең! Ныҡ һыҙландыңмы? Нисек түҙҙең? Илама, ҡәҙерлем... Беҙ бик бәхетле булырбыҙ!
-Мәғәфүр... Үләйем дә ҡуяйым бөгөн, тип килдем мин Ашҡаҙарға. Сумырмын да сыҡмаҫмын, тип...

...Һөйөклө иренә ике ул табып бирҙе Ниса.
Тәүге малайына имсәк ҡаптырғанда, һул түше тәҡәтһеҙ ҡысый башланы. Тырнарға ҡурҡты, йомшаҡ ҡына итеп һыйпаны ла һыйпаны. Ҡысыу баҫылды. Бер аҙҙан нимәгә эсемә йылы ғына булып китте икән, тип ҡарап ебәрһгәйне, таң ҡалды: имсәктең башы булырға тейешле урындан тып-тып, тып-тып итеп һөт тама! Ап - аҡ ҡына, йылы ғына һөт!!!

Тән яраһы уңалып, һыҙлауҙары онотолһа ла, ауылдан киткәне бирле йәне һыҙылып ҡына һыҙланы ла торҙо Нисаның. Бәпәйен имеҙгән мәлде көткән икән күңел яраһы. Бына хәҙер ул да уңалды. Ап-аҡ күкрәк һөтө икән йән яраһының дауаһы.
Читайте нас: