Ҡунаҡ йыйыу, табын ҡороуҙан да мәшәҡәтлерәк эш юҡтыр ул ҡатын-ҡыҙ өсөн. Тәүҙә магазинға барып кәрәк-ярағын ал, ауыр сумкаңды һөйрәп ҡайт. Берәй нәмә онотолһа шул уҡ юлды яңынан ура. Унан салат-малатын әҙерлә, бешерен-төшөрөн; ҡунаҡтарыңды һыйлап, ҡәҙер-хөрмәт ит, уларҙы оҙатҡандан һуң тауҙай һауыт-һаба өйөмө, өйөңдө рәткә килтереү... Йәш саҡта ғына бер ни түгел икән: һә тигәнсе әҙерләнәһең, һә тигәнсе йыйыштырып та алаһың. Хәҙер ни йыбандыра ла, арыттыра ла. Гүзәлдең ҡабаланып магазиндан ҡайтып килеүе. Ҡалыныраҡ кейенеп сыҡҡан икән, шәп атлауға бышлыҡты, арҡаһына тир бәреп сыҡты хатта. Мамыҡ шәле бушап, сикә сәстәре битен ҡытыҡлай. Рәтләп алырға ине лә, туҡтарға ваҡытын йәлләй. Ҡайтып еткәнсе түҙермен әле, тип атлауын белде.
Фатима, Сәриә, Әлиә, Бикәне – ваҡыт менән һыналған, донъя ваҡлыҡтарының ауырын да, еңелен дә, шатлыҡ-ҡайғыһын да бергә күтәрешкән иң яҡын әхирәттәрен киске сәйгә әйткәйне. Ҡайта һалып әҙерләнергә лә кәрәк. Сәй генә тиһә лә, бер булышҡанда мул итеп табын әҙерләп, иркенләп ултырыу ниәте. Сәбәбе лә бар: берҙән, күптән осрашҡандары юҡ, икенсенән, 55 йәш тулды бөгөн. Түңәрәк дата, юбилей. Бына-бына хаҡлы ялға ла сығырға тора. Ни генә тимә, иҫтәлекле мәл. Әммә илле биш бирмәҫһең уға. Талғын хәрәкәтле, мөләйем йөҙлө, һынсыл ҡарашлы Гүзәл һәр ваҡыт үҙенә иғтибарлы булырға тырышты. Ҡыҙын да: "Һәр ваҡыт йәш, матур булам тигән кешенең иң тәүҙә күңеле таҙа, саф булырға тейеш”, – тип үҫтерҙе. Шуға күрә насар уйҙарҙан йыраҡ торорға, кеше һөйләп, ләстит тыңлап йөрөмәҫкә тырышты. Юҡ-барға көйөп, әрләшеп, үс һаҡлап, үҙен-үҙе эстән ашамағанға ахырыһы, һырҙары ла әллә ни тәрән түгел.
Әхирәттәре менән бына инде нисәмә йыл айырым бер дәүләт кеүек йәшәйҙәр. Элегерәк, йәшерәк саҡта, ғаиләләре менән еләк-емешенә, бәшмәгенә сығып китерҙәр ине, аҙна һайын күмәкләшеп мунсаға йөрөнөләр. Ҡыш көндәре саңғыларын тағып урманға сығырға ла ваҡыт таптылар. Береһе бер нәмә өйрәнһә, мотлаҡ бүтәндәре менән уртаҡлашты. Әле лә ирҙәре менән саҡырғайны ла, әхирәттәре, һөйләшеп ҡуйғандай, үҙҙәре генә килергә теләк белдерҙе. Иркенләп серләшеп ултырайыҡ, тинеләр. Гүзәлдең ире бер йыл элек үлеп ҡалғайны, шуға ахырыһы, һуңғы арала ҡатындар үҙҙәре генә килергә ғәҙәтләнеп алғайны.
– Һаумыһығыҙ, Гүзәл Сәлиховна! Хәлдәрегеҙ нисек? Ауырымайһығыҙмы?
Гүзәл үҙенең исемен ишетеүгә тертләп ҡуйҙы. Уйҙарына бирелеп, донъяһын онотоп киткән икән дә баһа. Юлын бүлеп, ҡаршыһында йылмайып Зәбирә баҫып тора.
– Атаҡ! Кем тип торам, һин икән дә. Һаумы! – Гүзәл уны йәлләй ҙә, әллә ниңә бик үк өнәп тә еткермәй. Шуға күрә, майланып торған күҙҙәренә тура ҡарамаҫҡа тырышты, ҡарашын ситкә күсерҙе.
– Хәлдәр һәйбәт. Үҙеңдеке нисек һуң? – үҙе ваҡыты юҡ икәнен белдереп, ҡуҙғалырға итте. Зәбирә быны аңламағанға һалышып, һүҙгә иркенләп кереште:
– Бына, магазинға китеп барам әле, Гүзәл Сәлиховна. Яңғыҙ булғас ни, ни аҡса еткерә алмайым, ни ашарға өлгөртөп булмай... – Зәбирә һәр ваҡыттағыса зарланды. Тауышында яһалмалылыҡ сағылып ҡала. – Һеҙ ҙә аҙыҡ-түлек тейәп ҡайтып киләһегеҙ икән, нимәләр алдығыҙ?
Тура һорауҙан баҙап, ҡуҙғалам тигән еренән йәнә туҡтап ҡалды Гүзәл.
– Әлләсе... Кәрәк нәмәләрҙе алдым инде... Тышта шулай ҙа һалҡын ғына икән, туҡтағас һиҙелә лә башланы, тирләгән тәненә һалҡын йүгерҙе. Гүзәл сумкаларын ҡуйып, шәлен рәтләштерҙе. Зәбирә иһә куртка ғына кейеп алған, ә үҙе өшөгәнгә оҡшамай ҙа. Аяғында ла ҡыҫҡа итәк, капрон ойоҡ. "Йәшһең шул әле”, – тип уйлап ҡуйҙы Гүзәл, Зәбирәне һынсыл күҙҙәре аша үткәргәс.
– Эй, шулай инде, беҙҙең ғүмер бына ошолай ашау уйлап, магазинға йөрөп үтә шул... Айһылыу ни хәлдә, Гүзәл Сәлиховна?
– Яҡшы. Бик яҡшы, рәхмәт, – Гүзәл сумкаларына йәбеште. Зәбирә осраған һайын бер үк һорауҙы бирә, ялҡып бөткән. – Ниңә бер ҙә беҙгә килтермәйһегеҙ үҙен? Зөбәйлә лә, Зариф та һағындылар, Айһылыу бөгөн киләме, тип һорамаған көндәре юҡ. Инеп сығыр инегеҙ? – Зәбирә татлы телләнеүен белде. Бөгөн ул бүтән көндәргә ҡарағанда ла ихлас, мөләйем күренә.
– Инербеҙ. – Гүзәл ҡотолор өсөн шулай тине, буштан-юҡҡа сит-ят кешене бимазалап йөрөргә яратмай ул.
– Мин үҙем дә бигерәк һағындым әле Айһылыуҙы! Шул тиклем йомшаҡ, тумалаҡ ҡына бит ул, тотоп һөйәһе генә килеп тора. – Зәбирә хискә бирелеп китеп һөйләүен дауам итте. – Тағы ҡарарға кәрәк булһа, мотлаҡ үҙемә килтерегеҙ.
Айһылыу – Гүзәлдең ейәнсәре. Ҡыҙы дауаханала ятҡан саҡта Айһылыуҙы үҙенә алып ҡайтҡайны ла, эшендә ял бирмәне лә ҡуйҙылар. Ни кейәүе бушаманы. Ни эшләргә белмәй баш ватҡанда ошо ҡатын килеп осраны ла инде.
– Бер бала менән өйҙә ултырҙым ни, икәү менән ни... – тип шунда уҡ ихлас риза булды.
Гүзәл ошоға тиклем дә уны улы һәм ҡыҙы менән майҙансыҡта йыш ҡына осрата ине, әммә бер ҙә һөйләшергә тура килмәне. Күрше йортта йәшәһәләр ҙә уйнарға, ниңәлер, бында йөрөйҙәр ине. Айһылыуҙы көн дә иртән килеп алды, кисен килтереп ҡуйҙы. Бының менән Гүзәлдең хәлен бөтөнләй еңеләйтте.
– Ярай, ярай, – тип Гүзәл йәнә бер-ике аҙым яһаны.
– Гүзәл Сәлиховна, сумкағыҙ бигерәк ауыр күренә. Ярҙам итешәйемме әллә? Бишенсе ҡатҡа йәйәү күтәрелергә бит...
– Юҡ, юҡ. Сумка күтәрерлек кенә көсөм бар әле, рәхмәт.
– Ҡунаҡ саҡыраһығыҙмы әллә? Был тиклем күп нәмә алмаҫ инегеҙ юҡһа. Шарап шешәһе лә күренә шикелле. Күптән ҡунаҡта булған юҡ... Элек, берәйһенә ярҙам итһәм, мотлаҡ сәйгә саҡырып ала торғайнылар. Һеҙ, ярай, Айһылыуҙы ҡарап торған өсөн аҡса бирҙегеҙ инде... Ул ғына түгел, сәйен дә, шәкәр, ярмаларын да йәлләмәнегеҙ...
Тауышында үкенес билдәләре һиҙелеп ҡалды. Бәләкәй генә буйлы, сибек кенә был ҡатын хатта Гүзәлгә йәл булып китте. Яңғыҙы ике бала ҡарай. Бөгөнгө көндә был рәхәтме ни?
– Теләһәң, һин дә кил, – тип саҡырғанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Күңеле булыр. Ул да шул беҙҙең кеүек әҙәм балаһы бит һуң, ял итер тип фекер йөрөттө үҙе. Теге мәл Зәбирәһеҙ Айһылыу менән ни эшләр ине? Ярҙамы, ысынлап та, ҙур булды. Зәбирә ишеткән хәбәренә ышанмай ҙа торҙо ахырыһы. Гүзәлгә аптырап текәлеп торғандан һуң әкренләп ауыҙы йырылды, ҡыуанысы йөҙөнә бәреп сыҡты.
– Әлбиттә! Әлбиттә киләм! Мотлаҡ. Нисәгә? – Үҙенә кәрәкле яуапты алғас, йүгерә-атлай магазин яғына йүнәлде.
Зәбирә ваҡытынан алда, иң беренсе булып килеп инде.
– Һаумыһығыҙ, Гүзәл Сәлиховна! Әллә береһе лә килмәгәнме?
– Үт, үт, Зәбирә, килерҙәр әле, ярты сәғәттән ашыу ваҡыт бар әле.
– Шулаймы ни? Мин ни, бәлки ярҙам кәрәктер тип, алдараҡ сыҡҡайным шул. Бая әллә ниңә һорашмағанмын, кәрәк булһа тағы ла иртәрәк килер инем. Ҡунаҡ саҡырыуҙың ни тиклем мәшәҡәт икәнен беләм мин. Ҡайҙа, ниндәй ярҙам кәрәк? – тип тәтелдәй-тәтелдәй ҡулдарын йыуҙы, эшлекле ҡиәфәттә аш-һыу бүлмәһенә килеп инде.
Гүзәл, ысынлап та, өлгөрә алмайыраҡ тора ине, яҡшы булды әле тип, уға ла эштәрен ҡушып ҡуйҙы. Зәбирә утыҙ йәштәр тирәһендәге ҡатын. Балалар йортонда үҫеү, ата-әсә наҙын күрмәү, туғандарыңдың таянысын татымау, тик үҙ көсөңә генә ышаныу үҙенекен итәлер, оло күренә. Әле үҙенсә биҙәнеп тә алған. Бик буянғаны юҡмы, әллә матур күренәйем тип арттырып ебәргәнме, битенә ҡалын итеп һөрткән пудра, кремы киреһенсә үҙен йәмһеҙәйткән генә. Етмәһә, тонын да дөрөҫ һайламаған. Балауыҙҙан эшләнгән ҡурсаҡҡа оҡшап ҡалғайны. Өҫтөнә ҡиммәтле материалдан тегелгән йәшел блузка, ап-аҡ джинсы салбар кейгән. Блузкаға ныҡлабыраҡ ҡарап ҡуйҙы Гүзәл, шул тиклем дә таныш, яҡындарының береһенеке шундай уҡ булғандыр...
Әхирәттәре килгәс, Зәбирәне алыштырып ҡуйҙылармы ни, ҡапыл ғына тауыш-тыны бөттө. Үҙен был компанияла артыҡ һиҙҙе, ахырыһы. Кәйефе лә төштөмө, ашаманы ла, йоҡомһорап тик ултырҙы. Йә, Гүзәлдең ара-тирә ашап-эсеп ултыр тип әйтеп алыуын иҫәпкә алмағанда, уға иғтибар иткән, һүҙ ҡушҡан кеше лә булманы.
Һөйләшеп, көлөшөп оҙаҡ ултырҙы әхирәттәр. Төнгө ун икеләрҙә генә урындарынан ҡуҙғалдылар. Гүзәл дә уларҙы оҙатырға тип пальтоһын кейә башланы. Шунда ғына һаман өҫтәл артында ултырған Зәбирәгә иғтибар итте. Шым ғына ишек алдында шаулаша-шаулаша кейенгән ҡунаҡтарҙы күҙәтә. Гүзәл, ни эшләп ултыраһың, тигәндәй, уға ҡарап текәлде.
– Һауыт-һабаңды йыуышып ҡайтам... – тине ул яуап итеп. Мәйелең, тип яурынын һелкте лә Гүзәл, әхирәттәре артынан тышҡа атланы. Әммә, ишекте япҡас, ҡатындар уны кире борҙо.
– Бар-бар, ин, ҡунағыңдың яңғыҙын ҡалдырма, йә берәй нәмәңде сәлдерер, ҡулы уйнап тора ул уның, – тип бышылданы Бикә. Юҡ, оҙатам, тип ҡаршылаша башлағас, Әлиә ишекте асты, күмәкләп этеп-төртөп индереп ебәрҙеләр. Әхирәттәренең Зәбирәне күрмәмешкә һалышыуҙарын, юҡҡа һанауҙарын һиҙгәйне Гүзәл, әммә һорашырға уңайһыҙланғайны. Әле килеп уларҙың был ҡылығы йәнә аптыратты. Нимәһе менән шул хәтлем оҡшаманы икән?
Гүзәл килеп ингәс, мөйшәндәп нимәлер сәйнәп ултырған Зәбирә иркен итеп йылмайҙы, күҙҙәре майланып китте. Урынынан һикереп үк торҙо.
– Әйҙә, ултыр, Гүзәл, арып киткәнһеңдер, эй йүгерҙең, эй йүгерҙең, йәлләп ултырҙым үҙеңде. Серләшеп, икәүләп кенә сәй эсеп алайыҡ. Унан өҫтәлеңде йыйыштырып, һауыт-һабаңды йыуып, ҡайтып китермен. – Сөтөрлөгө сығып, өҫтәлдәге әйберҙәрҙе рәтләштерә башланы.
Гүзәлгә уның ҡыланыштары ҡыҙыҡ тойолоп китте. Ҡиәфәтенә ҡара әле һин уның: етди, етеҙ-етеҙ ҡылана. Әйтерһең, Зәбирә уны үҙенә ҡунаҡҡа саҡырған да һыйларға йыйына. Гүзәл, көлөмһөрәп, бер ни өндәшмәй урынына ултырырға иткәс, йүгерәндәп янына килеп тә етте.
– Юҡ, юҡ, дивандан, йомшаҡтан ултыр. Ял ит рәхәтләнеп. Эшләргә мин бар бит. Бөтәһен дә үҙем! – тип, беләгенән эләктереп алды ла, көсләп тигәндәй түргә үк мендереп ултыртып ҡуйҙы.
Гүзәлдең тәүҙә аяҡтары, унан бөтә тәне буйлап еңеллек йүгерҙе. Шаҡтай арылған икән шул. Ҡартлыҡ – шатлыҡ түгел тигәндәре ошо була күрәһең. Гүзәл, уңайһыҙланып, ни тиергә лә белмәне. Бала-саға кеүек ҡаршылашып тороуы ла уңайһыҙ. Ҡунаҡтың әрһеҙлеге лә аптырата төштө. Ә Зәбирәнең иҫе лә китмәй. Үҙ өйөндәге кеүек ҡыланыуын белә. Бына, өҫтәлдәрҙе йәһәт кенә һөртөп алды ла, йыйылған ҡыйҙы йүгертеп кухняға сығарып килде. Бушаған һауыт-һабаны йыйып, ситкәрәк этеп ҡуйҙы. Яртылаш ашалған салаттарҙы бер-береһенә бушатты. Ит менән картуфты ҡоштабаҡҡа һалып, йәнә кухняға йүгерҙе.
– Ит әсеп әрәм булмаһын тим, һыуытҡысҡа ултырттым, – тип һөйләнә-һөйләнә яңынан ҡунаҡ бүлмәһенә инде. Ҡулдарына, ысынлап та, күҙ ҙә эйәрмәй. – Минең туйҙарҙа өҫтәл әҙерләшкәнем бар, рәт-сиратын беләм ул... "Айгөл” магазины бар ҙа инде? Беҙҙең йорттоң ҡаршыһында? Шуның директоры минең танышым. Юбилейын үткәргәндә өҫтәл әҙерләшергә миңә әйткәйне. Эй, әйкәйем, белһәң икән нисегерә-әк бай йәшәгәнен! Төшөңдә лә күргәнең юҡтыр ундай йыһаздарҙы, биллаһи! Ул мебелдәре, ул келәмдәре, ул люстралары... Бөтәһе лә ҡиммәтле, затлы. Барып кергәс тә тәүҙә бер килке һушымды йыя алмай торҙом. Үҙе һуң, үҙе! Шул тиклем йомарт, шул тиклем алсаҡ! Ундайҙар йөҙгә, юҡ, меңгә бер булалыр ул. Юбилейы шул тиклем шәп үтте. Ҙур-ҙур кешеләр йыйылғайны. Һауыт-һаба ғына йыуып йөрөһәм дә шул тиклем үҙемде ғорур тойҙом. Ә аҙа-аҡ!.. Артып ҡалған ашамлыҡтарҙы һыпырып алып ҡайтырға рөхсәт итте. Үҙем һораным инде... Шул тиклем ныҡ әҙерләнгәйне, ә йүнләп бер нәмәһе лә ашалманы. Әллә нисек бирҙе әле ул, байҙар һаран була бит ул, серетеп түкһә түгә, һиңә – шиш! Аҙна буйына магазиндан бер нәмә лә алманым. Кинәндем генә! Миңә үҙенә ярамаған кейеменән дә өлөш сығарырмы икән тип өмөтләнгәйнем дә, хатта һорап та ҡарағайным, ҡарун! Бирмәне! Кейемдәре лә хәтәр генә ине шул. Биргән булһа, мин уларҙы йылҡылдатып ҡунаҡҡа ғына кейеп йөрөр инем...
Зәбирәнең йөҙө әле ҡояштай балҡып китә, әле һөрөм баҫа. Ҡунаҡ буйына шып-шым ултырып, хәбәре йыйылып киткәйне ахырыһы, Гүзәлгә ауыҙ асырға ла ирек бирмәй.
– Ә бына бер заводтың баш экономисы саҡырғанда, өҫтәлдән хатта ҡата башлаған икмәген дә алдырманы. Сусҡаларыма, тине лә ҡуйҙы. Ундай ерҙәргә аҡмаһа ла тамыр тип өмөтләнеп бараһың бит инде. Юҡһа тауҙай бысраҡ һауыт-һаба йыуып тороуы еңел тип беләһеңме!..
Зәбирә өҫтәлде тәртипкә килтергәс, йәнә кухняға йүгерҙе, бер аҙҙан боҫрап торған сәйнүк тотоп килеп сыҡты. Шунда уҡ сәй яһай ҙа башланы.
– Бая ҡарап ултырам, – тип һүҙен яңынан бәйләне. – Һин тәүҙә сәйнүктән ҡара сәй ҡойҙоң, унан ғына һөт ҡойҙоң. Улай дөрөҫ булмай. Тәүҙә һөт һалыр кәрәк. Шул саҡта сәй иҫ киткес тәмле, телеңде йоторлоҡ килеп сығасаҡ. Ә һөткә ҡара сәй ҡойһаң, бәхетең булмай, тигәндәре төптө дөрөҫ түгел...
Был ҡатындың нисек теле талмай икән, тип Гүзәл уны өнһөҙ генә күҙәтеүен белде. Кешене бер нисә күреүҙә генә белеп бөтөп булмай икән. Гүзәлгә яңы танышы тыныс, баҫалҡы, баҙнатһыҙ тойолғайны. Әле бер ҙә улай тип әйтмәҫһең! Ана ҡайһылай әрһеҙ!
– Әйҙә, Гүзәл әхирәт, эс, эс, һыуытма сәйеңде, етешеп ултыр! Асыҡҡанһыңдыр.
Гүзәл тыңлаусан балалай сынаяҡҡа үрелде. Ысынлап та, һыуһатҡан да, асыҡтырған да икән. Уның өҫтәлендә лә аҙыҡ-түлек шул килеш ултырып ҡалды. Һүҙ, уйын-көлкө менән туйҙы ла ҡуйҙы әхирәттәре. "Балалар үҫкән инде”, – тип, күстәнәс тә алманылар. Ярай, ҡыҙының ғаиләһе лә бар бит әле. Айһылыу өләсәһенең бәлештәрен, пирог-сәксәген , емеш-еләген бигерәк ярата торған. Бая бер нәмәгә лә ҡағылмай тик ултырған Зәбирә әле ихласлап ашарға тотондо. Эшләгәндә ҡулына күҙ эйәрмәгән кеүек, әле ҡалағы ла уйнап тора. Үҙе, бөтөп ҡуймаһын тигән кеүек, салатының төрлөһөнән һалып алды, бешерелгән тәм-томдо эргәһенә өйөп ҡуйҙы. Гүзәл үҙе лә уның ыңғайына ярайһы ғына ашап ташланы.