Үҙебеҙҙең йортобоҙҙа Руслан ағайымдың ағастан һырлап эшләгән эштәрен ҡуйып, мөйөш эшләргә. Аллаға шөкөр, был эште мин эшләп тә ҡуйҙым. Ул эшләгән ағас һындарына ҡарап, мин дә күп тәжрибә тупланым, үҙебеҙгә лә эшләнем. Туғаным менән осрашҡан мәлдә, унан күп кәңәштәр алам, өйрәнәм.
Әсәйемдең бер туған ҡустыһы, ағайым Руслан Рафиҡ улы Ҡәҙербәков Ейәнсура районының Яңыбай ауылында тыуған. Ауылда урта мәктәпте тамамлағас, ул Өфө урман хужалығы техникумына уҡырға инә, инженер-механик һөнәрен үҙләштерә. Әлеге ваҡытта еңгәйем менән ике ул, ейәндәр тәрбиәләп, уларҙың уңыштарына ҡыуанып, тыуып-үҫкән ауылында күркәм йорт һалып сығып матур тормош көтәләр. Ағайым өҙҙөрөп гармунда уйнай, матур йырлай. Ҡулдары ла алтын уның. Бала саҡтан яратҡан шөғөлө – ағастан төрлө һындар эшләү, һүрәт төшөрөү. Оҫта һунарсы булараҡ, уға тәбиғәттә күп булырға тура килә. Бәлки, шуғалыр ҙа ул үҙенең эштәрендә ҡыр хайуандарын һәм ҡоштарын һынландырырға ярата. Ағайымдың ҡул эштәрендә, һүрәттәрендә Шайтантау ҡаяларын төйәк иткән бөркөттәрҙе, Ейәнсураның ҡуйы урмандарын гиҙгән айыу-бүреләрҙе һәм мышыларҙы күрергә була.
Әсәйем ағайым бүләк иткән ағас һындарҙан йортобоҙҙа матур ғына мөйөш булдырғайны. Бала саҡта мин унда ҡарап һоҡлана торғайным. Әсәйем һөйләүе буйынса, хатта уның ошо ҡул эштәрен өлгө итеп алып, ошондай уҡ әйберҙәр эшләүселәр ҙә булған. Руслан Рафиҡ улын хаҡлы рәүештә оҫта тип атарға мөмкин, ә бындай һәләт һәр кемгә лә бирелмәй. Ағайым бик тыйнаҡ кеше, күҙгә лә салынып бармай. Бәлки, шуғалыр ҙа уның был һәләте тураһында күптәр белмәйҙер ҙә. Ә мин үҙемдең ошондай үрнәк алырлыҡ
ағайым булыуы менән ғорурланам, уға һаулыҡ, эшендә уңыштар, ғаилә бәхете теләйем. Уның ижад ҡомары мәңге һүнмәһен, үҙе әүәлгесә кешелекле, киң күңелле, туған йәнле, көләс йөҙлө булып ҡалһын!