Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
17 Ғинуар 2020, 00:00

ӘРҺЕҘ ҠУНАҠ (хикәйә)

– Уның ни яуызлығы тейҙе тағы?– Алданы бит ул мине! Йәнәһе, берәү балалар баҡсаһы мөдире, Зарифымды урынлаштырырға ярҙам итәм, тигән булды, имеш, балаға унда яҡшы, уйынсыҡтар күп, тамағы көнө буйы туҡ...– Ниңә, урынлаштырманымы ни? – Сәриә биргән һүҙендә тора торған ҡатынсы тип, Гүзәл сәйерһенеп Зәбирәгә ҡараны.– Урынлаштырҙы, ни эшләп урынлаштырмаһын. Үҙенсә хатта ташлама яһаны. Тик тәрбиәсеһе 150 һумға квитанция тотторғас, артыма йығылып китә яҙҙым!– Бәй, ташлама менән шунсама ғына булыр инде.– Күрше хаҡы – тәңре хаҡы. Ул минең баламды бөтөнләй бушҡа йөрөтөргә тейеш ине. Нимә өсөн мөдир булып ултыра һуң ул унда?

(Аҙағы.)
– Баяғы ҡунаҡтарың бигерәк оҙаҡ ултырҙы, арттары диванға йәбешкән, тиерһең. Уларҙы нимә итеп саҡырғанһыңдыр инде? – Зәбирә йәнә телгә килде. Ауыҙҙарын бәлшәйтеп, кемгәлер янағандай, әйтеп ҡуйҙы: – Беләбеҙ инде уларҙың кем икәнен, бик яҡшы беләбеҙ!
–???
Баянан бирле Зәбирәнең ҡыланыштарына хайран булып ултырған Гүзәл һағайҙы.
– Шулай булмай ни... Анауы бөҙрә сәслеһен әйтәм... Шул тиклем дә яуыз уйлы кешеләрҙе күргәнем юҡ. Зөбәйләм мәктәпкә барырға булғас, эй үҙенә ярап ҡына торған форма таба алмайбыҙ. Уныһынан һорап ҡарайым, быныһынан, береһендә лә ҡыҙымдың размеры юҡ. Шунан әлеге Фатима килеп осраны. Миндә ятырға тейеш, килерһең һуң, тип саҡырҙы ла, барам, өйөндә юҡ был, барам – өйөндә юҡ. Шулай ҙа бер көн тап иттем быны. Эшем күп, ваҡытым юҡ тип аҡланған була. Ул көндө лә иртәгә килерһең, мотлаҡ ҡарап ҡуйырмын тине, иртәгәһенә кисләтеп кенә барһам, юҡ икән, кемгәлер биргәнмен тип ҡарап тора. Инәнән тыума әрләп ҡайттым. Һуң, биргеһе килмәгәс, шунда уҡ әйтһә ярамаймы икән, кешене шул саҡлы алдап йөрөтмәһә! Иғтибар иткәнһеңдер, бая ҡайһылай итеп миңә емерәйтеп-емерәйтеп ҡарап ала...
– Һуң, уның ҡыҙҙары әллә ҡасан үҫеп бөттө бит инде, бирһә – биргәндер. Ул бына... – саҡ һинең кеүектәргә тип әйтеп ебәрмәне Гүзәл, үпкәләтеп ҡуйырмын тип, тыйылып ҡалды. – Ул ни балаларының ярамаған кейемдәрен күптәргә таратты инде ваҡытында. Ташларға йәлләй ҙә, бирә. Гүзәл әхирәтен яҡлашты. Сөнки Фатиманың изге күңелле, ярҙамсыл икәнен бик яҡшы белә. Күпме аралашалар, бер алама һүҙ ишеткәне булманы, яман ҡылығын күргәне юҡ.
– Ә теге һимеҙәк Сәриә һуң! Ул да хәтәр эт кеше, белмәйһең генә.
– Уның ни яуызлығы тейҙе тағы?
– Алданы бит ул мине! Йәнәһе, берәү балалар баҡсаһы мөдире, Зарифымды урынлаштырырға ярҙам итәм, тигән булды, имеш, балаға унда яҡшы, уйынсыҡтар күп, тамағы көнө буйы туҡ...
– Ниңә, урынлаштырманымы ни? – Сәриә биргән һүҙендә тора торған ҡатынсы тип, Гүзәл сәйерһенеп Зәбирәгә ҡараны.
– Урынлаштырҙы, ни эшләп урынлаштырмаһын. Үҙенсә хатта ташлама яһаны. Тик тәрбиәсеһе 150 һумға квитанция тотторғас, артыма йығылып китә яҙҙым!
– Бәй, ташлама менән шунсама ғына булыр инде.
– Күрше хаҡы – тәңре хаҡы. Ул минең баламды бөтөнләй бушҡа йөрөтөргә тейеш ине. Нимә өсөн мөдир булып ултыра һуң ул унда?
– Бөтөнләй үк бушҡа булмаҫ инде... – Гүзәл нисегерәк әйтергә белмәй ыҡ-мыҡ килде. – Тәүтормош кешеһе түгелһең дә баһа, ошондай ябай әйберҙәрҙе генә белергә тейешһең инде...
– Улай булғас, бушҡа тип алдашмаһын!
– Икенсе берәйһе ҡыуанып риза булыр ине. Күктән төшкән бәхет булған бит ул һинең өсөн.
– Шулай булмаһа ярар ине! "Эшкә төш”, – тигән булды. Дәүләткә бушҡа бил бөктөм ти! Көт! Ана һинең бөгөн килгән бер әхирәтең, Әлиә, нисәмә ерҙә иҙән йыуған була? Бахыр. Күпме генә эш хаҡы алған була инде шуның өсөн? Әгәр теләһәм, мин уның бер ай буйы бил бөгөп тапҡан аҡсаһын бер көндә ҡайтара алам!
– Нисек һуң? Хәйер һорашыпмы, урлашыпмы? – Гүзәл тауышын күтәрә биреберәк һораны. Был ҡатынға йәне көйә башлағайны уның.
– Уныһын үҙем беләм! Һәр хәлдә хәйер һорай белергә лә кәрәк. Переходта ғына тороп, тиндәр йыйып байып булмағаны һәр алйотҡа билдәле. Әлиәгә нисәмә тапҡыр әле картуф, әле әҙерәк тоҙ, шәкәр һорап ингәнем бар, бер нәмәһе лә юҡ. Шул да булдымы тормош! Ауыҙын асһа үпкәһе күренергә тора бит уның, гел юҡ ти ҙә ултыра.
– Булһа ла бирмәйҙер...
– Шулай инде, тиндәр һанап ятҡас, нисек бирһен ти...
Гүзәл был ҡатындың тиҙерәк ҡайтып китеүен теләне. "Нимә эшләп ҡалды?" тигән уй бер туҡтауһыҙ мейеһен игәне.
– Бикәң бөтөнләй торғаны менән бер аҙғын. Ирҙәрен тартып алып, бисәләрҙе зар илата икән, тип һөйләйҙәр ана. Буш ерҙән төтөн сыҡмай ул. Тимәк, дөрөҫ!
– Мин кеше хәбәренә ышанмайым. Ундайҙы бер нәмәгә өлгәшә алмаған меҫкендәр генә һөйләйҙер. Көнләшеүенә сыҙаша алмағандар. Тәүҙә Бикә кеүек булырға кәрәк әле! Һин, мәҫәлән, ирҙәр эшен башҡара алаһыңмы? Уның аяҡ кейемен ремонтлау мастерскойын исмаһам бер генә тапҡыр булһа ла инеп ҡарап сыҡҡаның бармы?
– Уның кеүек булғым килеп тормай әле бында! Мастерскойын ғына күргәнем бар, нишләп булмаһын ти. Хатта итегемде лә эшләтеп алғайным бер заман. Исем өсөн генә тегештергәндәр ҙә, шуның өсөн шаҡарып аҡса алмаҡсы булалар. Бирмәнем! Тәүҙә йүнләп эшләргә өйрәнһен. Көпә-көндөҙ оялмай ҙа кеше талай!..
– Ә һинең шуға ла хәлеңдән килмәй. – Гүзәл талашып китеүҙән шөрләп, һүҙҙе икенсегә борорға уйланы. – Балаларың йоҡларға ятҡандыр инде? – Үҙе тороп, өҫтәлдән һауыт-һабаларҙы йыйыштырырға теләне. – Ваҡыт бигерәк һуң булып китте. Иртәгә иртә торорға кәрәк. Бараһы ерҙәрем дә бар ине...
– Был мәлдә ҡайҙа йоҡлау! Минең ҡунаҡҡа киткәнде белгәс, күстәнәс көтә улар. – Уның йөҙөн йылмайыу ялмап алды, күҙҙәре осҡонланды. Гүзәл ыңғайына һикереп тороп, уны этеп тигәндәй кире урынына ултыртты.
– Үҙем тип әйттем бит, үҙем. Хәҙер, һә тигәнсе йыуып, йыйыштырып ҡайтам, көйөп китмә әле улай. Гүзәлдең туҡтауһыҙ ауыҙы асылды, үлтереп йоҡоһо килде. Быға тиклем өҫтәлен йыйыштырып, етенсе төшөн күрә башлаған булыр ине инде. Һауыт-һабаһын иртәгә лә йыуырға мөмкин. Йә инде, Зәбирәһе һаман ҡайтырға уйламай ҙа түгелме һуң?
– Ә ниңә һин бер ерҙә лә эшләмәйһең? – Бер аҙ Зәбирәгә ҡарап ултырғандан һуң аптырап һорап ҡуйҙы Гүзәл.
– Эшләргә? – Зәбирә, алйотһоңмо әллә тигән төҫлө, эшенән туҡтап Гүзәлгә текәлде
– Эйе. Уға ниңә аптырарға? Ҡыҙыңа дүрт йәш түгелме һуң?
– Ю-уҡ, минең былай ҙа ваҡытым юҡ. Ике баланы ашатыр кәрәк, кейендерер кәрәк. Дәүләт аҡса түләйме ни ул? Эшләтер-эшләтер ҙә ҡуҡыш тиер. Шунан асҡа үлергәме?
– Балаларыңа аталары ярҙам итәме һуң?
– Ниндәй ярҙам! Атай буласаҡтарын белгәс тә табандарын ялтыраттылар бит инде. Уларҙың ни бар белгәне эсеү ҙә һуғышыу, эсеү ҙә һуғышыу... Мин ни балаларымды үҙем өсөн таптым. Балалар йортонда үҫтем мин. Әсәй наҙын исмаһам берҙе генә булһа ла татыманым. Шул ваҡыттарҙа уҡ күп итеп бала табам, тип үҙемә һүҙ биргәйнем. Әле бәпестәремдең "әсәй” тип әйтеүен ишеткән һайын үҙәктәрем өҙөлөп китә инде бына.
– Бала тулы ғаиләлә үҫергә тейеш. Шунда ғына ул ысынлап тороп етемлекте тоймаясаҡ.
– Тәүҙә мин дә шулай тип уйлағайным да ул... – Зәбирәнең күҙҙәре моңһоуланып китте. Эшенән туҡтап, бер нөктәгә төбәлеп, нимәнелер иҫенә төшөрҙө. Унан, үҙ алдына һөйләнгәндәй әйтеп ҡуйҙы: – Ҡыҙымдың атаһының ҡатыны бар ине шул. Мин йәш ҡыҙ... Оҡшатҡанмын, үлеп ғашиҡ булғанмындыр инде. Ул саҡтағы күҙ йәштәрен, талаш-тартышты иҫләһәң... Тәндәрем әле лә зымбырҙап китә. Айыртып алып та ҡайтҡайным. Бисәһе, ҡоромағыр, бер көн килеп тейәп кире алып ҡайтып китте. Йәнәһе, балалары таптыра. Ә минеке бала түгел инде. Илап та ҡараным, инәлеп тә, миндәге балаһын тәкем таныманы. Бисәһе ҡайҙалыр икенсе өлкәгә алып сығып китте шунан.
– Ә икенсе ирең?
– Уныһы менән дә яҙылышманыҡ. Минән ҡайтышманы үҙе. Мин тапҡанды ашап-эсеп ятты, үҙенән һуҡыр бер тинлек тә файҙа күрмәнем. Аҙаҡ икенсе бисәгә ҡасты. Уныһын инде эҙләп тә торманым. Шулай, әхирәт. Донъяла бер генә йүнле ир ҙә юҡ ул.
– Улай уҡ түгел инде. Мин яҡшы ғаиләләләрҙе, бынамын тигән атайҙарҙы бик күп беләм. Күп улар. Ниһайәт, Зәбирә өҫтәлде йыйыштырып бөттө.
– Зәбирә, һауыт-һабаны иртәгә үҙем йыуырмын. Әлеге ярҙамың өсөн дә бик ҙур рәхмәт. Ҡайт инде, балаларың көтәлер. Күстәнәс ал да.
– Юҡ, юҡ, йыуам тигәс, йыуам. Миңә ҡыйын түгел. Яҡшы кешеләргә бил бөкһәң дә ярай ул. Вәсилә ханымдың да аҙнаһына бер барып өйөн йыуып бирәм. Теләһәң, һиңә лә килә алам, күп тә һорамайым...
– Һуң, ыҙалағансы, йүнлерәк эшкә төшһәңсе? Күңелең тыныс булыр ине, үҙеңде-үҙең ихтирам итә башлар инең.
– Юҡ-юҡ, өндәшмә лә. Миңә былай ҙа яҡшы. Кәрәкмәй икән – кәрәкмәй. Мин бүтән кеше табам. Зәбирә кухняла һауыт-һаба менән булышҡансы, Гүзәл ҡунаҡ бүлмәһен йыйыштырҙы, урын һалды, душҡа инеп ҡойоноп сыҡты. Душтан сығыуға Зәбирә лә эшен бөткәйне.
– Еңел пар менән! Сәй ҡайнатҡайным, йыуынғандан һуң бигерәк рәхәт булып ҡала ул. Мәтрүшкә лә һалдым. Әхирәт, әрләшмәһәң, үҙемә лә әҙерәк алдым әле, – тип кухняға саҡырҙы.
– Ярай-ярай, ал, унда күп ул, – тиеүҙән башҡа сара ҡалманы Гүзәлгә. Артығы юҡ инде уның, бер көндө генә ҡыҙы ла һорай ине, уға бирмәгән әле.
– Һинең ҡарағат, ағас еләге ҡайнатмаларың да күп икән. Эй, бигерәк шәп, йүнселһең дә инде, әхирәт! Ҡасан өлгөрәһең тиген! Мин бына йыл һайын да бер банка ла эшләй алмай ҡалам. Еләк-меләген күп бирәләр ул, балалар ашап рәхәтләнә, аллаға шөкөр! Шәкәр булмай ҙа ҡуя шул. Кеше лә хәтәр бит ул, шул тиклем ҡарундар, күҙгә ҡарап шәкәрем юҡ тип алдашалар. Әйтерһең, мин күп һорайым. Бына хәҙер белдем ҡайҙа йәшәгәнеңде, еләк ваҡытында шәкәр һорап һиңә килермен инде, әхирәт.
Гүзәлдең Зәбирәне баянан бирле ҡыуып сығарғыһы килә. Сәғәт хәҙер төнгө өс бит инде! Ә ул һаман ләпелдәп, йөрөүен белә. Тәүҙә мөләйем, ихлас күренгән был ҡатынды мәскәй әбейгә оҡшата башланы.
– Гүзәл, ҡоротоңдан да әҙерәк һалып алдым әле. Бер ҙә генә ҡалала йәшәйем тимәйһең, бөтөн нәмәң бар, әйкәйем! Балың да күп кенә булғас, ярты литрлыҡ банка тапҡайным, ҡойоп алдым.
"Йә хоҙайым! – тип хайран ҡалып, ни тиергә лә белмәй алйот кеүек башын һелкеп тик ултырҙы Гүзәл. – Тағын нимәләремдән "әҙерәк кенә” һалып алды икән?”
– Бынау бешергән нәмәләрең бигерәк тәмле килеп сыҡҡайны, картуф менән итең, салаттарың да... Ни, Гүзәл, ҡунаҡ бик шәп булды. Балаларыма ҡайтып маҡтап-маҡтап һөйләрмен, улар һиңә иртән дә, кисен дә иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер теләр. Бәләкәйҙәрҙең сауабы көслөрәк була ул. Мин китәйем инде. Һин йоҡла, ял ит.
Йөҙө боҙола башлаған Гүзәлдән күҙен алмай, Зәбирә ишеккә табан атланы. Тиҙ-тиҙ генә итектәрен, курткаһын кейҙе лә, төймәләрен дә элеп тормай, тупһала ултырған оло сумканы саҡ күтәреп, тышҡа атланы. Япҡан ишеген шунда уҡ ҡабаттан асып, башын тыҡты ла:
– Гүзәл, асыуланма инде, өйҙә бер ни ҙә ҡалмағайны, бер әсмүхә сәйеңдән, ике киҫәк итеңдән, майыңдан да алдым. Һауыт-һабаңды йыуҙым бит, – тип, күҙҙән юғалды.
Гүзәл оҙаҡ иҫәнгерәп ултырҙы. Әхирәттәрен оҙатҡандан һуң үткән ваҡыт төш кенә булып күренде. Зәбирә сығып киткәс еңел тын алып ҡуйһа ла күңеленә нимәлер төйнәлгәндәй булды. Ауыр аҙымдар менән килеп һыуытҡысын асты. Ите уның былай ҙа ике киҫәк кенә ҡалғайны, майы иһә исем өсөн генә лә ҡалмағайны. Зәбирәнең икенсе көнөнә: "Гүзәлдән һуҡыр бер тин дә алып булмай ул...” – тип яманлап һөйләп йөрөрөн белмәй ине әле...
Читайте нас: