Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
6 Февраль 2020, 14:37

#хәтирәләр

Бынан бик күп йылдар элек, Ейәнсура таңдары гәзите редакцияһына ҡабаланып уҡытыусым, оҙаҡ йылдар Иҙәш ауылында мәктәп директоры булып эшләгән Хәсән ағай Дәүләтбаҡов килеп инде.Йөҙө шундай шат, үҙе ғәҙәттәгесә ихлас күренде.Үҙенең уй - ниәттәре менән бүлеште.Ауыл мәктәбенә ауылдың күренекле кешеләрен туплаған (стенд сығарыу өсөн ) фотоларын йыйып йөрөүен белдерҙе.Минән фото һораны.Оҙаҡламай шағир Ғилман Ишкининдың ижад кисәһен үткәрәсәкбеҙ, һеҙҙә ҡатнашаһығыҙ тип өҫтәне.Ҡаушап ҡалдым...Ләкин

#хәтирәләр
Бынан бик күп йылдар элек, Ейәнсура таңдары гәзите редакцияһына ҡабаланып уҡытыусым, оҙаҡ йылдар Иҙәш ауылында мәктәп директоры булып эшләгән Хәсән ағай Дәүләтбаҡов килеп инде.Йөҙө шундай шат, үҙе ғәҙәттәгесә ихлас күренде.Үҙенең уй - ниәттәре менән бүлеште.Ауыл мәктәбенә ауылдың күренекле кешеләрен туплаған (стенд сығарыу өсөн ) фотоларын йыйып йөрөүен белдерҙе.Минән фото һораны.Оҙаҡламай шағир Ғилман Ишкининдың ижад кисәһен үткәрәсәкбеҙ, һеҙҙә ҡатнашаһығыҙ тип өҫтәне.Ҡаушап ҡалдым...Ләкин ул минең уйҙарымды уҡығандай, һеҙҙең ижадығыҙ өлгөргән, үҙ урынын тапҡан, бында уңайһыҙланырға хаҡығыҙ юҡ, тине.Оҙаҡ йылдар район гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе булып эшләгән, уҡытыусым алдында баҙып ҡалдым.Ул мине ҡанатландырып ижадыма байҡау яһап бик күп йылы һүҙҙәр әйткәйне.Ул ваҡытта Ғилман ағай Ишкининды мин оло шәхес булараҡ хөрмәт итә инем.Мәҡәлә яҙырға ҡайтырмын, ундай сараларҙа ҡатнашырға уңайһыҙланыуымды белдерҙем.Ләкин Хәсән Ғәлиәкбәр улы был оло сара ла хәбәрсе генә булып түгел, ә үҙемдең шиғырҙарымды уҡып сығыш яһауымды һораны.Шулай уҡ, ул ижад кисәһенең төп маҡсаты - Ейәнсура районы ауылдарында йәшәп яҙышыусы шағирҙар - Юнай ауылынан Харис Телямов, Байым ауылынан Сәлих Ваһапов, Ибрай ауылынан Әхмәтсәлим Яҡупов һ.б.ҙы халыҡ менән яҡынданыраҡ таныштыу теләгенең ҙур булыуын билдәләне. Шағир Ғилман Ишкининдың кисәһен беҙ бергәләп Иҙәш мәҙәниәт йортонда үткәрәбеҙ, тине.Ул ваҡытта Хәсән Ғәлиәкбәр улының теләге тормошҡа ашты.Кисә шул тиклем матур үтте.Иҙәш ауылы мәҙәниәт йорто халыҡ менән шығрым тулы ине.Йәшлек гәзите мөхәррире Артур Дәүләтбәков ҡайтҡан (саҡырылған) ине.Китапханасы Нурия апай Файзуллинаның нәфис һүҙе, Илфак Уракаевтың гармун моңдары күңелдә уйылып ҡалды. Эй, ваҡыттың үтеүе...Бөгөн Ғилман Ишкининдың юбилейы тураһында бик күп яҙалар.Мин иһә тыныс ҡына шағирҙың исемен йөрәгемдә йөрөтәм.Шағир булараҡ...Шиғриәттә үҙ юлын, үҙ урынын тапҡан шағир, оло шәхес булараҡ һоҡланам.Хөрмәт итәм.Уҡытыусым Хәсән Ғәлиәкбәр улы Дәүләтбаҡовтың да изге хыялдарының тормошҡа ашыуына иманым камил.Мин тарих биттәренә боролоп ҡарап, шундай кешеләрҙең беҙҙең арала булыуына ҡыуанам.Бер миҙгел...Бер матур, яҡты йәйғор, алыҫ йондоҙ һымаҡ балҡып һаман йылыталар әле.Күңелде илһам менән һуғаралар.Ҡанатландыралар.Уларҙың әйткән йылы һүҙҙәре кәңәштәре һалҡын февраль айын йылыта әле.
Читайте нас: