Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
17 Февраль 2020, 21:00

#шиғриәт_тулҡындарында

Гәзит уҡыусылар ижады Гөлйыһан Ҡәҙербаева. Иҙәш ауылы. Ҡайтаһы ла килә бала саҡҡа Олоғайһам да, ҡайсаҡ һағынамын,Йөрәккәйем елпеп, ҡағынамын.Ҡайтаһым да килә ҡайһы саҡта,Эй, ҡайтаһы килә бала саҡҡа.Ятаһы ла килә иркәләнеп,Әнейемдең наҙлы ҡулында.Өйөрөлөп тә килә бейейһемӘтейемдең ҡурай моңонда.Дауамын сайтта уҡырһығыҙ.

Гәзит уҡыусылар ижады
Ҡайтаһы ла килә бала саҡҡа
Олоғайһам да, ҡайсаҡ һағынамын,
Йөрәккәйем елпеп, ҡағынамын.
Ҡайтаһым да килә ҡайһы саҡта,
Эй, ҡайтаһы килә бала саҡҡа.
Ятаһы ла килә иркәләнеп,
Әнейемдең наҙлы ҡулында.
Өйөрөлөп тә килә бейейһем
Әтейемдең ҡурай моңонда.
Ҡойонаһым килә Иҙәшемдә,
Иңләп-буйлап, өшөп, туңғансы.
Ҡыҙынаһым килә ярҙарында
Ҡояш нурҙарынан туйғансы.
Көйәнтәләп һыу ташыйһы ине
Ярҙарынан Иҙәш һыуының.
Ялан аяҡ йүгерәһе ине
Кисеүенән йылға буйының.
Эй, ҡайтаһы ине баласаҡҡҡа.
Әгәр ҡайтып булһа баласаҡҡа
Сәскә йыйыр инем болонда.
Сәскәләрҙән күбәләктәр ҡыуып,
Йүгерер ҙә инем ҡолондай.
Олоғайһам да һағындыра,
Йөрәккәйем елпеп ҡағындыра.
Эй, ҡайтаһы ине бала саҡҡа
Ҡайтаһы ла килә ҡайһы саҡта…
Ҡайтып булмай икән бала саҡҡа…
Гөлйыһан Ҡәҙербаева. Иҙәш ауылы.
2020 йыл, февраль.
Читайте нас: