Тормош һабағы
20 Февраля 2020, 18:00

Ғорурланабыҙ!

Илде һаҡлау элек-электән егет кеше өсөн тыуған төйәге, халҡы алдында изге бурыс һаналған. Быуаттар дауамында үҙенең көслө армияһы менән дан тотҡан Рәсәй әле лә шанлы үткәндәр юлынан тайпылмай. Ата-бабаларҙан ҡалған данлы традицияны дауам итеп, тыуған илде һөйөү хисенә тоғро ҡалып, бөгөнгө көндә лә беҙҙең егеттәр илебеҙ именлеге һағында тора. Ейәнсура егеттәре лә һынатмай.Яңыбай ауылы егете Ғилмитдинов Ғәлинур Зәйнитдин улы әлеге көндә Амур өлкәһе Белогорск ҡалаһының 59792-се һанлы хәрби базаһында хеҙмәт итә. Ярты йылдан ашыу хеҙмәт ваҡытында, ул үҙен һәйбәт әҙерлекле, ҡуйылған бурыстарҙы тырышып ваҡытында башҡарыусы, булдыҡлы, ярҙамсыл, күптәргә өлгөлө һалдат итеп күрһәтә һәм етәкселеге тарафынан Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Тейешле тәрбиә биреүсе атаһы Зәйнитдин Ғилмитдин улы менән Айгөл Ғирфан ҡыҙы өсөн, улдары Ғәлинур киләсәк тормошта ла ихтирамлы, хәстәрлекле, ярҙамсыл, Ватаныбыҙҙың лайыҡлы гражданины булып ҡалыр тип ышанабыҙ. Улырҙың ғаиләһенә һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйек!!!Әлиә Ҡәҙербәкова, китапханасы.

Ғорурланабыҙ!
Илде һаҡлау элек-электән егет кеше өсөн тыуған төйәге, халҡы алдында изге бурыс һаналған. Быуаттар дауамында үҙенең көслө армияһы менән дан тотҡан Рәсәй әле лә шанлы үткәндәр юлынан тайпылмай. Ата-бабаларҙан ҡалған данлы традицияны дауам итеп, тыуған илде һөйөү хисенә тоғро ҡалып, бөгөнгө көндә лә беҙҙең егеттәр илебеҙ именлеге һағында тора. Ейәнсура егеттәре лә һынатмай.
Яңыбай ауылы егете Ғилмитдинов Ғәлинур Зәйнитдин улы әлеге көндә Амур өлкәһе Белогорск ҡалаһының 59792-се һанлы хәрби базаһында хеҙмәт итә. Ярты йылдан ашыу хеҙмәт ваҡытында, ул үҙен һәйбәт әҙерлекле, ҡуйылған бурыстарҙы тырышып ваҡытында башҡарыусы, булдыҡлы, ярҙамсыл, күптәргә өлгөлө һалдат итеп күрһәтә һәм етәкселеге тарафынан Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Тейешле тәрбиә биреүсе атаһы Зәйнитдин Ғилмитдин улы менән Айгөл Ғирфан ҡыҙы өсөн, улдары Ғәлинур киләсәк тормошта ла ихтирамлы, хәстәрлекле, ярҙамсыл, Ватаныбыҙҙың лайыҡлы гражданины булып ҡалыр тип ышанабыҙ. Улырҙың ғаиләһенә һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйек!!!
Әлиә Ҡәҙербәкова, китапханасы.
Читайте нас