– Ярай, апай, килерһегеҙ, йәме, – ул тағы бер нурлы йылмайып ҡараны ла сығып юғалды. Әллә ниндәй кеше… йондоҙмон тип маһаймай ҙа, йылмайыуын тирә-яҡҡа сәсә. Ә шул нурҙар хәүефте тарата, йонсоу көн дә яҡтырып китә. Шуны үҙе беләме икән? Юҡтыр. Ул бөйөк эштәр өсөн яралған ижадсы. Ваҡлыҡтар ят уға. Эскерһеҙ күңеленең шар асыҡ булыуын күреп хафаланып ҡуям ҡай саҡта. Яңылышмаһа ярар ине, тим, берәй эскерле әҙәм асыҡ күңеленә ласлатҡансы төкөрөп китмәгәйе. Тәҙрәнән тышҡа баҡтым. Бәй-бәй, ни күрәм? Минең ҡарашҡа ниндәйҙер дәрәжәлә идеаль күренгән ҡояш малайы ят ҡыҙҙы ҡосаҡлап тора. Хәйер, “ҡосаҡлап” уҡ түгел икән. Бер-береһенә яҡын тороп һөйләшкәнгә шулай тойолған, ахыры. Ҡараштары ғына түгел, ҡулдары ла, күрешеүҙән һуң кире йылы бирсәткәгә кереп ҡасмай, тотоношоп торалар. Бер нисә секунд ҡына дауам иткәндер был күренеш, ә миңә бик оҙаҡ тойолдо. “Алтын” малай һүҙ ыңғайында ғына ҡыҙҙы битенән үбеп алды ла, ғәҙәттәгесә йүгерә-атлай машинаһына ыңғайланы.
Ә тегенеһе уҡтай атылып кабинетыма килеп инде. Уларҙы игеҙәк тиерһең – йылмайыуҙары оҡшаш кеүек. Ҡыҙҙың биттәре әллә ғинуар һыуығынан, әллә ирендәр ялҡынынан алһыуланып янып тора. Ҡара күҙҙәренән һирпелгән осҡондар бүлмәгә яҡтылыҡ өҫтәй.
– Хәйерле көн, Һылыубикә апай, нисек хәлдәр?
Ғәҙәтенсә әйтте, “хәлдәр нисек” түгел, ә тап шулай: “нисек хәлдәр”. Тауышы ғәжәп ғәмһеҙ, эскерһеҙ яңғырай. Ҡараштары ла янып бара.
Ихласлыҡтың йәнә бер сағыу өлгөһөнә ҡарап тағы баҙап ҡалдым. Бәлки, мин – биш тиҫтәне ваҡлаған “ҡарсыҡ” – гонаһлылыр? Шул арала әллә ниҙәр уйлап бөттөм. Етмәһә, уны “һин – ир ҡатыны, ни йөҙөң менән ул ҡатынлы ирҙең ауыҙына инерҙәй булып хаяһыҙ ҡыланаһың”, тип орошмаҡҡа булып торам. Ә бәлки, улар туғандарҙыр… Эштең айышына төшмәйенсә нишләп хыянатта ғәйепләмәк буламдыр был баланы? Күптән беләм, тиһәм дә, ғаиләле, балалы икәненән артыҡ бер һүҙ әйтә алмайым уның тураһында. Һөйләшеп китһәң, бик аҡыллы, үҫешкән кеше былай. Ниндәй тема ҡуҙғатаһың, һәр саҡ үҙ фекере була, һәр хәл-ваҡиға хаҡында хәбәрҙар. Үҙемдең коллективҡа ла алырға уйлап йөрөй инем, кире ҡаҡты. “Мин ҡаланы яратам, кинәнеп йәшәп китермен, кеше тупһаһында йөрөһәм дә ауырһынмаҫмын, бәлки… Әммә иремде атаһы нигеҙенән ҡутарып алып китһәм, ә ул бында урынлаша алмаһа? Мин унан күберәк аҡса алып карьера эшләй башлаһам, уны шуның менән кәмһетермен тип ҡурҡам. Ә ул – ғаиләне туйҙырыусы, баш булып йөрөй. Мин дә һалпы яғына һалам ҡыҫтырып ҡына торам. Хәлдәр кирегә әйләнһә, һынасаҡ бит ул. Һыныҡҡа терәк булып ғаилә ҡороп буламы ни?”
“Һындырмаҫһың, һығылмалыраҡ булырһың. Ошондай аҡылың менән дә карьера эшләмәй әрәм булһаң, яҡшыраҡмы ни? Һин дә илгә хеҙмәт итәсәкһең, халыҡҡа! Ирең дә аңлар, моғайын, һин дә аҡса эшләһәң, ғаилә өсөн тағы ла яҡшыраҡ түгелме ни? Ни өсөн кәмһенергә уға?”
“Эй, апай! Үҙ холҡомдо үҙем белмәйемме ни мин? Көсһөҙ бит мин, аңлайһыңмы, көсһөҙ! Аҡсаны, данды башҡа ҡапыл ғына килеп төшкәнде күтәрә алмайым. Танау күтәрелә, ҡайҡая башлайым, холҡом боҙола. Иремде үҙем кәмһетәсәкмен. Дөйөм кешелеккә – ниндәйҙер бер абстракт төшөнсәгә ҡарағанда, берәүҙе – иремде бәхетле итеү Хаҡ Тәғәлә ҡаршыһында дөрөҫлөк булмаҫмы?”
Уның был һүҙҙәре оҙаҡ ваҡытҡа уйға һалды мине. Ниндәйҙер дәрәжәлә хаҡлыҡ уның яғында ла һымаҡ бит. Әҙме ни беҙҙең халыҡта шундай ҡатын-ҡыҙҙар – аҡыллы ла, сибәр ҙә, булдыҡлы ла. Теләһә ниндәй вазифалы дәрәжәгә ҡуй – емертеп эшләй, ил, халыҡ өсөн йәнен фиҙа ҡыла. Шунан ил-йорт өсөн янып-көйөп һуты бөткәнсе һығыла ла, ҡартлығында ярыҡ ялғаш янында тороп ҡала. Ғаилә ҡороп, балалар үҫтерә торған ваҡыты үтеп киткән, ә ул, янып-көйгән “халыҡ”, ысынлап та, абстракт төшөнсә, баҡтиһәң, һалҡын төндәрҙә арҡаңды йылытмай, сарсағанда һыу һонмай, күңелеңә ауыр саҡта һөйләшеп ултырып шомдарыңды таратып ебәрмәй… Гәрсә үҙ ваҡытында ғаилә ҡороп, бала тапҡан булһаң да, вазифа ялмауыҙҙай көсөңдө ялмап, һағалап торғас, йыш ҡына ир тигән әҙәм балаһын, берәү генә булһа ла, бәхетле итеп булмай шул. Уйлана торғас, төшөндөм, бик күп әхирәттәрем, иптәштәрем минең кеүек яңғыҙ икән. Йәшерәк саҡта аптырала ине – төҫ тиһәң, төҫ бар, һын тиһәң – һын, аҡыл тиһәң – аҡыл, ҡулдан килмәгән эш юҡ, был ирҙәр ҡайҙа ҡарай икән, нимә етешмәй икән уларға, тип. Олоғая килә “ирҙәр ваҡайланды, көслө ҡатындарҙан ҡурҡалар”, тигән фекергә киленгәйне. Әле бынау бала, минән ике тапҡыр әҙерәк йәшәгән булһа ла, нимә ти? “Һеҙ, ирҙәр беҙҙең өсөн, тип яңылышаһығыҙ, асылда иһә, Хоҙай беҙҙе улар өсөн яратҡан бит. Тимәк, беҙ үҙебеҙ үҙгәрергә, кәрәк икән шәхси амбицияларҙы ҡуйып торорға тейешбеҙ”, – ти.
– Ә Хоҙай һиңә талант биргән икән, һин уны халыҡҡа ҡайтарырға тейеш түгелме ни? Талантлы булыу – яуаплылыҡ бит ул. Хоҙай биргән осҡондо ваҡ-төйәк мәшәҡәт саңына күмеү – оторо гонаһ түгелме?
– Эй, апай, талант нимә икәнлеген кем белә һуң? Минең һәләтем – Хоҙайҙан, тип өҙөп әйтә алыр инегеҙме һеҙ? Әллә уны халыҡҡа ҡайтарһын тип биргән, әллә ни бары һынамаҡ өсөн генә.
–Нисекме? “Һәләтлемен”, тип алданып ғүмерен ижадҡа бағышланы, ти берәү. Әммә көсәнеп тә гениаль әҫәр тыуҙыра алманы, ти, мәҫәлән. Шул талант шәүләһе бар тип ышанып, кешелекте дауам иттереү бурысын үтәмәй ҡалған булды, ти. Халыҡтың рухи донъяһын да байытманы, кешелектең үҙен дә кәметте була түгелме? Шул кешелек араһындағы берәүҙе бәхетле итеп, ергә тағы ла бер нисә бәхетле кешеләр тыуҙырған булһалар?
Ысын талант йәки шәүлә генәме – был хаҡта уйлағаным да юҡ ине әле. Һүҙҙе сираттағы документҡа ҡул ҡуйҙыртырға ингән урынбаҫарым бүлде.
Ә мин ҡасандыр “талантлы” тип эшкә алған урынбаҫарым хаҡында уйланып тороп ҡалдым. Бәлки, бына был – “шәүләлер”? Уҡыу йортон яҡшы тамамлаған, шунда уҡ эш тапҡан, ҡағылмаған-һуғылмаған. Һәр нәмәне дөрөҫ эшләй, телмәрендә урынлы ғына афоризмдар, цитаталар ҡуллана. Һәйбәт кенә кимәлдә, ярайһы ғына тиражда сыҡҡан китабы ла бар. Графоман ғына түгел, әлбиттә, уҡырлыҡ. Геройҙары аҡҡа-ҡараға бүленгән, конфликт, кульминация, сиселеш… Һәр нәмә үҙ урынында, бөтәһе лә дөрөҫ, логикаға буйһона. Әммә әле, теге баланың әйткәндәренән һуң, шуны аңланым. Минең урынбаҫар, әлбиттә, Яҙыусылар союзына инер, яңы әҫәрҙәр яҙыр, әммә… Әммә классиктар рәтенә баҫа алмаҫ, ахыры. Сөнки ижадында яңы, башҡа бер кем әйтә алмаҫлыҡ яңы һүҙ юҡ. Билдәле хәҡиҡәтте ҡабат таҫҡыуҙан ни фәтүә? Май ул тағы ла майлыраҡ була алмай ҙа инде?
Уйҙарым һаман теге икәү тәңгәлендә… Мин уларҙы таныштар тип башыма ла килтермәгәйнем. Быныһы – баш ҡалаға ярты йылға бер генә килеп сыға, унда ла көнөнә әйләнеп ҡайтып китә. Тегеһе йыш ҡына сит илдәрҙә гастролдә, райондарға сыҡҡаны ла юҡ. Ә бер-береһен бик яҡшы белгән кеүек торалар ине тороуын… Был ҡыҙыҡһыныу тәки күңелгә тынғы бирмәҫ, ахыры. Арлы-бирле хәл-әхүәл белешеп, йомошон тамамлағас, баянан бирле күңелде ҡытыҡлап торған һорауҙы бирмәй түҙмәнем:
– Таныш икәнегеҙҙе белмәй инем, нимә серләштегеҙ ул Дарман менән?
– Ниндәй Дарман? Ә-ә-ә, Дарман Бәхетбирҙинды әйтәһеңме? – шарҡылдап көлөп ебәрҙе. – Нимә тиһен инде ир-егет йәш һәм әллә ни йәмһеҙ булмаған ҡатын-ҡыҙға? Билдәле инде, осрашайыҡ кискә, ти.
Минең ҡояш ярсығына, Хоҙай бәндәһенә тиңләп һоҡланған шәхесте уның яп-ябай ғына һәр бер итәк артынан эйәреүсегә тиңләгәндәй һүҙ йөрөтөүе сикһеҙ асыуыма тейҙе.
– Ә мин, көсһөҙ ҡатын-ҡыҙ, нимә тип яуап бирә алам әле апаруҡ йәп-йәш һәм Иблистең үҙе кеүек сибәр һәм ымһындырғыс ир-егеткә? Әлбиттә, фәҡәт “эйе”, тип кенә.
– Эйе, тинем. Ә ниңә тимәҫкә? Ул бит миллион уҡ булмаһа ла, меңәрләгән ҡатын-ҡыҙҙың хыялы, идеалы, кемдер уға ҡағылыу түгел, тере килеш йөҙөн күрергә зар-интизар. Ә миңә иһә – тиктомалдан ысынбарлыҡ. Шундай мөмкинлекте лә файҙаланманым тип әйтһәң берәйһенә, бот сабып көлөр бит!
– Иреңә хыянат булмаймы ни был?
– Ниндәй хыянат, һеҙ нимә? Хыянат ул тиңдәр араһында була! Ә был хыянат түгел, был бүләк!
Әллә ысынды һөйләй, әллә юрый ҡылана был нишана. Иренә мөхәббәт хаҡына карьеранан да баш тарҡан кешенән көтмәгәйнем бындай һүҙҙәрҙе лә, бындай ҡылыҡты ла. Әллә ысынлап та шулай уйлай, әллә берәй хәйләһе бар. Ә әңгәмәсем күҙгә тишә ҡарап дауам итте:
– Ә ниңә, һеҙ минең урында баш тартыр инегеҙме? Ул кем дә, мин – кем? Ул – йондоҙ. Уның таланты “ҡара пиар” хеҙмәте түгел. Ысынлап та йыһандан тамған тамсы. Электр шәме яҡтыһы түгел, ҡояш нуры. Ә мин? Мин уның менән сағыштырғанда саң, туҙан! Һуш алырлыҡ сибәрлегем дә юҡ, аҡылым да том-том китап яҙырлыҡ түгел. Уға берәй файҙам тейерлек вазифа ла биләмәйем, исмаһам. Әйтәм бит, мин – бер кем дә түгел. Ә ул мине таный. Нисә йылдар үткән, ә ул исемемде онотмаған, ғәжәп бит! Һеҙҙең ҡояш нурында уйнаған саңды күргәнегеҙ бармы? Һәр бөртөгө алтын булып йым-йым ялтырай, эйеме? Ә шул уҡ ваҡытта ул бит туҙан, саң булыуҙан туҡтамай. Ни бары саң. Ә ҡояш нуры уны нисек үҙгәртә, ниндәй матурлыҡ өҫтәй, зиннәткә әйләндерә! Шул уҡ ваҡытта ҡояштың яҡтыһы ла кәмемәй, нуры ла тоноҡланмай, бер ниндәй ҙә саң ҡунып ҡараламай уны. Ул барыһынан да көслөрәк. Күгеңде ҡара быяла менән ҡаплаһаң да, тәнең шул йылыны, яҡтыны тоймай ҡала алмай. Сөнки гонаһлы ерҙә генә була торған саңдан күк ҡото ҡояш бик ныҡ, бик ныҡ йыраҡ. Беҙ ҙә шулай түгелме ни? Уның саҡ ҡына иғтибары тарафыма йүнәлгәйне, мин дә әллә кем булып үҫеп киттем. Үҙемде мөһим кеше итеп тоям. Иң ғәжәбе – үҙем өсөн мөһим кешемен. Үҙемде яҡшыраҡ баһалайым. Аҡылым менән, әлбиттә, бик яҡшы аңлайым – ул минән бик йыраҡ. Ул – юғарыла, ул башкөллө ижад тигән серле донъяла. Мин уның өсөн бөтөнләй әһәмиәтле түгелмен. Бөгөн уның шундай кәйефе шәп. Шул етте. Һәм уға осраҡлы ғына рәүештә мин тап булғанмын. Мин осрамаһам, бөгөн тәҡдим икенсенең өлөшөнә төшөр ине…
Хыянат тиңдәр араһында ғына була. Ғәжәп һүҙҙәр. Кем был һүҙҙәрҙе ҡолағына әшкәртә икән, белһәң ине. Ҡайҙан алып әйтте ул быны? Берәй ерҙән уҡығанмы, берәйһе тормош тәжрибәһенән сығып әйткәнме? Әммә уның ауыҙынан был һүҙҙәр шул тиклем тәбиғи килеп сыҡты, әйтерһең был хаҡта ул бик оҙаҡ уйланған, күп кисергән, күп күргән һәм оло тормош юлы үтеп ошо фекергә килгән.
Ҡасандыр, алыҫ йәшлектә, иремдең хыянаты хаҡында белеп, яралы инә арыҫлан шикелле бәргеләнеп, аҡылдан яҙырҙай булып өҙгөләнгән саҡта, күпте күргән бер апай шундайыраҡ һүҙҙәр менән тынысландырырға, аңыма ҡайтарырға тырышҡайны мине.
Һин аҡыллы, сибәр, тәүфиҡлы, булдыҡлы ҡатын. Баһаңды белмәгән, аңламаған икән, һин түгел, кейәү терһәген тешләрҙәй булып үкенһен. Һиңә тиң була алмағаны өсөн талағы ташып йөрөй бит уның. Аҙғынлыҡтан түгел, көсһөҙлөктән. Һиңә тиң була алмау көсһөҙлөгөнән. Һеҙҙең никахты беләһеңме нимә менән сағыштырыр инем мин? Һин көнө-төнө ғаиләгә ризыҡ хәстәрләп ҡара тиреңде түгеп хеҙмәт итеүсе ат, ә ул һинең елкәлә ҡаныңды имеп ятыусы күгәүен. Күгәүендең икенсе атҡа йәбешеп сығып китеүенә ҡайғырырмы аҡылы булған бәндә, ә? Хыянат булырмы был ҡылыҡ, уйлап ҡара әле: күгәүен һәм ат – бер-береһенә тиң түгел.
Улар араһында мөхәббәт һәм хыянат кеүек төшөнсәләр ҙә була алмай. Ул һиңә тиң түгел ине, башың йырылыуы ошо булһын, илаһым! Аҙаҡ мин үҙем дә “башым йырылыуына” шат булдым. Шул хәлгә тарымаһам, баш ҡалаға күсеүҙе, бәлки, ғүмер буйы кисектерә килер инем. Һәм әлеге бейеклектәргә күтәрелә алмаған булыр инем. Ысынлап, апайым мине атҡа тиңләп хаҡлы булған: һырт буйына ҡамсы эләккәнгә тиклем, алдындағы кәртәне ырғып сыға алмай тик торған булғанмын икән.
Был бала минән кәңәш-фәләнме, орошоу көтөпмө һаман күҙемә текләп көтөп тора. Ә мин тап ошо минутта уға бер ни ҙә әйтергә хоҡуғым юҡлығын тойҙом. Ул бер кем кәңәшенә лә мохтаж түгел. Уңға боролорғамы, һулғамы – ул тик үҙе генә хәл итә. Күктәр тарафынан ниндәйҙер шауҡым ҡағылғандыр уға. Юғиһә нисек аңлатырға һуң ауыҙынан сыҡҡан төптө сәйер, йәш кешегә хас булмаған, аксиома дәрәжәһенә өлгөрөп еткән уй-фекерҙәрҙе, тормошҡа ҡарата булған күҙәтеүҙәрҙе? Ул быға тиклем дә теге йәки был кешегә тәү ҡараштан биргән үлтергес ҡылыҡһырламаһы менән һушымды китәрә торғайны. Күп осраҡта уның менән килешә торғайным, сөнки беҙҙең ҡараштар тап килә ине. Әммә мин үҙ фекеремә кешене йылдар буйы өйрәтеп, күҙәтеп, ҡылған ҡылыҡтарына ҡарап, тормош тәжрибәһе аша килгән булһам, ул – керпеген һирпеп бер ҡараш ташлауы менән… Мейене ялтлап үткән был уй үҙемә лә асыш булды.
“Алтын саң бөртөгө” Дарман биргән саҡырыу билетын әйләндереп-әйләндереп ҡарап, бер талай һүҙһеҙ торғас, минән яуап ала алмаҫын аңлап һаубуллашты.