"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
2 Март 2020, 00:00

Көсһөҙ Кеше. Хикәйә. Аҙағы

Булғас була икән кешелә шул тиклем дә моң. Күңелде тетрәндерә, йөрәккә көс өҫтәй. Һәр бер күҙәнәккә тәьҫир итә. Илаһи бер ҡөҙрәт бар булмышыма тулып, ташып, күҙ йәштәре сүрәтендә атылып сыҡты. Күңелдең иң нескә ҡылдарында шулай уйнар өсөн миһырбанлыҡты кешегә кем бирә икән? Йәше-ҡарты, төрлө милләт кешеләре лә берҙәй минең һымаҡ йәшкә төйөлгән. Ә сәхнәлә Дарман Бәхетбирҙин, нисә йөҙ кешене фарманһыҙ-бығауһыҙ үҙ ихтыярына буйһондорған да, үҙе генә гиҙеп йөрөгән моң даръяһынан, моң диңгеҙенән һәр береһенә йотом уртлата… Кешеме һин, илаһи затмы? Илаһи зат икәнһең, нишләп был гонаһлы ерҙә йөрөйһөң? Рәхмәт һиңә, Дарман! Был донъяла булғаның өсөн, беҙгә өләшеп тә һаман кәмемәгән илһам-дәрт шишмәһе булғаның өсөн! Һин булмаһаң, был донъя ниндәй һоро һәм күңелһеҙ булыр ине!

Булғас була икән кешелә шул тиклем дә моң. Күңелде тетрәндерә, йөрәккә көс өҫтәй. Һәр бер күҙәнәккә тәьҫир итә. Илаһи бер ҡөҙрәт бар булмышыма тулып, ташып, күҙ йәштәре сүрәтендә атылып сыҡты. Күңелдең иң нескә ҡылдарында шулай уйнар өсөн миһырбанлыҡты кешегә кем бирә икән? Йәше-ҡарты, төрлө милләт кешеләре лә берҙәй минең һымаҡ йәшкә төйөлгән. Ә сәхнәлә Дарман Бәхетбирҙин, нисә йөҙ кешене фарманһыҙ-бығауһыҙ үҙ ихтыярына буйһондорған да, үҙе генә гиҙеп йөрөгән моң даръяһынан, моң диңгеҙенән һәр береһенә йотом уртлата… Кешеме һин, илаһи затмы? Илаһи зат икәнһең, нишләп был гонаһлы ерҙә йөрөйһөң? Рәхмәт һиңә, Дарман! Был донъяла булғаның өсөн, беҙгә өләшеп тә һаман кәмемәгән илһам-дәрт шишмәһе булғаның өсөн! Һин булмаһаң, был донъя ниндәй һоро һәм күңелһеҙ булыр ине!
Моңға иҫереп ултыра торғас, бер нисә кеше аша ултырған бер ҡатынға күҙем төшөп, ҡапыл айныным. Ул аҡҡош муйынын һуҙып сәхнә яғына уҡталған да керпек тә ҡаҡмай ҡатҡан. Таныным. Дармандың ҡатыны, балаларының әсәһе. Һәләтле балерина ине, иренең баш әйләндергес карьераһы хаҡына үҙенекенән баш тартты. Дарман кеүек кеше хаҡына шулай итмәй ҙә булмайҙыр. Әммә эстән бындай ҡорбан менән һис килешмәйем дә, үҙем дә бер ҡасан да ир күләгәһендә тороп ҡалырға риза була алмаҫ инем. Нисек инде, һин уның көнкүрешен тулыһынса үҙ өҫтөңә һал, иң матур, йәш ғүмереңде уны хеҙмәтләндереүгә, тормош ваҡ-төйәктәренә бағышлап үткәр… Ә ул ир тигәндәре урам буйында икенсе берәүҙе ҡосаҡлап үпһен, ул ғына ла етмәгән, киске осрашыуға саҡырһын. Мин беренсе тапҡыр Дармандың ҡатыны менән яҡшы таныш булыуыбыҙға һөйөндөм. Иң яҡын дуҫтар менән һәр саҡ эс сереңде бүлешмәй ҡалмайһың бит ул. Әгәр беҙ уның менән әхирәттәр булһаҡ, мотлаҡ бер заман шиктәре менән уртаҡлашҡан булыр ине. Ҡатын-ҡыҙ ирҙең тегеләй-былай былағайланып алыуын бик нескә тойоусан була. Ә мин Дармандың күҙ алдындағы ҡылығы хаҡында әйтмәй ҡалыр инем микән? Хәйер, әйтмәһәм дә үҙемде дуҫҡа хыянат иткән кеүек тойор инем. Етмәһә, теге баланы ла яҡын күрәм бит әле. Әлбиттә, нимә-нимә, ошо йәшкә етеп, миңә булған хыянаттарҙы ла, әхирәттәремдең, таныштарымдың кисерештәрен дә күп күргән кешегә яҙмыштың төрлө бөгөлөштәренә күптән өйрәнәһе, быға фәлсәфәүи мөнәсәбәттә булып, күңелгә яҡын алмаҫҡа ваҡыт. Күпселек шулай итәм дә. Көмөш быуат шағирәһе Марина Цветаева: “Хыянат үҙе үк мөхәббәт тураһында һөйләй. Таныш ҡына булған кешегә хыянат итеп булмай бит”, - тигән.
Тимәк, донъяла бөтә нәмәгә лә ике төрлө ҡарап була. Әхирәтем шуның бер яғын ғына күргәнгә, мин дә шул ҡарашты ғына яҡларға тейеш, тигәнде аңлатмай бит. Тынысланырға һәм артабан йәшәргә теләй икән, әйҙә фәлсәфәгә өйрәнһен; киреһенсә икән - әйҙә айға олоп тик ултырһын, һәр кешенең бәхетһеҙ булып алырға хоҡуғы бар.
Әммә әлеге осраҡ “күпселек” иҫәбендә түгел. Дарманды ғәҙәти кешеләрҙең етешһеҙлектәренән азат итеп күргем килә. Гонаһлы ер йөҙөндә бер идеаль шәхес була алғанына ышанғы килә. Моңо менән шундай юғары хистәр тойорға мәжбүр итеүсенең түбән тойғоларға бирелә алыуын аҡылым аңлаһа ла, күңелем ҡабул итмәй. Дарман ир-егет түгел, ә талант! Уның моңо ғына түгел, бер йылмайыуы ла йәнде дауаларға һәләтле. Аҙаҡ, концерттан һуң, Дармандың дәү постерын кабинетыма көҙгө эргәһенә элеп ҡуймай түҙмәнем. Үҙемде үҫмер ҡыҙыҡайҙар ғына мауыҡҡан шөғөлгә бирелеп китеүемә эстән әрләһәм дә, өҫ-башымды төҙәткән булып көҙгө янында өйөрөлгәндә, постерға ҡарап-ҡарап алам. Барыбер күңел күтәрелеп китә. Вәт бит көс кешелә! Киңлек һәм ваҡыт аша ла кешегә тәьҫир итергә һәләтле…
Буранлы ҡыш та үтте. Инде муйыл сәскәләре лә хуш еҫен аңҡытыуҙан туҡтаны. Күңел инде “оҙаҡламай йәйге отпуск”, тип талпына башланы. Саң-туҙан борҡоуо ғына теңкәгә тейә. Хәйер, яратҡан һәр нәмәнең ен һөймәгән икенсе яғы булалыр инде. “Саң” тип кенә ҡояш тулы йәйҙән мәңге баш тартмаҫ инем мин! Шундай йәмле көндәрҙең береһендә ипле генә ишек шаҡынылар. Таныйым мин был шаҡыуҙы. Уның үҙенә күрә бер көйө бар.
– Нисек хәлдәр, Һылыубикә апай? – ул ғәҙәтенсә ихлас йылмая, көҙгөгә лә күҙ ташларға өлгөрә. Ҡарашының Дарман портретында туҡталып ҡалыуын күреп, тертләп китәм.
Матур постер. Миндәге бәләкәйерәк. Уның ҡарауы – автографлы!
Әрнеү-һағыш ноталары тойолмаған ғәмһеҙ тауыш яңғырауыҡлы, ни ғәжәп, миңә тынысландырғыс тәьҫир итте.
– Ә ниңә, автограф ҡынамы ни? Ә ейәнсәрҙәргә һөйләп ҡалдырырлыҡ матур хәтирәләр?
Әңгәмәсем һүҙҙәремә көлөп кенә ҡуйҙы. “Һөйләргәме-юҡмы?” тип икеләнеп ултырҙы, буғай.
– Көсһөҙ кеше мин шулай ҙа.
Унан инде нисәнсе ҡат был һүҙҙәрҙе ишетеүемә аптырап, ҡараштарымды күтәрҙем.
– Барҙым теге юлы осрашыуға. Шул ресторанды эстән күргем килә ине, әҙерләнгән ризыҡтары күңелемә ятманы. Әллә шуға ҡапыл икеләнә башланым? Әгәр, мәйтәм, ошо аҙымға барһам, аҙағынан мине нимә көтә, тип уйға ҡалдым. Иремдең ихлас, ышаныусан ҡарашы күҙемә төбәлгән һайын, выждан ғазабы кисерәсәкмен бит, тигән фекер мейемде быраулай. Ғүмер буйы сер йәшерергә, ике йөҙлө кеше булып йәшәргә көсөм етерме һуң, тинем үҙемә. Һәм шуны аңланым – көсөм етмәйәсәк. Артыҡ турамын, ни хәл итәһең. Ваҡ-төйәктә генә алдашһам да, үҙемде шул тиклем насар тоям, әйтерһең дә башымдан уҡ бысраҡ һыу менән ҡойонғанмын. Ә хыянаттан һуң үҙеңде күрә алмаҫҡа кәрәкме ул? Юҡ, бындай хистәрҙе әлегә минең кисереп ҡарағым килмәй. Автограф алдым да, төнгө поезға билет алғанмын бит әле, тип, йөҙөмә ҡаты ҡайғырыу ғәләмәте сығарҙым да… ҡайттым да киттем.
– Һин үҙеңде саң бөртөгөнә, ә уны ҡояшҡа тиңләй инең түгелме ни? Ә хыянат бит тиңдәр араһында ғына була!
Минең үҙ һүҙҙәре менән төрттөрөүемә ул ирендәрен бөрөштөрөп көлөмһөрәп кенә ҡуйҙы.
– Байҙар һәм ярлыларға, вазифалылар һәм эшһеҙҙәргә, кәрәклеләр һәм кәрәкһеҙҙәргә, сирлеләр һәм һауҙарға бүленгән был гонаһлы ерҙә генә беҙ Дарман менән үҙ-ара тиң түгелдәр. Ә Хоҙай ҡаршыһында был төшөнсәләрҙең бер мәғәнәһе лә юҡ. Уның алдында – ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ. Бары шулай ғына…
Был юлы жалюзи аша мин уны күҙәтеп ҡалдым. Нимә ул көс? Ғүмер буйы үҙемде көслө тип һанаған мин көслөмө, әллә үҙен гел “көсһөҙ” тип күрһәтеүсән улмы? Ваҡыты-ваҡыты менән шул уй тынғы бирмәй.
Читайте нас: