Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
3 Март 2020, 16:00

Ыуын, һыҙламаҫ быуын

Был рецепты, ҡасандыр үҙе лә ҡулланып, инде байтаҡ йылдар быуын һыҙлауының нимә икәнен дә оноттом тип һөйләгән инәй биргәйне. Ул шулай уҡ радикулит, артроз, артрит, остеохондроз – быуын һәм һөйәк менән бәйле бөтөн ауырыуҙарға шәп дауа.Бынан да шәп дауаны бер ҡайҙа ла таба алмаҫһығыҙ.Рецепт менән сайтта танышырһығыҙ.

Был рецепты, ҡасандыр үҙе лә ҡулланып, инде байтаҡ йылдар быуындар һыҙлауының нимә икәнен дә оноттом тип һөйләгән инәй биргәйне. Ул шулай уҡ радикулит, артроз, артрит, остеохондроз – быуын һәм һөйәк менән бәйле бөтөн ауырыуҙарға шәп дауа.
Бынан да шәп дауаны бер ҡайҙа ла таба алмаҫһығыҙ.
300 г спирт, 1 флакон камфора спирты (10 мл), 1 флакон йод (10мл), 10 анальгин таблеткаһын бергә ҡушып, болғатып, 21 көнгә ҡараңғы урынға ҡуябыҙ һәм ҡулланырға ла була. Төнгөлөккә һөртәбеҙ ҙә тәбиғи материалдан бәйләнгән шарф, йә шәл менән урап йоҡларға ятабыҙ. Әгәр урамға сыҡмаһағыҙ, көндөҙгөлөккә лә һөртөргә була.
10 көн һөртәбеҙ, 5 көн ял, әгәр ауыртыу бөтмәһә, тағы 10 көн һөртәбеҙ. Әлбиттә, табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Читайте нас: