Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
10 Март 2020, 16:31

Беҙҙең заман геройы

“2001 йылда мин килгәндә 15 застава формалашҡан ине инде. Мин 5-се һанлы “Бастыхи” (йылға исеме) заставаһына эләктем. Иң яҡын кеше йәшәгән ер – Шатили тигән грузин ауылы ине. Беҙҙең бурыс – разведка-эҙәрлекләү һәм сикте күҙәтеү. Утлы һуғышҡа эләкмәһәк тә, 2002 йылда Грузия яғына Кериго тарлауығы аша бер банда үтергә маташты. 9-сы застава участкаһында көслө һуғыш китте, ә беҙ үҙебеҙҙең территорияла тауҙар буйлап таралышҡан боевиктарҙы эҙәрлекләп барҙыҡ, икәүен тоттоҡ, улар үлемесле яраланған ине.Йәш саҡ, ҡурҡыу тойғоһо юҡ, тик Тыуған илде һаҡлау тигән маҡсатты алға ҡуйып хеҙмәт иттек. Тәү ыңғай ғына шөрләттерә ине, һуңынан өйрәнеп китәһең”, – тип бәйән итә Винер Рәмил улы.Локаль һуғыштар ветераны, тырыш уҡытыусы, ғаилә башлығы, спортсы Винер Байгилдин тураһында мәҡәлә менән сайтта танышырһығыҙ.

Мин бәләкәй саҡта, китапта, гәзиттәрҙә яҙылған геройҙарҙы ниндәйҙер бер бөйөк кешеләрҙер, тип уйлай торғайным. Улар ҡәҙимге кешегә оҡшамаған, башҡалар эшләй алмаған эштәрҙе башҡарып, күҙ алдыма бөтөнләй сит планетанан төшкән кешеләр кеүек күренә ине.
Шуға микән, мәктәптә физика һәм математика уҡытыусыһы булып эшләп йөрөгән Винер Байгилдинды һис кенә лә герой булырлыҡ кеше тип уйламағайным. Баҡтиһәң, ул хәрби хеҙмәтен ул ваҡытта һуғыш барған Чечен Республикаһы сигендә үткәргән икән. Һәм шул ваҡыттан ул минең өсөн геройҙың да геройы булып китте. Чечен һуғышын бөтәһе лә тик насар яҡтан ғына хәтерләйҙер, моғайын. Әлбиттә, Винер Рәмил улы унда һуғыштың эҙемтәләрен үҙ күҙҙәре менән күреп, илебеҙҙә тыныслыҡ булһын тип хеҙмәт иткән. Ул был турала бик асылып һөйләп бармай, шулай ҙа, минең менән аралашырға ваҡыт тапты.
Асыҡ күңелле, ихлас, көслө, өҫтәүенә, герой ҙа! Локаль һуғыш геройы, беҙҙең заман геройы, ауылыбыҙ геройы.
Ул алтын көҙҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған, бәләкәй сағында ғаиләләре менән райондың Ишемғол ауылына күсеп ҡайтҡандар. Мәктәптә үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтеп, уҡыуы ла тик “5” билдәләренә баһаланған, уға бигерәк тә физика һәм математика еңел бирелгән. Белем йортонда уҙғарылған һәр төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан, буш ваҡытын спортҡа – көрәшкә арнаған.
Мәктәпте тамамлағас, Ырымбур дәүләт педагогия университетына уҡырға инә, тик икенсе курста уҡыуын ташлай ҙа үҙ теләге менән әрме хеҙмәтенә китә. Тәүҙә ярты йыл Ҡарасәй-Черкес Республикаһында әҙерлек үтә, ҡалған йыл ярым хеҙмәтендә Чечен Республикаһы менән Грузия араһындағы сикте һаҡлай. Был сик 1999 йылдың 20 декабрендә “Аргун” махсус операцияһы тарафынан ябыла. Быға тиклем тарлауыҡ чечен боевиктары тарафынан контролдә тотола, Грузия яғынан уларға ҡорал, аҙыҡ-түлек килтерелеп торған.
Бына ошо ерҙә, сик буйында илде һаҡларға тура килә лә инде. “2001 йылда мин килгәндә 15 застава формалашҡан ине инде. Мин 5-се һанлы “Бастыхи” (йылға исеме) заставаһына эләктем. Иң яҡын кеше йәшәгән ер – Шатили тигән грузин ауылы ине. Беҙҙең бурыс – разведка-эҙәрлекләү һәм сикте күҙәтеү. Утлы һуғышҡа эләкмәһәк тә, 2002 йылда Грузия яғына Кериго тарлауығы аша бер банда үтергә маташты. 9-сы застава участкаһында көслө һуғыш китте, ә беҙ үҙебеҙҙең территорияла тауҙар буйлап таралышҡан боевиктарҙы эҙәрлекләп барҙыҡ, икәүен тоттоҡ, улар үлемесле яраланған ине.
Йәш саҡ, ҡурҡыу тойғоһо юҡ, тик Тыуған илде һаҡлау тигән маҡсатты алға ҡуйып хеҙмәт иттек. Тәү ыңғай ғына шөрләттерә ине, һуңынан өйрәнеп китәһең”, – тип бәйән итә Винер Рәмил улы. Улар бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған землянкала йәшәйҙәр. Хеҙмәт иткән осорҙа унда яңынан белем алыу теләге уяна һәм ҡайтҡас, уҡырға инеп, уны ҡыҙыл дипломлы белгес булып тамамлай.
Ошо ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт иткән егеттәр әле лә аралашып, ҡатышып йәшәйҙәр. Районда “Бөркөт” ойошмаһы ойоштороп, һуғышта һәләк булған иптәштәренең ҡәберҙәрен тәрбиәләп торалар, уларҙың ата-әсәләренә ярҙам итәләр, социаль приюттағы кескәй дуҫтарына ла бүләк-күстәнәстәр алып барып китәләр. Яңыраҡ, 18 декабрҙә, Чечен Республикаһында хәрби хеҙмәтен үткәндә һәләк булған Байыш ауылы егете Илмир Мөхәмәтйәновты иҫкә алыу кисәһен үткәрҙеләр.
Һәр ваҡыт ыҫпай ҡиәфәттә йөрөгән, үҙенең тәртибе менән уҡыусылары өсөн өлгө булып торған Винер Рәмил улы үҙенең предметын бик яҡшы белә, балалар менән уртаҡ тел таба, коллегалары араһында ла абруйы ҙур уның. Йыл да уҡыусыларҙы БДИ имтихандарына әҙерләй.
Көн һайын Винер Рәмил улы ҙур теләк менән эшенә атлығып бара, мәктәптә уны һағынышып уҡыусылары көтөп тора, эштән һуң уны яратҡан ғаиләһенә, өйөнә ҡайта. Тырыш, хеҙмәт һөйөүсән Винер Рәмил улы эштә лә, өйөндә лә өлгөрә. Ул өлгөлө ғаилә башлығы ла. Ҡатыны Әлисә Шаһиҙулла ҡыҙы менән өс бала үҫтерәләр. Әлисә апай “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында өлкән тәрбиәсе булып эшләй. Балалары – мәктәп уҡыусылары, ата-әсәһенең ғорурлығы, тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшәләр.
Ул әле лә спорт менән шөғөлләнеүен ташламай. Спартакиада, һабантуйҙарҙа гер күтәреү, ҡул көрәштереү ярыштарында көс һынашыуын күрергә була һәм гел беренсе урындарҙы яулай бит әле!
Ошо эштәр менән бергә ырыу, шәжәрә тарихтарын да өйрәнә, республиканың архив хеҙмәте менән тығыҙ бәйләнешлек итә. Уның мәҡәләләре гәзит биттәрендә баҫылып тора, исемен башҡорт ырыуҙары тарихы тураһында “Кипчак” китабының авторҙары араһында күрергә була.
Бына ниндәй һәр яҡлап килгән кеше ул Винер Байгилдин! Локаль һуғыштар ветераны, тырыш уҡытыусы, ғаилә башлығы, спортсы! Һәр ваҡыт шулай булып ҡалығыҙ, Винер ағай!
Илүзә Ҡылысбаева,
Иҫәнғол 2-се урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы.
Р.S. Винер Байгилдин тураһында был яҙма Өфөлә Башҡортостан Республикаһының граждандарҙы һәм хәрбиҙәрҙе яҡлау комитеты тарафынан уҙғарылған “Геройҙар беҙҙең арала” тигән иншалар бәйгеһенең республика этабына тәҡдим ителде. Унда Башҡортостан буйынса бүләкләнгән 158 уҡыусының һигеҙе беҙҙең райондан булды. Уҡыусылар тарафынан яҙылған иншалар тап локаль конфликтта ҡатнашыусылар тормошона арналды. Һәм үрҙәге инша ла лайыҡлы урын яуланы.
Читайте нас: