Тауыҡ итен бүлгеләйбеҙ, йыуабыҙ, һыуын һарҡытабыҙ. Һөйәкле ерҙәрен һурпаға айырып, һурпа бешерергә ҡуябыҙ. Ә итле өлөшөнән икенсе аш әҙерләйбеҙ.
Уныһын былайыраҡ эшләйбеҙ. Итебеҙгә тоҙ, борос һибеп, 2-3 аш ҡалағындай майонез менән шул уҡ күләмдә томат пастаһын бергә ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ, итебеҙҙең өҫтөн ҡаплап, берәр сәғәткә ситкә, йә булмаһа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Ул арала картуфты әрсеп, турайбыҙ. Ҡаты сырҙы ҡырғыс (тёрка) аша сығарабыҙ. Ҡалын төплө табаға (суйын булһа яҡшы) бер аҙ май һалабыҙ, итебеҙҙе картуф менән аралаштырып теҙеп сығабыҙ, уның өҫтөн ыуылған сыр һибеп 180-190 градуслы ҡыҙған мейескә ҡуябыҙ. Бешеп сыҡҡас, ҡайнар килеш табынға бирәбеҙ. Һеҙ үҙегеҙ яратҡан тәмләткестәр ҙә өҫтәй алаһығыҙ.
Тауыҡ һурпаһы
Тауыҡтың һөйәктәренән, итенән (күп итмәй) һурпа ҡайнатабыҙ. Һурпаға һөйәктәрҙән арындырылған ит турайбыҙ, бешкән йомортҡа, йәшел тәмләткестәр һалып, ҡайнар килеш табынға бирәбеҙ. Бер тауыҡтан ике төрлө ризыҡ, беренсе һәм икенсе аштар. Тәмле булһын!