Таныш булығыҙ. Был Малиновка ауылының хөрмәтле һәм абруйлы апайҙарының береһе – Әлфиә Энгельс ҡыҙы Ҡорбанова. Хаҡлы ялда бер нимәгә лә өлгөрмәйем тип, йүгерә-атлап ҡына йөрөй, шөкөр. Фольклор төркөмөнә кем сценарий яҙһын да, кем яны таҡмаҡтар сығарһын Әлфиә апайҙан башҡа. Ҡорама ҡорорға яңынан-яңы идеялар табып ҡына тора. Нимәгә генә тотонһа ла – булдыра! Шул арала балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, туғандарының һәм ауылдаштарының хәлен белешеп, ярҙам ҡулы һуҙып өлгөрә ул. Һеҙҙең иғтибарығыҙға Әлфиә Энгельс ҡыҙының ҡул эштәрен тәҡдим итәбеҙ.