Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
4 Май 2020, 19:00

Бәпембәнән ҡайнатма

Яҙ һайын күҙҙе иркәләгән бәпембәнең бар өлөшө лә ашарға яраҡлы. Яҙғы йәш япраҡтарын турамаға ҡулланалар, тамырын киптереп файҙалы эсемлек әҙерләйҙәр, сәскәһенән ҡайнатма эшләйҙәр. Ул һаулыҡты нығытып, ауырыуҙарға ҡаршы тороу көсөн арттыра, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, бауырҙы, бөйөрҙө таҙарта, быуындарҙы дауалай. Тик бәпембәне үлән-үҫемлектәрҙе юлдан алыҫ урында йыйырға кәрәк. Сәскәләрҙе ҡояшлы көндә өҙөү яҡшыраҡ.Ҡайнатма әҙерләү серҙәре сайтта бирелгән.

Яҙ һайын күҙҙе иркәләгән бәпембәнең бар өлөшө лә ашарға яраҡлы. Яҙғы йәш япраҡтарын турамаға ҡулланалар, тамырын киптереп файҙалы эсемлек әҙерләйҙәр, сәскәһенән ҡайнатма эшләйҙәр. Ул һаулыҡты нығытып, ауырыуҙарға ҡаршы тороу көсөн арттыра, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, бауырҙы, бөйөрҙө таҙарта, быуындарҙы дауалай. Тик бәпембәне үлән-үҫемлектәрҙе юлдан алыҫ урында йыйырға кәрәк. Сәскәләрҙе ҡояшлы көндә өҙөү яҡшыраҡ.
  1. 300 сәскә башын йыйып алабыҙ. Ҡайнатма яһар өсөн ике стакан һыуға 1 кг шәкәр һалып, иҙелеп бөткәнсә ҡайнатабыҙ. Сәскә баштарының һары таждарын ғына ҡалдырып, һалҡын һыуҙа йыуып, сиропҡа төшөрәбеҙ. 20 минут ҡайнатҡандан һуң, уттан алырға. Ике-өс минут ҡалғас, ярты лимон һуты йә ярты балғалаҡ лимон кислотаһы өҫтәйбеҙ. Икенсе көнөнә марля аша һөҙөп, ҡуйырығын ташлайбыҙ, ә сиробын йәнә 20 минут ҡайнатып алабыҙ.
    1. 200 бөртөк бәпембә сәскәһе, 750 грамм шәкәр, 1 лимон, ярты литр һыу кәрәк.
    2. Сәскәләрҙе һабағын ҡалдырмай ҡырҡып алабыҙ. Ағып торған һыу аҫтында йыуабыҙ ҙа һарҡытабыҙ. Эмалле кәстрүлгә һалып, ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Ҡайнап сыҡҡандан һуң утын кәметәбеҙ ҙә тағы 10 минут тотабыҙ, ағас ҡалаҡ менән болғатып торабыҙ. Уттан алғас, бер көнгә ошо килеш ултыртып ҡуябыҙ (тиҙ кәрәк булғанда, 20 минут самаһы мөмкин). Шунан 2 ҡат марля аша һөҙәбеҙ ҙә шәкәр, ваҡ ҡына итеп туралған лимон ҡушабыҙ. Шәкәре иреп бөткәс, талғын ғына утта 20-30 минут ҡайнатабыҙ. Эҫе килеш стерилләнгән банкаға һалып, ҡаплап ҡуябыҙ.
      1. 300 грамм сәскәгә 1 килограмм шәкәр, ярты лимон, ярты литр һыу, 2 бөртөк ҡәнәфер тәмләткесе, 4-5 ҡарағат япрағы, 2 һабаҡ мелисса үләне кәрәк.
      2. Ҡарағат япрағы урынына сейәнекен йә ҡурай еләгенекен һалырға, цитрустарҙың ҡабығын, имбирь, ванилин, дәрсен (корица), кардамон кеүек үҙегеҙ яратҡан тәмләткестәрҙе өҫтәргә лә мөмкин.
        Һыу менән шәкәрҙән сироп ҡайнатабыҙ. Йыуып ҡоротолған сәскәләрҙе ҡушабыҙ ҙа 15 минут утта тотабыҙ. Лимон һуты, тәмләткестәр өҫтәйбеҙ ҙә тағы 5 минут ҡайнатабыҙ. Һөҙөп, стерилләнгән банкаларға һалабыҙ.
        Читайте нас: