Өй шарттарында сырҙы һәр кем үҙенсә төрлө рецептар буйынса эшләй. Ә бөгөн беҙ һеҙгә
төркөмдәшебеҙ ФӘЙРҮЗӘ ҒӨБӘЙҘУЛЛИНАнан микроволновкала сыр эшләү рецебын тәҡдим итәбеҙ.
0.5 кг эремсек;
2 аш ҡалағы һыйыр майы;
1 йомортҡа;
0.5 сәй ҡалағы тоҙ; 0.5 сәй ҡалағы сода. Эремсек ҡорораҡ һәм ҡатыраҡ булһын. Бөтәһен бер һауытҡа һалып яҡшылап болғатырға ла, контейнерға һалып 3-4 минутҡа ҡуйып бешерергә. Ҡапҡасын япмаҫҡа. Эремсеге иреп бөткәс, ябып холодильникка ҡуйырға.
Ябай ҙа, еңел дә, тиҙ ҙә.