“Ҡаҙалып китегеҙ шул өс тинлек эшегеҙ менән! Мине ҡыйырһытып әйткән һүҙҙәрегеҙ үҙегеҙгә икеләтә, өсләтә ауырыраҡҡа әйләнеп ҡайтһын! Ғүмер буйы эш рәхәте күрмәгеҙ!..” – биш йыл буйы бөтә көсөн һалып, дәртләнеп-ярһып хеҙмәт иткән эш урынынан барыһын да ҡарғай-ҡарғай, эшенән ваз кисеп килеп сыҡты Фәүзиә. Уның хәсрәт ятҡан йөҙөнә күҙ һалһаң, оло бер ҡатын тип әйтеп була, ә уға утыҙ ғына йәш бит әле. Тормоштоң тәмен белеп, яңы йәшәй башлаған сағы. Ул аяҡтарын ауыр һөйрәп яҡындағы эскәмйәгә барып ултырҙы. Былай ҙа ауыртҡан башы тағы ла нығыраҡ зеңкелдәргә тотондо. Фәүзиә ике ҡулы менән башын ҡыҫып тотто ла күҙҙәрен йомдо. Шул эш тип йөрөп табипҡа барырға ла ваҡыты юҡ. Һаулыҡ менән шаярырға ярамағанын белә лә бит... Ошоно ғына тамамлайым да, отчетымды ғына ебәрәйем дә, етәксе ҡушҡас, командировкаға ғына сығып әйләнәйем дә... – бармаҫҡа сәбәптәре табылып ҡына тора. Етмәһә, бынау эҫе һауа ҡурып алып бара бөгөн. Ҡояш нурҙары менән мейене сүкей генә. Бында иҫәңгерәп ултырып булмай инде, ҡайтырға кәрәк, тип Фәүзиә урынынан торҙо. Күҙ алдары ҡараңғыланып, кире ултырҙы. Хәҙер, әҙ генә хәл алыр ҙа, поликлиникаға инеп ҡайтыр. Һуҙып йөрөргә ярамай улай. Ҡылт итеп әсәһенең һүҙҙәре иҫенә төштө: “Һинең төп эшең – ғаиләңде матур ҡарау, – тигәйне ул. – Аҡсаны, ана, кейәү тапһын. Ә һин балалар менән шөғөллән, иреңдең һаулығын ҡайғырт, арағыҙҙағы тыныслыҡты, мөхәббәтте, үҙеңде һаҡла. Өйҙәгеләргә йылмайып-көлөп торған бәхетле әсәй кәрәк, ә нервылары ҡаҡшаған, һөмһөрө ҡойолоп йөрөгән түгел...” Ҡайһылай белеп әйткән! Үҙенең тәжрибәһенән дә сығып кәңәш иткәндер инде. Үҙе ғүмер буйы колхоз эшендә йөрөнө, ә Фәүзиәләр үҙ аллы үҫтеләр бит. Шул арҡалалыр, әсәһе менән икеһе араһында йылылыҡ улай уҡ ныҡ та булманы.
Фәүзиәнең өйҙә генә ултырғыһы килмәне шул. Кеше араһында йөрөгөһө килә. Дүрт стенаға бикләнеп ултырып, аҡылдан шашырға була ла баһа! Тәүҙә барыһы ла һәйбәт, ҡәнәғәт ине эшенән Фәүзиә, әммә иртәрәк шатланған, етәкселек алышынды ла, донъя түңкәрелдеме ни! – эшкә барғыһы ла килмәй. Уныңса, беҙ фәҡәт эш менән генә йәшәргә тейешбеҙ. Әллә нисек йоҡларға ҡайтара әле!.. Инде тыныслана барған Фәүзиә йөрәгенең йәнә дөпөлдәргә тотонғанын тойҙо. Ҡуй, уйламайым әле шул эште, тип тирә-яғын күҙәтеп ултыра башланы. Эргәһенән төрлө ҡиәфәттәге, төрлө кәйефтәге кешеләр уҙа. Кемдеңдер ҡаштары төйнәлгән, үҙ алдына йылмайып уҙғандар ҙа бар, мөхәббәттәре ташып торған парҙар ҙа үтеп китә, нисәмә кеше – шунса яҙмыш.
Бер аҙ тынысланғандай булғас, Фәүзиә урынынан ҡалҡынды. Өйҙә балалары көтә, ашарға бешерергә кәрәк. Автобусҡа ултырмай, көндәгесә йәйәү генә атланы, табипҡа инеп тормаҫ, һәйбәтәйҙе бит, берәй көн инеп сығыр әле.
Ғәҙәттә, ул үткән көнгә йомғаҡ яһап, уйлана-уйлана ҡайта. Әммә бөгөнгө көндөң нисек үтеүе тураһында иҫенә төшкәс тә, күҙҙәренә йәш төйөлдө. Ҡапыл үҙен донъялағы иң бәхетһеҙ кеше итеп тойҙо. “Ниңә мин шулай бәхетһеҙ?! Ниңә мине бер кем дә аңламай?!.” – тип, тегендә, кеше алдында нисек тә булһа күрһәтмәҫкә тырышҡан күҙ йәшенә ирек бирҙе: улары субырлап ағып китте. Бөтә донъя уға арты менән боролғанда, эргә-тирәләге кешенән уңайһыҙ ҙа түгел ине.
Күҙ алдары ҡараңғыланып-ҡараңғыланып алғандай. Ҡаршы осрағандарҙың текләп үтеп киткәнен тоя. Иҫерек, тип уйлай торғандарҙыр инде, тип көлөмһөрәп ҡуйҙы сит кешеләрҙең реакцияларын күҙ алдына килтереп. “Һеҙгә ҡыйынмы әллә! Ярҙам кәрәкме?” – тине кемдер. Хәле мөшкөләйгәнен һиҙһә лә, рәхмәт, тип баш тартты. Нисек кенә ярҙам итһендәр инде?! Имгәкләп булһа ла ҡайтып етер әле.
Бара биргәс, нимәлер үҙгәргән кеүек тойолдо. Аһ, был эҫелек! Башына һауа ҡаптымы әллә? Туҡтап, сумкаһынан дымлы салфетка алып, биттәрен, муйындарын һөртөштөрҙө. Бәй, был йорт элек бында булмай торғайны түгелме һуң? Ҡалай бейек ул. Эргәһендәгеһе лә. Өҫтөнә ҡолайҙар бит! Янынан ғына машиналар выжлап уҙа башланы. Ҙур, оҙон автобустар тура өҫтөнә килеп менер кеүек. Тирә-яғында кешеләр мыжғый. Ҡайҙан килеп сыҡты был тиклем халыҡ?! Ниндәй шау-шыу ҡупты? Был нимә? А-а-а, әкрен генә барыһы ла әйләнергә тотондо... Анау йорт өҫтөнә ауа бит хәҙер! Етмәһә, ошо мәлдә телефоны шылтыраны. Алды, әммә кем шылтыратҡанын күрерлек түгел. Күҙ алдары ҡараңғыланды. Быуындары тотмай ҡалтыраны. Башы әйләнә. Фәүзиә күҙен йомдо ла ергә сүгәләне. Кемдер ҡулына килеп һуғылдымы, үҙе һаҡһыҙ ниҙер эшләнеме, телефоны ситкә ырғыны. Әммә уның ҡайғыһы юҡ, нисек тә булһа ҡоламаҫҡа кәрәк. Ҡулдары менән асфальтҡа йәбеште. Эргәһендә кешеләр йүгерешкәнен, уны төрткөләгәндәрен тойҙо. Битен һыу менән йыуҙырҙылар, ниҙер еҫкәтеп маташтылар. Нимә эшләйҙәр ул? Ҡатын бер нәмә лә аңламаны. Әллә ятҡырырға, әллә торғоҙорға маташалар инде. Күҙенә туҡталыш салынды, эскәмйәһе лә бар. Шунда барып ултырырға кәрәк. Кешеләрҙең ярҙамы менән аңҡан-туңҡан барып етә алды. “Һыу...” тип әйтергә өлгөрмәне, кипкән ирененә һыу терәнеләр. Еңел булып китте. Бутылканы тартып алып, ҡалған һыуҙы башы аша ҡойҙо. Һыу айнытып ебәрҙе. Әкренләп донъя әйләнеүҙән туҡтаны. Фәүзиә тынысланды. Ярҙамға ташланған кешеләр әкренләп таралышты.
Йорттар урынында, береһе лә аумаған. Әммә ниңә улар бейек? Элек тә шулай инеме? Быға бер ҙә иғтибар итмәгәнсе. Тирә-яғына күҙ һалды. Бер нәмә лә аңламайсы: ул бында нимә эшләп ултыра? Ниндәй урын был? Нисек килеп юлыҡты? Бер йорт та таныш түгел ине. Тороп баҫты. Хәле юҡ. Аяҡтары ҡалтырап торған кеүек. Дымлы сәсе битенә һылашып ҡамасаулай, йыйып ҡуйыр кәрәк. Тараҡ менән резинкамды алырға була һул беләгемә эленгән сумкама үрелдем һәм, ҡорт саҡҡандай, ҡулымды тартып алды. Кемдең сумкаһы был? Ҡобарам осоп, һикереп торҙом. Кем мин? Исемем нисек? Ҡайҙа йәшәйем һәм эшләйем? Минең менән нимәлер булған! Таныш ер осратырға була Фәүзиә шәп-шәп уңға ҡарай атланы. Бер генә урынды ла танымай. Кире яҡҡа барыуы ла ыңғай һөҙөмтә бирмәне. Бәлки, был ерҙәрҙә ысынлап та булғаны юҡтыр, беренсегә килеүелер? Төрлөсә юрап ҡараһа ла, тынысланырлыҡ бер нәмә лә уйлап таба алманы.
– Был ниндәй ҡала? – тип һораны аптыранған ҡатын үтеп барған бер ирҙән.
– Һм-м-м... – Өс хәрефтән генә торған һүҙ ҙә ят ине.
Ул бер нәмә лә иҫләмәй. Бөтөнләй! Исеме генә түгел, ғөмүмән, бар тормошо хәтеренән юйылған. Әлеге ваҡытта бер кем дә түгел! Туҡталыштағы, эргәләге бағаналағы яҙыуҙарҙы, урам исемдәрен уҡып ҡарай – бер нәмә лә аңлатмайҙар. Күңелен ҡурҡыу ялманы. Әлеге ваҡытта иң таныш, иң ҡәҙерле төйәге – эскәмйә, шунан китергә ярамай. Өмөтһөҙлөккә бирелеп, яңынан барып ултырҙы. Зеңкегән башын ике ҡулы менән ҡыҫып тотто, исмаһам, уныһы ауыртмаһасы!
– Девушка, что с вами? Вам плохо? Вам нужна помощь?
– Нет, спасибо, все хорошо, – теле русса яуап бирҙе. Уйлауын икенсе төрлө уйлай бит һуң! Тәүҙә тынысланырға, унан яйлап ҡына уй-фекерҙәрен төйнәргә, барыһын да хәтеренә төшөрөргә... Сумкаһын асты. Паспорт-маҙары, телефоны ятырға тейеш тә һуң. Әммә Фәүзиә үҙенең кемлеген асыҡлаған бер генә документ та тапманы. Телефоны ла юҡ. Урлағандармы әллә?.. Пудра, помада, тараҡ, ручка, блокнот. Буш контейнер. Асҡыстар бәйләме. Квитанциялар. Блокноттағы сыймаҡлауҙарға ҡарағанда, ниндәйҙер шағирә һәм артист тураһында яҙылған. Уныҡымы? Ни өсөн кәрәк булған? Нисек кенә тырышһа ла, хәтеренә төшөрә алманы. Квитанциялар аҙыҡ-түлек магазинынан. Икмәк, һөт, печенье кеүек тәмлекәстәр алған. Ҡулы үҙенән-үҙе сумканың кеҫәләрен ҡапшай. Өс мең аҡса ята, карточка-фәлән юҡ. Был нимә – яҙмыштың уҫал шаяртыуымы? Тороп, тағы ла йөрөштөрөп килде. Юҡ, бер генә нәмә лә уның был ерҙәрҙе таныуын иҫкәртмәй. Килешле генә еңел күлдәк, муйынындағы кулонлы көмөш сылбыр, оҙонса көмөш һырғаларға ҡарағанда, төшөп ҡалғандарҙан да түгел. Уҡытыусымы? Табипмы? Бармағындағы алтын балдағы кейәүҙә булыуына ишара. Балалары ла бармы? Күҙ алдына баҫтырырға маташыуҙары бушҡа ғына. Дауахана эҙләргәме? Полициямы? Бер килке иҫәңгерәп ултырғас, икенсеһен һайланы. Әгәр ҡәҙерле ҡатын, әсәй булһа, уны эҙләргә тейештәрҙер бит. Моғайын, полицияға мөрәжәғәт итерҙәр. Әгәр бында эш буйынса йә ҡунаҡҡа ғына килгән булһа? Барыбер полициянан ярҙам һорамай булмай. Туҡталыштағы кешеләр нисек барырға икәнен өйрәткәс, ян-яғына ҡарай-ҡарай шул яҡҡа ыңғайланы. Таныш һыҙаттар эҙләп, осраған кешеләрҙең йөҙҙәренә текләп-текләп ҡараны. Берәйһен танымаммы, йә мине танымаҫтармы, тип өмөтләнде. Бына кафе. Ул үҙенең ныҡ итеп асыҡҡанын, унан да бигерәк һыуһағанын тойҙо. Тәүҙә сәй эсеп, үҙен рәткә килтереп алырға кәрәк. Бина эсендә кондиционерҙар эшләй, еләҫ, рәхәт. Берәр стакан һыу, һут һәм сәй һораны. Мөйөшкә барып ултырҙы ла, эскәмйәнең артына һөйәлеп, күҙҙәрен йомдо. Кем икәнеңде белмәү ҡайһылай ҡурҡыныс!.. Ҡолағында ҡапыл: “Беҙгә ундай хеҙмәткәр кәрәкмәй!” – тигән һүҙҙәр яңғырап китте. Бәй, Фәүзиә шуға илап ултырасы... Был бит уның эштәге хужаһы! Әллә иҫе ҡайта башланы инде? Бер-бер артлы директорҙың кабинеты, ундағы өҫтәлдәр, ултырғыстар уҙҙы, үҙенең йөҙө лә салынып ҡалды. Бына меҫкен ҡатын ҡыҙып-ҡыҙып үҙенекен иҫбатлай. “Балаң ҡәҙерле булғас, өйҙә ултыр!” “Ултырырмын да! Әммә һеҙҙән һорап түгел...” Тап Фәүзиә менән булды бит был хәл. Яңыраҡ ҡына. Өс көнгә командировкаға ебәрергә уйланы. Эше – бер көнлөк, ҡалған ваҡытта етәксенең йомоштарын йомошларға тейеш. Бына нимәгә ҡыҙып сығып киткәйне ул директор бүлмәһенән. Етәксе кеше хатаһын аңлап, ғәфү ҙә үтенеп маташты, шикелле, әммә Фәүзиә ғәҙелһеҙлеккә ярһығайны... Әле ул шатлығынан көлөп ебәрҙе: “Аллаға шөкөр, хәтерем ҡайта башланы!” Тышҡа атылды. Ҡапыл яҡтыға сығыуға бер аҙ башы әйләнеп торһа ла, тиҙ үтте. Йорттар баяғы кеүек бейек тә күренмәйсе. Аһ-аһ, өйөм янында ғына торам бит! 500 метрлап атларға ғына кәрәк. Көн дә эшкә барып, эштән ҡайтып йөрөгән юлымды танымағанмын. Кешеләрҙең бына шулай иҫтәрен юйып, баштары һуҡҡан яҡҡа сығып киткәндәрен, аҙашҡандарын, юғалғандарын ишеткәне бар ине. Әммә был хәл нәҡ уның менән булырын башына ла индереп сығарманы. Фәүзиәнең йөрәге шатлыҡҡа тулды. Уны бит өйҙә балалары көтә! Юғалтҡандарҙыр инде. Шул ваҡыт элек ҙур, әһәмиәтле һанаған нәмәләре сүп кенә күренде. Һаулығы, ғаиләһе – бына нимә мөһим ҡатын өсөн! Шунан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкинме?!.
Ишекте асыуға танауына тәмле еҫ бәрелде. Былау бешерәләр, ахырыһы.
– Бөгөн ҡалай иртә ҡайттың! – тип ғәжәпләнеңкерәп ҡаршы алды ире. Унан балалар бүлмәһенең ишеген ҡаҡты: – Балалар, әсәй ҡайтты! Бөгөн, ниһайәт, бергә, бер ғаилә булып ултырып ашайбыҙ!
Фәүзиәнең эштән иртә ҡайтыуы ниндәйҙер бер мөғжизә булды барыһы өсөн дә. “Бынан һуң мин көн дә иртә ҡайтасаҡмын!” – тип уларҙы тағы ла бер хәбәре менән һөйөндөрҙө әсәй кеше. “Табипҡа күренеп, тейешле дауалау курсы ғына үтәйем дә...” – уныһын инде эстән генә өҫтәп ҡуйҙы.