"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
30 Май 2020, 00:00

Етем хаҡы Зөлфиә Муллағолова-Сәлихова

Тас Әҙеһәмовтар! Егеттең артынан ишек ябылғас та, Мәрғиәнең беренсе уйы шул булды. Иренең дә, Илфат ҡәйнешенең дә сәстәре бөҙрә генә ине. Быныҡы ла шулай. Күҙенең зәңгәрлеге, танауының ҡырлас булыуы ла, хатта ҡаштарының ҡушылып үҫеүенә тиклем оҡшаш. Әҙеһәмовтар ғошап, кәүҙәгә лә мыҡты бит әле. Зат затҡа тартмаһа, арты ҡыйыш була тигәндәре шулдыр инде. Ирғәлегә кейәүгә сыҡҡас, Илфат ҡәйнешенең һөйгәненә ике тамсы һыу кеүек оҡшаш булыуына бер гилке аптырап йөрөгәйне Мәрғиә. Мәрхүм ҡайныһының фотоһын күргәс, бөтөнләй телһеҙ ҡалды. “Минең бер ҡыҫылыш та юҡ, атаһы тапты уларҙы!” Килененең нимә әйтергә белмәй аптырап тороуон күреп, шулай тип мәрәкәләгәйне асыҡ-ярыҡ ҡына холоҡло ҡәйнәһе.

Тас Әҙеһәмовтар! Егеттең артынан ишек ябылғас та, Мәрғиәнең беренсе уйы шул булды. Иренең дә, Илфат ҡәйнешенең дә сәстәре бөҙрә генә ине. Быныҡы ла шулай. Күҙенең зәңгәрлеге, танауының ҡырлас булыуы ла, хатта ҡаштарының ҡушылып үҫеүенә тиклем оҡшаш. Әҙеһәмовтар ғошап, кәүҙәгә лә мыҡты бит әле. Зат затҡа тартмаһа, арты ҡыйыш була тигәндәре шулдыр инде. Ирғәлегә кейәүгә сыҡҡас, Илфат ҡәйнешенең һөйгәненә ике тамсы һыу кеүек оҡшаш булыуына бер гилке аптырап йөрөгәйне Мәрғиә. Мәрхүм ҡайныһының фотоһын күргәс, бөтөнләй телһеҙ ҡалды. “Минең бер ҡыҫылыш та юҡ, атаһы тапты уларҙы!” Килененең нимә әйтергә белмәй аптырап тороуон күреп, шулай тип мәрәкәләгәйне асыҡ-ярыҡ ҡына холоҡло ҡәйнәһе. Әле килеп Нурғәленең дә улар яғына тартыуына иҫе китеп ултырыуы. Уныһынан да бигерәк, егеттең дауаханаға хәл белергә килеүенә ғәжәпләнде. Пакет тултырып, күстәнәсенә тиклем алған бит әле. “Тағы кереп сығам әле, инәй”, − тип тороп сығып китте, етмәһә. Берәү булһа, хәл белеү түгел, юлында осраҡлы ғына тап итһә лә, урап үтер ине. Эйе, яҡын да юламаҫ ине. Үткәндәрҙә ҡалған бер ҡылығын ғәфү итерлек түгел шул Мәрғиәнең, ай-һай, ғәфү итерлек түгел... . Илай-илай күҙ йәштәрем ҡороп, күңелем ташҡа әйләнеп бөткәндер, тиһә лә, аҙ-маҙ ҡалған икән әле улары ла. Ҡатындың төпкә батҡан күҙҙәренән ике шишмә урғылып сыҡты ла түбәнгә ҡарай юрғаланы... .
Йәше утыҙға етһә лә Илфат өйләнергә ашыҡманы. Тотлоғоуынан оялып, кеше менән әллә ни аралашып та барманы шул. Баш баҫып, эш менән булып тик йөрөнө. Ҡәйнәһе мәрхүмә тәүҙәрәк, кинйәкәйе өсөн борсолоп, уға үҙе кәләш күҙләп тә маташты. Тик, ҡайҙан, Илфатты, арҡанлап һөйрәһәң дә, кис урамға сығарырлыҡ түгел ине. Башҡалар клуб тапап, ҡыҙҙар артынан сапҡанда, ул өйҙә китап уҡып, телевизор ҡарап ваҡыт үткәрҙе. Эшенән ҡайтыуына ашарға әҙер – әсәһе бешерә, өҫ-башы таҙа – әсәһе йыуа. Кәләш алырға кәрәк икән, тип уйламаны ла ул, ахыры. Тик берҙән-бер көндө һин дә мин йөрөгән ҡәйнәһе ҡапыл үлде лә китте. Әсәйһеҙ тормошто Илфат ауыр кисерҙе. Былай ҙа йомоҡ кеше, бөтөнләй үҙенә бикләнде. Ирғәле уны йәлләп, ҡалаға эшкә саҡырып та ҡараны. Ул тиклем баҙнатһыҙлығы менән, ҡала тормошон үҙ итә алмаҫын аңлаған Илфат ағаһының тәҡдименә ҡырҡа ҡаршы булды. Тиҙҙән, ҡалала йәшәгән таныш ауылдаштары аша, уның эсештергеләй башлағанын ишеттеләр. Ирғәле һаман ҡустыһы өсөн өҙгөләнде. Ялы етһә, тотор ҙа ауыл тип сабыр ине. Ҡайтып, тегене юхалап-юмалап айыҡтырып, донъяһын ҡарашып килеүҙе ғәҙәт итеп алды. Тәүҙәрәк өндәшмәһә лә, тора-бара Мәрғиәнең быға йәне көйә башланы. “Ике көн ялыңды ҡыҙың менән миңә бүләһе урынға, эскеһенә баш була алмаған Илфат өсөн район ашаһына аҙна һайын машина ҡыуаһың! Бала-саға түгел дәһә ул, кеше ҡасан да булһа үҙ алдына йәшәп өйрәнергә тейеш инде!” – тип әрләп тороп ҡалыр ине ирен. “Әйҙә, һеҙ ҙә барығыҙ һуң” – тиеүгә ҡыҙҙарының ауырыуына һылтанды. Ысынлап та, Ҡәҙриәһе биш йәшенә тиклем үтә сибек булды, йыш сирләне шул. Оҙон юлға йөрөтөү түгел, ҡышҡы айҙарҙа урамға алып сығырға ла ҡурҡып ултыра торғайны балаҡайын. Мәрғиәнең ризаһыҙлығынан биҙрәпме, әллә бушҡа йөрөүенән ялҡыпмы (эскесегә нотоҡ уҡының ни ҙә, стенаға борсаҡ бәрҙең ни!), әкренләп Ирғәле лә ауыл яғына юлын һирәгәйтте. Йылына ике-өстө генә ҡайтып ураһа урағандыр. Унда ла ата-әсәһенең заманында балҡып ултырған донъяһының ҡотон ебәргән ҡустыһы өсөн йәне көйөп килер ине. Шулай биш йыл самаһы ваҡыт уҙып киткәндер. Бер көндө, апрель баштары ине шикелле, ауыл хакимиәте башлығы шылтыратты. Ул йәйгелек “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үткәрергә йыйыныуҙарын, Илфаттан фәтеүә булмағас, Ирғәле үҙе булһа ла өйҙәрен рәткә килтереп – буяй торғанын буяп, төҙәтерлеген төҙәтеп китеүен үтенде. Атай йортоноң ҡарауһыҙ торғанына былай ҙа эсе бошоп йөрөгән ире күп уйлап торманы – ял алып, тыуған ауылына юлланды. Рәшәткә булһа ла буяшырмын тигән булып, Мәрғиә лә ҡыҙы менән уға эйәрҙе. Ваҡытында ауылдың йәме булып, күкрәк киреп ултырған алты мөйөшлө ҙур матур өй, хакимиәт башлығы әйткәнсә, ысынлап та, әҙәм күргеһеҙ хәлгә төшкәйне шул. Буяуы уңып, төҫһөҙләнеп ҡалған ҡапҡа бер яҡҡа ыҡҡан. Рәшәткәһе серегән алғы баҡсаға ваҡ мал ингән. Ҡәйнәһенең йыл да емерелеп уңған ағас еләге, ҡарағатынан бер нәмә лә ҡалмағанын күреп, Мәрғиәнең, эй, эсе бошҡайны шунда. Ә өй эсе тышына ҡарағанда ла ҡотһоҙораҡ булып сыҡты. Күптән йыуғыс күрмәгәнгән иҙән, берҙән, бысраҡ булһа, икенсенән, нигеҙе төйөлмәгәс, аяҡ баҫҡыһыҙ һыуыҡ ине. Сервант, шкаф кәштәләрҙә бер иле саң. Ҡәйнәһе тере саҡта селт аҡ ғына булып көлөп ултырған мейес тә, тыштан бысранып ингән бала шикелле, ғәйепле генә ҡиәфәттә ултырған кеүек тойолдо. Ирғәлеһе ең һыҙғанып эшкә тотондо: ҡапҡа, баҡса рәшәткәләү өсөн таҡта бысты, шымартты, йышты... Көтөлмәгән ҡунаҡтар килеп төшкәс, эскеһенән бер аҙ айнып ҡалған Илфат та баш баҫып ағаһына ярҙамға ҡушылды. Мәрғиә өй эсен таҙалап, йыуып-һөртөп бөткәс, яңы ҡапҡаны, рәшәткәләрҙе, тәҙрә ҡапҡастарын шаллап сыҡты. Етемһерәп ултырған атай йортон бер аҙна эсендә буйтым рәтләп ҡайтып киткәйне улар...
Йәйгеһен “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына юлландылар. Эскән булһа, Илфатта байрам ҡайғыһы юҡтыр инде, үҙ йүнебеҙҙе үҙебеҙ күрербеҙ ҙә кисенә үк кире ҡуҙғалырбыҙ тип, бешеренеп-төшөрөнөп, етмәгәнен магазиндан алып, тейәнеп барып төшһәләр, “ах” иттеләр. Ҡәйнеше эскеһен ташлаған! Хатта ташлап ҡына ҡалмаған, ә өндәшмәй-нитмәй генә өйләнеп, һәүетемсә генә йәшәп ята, имеш. Гөлниса исемле төҫкә сибәр, егәрле кәләште күрше райондан алып ҡайтҡан икән. Эйәреп килгән ике бәләкәй ҡыҙсыҡтары ла бар ине уның. Улары килеп тороп илгәҙәктәр, Ҡәҙриә менән уртаҡ тел таба һалып, мәж килеп уйнарға ла керештеләр. Ә Илфатты алыштырып ҡуйғандармы ни?! Өлтөрәп йүгереп йөрөй кәләше эргәһендә. Тормош йөгөн икең бер булып тартһаң ғына алға китә тигәндәре шулдыр инде. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта донъяларын да ярайһы ғына бөтәйтеп ташлағандар: ҡәйнәһе вафат булғаны биреле буш торған һарайҙа йәш тана, игеҙ бәрәсле кәзә пәйҙә булған, ихата эсендәге йәшел сиҙәмдә ҡаҙ бәпкәләре сипылдашып йүгереп йөрөй. “Үәт, Илфат партизан! Партизан тиһәң дә, партизан инде! Беҙгә өндәшмәй генә кәләш алған да, ана, ҡалай ғына йәшәп ята!?.” – тип, аптырап та, ҡыуанып та бөтә алманы ҡустыһы өсөн Ирғәле. Кисен тыуған-тыумасалар йыйылған табын артында ла һүҙ шул юҫыҡтараҡ барҙы: яңы ҡауышҡан бәхетле парға атай нигеҙен ҡоротмайса тигеҙ һәм бәрәкәтле ғүмер итергә, итәк тулы бала үҫтерергә тигән ихлас теләктәр яуҙы. Илфаттың ялт итеп торған донъяһын күреп ҡыуанған, унан да бигерәк ҙурҙан ҡубып мәжлес ойоштороуҙарына ҡәнәғәт ҡалған ҡунаҡтарҙың килендәшен үтә ныҡ маҡтағандарын ғына оҡшатманы Мәрғиә. Әйтерһең, бер Гөлниса ғына йән өргән ҡуйған ҡайны-ҡәйнәһенең һүнеп барған нигеҙенә?! Ирғәле менән Мәрғиәнең, иртә яҙҙан килеп, аҙна-ун көн буйы тир түгеп йөрөгәнен берәү ҙә иҫкә алманы... “Йүнле бисә булһа, тәүге ире менән эшкиндереп йәшәр ине. Егәрле булыу менәнме ни, бәлки, холҡо юҡтыр, кем белә?” – тип уйланы ул эстән генә.
Бишектәге бала бишкә төрләнә тигәндәре дөп-дөрөҫ икән. Нурғәлене ул ошоға тиклем икене генә күрҙе. Унда ла сабый сағында ғына. Теге “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамынан һуң ниңәлер ауылға юлдары төшмәне шул уларҙың. Киләһе йылына, Яңы йыл байрамынан һуң, бәпес күрергә генә ҡайта алдылар. Сәңгелдәктә уймаҡтай ғына иренен супылдатып, мыш-мыш килеп йоҡлаған Нурғәлене ул ҡапылғара кемгә оҡшатырға ла белмәгәйне. Ә янында бөтөрөлгән Илфат ҡәйнешенә, Гөлниса килендәшенә ҡарап, бер ҡыуанһа, икенсе яҡтан, йәне өҙгөләнде Мәрғиәнең. Ирғәлеһенә ул табырға күпме генә хыялланһа ла, Аллаһы Тәғәлә уға ҡабат әсә булыу бәхете насип итмәне шул. Етмәһә, ире лә, уны үртәгәндәй, Илфаттың улын күреп донъяһын онотто – ҡайтҡансы сабыйҙы ҡулынан төшөрмәне. “Беҙҙең нәҫелде дауам иттереүсе бит ул! Минән бүләк – улыма велосипед һәм ҡышҡы куртка алырһығыҙ!” – тип, ҡайтыр саҡта Илфаттың ҡулына биш мең аҡса сығарып тотторғас, Мәрғиә саҡ шартламаны. Машинаға инеп ултырыу менән иренә ябырылды: “Ипотека түләргә саҡ-саҡ еткерәбеҙ, ә һин шунсама аҡсаны уңлы-һуллы һелтәйһең!” “Ирҙән иргә йөрөгән бисәнең балаһы әллә Илфаттыҡы, әллә икенсе берәүҙеке? Туғыҙ ай ҙа булмай ҡалды бит йәшәүҙәренә!” − тип, күңелендәге икеле-микеле уйын да ҡыҙған баштан әйтеп ысҡындырғайны.
Икенсе тапҡыр күреүе тап ярты йылдан һуң, Илфатты ерләгәндә булды. Урманда бура бурағанда, өҫтөнә бүрәнә төшөп, ҡәйнешенең үле кәүҙәһен генә тейәп алып ҡайттылар. Йыназа ваҡытында бер нәмә лә аңламаған алты айлыҡ сабыйҙың, атаһын һуңғы юлға оҙатышырға килгән кешеләрҙе аптырап күҙәткәне, ҡайғынан һеңгәҙәгән килендәше балаһын имеҙә алмағас, күрше-тирәнән ингән ҡатындарҙың асығып илаған Нурғәлегә шешәнән кәзә һөтө эсереп маташҡаны ныҡ иҫендә ҡалған... Шунан аҙаҡ Мәрғиә Нурғәлене лә, килендәшен дә күрмәне. Бер аҙҙан Гөлнисаның, балаларын алып, үҙенең районына ҡайтып китеүен ишеттерҙеләр. “Нурғәле улым беҙҙең нәҫелде дауам итеүсе, ауылдағы өй уға тейеш”, − тип, тәүҙәрәк Ирғәлеһе һөйләнеп-һөйләнеп алһа ла, Гөлниса килендәштәре килеп донъяға дәғәүәләшеп йөрөмәгәс, милеккә кем хужа булырға тейешлеге тураһында башҡа һүҙ ҡуҙғатманы. Уның байы Мәрғиә, яйы сыҡҡан һайын, бер нәмәне тыҡыны: “Илфаттыҡы түгелдер бала! Шулай булмаһа, Гөлниса ҡайтып китмәҫ ине әле, өй минеке тип, йәбешеп ятыр ине”. Йорттоң барыбер буш торғанына ишара яһаған булып, яйлап-яйлап машина яңыртыу тураһында ла иҫкәртә башланы. Тамсы тама-тама таш тишә – Мәрғиә лә, ахыр сиктә, ирен күндерҙе. Документ йүнләргә тип, ауылға ҡайтып әйләнгәндәрендә, ҡәйнәһенең әхирәте Сәйҙә апайҙың ғына ризаһыҙыраҡ хәбәр һөйләүен иҫәпкә алмағанда, өйҙө һатҡан өсөн береһе лә ҡаршы булманы. Дөрөҫөрәге, белмәй ҙә ҡалдылар. Сөнки Илфат менән Гөлниса законлы никахҡа тороп өлгөрмәгәндәр ине, шуға күрә милеккә документ эшләү әллә ни ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Бер-ике айҙан ауылдағы бер йәш ғаилә әсәлек капиталына өйлө булып, ә улар өр-яңы тимер ат алып ҡыуандылар. Тик ҡыуаныстары оҙаҡҡа барманы... Эштән ҡайтып килгәндә, машинаһы менән фура аҫтына барып инеп ғүмере ҡыйылған Ирғәлеһенең йәнселеп бөткән йәнһеҙ кәүҙәһен ҡосаҡлап, аҡылынан яҙыр сиккә етеп иланы Мәрғиә. Ике һүҙенең береһендә “Ҡайҙан ғына алдыҡ шул машинаны, ҡайҙан ғына?..” – тип һамаҡланы. Сәйҙә апайҙың өйҙө һатҡан саҡтағы әйткән хәбәренең айышына ла шунда ғына төшөнөндө Мәрғиә. “Етем хаҡына керәһегеҙ, балалар. Ебәрмәй бит ул, ебәрмәй... Аҙағы хәйерле булһын инде”, − тигәйне ул...

− Әсәй, Илфат ағайҙың улы ҙурайғандыр инде? Улар ҡайҙа икән хәҙер?
Йән тартмаһа ла, ҡан тарталыр күрәһең, Ҡәҙриәһе бер ваҡыт үҙенең зат-ырыуы менән ҡыҙыҡһына башланы. Ҡыҙы әлеге һорауҙы бирмәһә, Мәрғиә тол ҡалған килендәше һәм Нурғәле тураһында бөтөнләй иҫләмәҫ тә ине. Иҫләүенән дә ни фәтеүә?! “Үгеҙ үлде – уртаҡ айырылды, туғанлыҡ ептәрен бәйләр кешеләр, ағайлы-ҡустылы Ирғәле менән Илфат, күптән гүр эйәһе. Гөлниса килендәше, йәш кеше, моғайын, кейәүгә лә сыҡҡандыр әле”, − тип уйлай ине ул ошоғаса. Ҡыҙы һорағас, Мәрғиә килендәшенең артабанғы яҙмышын белешергә уҡталып-уҡталып ҡуйһа ла, милек менән бәйле хәлдәге ғәйебен иҫенә төшөрөп, уңайһыҙланды. Улар ҡырға күсеп киткәндәр тип, ҡыҙын да алдарға мәжбүр булды. Ә ҡара тырыш Ҡәҙриәһе әсәһенең яуабы менән ҡәнәғәт булмаған икән, баҡтиһәң. Шым ғына эҙләнеп, осона сыҡҡан барыбер. Ҡустыһы менән бер йыл тирәһе телефондан аралашып торғандар икән. Быларҙы уға Нурғәле һөйләне. Эх, күрешеп кенә өлгөрмәнеләр... Бәләкәй генә нәмәнән дә ҙур ҡыуаныс, йәм табып йәшәй белгән Ҡәҙриәһе өсөн ул осрашыу иң ҙур бәхет булыр ине, моғайын...
Уйҙары ошо тирәгә еткәс, Мәрғиәнең йөрәге сәнсеп-сәнсеп ҡуйҙы. Бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыялланған ҡыҙы, университеттың һуңғы курсына аяҡ баҫтым ғына тигәндә, һыуға батып барған баланы ҡотҡарам тип, үҙе һәләк булып ҡуйҙы шул бахыр. Ирғәлеһен юғалтҡанда ла ул тиклем бөтөрөнмәгән Мәрғиәне күҙ терәп торған берҙән-бер балаһының үлеме аяҡтан йыҡты. Ярай күршеләре ваҡытында килтереп өлгөргән дауаханаға. Юғиһә, инсульт аямаҫ ине. Шөкөр, хәҙер буйтым шәбәйеп килә, шикелле. Тик табиптар тыныслыҡ кәрәк тиһәләр ҙә, йөрәгеңде ярып сыҡҡан ҡәҙерле балаңды ҡалайтып ҡына онотмаҡ кәрәк?.. Ҡыҙы менән бәйле хәтирәләре иҫенә төшә лә, ҡан баҫымы күтәрелеп, тағы йығыла... Етмәһә, Нурғәлене күргәс, әллә ҡасан гүр әйәһе булған ҡәйнәһе, ҡәйнеше, Ирғәлеһе иҫенә төшә лә тора. Көндөҙ, ярай, палаталаш ҡатындарҙың хәбәренә әүрәй, ә төнөн уйҙарынан уйылып китерҙәй була. Ә Нурғәлеләр теге юлы, ысынлап та, әсәһенең ауылына, яңғыҙ йәшәгән өләсәһе эргәһенә, ҡайтып төпләнгән булғандар. Гөлниса килендәше башҡаса кейәүгә сыҡмаған, өс балаһын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырған. Ҡыҙҙарын күптән башлы-күҙле итеп, хәҙер ейәндәр һөйөп ултыра икән. Туғыҙынсы класты тамамлаған Нурғәле, быйыл сәнғәт училищеһына уҡырға ингән дә, Ҡәҙриә менән алдан килешкәнсә, осрашыу өсөн уларға ашыҡҡан. Килһә ишек бикле, ә апайының телефоны һүнгән. Нимә эшләргә белмәй аптырап торғанында, ярай ҙа, тағы шул мәрхәмәтле күршеләре тап булған. Бына шулай дауаханала осрашты ла инде Мәрғиә Нурғәле менән.
“Йүнәлеп сыҡһам, иң тәүҙә Нурғәле улымды әсәһе менән ҡунаҡҡа саҡырып алам. Сәйҙә апайҙы хәҙер бындағы кесе ҡыҙында йәшәй тиҙәр ине, ауырып-фәлән китмәгән булһа, уға ла әйтермен. Бер юлы ҡайны-ҡәйнәм, Илфат ҡәйнешем, Ирғәлем һәм Ҡәҙриәм рухына аят бағышлатырмын. Гөлниса килендәшем тыңлаһа, Нурғәлене үҙемдә йәшәргә күндерер кәрәк әле. Ятаҡта аслы-туҡлы йөрөмәҫ, исмаһам, өҫ-башы ла ҡараулы булыр. Яйлап квартираны ла уның исеменә күсерермен... Әҙеһәмовтарҙың нәҫелен дауам итеүсе бит ул!” Шундай уйҙар менән мендәренә башын терәне Мәрғиә. Дауаханаға килеп эләккәндән биреле бөгөнгөләй тыныс күңел менән йоҡоға талғаны юҡ ине әле уның...
Фото:https://klauzura.ru/wp-content/uploads/2018/09/5818_original.jpg
Читайте нас: