Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
11 Июнь 2020, 00:00

Күлдәклек (юмореска)

- Әллә ниндәй заманда йәшәйбеҙ, бөгөн ҡояш йылмайып сығып тора ла ул, иртәгә болот булып ҡуйыуы бар,– тип Шәрифә әбей пенсия аҡсаһының яртыһын һандығының төбөнә үк ҡыштырҙатып йәшереп ҡуйҙы. –Әйҙә, ята бирһен, Тәлғәтем йә тағы килен алып ҡайтыр.Теләктәре ҡабул булды әбейҙең, бер аҙнанан өсөнсө ҡатыны менән айырылышыуына бер йыл да үтмәгән Тәлғәт, ҡаланан ҡурсаҡ кеүек бер сибәркәйҙе эйәртте лә ҡайтты. Шәрифә, ғәҙәтенсә, быныһын да бер ниндәй тетрәнеүһеҙ, еренә еткереп ҡаршы алды.–Унды ал–уңғансы ал, балаҡайым. Ҡурҡма, батаһын да уҡытырбыҙ, хатта туйҙы ла гөрләтеп үткәрергә хәлдән килә,–тип ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарға әҙерләп ҡуйған күлдәк-таҫтамалдарын сығарып тәңкләп һалды. Төп ҡоҙағыйға тигән күлдәклек тауар араһында башта телгә алынған пенсия аҡсаһы ятып ҡалды. Тағы ла шуныһы, ул аҡсаларҙы әбекәй бер ай ғына түгел, инде ярты йыл ҡарамайынса ғына һандыҡ төбөнә йыя. Шәрифә әбей тауарҙы асып та ҡарамай, шул килеш шыптырға кейҙерҙе. Ошо урында туй-фәләндең беҙҙең яҡтарҙа нисек үтеүен тасуирлау, әлбиттә күңелле булыр ине, етмәһә, Тәлғәт исемле был егет дүртенсегә генә өйләнеп туҡтамаясаҡ. Ләкин һүҙ уның хаҡында түгел...–Шәрифә ҡоҙағыйыбыҙ бигерәк йомарт булып сыҡты. Күрәһеңме, тегеп кейһен, тип күлдәккә ниндәй шәп тауар һайлаған!–тип маҡтанды килгән-киткәненә Гөлниса апай. Ләкин ул тауарҙы шыптырынан сығарып бер кемгә лә йәйеп күрһәтмәне. Нишләп ваҡланып торорға ти: бәләкәй түгел икәнлеге тотоп ҡарағас та һиҙелә, ә һуш китерлек биҙәге үтә күренмәле шыптырҙан да ап-асыҡ булып күҙгә ташланып уҡ тора.Киләһе айҙа Гөлниса апайға Ҡаҙағстандан бала саҡтан күрешмәгән әхирәте килеп төштө. Үәт, сюрприз! Күстәнәс-бүләктәрен дә йәлләмәгән ҡунаҡ. Гөлниса апай ҙа бирешкәндәрҙән түгел: һынын килтереп һыйланы, теттереп йырланы-бейене, бүләк тә бирергә онотманы хатта. Бүләк тигәне баяғы күлдәклек тауар ине.–Тегенсе кешегә иҫтәлекккә иң шәбе ошо булыр. Үҙ ҡулдарың менән тегеп, минең төҫөм итеп кейеп йөрөһөң, әхирәткәйем, – тип ҡәҙерләп тапшырҙы.Тегенсе кешене ниндәйҙер матур сәскәле тауар менән генә аптыратмаҫһың шул. Ҡаҙағстанға ҡайтҡас, Гөлбаныу апай әхирәтенең бүләге хаҡында бөтөнләй онотто. Хатта сумаҙанынан сығарып та ҡараманы. Бер-ике йыл ваҡыт үткәндер, Гөлбаныуҙы эш еренән бер заман Башҡортостанға командировать иттеләр.Юлға әҙерләнгәндә, баяғы сумаҙан ҡулға килеп эләкте. «Ятһын әле, берәйһенә бүләккә барыр», — тип, теге шыптыр төргәкте төпкәрәк тыҡты Гөлбаныу апай.Тегеү фабрикаһы Ҡаҙағстан ҡунағын ихлас ҡаршыланы. Тейешле килешеүҙәр төҙөлдө, тәжрибәләр менән уртаҡлаштылар. Ҡайтыр көндә фабрика директоры Зәлифә Маратовна йыраҡтан килгән ҡунаҡтың үҙебеҙҙең милләт кешеһе булыуына шатланып, өйөнә үк алып ҡайтып бигерәк ололап ҡунаҡ итте. Гөлбаныу апай ҙа төшөп ҡалғандарҙан түгел бит, баяғы сумаҙан төбөндәге төйөнсөктө сығарҙы ла бирҙе. Танышыу хөрмәтенә, ихлас ҡаршылауығыҙға рәхмәт йөҙөнән, тип.…Әлфиә буласаҡ ҡәйнәһен күреп ҡайтҡас, бер аҙ юғалып ҡалды. «Йола боҙоу юҡ. Киләһе йомаға һөйләшергә киләбеҙ, әҙерләнегеҙ», – тип ҡаты ғына әйтеп ҡуйҙы бит әле ул. Әсәһенә был хаҡта нисегерәк ымларға икән? Ымламайса, тураһын әйтһә, йөрәген ярып ҡуйыуы ла бар. Ни тиһәң дә, көтмәгәнерәк килеп сыҡҡан кеүек. Буласаҡ кейәүе лә беренсегә өйләнмәй. Әлфиә иң тәүҙә күрше Зәлифә апай менән кәңәшләшергә булды. Ул нисек тә яйын таба торған кеше.–Эй, балаҡай, тапҡанһың ҡайғы. Яҙғаны булһа, уның бишенсе ҡатын да булырһың. Бәхетеңде генә бирһен хоҙай. Әсәйең күптән көтөп йөрөй был ваҡиғаны. Ә йолаһына килгәндә – уны беҙҙән дә шәберәк белгәне юҡтыр! Һөйләшергә килеү–танышырға килеү ул. Буласаҡ туғандар бер-береһенә бүләктәр бирешә, туйҙы нисек үткәреү тураһында һөйләшә. Ә бүләктәрҙе үҙ өҫтөмә алам. Тик һин миңә нисә кеше буласағын ғына әйт…Ысынлап та, бик матур йола бар беҙҙең халыҡта. Ул да булһа, бүләк бирешеү. Тап Шәрифә әбейҙең яратҡаны. Был юлы ла Тәлғәтенең бишенсегә өйләнеүенә ихлас шатланып, ҡоҙағыйына алһыу раузалар төшөрөлгән ҡыйбатлы ғына тауарын һайланы. Әлфиәнең әсәһе Рәмилә апайға ҡоҙағыйы өсөн бүләкте әхирәте Зәлифә әҙерләгәйне. Ул әлеге лә баяғы Ҡаҙағстандан йөрөп ҡайтҡан күлдәклек ине.–Хәс тә мин яратып һайлағанға оҡшаған. Ҡоҙағыйымдың төҫмөрләүе минеке кеүек икән. Килешкәнбеҙ. Былай булғас, был киленем менән Тәлғәтем оҙаҡ йәшәр, –тип ҡыуана-ҡыуана шыптырынан сығарып, күлдәклекте һыйпап алды Шәрифә әбей. Шунан тегене йәйеп ебәргәйне, иҙәнгә ҡағыҙ аҡсалар һибелде.–Аһ-аһ, әллә теге юлы йәшереп ҡуйған аҡсалар үҙҙәре мине килеп таптымы? –тип ҡысҡырып, кеткелдәп көлөп үк ебәрҙе Шәрифә әбей. –Былай булғас, тағы бер туйлыҡ хәл бар әле, балаҡайым…РӘЗИЛӘ ЫРЫҪҠУЖИНА.("Хикәйәләр" төркөмөнән).

- Әллә ниндәй заманда йәшәйбеҙ, бөгөн ҡояш йылмайып сығып тора ла ул, иртәгә болот булып ҡуйыуы бар,– тип Шәрифә әбей пенсия аҡсаһының яртыһын һандығының төбөнә үк ҡыштырҙатып йәшереп ҡуйҙы. –Әйҙә, ята бирһен, Тәлғәтем йә тағы килен алып ҡайтыр.

Теләктәре ҡабул булды әбейҙең, бер аҙнанан өсөнсө ҡатыны менән айырылышыуына бер йыл да үтмәгән Тәлғәт, ҡаланан ҡурсаҡ кеүек бер сибәркәйҙе эйәртте лә ҡайтты. Шәрифә, ғәҙәтенсә, быныһын да бер ниндәй тетрәнеүһеҙ, еренә еткереп ҡаршы алды.

–Унды ал–уңғансы ал, балаҡайым. Ҡурҡма, батаһын да уҡытырбыҙ, хатта туйҙы ла гөрләтеп үткәрергә хәлдән килә,–тип ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарға әҙерләп ҡуйған күлдәк-таҫтамалдарын сығарып тәңкләп һалды. Төп ҡоҙағыйға тигән күлдәклек тауар араһында башта телгә алынған пенсия аҡсаһы ятып ҡалды. Тағы ла шуныһы, ул аҡсаларҙы әбекәй бер ай ғына түгел, инде ярты йыл ҡарамайынса ғына һандыҡ төбөнә йыя. Шәрифә әбей тауарҙы асып та ҡарамай, шул килеш шыптырға кейҙерҙе. Ошо урында туй-фәләндең беҙҙең яҡтарҙа нисек үтеүен тасуирлау, әлбиттә күңелле булыр ине, етмәһә, Тәлғәт исемле был егет дүртенсегә генә өйләнеп туҡтамаясаҡ. Ләкин һүҙ уның хаҡында түгел...

–Шәрифә ҡоҙағыйыбыҙ бигерәк йомарт булып сыҡты. Күрәһеңме, тегеп кейһен, тип күлдәккә ниндәй шәп тауар һайлаған!–тип маҡтанды килгән-киткәненә Гөлниса апай. Ләкин ул тауарҙы шыптырынан сығарып бер кемгә лә йәйеп күрһәтмәне. Нишләп ваҡланып торорға ти: бәләкәй түгел икәнлеге тотоп ҡарағас та һиҙелә, ә һуш китерлек биҙәге үтә күренмәле шыптырҙан да ап-асыҡ булып күҙгә ташланып уҡ тора.

Киләһе айҙа Гөлниса апайға Ҡаҙағстандан бала саҡтан күрешмәгән әхирәте килеп төштө. Үәт, сюрприз! Күстәнәс-бүләктәрен дә йәлләмәгән ҡунаҡ. Гөлниса апай ҙа бирешкәндәрҙән түгел: һынын килтереп һыйланы, теттереп йырланы-бейене, бүләк тә бирергә онотманы хатта. Бүләк тигәне баяғы күлдәклек тауар ине.

–Тегенсе кешегә иҫтәлекккә иң шәбе ошо булыр. Үҙ ҡулдарың менән тегеп, минең төҫөм итеп кейеп йөрөһөң, әхирәткәйем, – тип ҡәҙерләп тапшырҙы.

Тегенсе кешене ниндәйҙер матур сәскәле тауар менән генә аптыратмаҫһың шул. Ҡаҙағстанға ҡайтҡас, Гөлбаныу апай әхирәтенең бүләге хаҡында бөтөнләй онотто. Хатта сумаҙанынан сығарып та ҡараманы. Бер-ике йыл ваҡыт үткәндер, Гөлбаныуҙы эш еренән бер заман Башҡортостанға командировать иттеләр.

Юлға әҙерләнгәндә, баяғы сумаҙан ҡулға килеп эләкте. «Ятһын әле, берәйһенә бүләккә барыр», — тип, теге шыптыр төргәкте төпкәрәк тыҡты Гөлбаныу апай.

Тегеү фабрикаһы Ҡаҙағстан ҡунағын ихлас ҡаршыланы. Тейешле килешеүҙәр төҙөлдө, тәжрибәләр менән уртаҡлаштылар. Ҡайтыр көндә фабрика директоры Зәлифә Маратовна йыраҡтан килгән ҡунаҡтың үҙебеҙҙең милләт кешеһе булыуына шатланып, өйөнә үк алып ҡайтып бигерәк ололап ҡунаҡ итте. Гөлбаныу апай ҙа төшөп ҡалғандарҙан түгел бит, баяғы сумаҙан төбөндәге төйөнсөктө сығарҙы ла бирҙе. Танышыу хөрмәтенә, ихлас ҡаршылауығыҙға рәхмәт йөҙөнән, тип.

…Әлфиә буласаҡ ҡәйнәһен күреп ҡайтҡас, бер аҙ юғалып ҡалды. «Йола боҙоу юҡ. Киләһе йомаға һөйләшергә киләбеҙ, әҙерләнегеҙ», – тип ҡаты ғына әйтеп ҡуйҙы бит әле ул. Әсәһенә был хаҡта нисегерәк ымларға икән? Ымламайса, тураһын әйтһә, йөрәген ярып ҡуйыуы ла бар. Ни тиһәң дә, көтмәгәнерәк килеп сыҡҡан кеүек. Буласаҡ кейәүе лә беренсегә өйләнмәй. Әлфиә иң тәүҙә күрше Зәлифә апай менән кәңәшләшергә булды. Ул нисек тә яйын таба торған кеше.

–Эй, балаҡай, тапҡанһың ҡайғы. Яҙғаны булһа, уның бишенсе ҡатын да булырһың. Бәхетеңде генә бирһен хоҙай. Әсәйең күптән көтөп йөрөй был ваҡиғаны. Ә йолаһына килгәндә – уны беҙҙән дә шәберәк белгәне юҡтыр! Һөйләшергә килеү–танышырға килеү ул. Буласаҡ туғандар бер-береһенә бүләктәр бирешә, туйҙы нисек үткәреү тураһында һөйләшә. Ә бүләктәрҙе үҙ өҫтөмә алам. Тик һин миңә нисә кеше буласағын ғына әйт…

Ысынлап та, бик матур йола бар беҙҙең халыҡта. Ул да булһа, бүләк бирешеү. Тап Шәрифә әбейҙең яратҡаны. Был юлы ла Тәлғәтенең бишенсегә өйләнеүенә ихлас шатланып, ҡоҙағыйына алһыу раузалар төшөрөлгән ҡыйбатлы ғына тауарын һайланы. Әлфиәнең әсәһе Рәмилә апайға ҡоҙағыйы өсөн бүләкте әхирәте Зәлифә әҙерләгәйне. Ул әлеге лә баяғы Ҡаҙағстандан йөрөп ҡайтҡан күлдәклек ине.

–Хәс тә мин яратып һайлағанға оҡшаған. Ҡоҙағыйымдың төҫмөрләүе минеке кеүек икән. Килешкәнбеҙ. Былай булғас, был киленем менән Тәлғәтем оҙаҡ йәшәр, –тип ҡыуана-ҡыуана шыптырынан сығарып, күлдәклекте һыйпап алды Шәрифә әбей. Шунан тегене йәйеп ебәргәйне, иҙәнгә ҡағыҙ аҡсалар һибелде.

–Аһ-аһ, әллә теге юлы йәшереп ҡуйған аҡсалар үҙҙәре мине килеп таптымы? –тип ҡысҡырып, кеткелдәп көлөп үк ебәрҙе Шәрифә әбей. –Былай булғас, тағы бер туйлыҡ хәл бар әле, балаҡайым…
РӘЗИЛӘ ЫРЫҪҠУЖИНА.
("Хикәйәләр" төркөмөнән).
Читайте нас в