“Ейәнсура таңдары” архивынан.
Һеҙҙең иғтибарға гәзитебеҙҙең 2011 йылдың февраль айындағы һандарының береһендә баҫылған Ғайса Ишмөхәмәтовтың яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ.
Һуңғы ваҡытта аҡыллы, зиһенле йәндең – кешенең ҡылған ҡылыҡтары, тәбиғәткә, тере йән эйәләренә, бер-береһенә мөнәсәбәте хаҡында күп уйланам, ләкин уйҙарымдың осо-башына сыға алғаным юҡ әлегә. Шуға бәйләп, айыуға һунар итеү, уның барышы, аҙағы нимә менән бөткәне тураһында күреп-белгәндәремде, ишеткәндәремде, ысынбарлыҡты һеҙгә лә бәйән иткем килә. Һығымтаһын инде үҙегеҙ эшләгеҙ. Был үткән ваҡиғаларҙа көлкөһө лә, аяныслыһы ла бар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аяныслыһы күберәк шул.
Яҙмамды иһә бер хикмәтле һүҙҙән башлағым килә: кеше бүре кеүек батыр, арыҫлан кеүек көслө, төлкө кеүек хәйләкәр. Айыу иһә рыяһыҙ йыртҡыс иҫәпләнә. Һәр хәлдә, әкиәттәрҙә, балалар яратып ҡараған йәнһүрәттәрҙә ул шулай һүрәтләнә. Берҙән-бер көндө айыу йылға аша ҡара урманға ҡарай сығып барғанда, уны күреп ҡалған суртан:
– Ҡайҙан киләһең? – тип һораған.
– Аҡыллыны һайлаған ерҙән, даланан, – тип яуаплаған айыу.
– Кешене, тағы кемде булһын...
– Эй, айыу, айыу, кешенән хәҙер һиңә үҙ урманыңда, ә миңә үҙ йылғамда тынғылыҡ булмаясаҡ. Аҡыллы зат итеп һайлағанығыҙ өсөн ул һеҙгә, исмаһам, берәй нәмә вәғәҙә иттеме һуң?
– Унан нимә талап итәһең инде? Уны бит беҙҙең арабыҙҙа зиһенгә эйә берҙән-бер йән эйәһе булған өсөн һайланылар. Өҫтәүенә, уның йыртҡыс хайуандарҙыҡы кеүек үткер тештәре, имәнес тырнаҡтары юҡ. Әйткәндәй, яланғас, нәфис тәнле һәм затлы нәҫелдән. Алла кемде яҡын күрһә, халыҡ та шуны үҙ итә. Шуға ла кешегә хөрмәт күрһәткәндәрҙер инде. Ҡалай итәһең.
– Шулай ҙа, теге ни... – тип яңынан һүҙ башлаған суртан.
– Һиңә тағы нәмә кәрәк, – тип екергән уға айыу,- үҙ ҡәрҙәштәреңде эҙәрлекләгәнең, үткер тештәрең менән ҡырғаның да еткән.
– Юҡ, мин бит ул хаҡта һүҙ йөрөтмәйем. Аҡыллы итеп һайланған кешенән беҙгә ниндәй яҡшылыҡ булыр икән, бына шул ҡыҙыҡһындыра мине.
– Ярай, улай бик белергә теләгәс, әйтәйем инде һиңә дөрөҫөн. «Һеҙ мине аҡыллы тигән тәхеткә күтәреп ултырттығыҙ. Бының өсөн мин һеҙҙең ҡайһы берегеҙҙе яурындарыма һалырмын, ә ҡайһы берегеҙҙе өҫтәл өҫтөнә ҡуйырмын», – тип вәғәҙә бирҙе ул кеше тигәнең үҙенең һайлаусыларына.
– Эй, туған, – тип, бошонҡо ғына аңлата башлаған суртан, – был бит кеше һинең туныңды һалдырып, үҙенең яланғас яурындарына ҡаплай, ә мине үҙенең аш өҫтәленә ҡуя, тигән һүҙ.
Колхоз-совхоздарҙың көслө, мал-тыуарҙың ишле, айыуҙарҙың күп сағы. Йәй урталарында ауылдан алыҫ түгел ерҙә колхоз һыйырын айыу йыға. Ике ағай емтеккә айыу киләсәген белеп, уны атып алырға һөйләшкәндәр. Беҙҙең яҡта мәрәкәсел, йор һүҙле, әсе телле, әҙерәк кенә арттырыбыраҡ һөйләй торған, күңеле көр кешеләр йәшәй. Халыҡ һөйләүе буйынса, был ағайҙар ҙа ҡыйыулыҡ, төнгө һалҡында өшөмәҫ өсөн әҙерәк кенә «төшөрөп» алған, ләкин улар тәмәке тартмай ине. Шулай булғанмылыр, юҡмылыр, мин белмәйем. Нисек булғанын улар үҙҙәре генә белә инде. Алдан әҙерләп ҡуйған урындарына менеп урынлашҡас, айыуҙың килгәнен көтә башлайҙар. Таңға ҡарай емтеккә табан бер ҙур «айыу» яҡынлаша. Береһе икенсеһенә «Ат!» тип ҡысҡырып ебәрә... Төнгө тынлыҡты боҙоп, бер-бер артлы ике атыу тауышы яңғырай. Мин һиңә «Ат!» тип әйтмәнем бит, ә «лошадь» тип әйттем, тип ҡысҡырыу һуңлай. Айыу тигәндәре бышҡырып ебәрә лә, гөрһөлдәп ергә ауа. Улар күрше ауылдағы олатайҙың үлән утлап йөрөгән тышаулы атын айыу тип уйлаған икән. Ат, бахыр, ҡайҙан белһен инде һунарсыларҙың ағас баштарында айыуҙы көтөп ултырғанын? Аҙағы нимә менән бөттөмө? «Үткән эш – бөткән эш», тигәндәй. Ағайҙар ауылдар буйлап йөрөп, халыҡҡа һата алғансы ат ите һатты, арзаныраҡ хаҡҡа, әлбиттә. Бер-нисә көн үткәс, һунарсыларҙың аттың хужаһына икенсе ат һатып алып биреүе тураһында ишетелде. Бушҡа ғына халыҡ: «Айыуға ағаң менән бар», – тип әйтмәй шул.
Үҙен ихтирам иткән һәр ир-егет күңеле менән һунарсылыр ул. Әммә бөтәһе лә был мөмкинлеккә эйә була алмай. Ҡышҡы ғинуар айында арҡаңа рюкзак аҫып, саңғы менән ҡар ярып, урманға барыу һәр кемдең ихтыярынан килә торған ғәмәл түгел. Тап шулай иткәндәр генә ысын һунарсы була инде. Юғиһә, һунар һылтауы менән урманға сығып, кәйеф-сафа ҡороп, шешәләрҙе яра атып ҡайтыусылар хәҙер бигерәк күбәйеп китте. Улар ҙа үҙҙәрен һунарсы һанай. Кейгән кейемдәрен, мылтыҡтарын, боеприпастарын ҡарағыҙ әле: һуғышҡа баралармы ни! Ауылда эшһеҙ ҡалған ир-егеттәр нисек тә көн итер өсөн, ғаиләне ҡарар өсөн төрлө ерҙәрҙә ялланып эшләп йөрөп ҡаранылар, ләкин байып, хәлләнеп китеүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине. Байҙарҙа иһә ата-бабаларыбыҙҙың боронғо кәсебе – һунарсылыҡ менән шөғөлләнеү теләге, һунарсы ҡомары уянды. Ҡышҡы йоҡоға ятҡан айыуҙың өңөн табып, алып барып күрһәтеү, әлбиттә, атып алыуҙа ҡатнашыуҙың хаҡы ла билдәләнде. Өң эсендә нисә айыу булыуына ҡарамаҫтан, хаҡы – 50 мең һум.
Айыу өңөн табыу күпме ваҡыт, ниндәй көс талап иткәнен һунарсы үҙе генә белә. Ундай бәхет һәр кемгә тәтемәй шул! Өң эсендә нисә айыу булыуы ихтимал һуң? Был турала төрлө фекерҙәр бар, төрлөсә һандар килтерелә. Бынан бер-нисә йыл элек ҡышҡы йоҡонан уянған айыуҙарҙың өңөнән сыҡҡанын бинокль аша күҙәтеү бәхете тейҙе миңә. Ауылыбыҙҙы ҡалҡан шикелле һаҡлап, күҙәтеп торған пирамида рәүешле Ослотауҙың бейек итәген төйәк итеп, айыуҙар ҡыш үткәреп сыҡҡан, тип берәү ҙә уйламаҫ. Апрелдең баштары ине. Өйҙә күмәкләшеп сәй эсеп ултырабыҙ. Ҡустым торба кеүек биноклен тотоп, тәбиғәтте күҙәтергә тип тышҡа сығып китте. Күтәрмәнән тирә-яҡты ҡарап торғанда күреп ҡала ул айыуҙарҙы. Тамаша күрергә тип беҙҙе лә саҡырып сығарҙы. Ике айыу ике балаһы менән өң эргәһендә аунай башланылар, эргәһендә үҫеп ултырған имән ағастарын тырнаштырып, хатта ике балаһы ағас башына үрмәләргә лә маташып ҡараны. Тау башына ҡарай менергә уйлағайнылар, ҡар ҡалын булып сыҡты, айыуҙарға кире өңөнә инеп китеүҙән башҡаса сара ҡалманы. Һирәк осрай торған иҫ киткес матур, һоҡланғыс күренеш оҙаҡ булмай шул. Күрше ауылдағы һунарсы ағай ҙа айыу өңөн эҙләп, байтаҡ көндәр үткәрә, ләкин өмөтөн өҙмәй. Иртәнсәк сығып китә, кис ҡайта. Көн һайын 20-30 саҡрым ерҙе саңғы менән гиҙеп ҡайта. Ҡырҙа, ҡар өҫтөндә, сәйнүге менән сәй ҡайнатып эскәндә уйлаған уйҙарын, хыялдарын беҙ бер ҡасан да белмәйәсәкбеҙ, Хоҙай үҙе генә белә. Ғаиләһен хафаға һалып, ул бер көндө ҡайтмай. Икенсе көнөнә лә юҡ. Күрше ауылдарҙағы туғандарынан да һораштырып, белешеп ҡарайҙар. Юҡ... Шунан инде эҙләй башлайҙар. Бәлки, айыу ашағандыр? Булмаҫ.
Ир-егеттәр күмәкләп эҙләргә тотона. Көн дә 20-25 саҡрым ерҙе саңғыла йөрөп эҙләйҙәр, ләкин һөҙөмтә юҡ. Бер-нисә көн үткәс, тау битенән ҡар шыуғанын белеп ҡалалар һәм тауҙағы ҡарҙы ҡаҙып, эҙләргә тотоналар. График буйынса эҙләү, шыуған ҡарҙы ҡаҙыу ойошторола. Ҡарҙың ҡалынлығы урыны менән 6 метрға саҡлы барып етә. Ҡаҙа торғас, ағайҙың бейәләйен, саңғыһын табалар. Шик юҡ, ҡар аҫтында ҡалған. Бер айҙан ашыу ваҡыт үткәс кенә ҡаршы тауҙың битләүенән, ҡар ҡатламы аҫтынан табып алалар уны. Шул көйөнә генә ятҡан бит әле, бисара. Ир-егеттәрҙең, малайҙарының берҙәмлеге, ныҡышмалылығы, өмөттәрен өҙмәүе, ҡышҡы һалҡынға ла, буранға ла бирешмәүҙәре йәлләтә лә, һоҡландыра ла. Ҡалай итәһең инде, яҙмыштыр...
Ни өсөн бигерәк тә әҙәм затын айыуға һунар итеү ымһындыра, ҡыҙыҡһындыра һуң? Минеңсә, айыуҙың тиреһе, ите, майы, үте, тырнаҡтары ғына ҡыҙыҡһындырмай кешене. Минең дә аяҡтарым менән байыраҡ кешеләрҙең өйҙәрендә, дачаларында айыу тиреһенә баҫып йөрөгәнем, ҡулым менән һыйпап ҡарағаным булды. Тәндәрем әллә нисек итеп зымбырлап, күңелемә ҡыйын булып китә торғайны. Былтыр йәй көнө: «Тоҙаҡҡа эләккән айыу һыу ҡырында үлеп ята!» – тигән хәбәр бөтә ауылға йәшен тиҙлегендәй таралды. Кем ҡыҙыҡһына, шулар бөтәһе лә тамаша ҡылды үлгән айыуға, фотоға төшөрөп алыусылар ҙа күп булды. Был айыуҙан айыу тигән исеме генә ҡалғайны. Ер тырнап, ҡортлап, һыуланып, ғазапланып, ябығып, быуылып үлгәйне урман хужаһы. Бер аҙнанан барып ҡараһаҡ – башын, үтен, тырнаҡтарын ҡырҡып, йолҡоп алып киткәйнеләр. Японияла айыуҙың үтенә өп-өр яңы «Тойота» машинаһы бирәләр, тигән һүҙ дөрөҫмө икән әллә, тип уйлап ҡуйҙым мин. Үҙенән физик яҡтан ғына түгел, ә рухи яҡтан да көслөрәк йыртҡысты үлтереү – кешегә үҙенең өҫтөнлөгөн иҫбат итеү, ләззәтләнеү, йыуаныс кисереү, әҙ генә булһа ла тынысланыу, тантана итеү өсөн кәрәктер. Әллә ҡорбан килтереүме икән, тип тә уйлап ҡуям.
Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районында була был күңелде әрнеткес хәл. Себер тарафтарынан ҡайтып төшкән ике ирҙең ҡапыл ғына айыу атып алғылары килә һәм улар ҡиммәтле машинаға кәрәк-яраҡтарын тейәп алып, Шайтантауға һунарға, бер аҙ ял итергә, хозур тәбиғәт менән һоҡланырға сығып китә. Шул уҡ көндө мәктәптә военрук булып эшләп йөрөгән ағай ҙа һунарға юллана. Эңер төшә. Маңлайына аҫмалы фонаригын ҡуйып, юлды яҡтырта-яҡтырта урмандан сығып килгәндә, яңылышмы, әллә яҙмыш ҡушыуы буйынсамы инде, теге ике «һунарсыға» тап була. Әгәр уларҙы һунарсы тип атап булһа. Теге икәүҙең күҙҙәренә ботаҡ үҫкәнме, әллә зиһендәрен Шайтантауҙың шайтаны томалағанмы, яҡтыртҡыслы кешене айыу урынына ҡабул итәләр. Икенсе төрлө әйткәндә, кеше менән айыуҙы бутайҙар. Атыу тауыштары яңғырай, үлемесле яраланған һунарсы ергә ауа. Тәүге ярҙам күрһәтергә маташып, машиналарында дауаханаға табан юл тоталар, ләкин бер ғәйебе булмаған кеше дауаханаға барып етмәйенсә, юлда уҡ яҡты донъя менән хушлаша.
«Тегеләр менән нимә булды? Нисек хөкөм иттеләр?» – тип һорарһығыҙ һеҙ. Бер нәмә лә булманы. Хөкөм дә итмәнеләр. Аҡса, аҡсаһыҙлыҡ заманы бит. Ирһеҙ ҡалған ҡатынына, атайһыҙ балаларына, тағы әллә кемдәргә аҡса түләп ҡотолоп ҡалдылар. Хәҙерге көндә лә яҡты донъяның рәхәтлеген тойоп, тәмен белеп йәшәп яталар.
Шуны шәйләгәнем бар: үҙен ысын һунарсы тип һанаған кеше бер ҡасан да һунары тураһында бөтәһен дә түкмәй-сәсмәй һөйләп бирмәй, ә ниндәйҙер өлөшөн, серен үҙендә ҡалдыра. Бер йәй, көҙ эсендә 78 айыу алған ысын һунарсы ир-егетте беләм. Унан бер һунарын ғына һөйләтер өсөн күңелен күреп көнө буйына эргәһендә йөрөргә тура килә, ул шунда ла тулыһынса асылмай. Ҡатынына ла дөрөҫөн һөйләмәй. Ғөмүмән, айыу, уға һунар итеү тураһында күп һөйләргә, китап яҙырға булыр ине, ә хәҙергә ошоноң менән сикләнеп торайыҡ. Бәлки, дауамы булыр...