Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
12 Июнь 2020, 15:00

Бөркөт булып тыуабыҙ

(Хикмәтле хикәйә)Бер крәҫтиән бөркөт йоморткаһы табып алып ҡайта. Уны баҫып ултырған тауыҡтың ояһына һала. Тиҙҙән йомортҡанан бөркөт балаһы морон төртә һәм тауыҡтар менән бергә үҫә.

(Хикмәтле хикәйә)
Бер крәҫтиән бөркөт йоморткаһы табып алып ҡайта. Уны баҫып ултырған тауыҡтың ояһына һала. Тиҙҙән йомортҡанан бөркөт балаһы морон төртә һәм тауыҡтар менән бергә үҫә.
Биш йыл ваҡыт үткәс, крәҫтиән янына натуралист ҡунаҡҡа килә. Тауыҡ кетәге янынан үткәндә ул әлеге ҡошто күреп ҡала.
- Был тауыҡ түгел бит, ә бөркөт! - ти ул.
- Беләм, - тип яуаплай крәҫтиән. - Ләкин мин уны тауыҡ һымаҡ итеп үҫтерҙем, хәҙер ул бөркөт түгел.
- Яңылышаһығыҙ, - тигән натуралист. - Ул - бөркөт. Сөнки йөрәге - бөркөттөкө! Ул ҡасан да бер осасаҡ.
- Юҡ, - тип ныҡышҡан крәҫтиән.
Шунан былар бәхәсләшкән. Натуралист бөркөттө яурынына ҡундырған һәм әйткән:
- Һин - бөркөт, һинең биләмәң - ер түгел, ә зәңгәр күк, ҡанаттарыңды йәй ҙә ос!
Бөркөт натуралистың яурынында тапанып торған да тирә-яғына ҡараған. Аҫта ем сүпләүсе тауыҡтарҙы күргәс, улар янына һикереп төшкән.
- Тауыҡҡа әйләнде, тип әйттем бит мин һиңә, - тип көлгән крәҫтиән.
- Юҡ, - тип ныҡышҡан натуралист. - Бөркөт һәр ваҡыт бөркөт булып ҡала! Иртәгә тағы ла бер тәжрибә үткәреп ҡарарбыҙ.
Икенсе көндө натуралист бөркөттө өй башына алып менгән:
- Һин - бөркөт! Ҡанаттарыңды йәй ҙә ос!
Тәүге көндәге кеүек үк, бөркөт аҫта ем сүпләүсе тауыҡтарҙы күргән дә улар янына һикергән.
- Әйттем бит һиңә, тауыҡҡа әйләнгән, тип! - тип йылмайған крәҫтиән.
- Юҡ, - тигән ышаныслы итеп натуралист. - Был - бөркөт, һәм ул һәр ваҡыт бөркөт булып ҡаласаҡ. Иртәгә һуңғы тәжрибә үткәрәсәкбеҙ һәм ул осасаҡ.
Икенсе көндө крәҫтиән менән натуралист бөркөттө алалар ҙа бейек тау башына менәләр. Нату­ралист ҡошто күтәргән дә:
- Һин - бөркөт, һинең биләмәң ер түгел, ә зәңгәр күк. Ҡанаттарыңды йәй ҙә ос! - тип бойорған.
Бөркөт тирә-яғына ҡараған, ҡурҡышынан ҡалты­ранған, ләкин осмаған. Шул саҡ натуралист ҡошто аҫҡа, упҡынға ташлаған. Ошо мәлдә бөркөт мөһабәт ҡанаттарын йәйеп, ҡурҡыуын еңеп, күккә күтә­релгән...
Беҙ бөтәбеҙ ҙә бөркөт булып тыуабыҙ. Әгәр кем­дер беҙгә, һин - тауыҡ, тип ышандыра икән, шуға күнеп йәшәй бирәбеҙ. Ләкин ҡурҡыуҙы еңеп, осорға өйрәнергә тейешбеҙ.
Читайте нас: