Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
16 Июнь 2020, 00:00

Т.Байрамова. Зәңгәр һаҡал (хикәйә)

Бигерәк сибәр инде Мәүсилә апайым. Мин уның осҡондар сәсрәп торған ҡуйы ҡара керпектәр менән ҡаймаланған күҙҙәренән һис ҡарашымды айыра алмайым.– Ул тиклем тексәймә миңә, кәзәкәй, – апай миңә һыу сәсрәтеп ебәрә.

Бигерәк сибәр инде Мәүсилә апайым. Мин уның осҡондар сәсрәп торған ҡуйы ҡара керпектәр менән ҡаймаланған күҙҙәренән һис ҡарашымды айыра алмайым.

– Ул тиклем тексәймә миңә, кәзәкәй, – апай миңә һыу сәсрәтеп ебәрә.

Әле ҡыуаҡ-таллыҡ күләгәһенә ҡасып икәүләп кенә һыу инәбеҙ. Аҡ ситса эске күлдәге еүеш тәненә йәбешкәнлектән нескә билен, оҙон аяҡтарын шау ғына күрһәтеп тора. Мин шым ғына көрһөнәм. Ҡасан шундай һылыуға әйләнәсәгемде һанайым. Әле ун ике йәшлек, төҙ сыбыҡтай ғына ҡыҙыҡаймын. Апайға - ун туғыҙ.

Апайҙан һалдырһам да, бер туғаным түгел ул, ағайҙарым ғына бар. Ике туған ағайым Фәтих миңә бер ваҡыт өс мөйөшлө хат төрттө. «Бына ошоно арғы урам Мәүсилә апайыңа тапшыр», – тине лә ике баллы перәникте кеҫәмә төшөрҙө.

Мин, осҡалаҡ, остом ғына. Ундай эште ҙур сер менән башҡарырға кәрәк икәнен беләм инде. Шул көндән алып беҙ Мәүсилә апай менән әхирәт. Апайлы булғым килеп йөрөй ине. Рәхәт икән ул, хат булмаһа ла, барам да етәм. Ул мине байтаҡ нәмәләргә өйрәтергә өлгөрҙө. Һанай китһәң, бик күп – элмәкле сигеү, шыма сигеү, шунан ҡулъяулыҡ ситен сигеп селтәрләү тиһеңме. Хатта алъяпҡыс, эске күлдәк бесергә өйрәнеп алдым. Әсәйем ҡарышмай ғына төҫлө кизе ептәрен, аҡ ситсаһын да табып биреп тора.

Был бәхет бик оҙаҡ һуҙылыр һымаҡ ине. Сибәркәй апайыма шулай йәй буйына хат ташыным, ләкин Фәтих менән Мәүсилә йөрөй, тигән тауыш-тын сыҡманы.

Ҡыш та үтте, яҙ етте. Тегеләр ләм-мим. Шулай ҙа апай менән дуҫлыҡты өҙмәнем. Ул оҙон ҡыш буйы таҫтамал, ҡулъяулыҡ, алъяпҡыстар сигеп үткәрҙе. Уныһы аңлашыла инде: еткән ҡыҙ бит.

Әле килеп бөгөн – туй. Шартламайһыңмы шунда!

Аҫтыртынлыҡтың сигенә сыҡҡандар икән! Ҡасан табышҡандар ҙа, ҡасан ҡоҙалашҡандар тиһең! - Әптерәй һөйөклө апайымды әсәһенә килен итеп төшөрә. Ах, хыянатсы! Күпереп торған ҡара мыйыҡлы, ап-аҡ тешле, ҙур ҡара күҙҙәрен көлдөрөп һөйләшә торған Фәтих ағайымды үҙ итмәй, кемгә сыҡҡан бит!

Әптерәй тигәндәре беҙҙән өй аша ғына йәшәгән Ғабдрахман булыр. Ошондай олпат исем уға йәбешмәй, сөнки Әптерәй гел дә һытыҡ сырайлы, аяҡ йөҙлөгөнә ҡарап йөрөгән кеше. Әсәһе - йоҡа кәүҙәле, бөтмөр Мәхмүзә әбей - улын «алтыным» тип кенә йөрөтә, уның алдында өлтөрәп тора.

– Алтыным, өйрә беште, ашап сыҡ.

– Алтыным, мунса өлгөргән, таҙа таҫтамалды, алмаш кейемеңде соланға сығарҙым.

Ихата тирәһендә уны-быны эшләп йөрөгән егет, мығырлап ҡына ҡуя, аңларлыҡ түгел.

Юҡ, ялҡау түгел Мәхмүзә әбейҙең берҙән-бере. Колхоз эшенә лә йөрөй, ихатаһын да ҡарай. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килеп, аслығына ла, эшенә лә бешегеп үҫкән малай. Ауырлыҡ күреп үҫкәнгә шундай күңелһеҙ бер әҙәм тиер инең, ана, Фәтих ағайым ниндәй уйынсаҡ, шаян кеше.

Теге йомоҡ нәмәнең ҡыҙҙар артынан сапҡаны тойолманы, кейәүләп йөрөгәнен дә һиҙмәй ҡалдыҡ.

...Беҙ, бер төркөм бала-саға, яҙмыш иләгенән иләнеп, һуғыш утында янып-көйөп тере ҡалған апайҙарҙан яралған быуын.

Ярып бешерелгән картуф, эре ондан бешкән икмәк ашап, ярайһы уҡ туҡ үҫеп, йәйен бер ҡат ситса күлдәк, ҡышын һырылған көпө кейеп тубырлашып үҫеп киләбеҙ.

Туй кеүек оло ваҡиғаны ҡайҙа инде иғтибарһыҙ үткәреп ебәреү!

Ҡыҙҙар әҙәп һаҡлап, килен төшөр йорттоң ҡапҡа төбөндә генә көтәбеҙ. Малайҙар иһә арғы урамға, ҡыҙ оҙатып, ҡапҡа тәңгәленә һибелгән тәңкә сүпләргә йүгерҙе. Баҡсалар, йорттар аша сығып, килен төшөрөүгә лә өлгөрәсәктәр. Ауылдан кәләш алыу малайҙарға икеләтә байрам. Бында килен ығырмауы алыу өсөн көрәш буласаҡ (аллы-гөллө ептәрҙән эшләнгән ҡаплы суҡты беҙҙә ығырмау тип йөрөтәләр).

Көн ялт итеп тора, әйләнә-тирәне йәшеллек ҡаплаған. Әле яҙғы эштәр тамамланып, бесән башланмаған арауыҡ.

– Әптерәйҙең башы эшләй, бесәнгә бисә алып ҡайта, – тип ҡуя уҫал Хаят еңгәй.

– Әптерәй тимә, ауылдың иң сибәрен эләктерҙе әле, – быныһын Нәҡиә әбей әйтә.

– Йә, шундай саҡта кеше тикшереп тормағыҙ, – тип тыя әсәйем.

Туй, бөтә ауыл урамдарын урап сығып, беҙҙең осҡа килеп керҙе.

Колхоз айғыры Күксәй алдан ярһып килә, ҡыңғырауҙар шылтырай. Үҫмер егеттәр ат башын тоторға ашҡынып тора.

Әптерәй аҡ шәлле киленде күтәреп төшөрөп, билбауына йәбештереп өйгә алып инеп китә һалды. Бал, май, килендең аяҡ аҫтына ташлана торған мендәр өй эсендә әҙерләнгән. Йомоҡтоң эштәре йәшерен инде. Бер аҙҙан кире сығып, утынлыҡ башына менеп китеп ығырмау таратты. Беҙ, ҡыҙҙар, күкле-йәшелле-ҡыҙыллы йөн ептәрҙән үрелгән баулы, бала йоҙроғондай матур суҡтарға ҡыҙығып ҡарап ҡына торабыҙ. Их, берәйһе миңә тейһә, һис тә баш тартмаҫ инем. Беҙҙең өлөш түгел шул. Ә йәш кейәүҙең ҡараңғы сырайы барыбер ҙә асылманы. Хатта суҡтарҙы ҡыҙғанғандай тойолдо.

Бер аҙҙан «морондоҡ инәй» итеп тәғәйенләнгән Сабира апай, өр-яңы биҙрәләрҙе зәңгәр көйәнтәгә аҫып, һыу башлатырға алып китте. Беҙ, ҡыҙҙар, шым ғына серләшеп барабыҙ.

Аҡ күбектәй генә селтәрле шәл бөркәнгән Мәүсилә апай хәҙер бөтөнләй ят һымаҡ, үрһәләнеүҙәрем баҫыла, буғай. Нимә генә эшләй алам инде?! «Их!» тип ауыр һулап ҡына ҡуям. Дуҫым Әнисә миңә йылпылдатып ҡарап ала ла:

– Мәүсилә апайҙы йәлләйһеңме? – тип бышылдай.

– Эйе, – тим мин тағы ла ауырыраҡ һулап. – Ниңә инде сибәр Фәтих ағайыма бармай, бынау һытыҡ Әптерәйгә барҙы икән? Еңгәм буласаҡ тип уйлап йөрөгәндә... – күҙемә йәш тулыша башланы.

– Аба, был икәү минән йәшереп кенә нимә һөйләшкән була? – тип араға төртмә тел Фәрзәнә килеп инде.

Беҙ шымып ҡалдыҡ. Шулай һыу буйына килеп еттек. Бында бүләк өсөн сыр-сыу башланды. Янып торған ал таҫманы берәр метр итеп тараталар. Беҙ уны күбәләкләп сәстәребеҙгә бәйләп ҡуйған булдыҡ. Һыу башлаусыларҙы ҡапҡаға тиклем оҙатмай, Әнисә менән айырым ғына ҡайттыҡ. Аҙашҡан ҡаҙ бәпкәләре кеүек бойоғоп ҡалғайныҡ. Кескәй йөрәктәребеҙҙе шом-һағыш талай ине.

– Мәүсилә апай бәхетле булмаҫ ул, – тип әйтеп ҡуйҙы Әнисә, – сөнки Фәтих ағай бик көйгәндер.

– Мин уның менән бүтән сер һөйләшә алмам инде. Ә сәстәребеҙҙе нисек матур итеп үрергә өйрәткәйне. Тупаҫ, ҡотһоҙ Әптерәй тупһаһына ла баҫтырмаҫ...

***

Ауыл үҙ тормошо менән йәшәй бирҙе. Яңы төшкән килендәрҙең эше бигерәк күп. Һыйырын һауа, һөтөн айырта, йүгереп йөрөп һыуын ташый, фермаға эшкә китә. Ул арала икмәк һалыу, кер-иҙән йыуыу, мунса яғыу кеүек эре эштәр бер-бер артлы килеп етеп кенә тора.

Һөйөклө Мәүсилә апайымдың ҡыҙ сағындағы кеүек минең менән серләшеп алырға, тел сарларға ваҡыты юҡ. Ул хәҙер гел ашыға. Йөҙө һурылып китте, барыбер, гел шат йөрөгән төҫлө. Бер ваҡыт Ағиҙел буйында осраттым: ул кер сайҡай ине. Һыуға килгән еремдән туҡтап ҡалдым. Иренең эре-эре салбар, күлдәктәрен сайҡап борғанын, таҫтамал, ашъяулыҡтарҙы яҫы ташҡа һалып ашығып туҡмаҡлағанын яр башынан ҡарап тик торам. Ул мине күреп ҡалды ла:

– Ниңә төшмәй тораһың, кәзәкәй? – тип һораны.

Еңел кәүҙәле, осҡор булғаным өсөн шулай өндәшә торғайны. Элеккеләрҙе иҫләп, йөрәгем семетеп ҡуйҙы. Мин уның эргәһенә йүгереп төштөм, биҙрәләрем шалтыр-шолтор алдан тәгәрләне.

– Мин һиңә үпкәләнем.

Апай сылтырап көлдө:

– Ниңә икән?

– Фәтих ағайымды көйҙөрөп, ҡотһоҙ, аҫтыртын Әптерәйгә барғаның өсөн.

– Их, Фәниәкәй, бәләкәсем. Аңлап етмәйһең, балаһың.

– Ни эшләп бәләкәй булайым, ун өсөм тулды.

– Барыбер.

– Фәтих ағайымдың хаттарын ташыманыммы ни? Ә һин яуап ебәрмәнең. Ана ул көйөгөнән ауылдан уҡ сығып китте. Сәрби инәйем илай хәҙер. Бер мәрйәгә генә өйләнер инде, ти.

– Еткән ҡыҙҙарға ғишыҡ хаты ғына етмәй бит. Хаттарҙы бына һинең кеүек саҡта яҙышалар ул.

– Ниңә, бер ауылда йәшәнегеҙ бит. Ҡалай ҙа аңлатыр инең, минең аша булһа ла, телһеҙ ҙә булманығыҙ.

– Бына шул-шул. Хат ебәреп кенә мәмәйләнеп күпме йөрөргә була? Оҙатып килһә, ҡапҡа төбөндә бер ҡосаҡлап үпһә, минең уҡам ҡойолмаҫ ине.

Мин оялып башымды ситкә борҙом.

– Ҡыҙ ғүмере - сәскә ғүмере. Ваҡыты еткәс, тормош ҡорғо, бәпес һөйгө лә килә. Ҡыҫыр сәскә булып ҡалайыммы?

Аңланыммы, юҡмы, тигәндәй. Бик үк аңлап бөтмәнем, шикелле. Шулай айырылыштыҡ. Бүтән аулаҡлап осраша ла алманыҡ. Мин бик ҡәҙерле, кәрәкле кешемде юғалтҡанымды һиҙҙем.

Ҡыш һуңында Мәүсилә апайҙың бәпесе тыуҙы, ул бигерәк тә бушамаҫҡа әйләнде. Бәпәйгә ҡырҡ көн тулыу менән фермала эш башлауын әсәйем әсенеп һөйләне:

– Китсе инде, йәне юҡ Мәүсиләнең. Көлмәҫ Әптерәйҙе байытам тип, аяҡ һуҙа ла инде. Исмаһам, ике айы тулһа ни булған?

Бер урамда йәшәгәс, осрата йөрөйөм. Һурылып, йөҙҙәре ағарып китһә лә, һаман егәрле, уңған, йүгерә-атлай йөрөй. Ул тиклем көс-ҡеүәт ҡайҙан киләлер ҡаҡса ғына кәүҙәгә?

***

Мин дә ҡыҙ ҡорона етеп киләм инде - йәйгә ун алтым тула. Быйыл ҡыш туғыҙынсыны илле саҡрым алыҫлыҡтағы район үҙәгендә ятып уҡыным. Ата-әсәм өсөн бик ҡәҙерле, һағынып көтөп алынған баламын. Ара йыраҡ булғас, ҡайһы ваҡыт айына бер ҡайтырға тура килә.

Йәйге каникулды түҙемһеҙлек менән көтөп алдым. Мин инде үҫкән ҡыҙ, әҙме-күпме үҙаллылыҡ та бирелер, киске уйындарға ла сығырмын әле. Беҙҙең яҡ ауылдарҙы Иҙел башы тип йөрөтәләр. Ағиҙел бында сабый ғына йылғасыҡ булһа ла, ғәләмәт йәмле урман-әрәмәләр аша аға. Йыраҡта Ирәмәлдең текә битләүе аяҙ көндәрҙә мөһабәт булып күренә. Ауылға яҡын ғына урман йәйге селләлә һалҡынлыҡ, еләҫлек бөркөп тора.

Беҙ, үҫеп килеүсе йәштәр, ауылыбыҙға, уны уратып алған гүзәллеккә шул тиклем ғашиҡбыҙ, берәй ергә өс көнгә генә китһәк тә, үлеп һағына һалабыҙ.

Каникул еткәс, бәйҙән ысҡынып киткәндәй, һыу буйынан, болонлоҡтарҙан ҡуҙғалаҡ, ҡаҡы йыйып, ҡайтып инергә лә онотоп йөрөп алдыҡ.

Һыу буйында уҡ киске уйындар ҙа ойошоп китә. Шундай йәмле ваҡытта туҙанлы клубҡа ҡарағы ла килмәй.

Бер көндө шулай, оҙаҡ ҡына бейеп ҡайтҡандан һуң, уяна алмай ятам. Йоҡлаған ерем солан төпкөлөндә бүленеп алынған бәләкәй бүлмә. Шунда әсәйҙең киптерергә элгән дарыу үләндәре хуш еҫ бөркөп тора.

Алғы яҡҡа сепаратор ҡуйылған. Күрше апай-еңгәләр таңдан килеп һөт айырталар. Ҡайһы саҡ күпләп йыйылып китеп ауыл яңылыҡтарын һөйләйҙәр. Бөгөн шул тиклем ныҡ сыуылдашалар, ни булып китте икән? Йоҡомдан айнып, алғы яҡҡа ҡолаҡ һуҙам.

– Нисә йыл өнһөҙ түҙеп йөрөгән. Йомоҡтан да йомоғораҡ булып сыҡҡан инде.

– Үҙе гел шат, бәхетле кешеләй йөрөнө, бахырҡайым.

– Ауыҙы тулы ҡан булһа ла, төкөрмәне инде, – быныһы әсәйем тауышы.

– Ах, ҡара йөрәк, фәрештәләй ҡыҙ һанлап килде тимәгән, туҡмап-ҡыйырһытып йәшәгән икән.

– Ҡотһоҙҙарҙың тормошон ҡотайтып, гөл итеп ҡуйғайны инде.

Туҡта-туҡта, Мәүсилә апайым менән Әптерәйҙе һөйләйҙәр бит былар! Ни булды икән? Ҡатындарҙың ҡайтып китеүен түҙемһеҙлек менән көтөп алдым.

Иртәнге сәйҙә әсәйемдең йөҙө уғата ҡайғылы ине. «Уф» тип көрһөнөп ала. Мин уға һораулы ҡараш ташлай-ташлай сәй эсәм.

Ахырҙа әсәй түҙмәй.

– Мәүсилә апайың бер нисә көн урамда күренмәгәс, аптыраным. Хәҙер уларға кереүе бер әжәл. Шулай ҙа түҙмәнем, барһам, апайың һыҙланып, таянып-һөйәлеп икмәк һалып ятҡан була. «Ни булды?» – тим. Оҙаҡ ҡына өндәшмәй торҙо ла, бөтәһен дә һөйләп һалды. Быуаһы йырылды. Теге мәлғүн гел ҡағып-һуғып, туҡмап йәшәткән икән. Әсәһенең ризаһыҙлығына ҡарамай сыҡҡас, бер кемгә лә һиҙҙермәгән. «Һуңғы ваҡыт тамам йыртҡысланды, йә ҡәйнәм яҡлашмай, белмәмеш-күрмәмеш булып тик йөрөй, – ти. - Инде тәмле генә итеп йоҡлап китһәм, йә өҙгәнсе бороп ала, йә тубығы менән дөңкөлдәтеп тибеп ебәрә. Сәсемдән урап тотоп, мендәргә баҫа, инде тонсоҡтом тигәндә, ысҡындыра».

Әле һуғыша башлағас, сәсемдән эләктермәҫ борон, тип тәҙрәне асҡан да, тышҡа һикергән. «Элек тә шулай итә инем, был юлы ипһеҙ төшөп аяғымды имгәттем, – ти. – Аҙбар башына иҫке-моҫҡо юрған-фәлән ырғытып ҡуйғанмын. Сығырынан-сыҡһа, шунда менеп ятам», – тигән була бахырҡайым.

Минең күҙ аҡайҙы, өнһөҙ ҡатып ултырам. – Балалары береһе аяҡһыҙ, береһе к...тһеҙ бит әле, – тип дауам итә әсәйем өҙгөләнеп.

Һикереп тороп кейенә башланым, әсәйем ҡайҙа барырымды аңлап тора.

– Һаҡ йөрө, – тип артымдан ҡысҡырып ҡалды.

Мәүсилә апайым ултырғысҡа ултырып, табағын икенсеһенә ҡуйып, ҡашығаяҡ йыуа. Мине күреп күңеле йомшарҙы, моңло матур күҙҙәре йәш менән тулды. Йәш кеше булараҡ, ҡайғы бүлешә белмәйем әле.

– Һыуың бармы, апай? Йүгереп кенә килтереп бирәйем.

– Һыуым бөткәйне шул. Әҙ-мәҙ генә һыу менән һауыт йыуып ултырам.

Тиҙ-тиҙ генә йөрөп, өс көйәнтә һыу килтерә һалдым. Ҡаҙанда һыу йылытып, иҙәнде лә йыуып алдым.

– Өй ҡалай йәмләнеп китте, – тип шатлана апайым.

– Больницаға бар, апай.

Ул итәгенә йәбешеп торған, яңы ғына аяҡ баҫҡан Алмасҡа ымланы.

– Быларҙы кем ҡарар. Үҙе көнө буйы эштә. Рәхмәт, туғанҡайым. Яҡшы кейәү тура килһен инде үҙеңә.

Мин ҡыҙарам.

– Оялма, Фәниә. Беҙҙең өсөн иң кәрәге шул. Уңғанлыҡ та, матурлыҡ та бәхет түгел икән. Картуф ҡына сығарып бирһәң.

Баҙҙан сыҡҡас, ҡайтырға булдым.

– Бигерәк һуңлап ҡайтып инә, әллә юрый йөрөй. Мирас менән Байрасты ҡурҡытыр тип ҡотом оса. Бер нәмә аңламаған тиктормаҫ саҡтары.

– Мәхмүзә әбей ҡайҙа һуң?

– Күрше ауылға, ҡыҙына киткән ул да.

– Мин һиңә килеп торормон. Хәҙер беҙҙең каникул.

– Әсәйеңә лә кәрәкһең бит.

– Мин өлгөрөрмөн.

Бер зар һүҙ әйтмәне, шатланып артымдан ҡарап ҡалды. Ҡайғыларын һөйләп, үҫмер ҡыҙҙың күңелен боҙғоһо килмәгәндер.

Каникул тип, йоҡо һимертеп ятыуҙар бөттө. Пионерҙарса әйтһәк, Мәүсилә апайымды шефлыҡҡа алдым. Әсәйгә лә ярҙам итәм. Йәй көнө ауыл эшенең хисабы юҡ инде. Ҡыҙҙар менән һыу инеп, ҡыҙынып ятырға ла өлгөрәбеҙ.

– Һыу буйында ҡаҡланып ятып, тартай булып бөттөң дә, – тип һөйләнә әсәйем. Уныңса ҡыҙ кеше көр генә булып, биттәре янып торорға тейеш. Балалыҡ – балалыҡ инде. Мәүсилә апайымдың һауығырына шул ҡәҙәрем ышанып йөрөнөм. Тик улай булып сыҡманы. Таяна-һөйәнә йөрөй торғас, уның аяғы гөбөләй шешенеп китте. Шул көнгә ҡалғас ҡына Әптерәй ағай ат егеп, апайҙы район больницаһына алып китте. Өс малайҙы мин ҡарап торҙом. Бер кис ҡунып ҡайтып төштөләр. Әптерәйҙең бөтөнләй һөмһөрө ҡойолған. Мәүсилә апай иҫен йыя алмай, тамам юғалып ҡалған.

Миңә тағы бер нәмә әйтмәнеләр. Әсәйем генә бөтәһен белеп ҡайтты.

Апайҙың аяғы һынған булған икән. Тәүге ярҙамды ла алмай йөрөп ятҡас, гангрена башланған. Больницаға ятырға, сирле аяҡты киҫеп ташларға тигәндәр. Мәүсилә апай, аяғын киҫтерергә бирмәй, ҡырталашып ҡайтып киткән.

– Һыңар аяҡ булһа ла, әсәй булыр ине әле.

– Теге ҡара йөрәк барыбер бәреп үлтерер ине. Матур, сәләмәт сағында ҡәҙерен белмәгәнде.

– Кит инде, шундай кеше лә бәхетһеҙ булыр икән.

– Ул Әптерәйгә закон юҡмы икән?

– Артынан йөрөүсе бармы һуң?

– Бер бәхеткенәң булмаһа, арыҫландай булһаң да, булмай икән шул, – тип әсәйем йомғаҡлап ҡуя.

Сепарат янындағы «йыйындан» ҡатындар бойоҡ ҡына таралыша.

***

Бер нисә көндән бөтә ауыл Ғабдрахмандың яһиллығына хайран ҡалды. Арбаға бер аҙ түшәк-яҫтыҡ, кейем-һалым тейәп, өҫтөнә Алмас, Байрас, Мирас һәм Мәүсилә апайҙы ултыртып, әсәһе Алма әбейгә алып барып ташланы. Миңә көн дә барып йөрөргә лә мөмкинлек ҡалманы.

Халыҡ һөйләне-һөйләне лә, тынды.

Картуф утау, күмеү башланды. Ул эш бөтөүгә бесәнгә лә төштөләр. Бынан алдағы йылда уҡ сабырға йөрөгәйнем, быйыл атайым ныҡ ҡына өмөтләнеп тора. Ҡулдарында мин генә ҡалғанмын бит.

Эш башланыр алдынан апайҙың хәлен белеп ҡайтырға кәрәк булыр. Йәһәт кенә урман ситенә барып ҡайын еләге йыйып алдым. Йәйҙең йәмлелеге, әсәйем әйтмешләй, «үлектәр тороп ултырыр», бына ошондай көндә йәш һылыу ҡатын көн дә әжәлен көтөп йәшәй. Шул тиклем эсем боша, әле ғүмеремдә тәүге тапҡыр оло һағышҡа батыуым.

Хәле мөшкөлләнгән апайымдың көн эҫе булһа ла, ауырыу аяғына оҙон ойоҡ кейгән. Яланғас тотһаң, себен йонсота икән. Унан туҡтауһыҙ еүешлек һарҡый.

«Тереләй серей бит, бахырҡайым», – тигәндәре аңыма яңы барып етте.

Шундай хәлдә булһа ла, мине күреп һөйөндө. Еләкте ауыҙында оҙаҡ тотоп, тәмләп кенә һурҙы.

– Рәхмәт яуһын инде, өйгә йәй еҫе тулды, – тине моңһоу ғына. Ул һаман да аһ-зарын түкмәне, мине аяны булыр.

Әсәһе Алма инәй тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәттәр менән аласыҡта йөрөй, Алмас әле мыжып, әле төрлө һорауҙар биреп шунда өйөрөлә. Инәй баланы сирле әсәһенән йырағыраҡ тоторға тырыша, буғай.
Мейе ҡайнатырҙай эҫе көндәр тора. Атай менән бесән сабып, кис кенә арып-талып, шулай ҙа ҡәнәғәт булып ҡайтып инәбеҙ. Әсәй өй тирәһен ҡарай. Бесән эше ауыр булһа ла, күңелле ул. Мең төрлө сәскәһе генә түгел, геүләп торған бөжәктәренә тиклем үҙ йәме. Әүрәткес еләктәре тиһеңме, мин һәр хәлдә урман араһындағы оло аҡландағы бесәнлегебеҙгә барырға ашҡынып торам. Тик Мәүсилә апайҙың хәле генә иҫкә төшөп, күңелде өйкәй.

Әйткәндәй, уны ҡайтарып ҡуйғандың икенсе көнөндә үк Ғабдрахман икенсе ауылдан ҡатын алып ҡайтты. Шунда көлмәҫ бәндәнең йөҙөндә йылмайыу күрҙем. Яңы еңгә Мәүсилә апайҙан да сибәрерәк ине, буғай. Оҙон һары толомо бөгәренә төшкән, күҙҙәре зәңгәр күктең үҙе. Иртәгеһен соланда ҡатындар ”йыйылышы” бик ҡыҙыу барҙы.

– Алдан йөрөгән, ти бит. Шуға күрә һуңғы ваҡыт Мәүсиләне күрә алмаған икән.

– Был ниндәй Әптерәй һуң? Йомоҡ тимә, бисәнең бер тигәнен алған тағы.

– Нәмәһен табалар икән?

– Ниңә, белмәй инеңме ни? Ни бит... (бышылдауға күстеләр, ҡысҡырып көлдөләр).

– Күп һөйләмәгеҙ, төпкө яҡта оҙон ҡолаҡ ишетер.

– Һәй, аңлар йәшкә еткән инде.

– Кит, тәүфиҡһыҙҙар, таушалмаған ебәктәй балам алдында әллә нәмә һөйләйһең, – әсәм тауышы.

– Кеше бәхете өҫтөнән йөрөп, бәхетле була алмаҫ.

Шундай ҡарар сығарып, таралдылар.

Әсәйем көн дә үк булмаһа ла, Мәүсилә апайға йөрөүҙән туҡтаманы. Беҙҙең өсөн туған кеүек яҡын ине ул.

– Күгәрсендәй Мәүсиләгә иш инеме Әптерәй шайтан ботағы, тамуҡ киҫәүе, – тип һөйләй бер көн әсәй атайыма.

– Алманың аҫылын ҡорт ашаны шул, – ти атайым да көрһөнөп.

– Теге юха төлкөһө, Хая ҡыҙы, силәгенә ҡапҡасы инде. Бик килешкәндәр. Мәүсилә, бахырҡайымдың, тәҙрәнән күҙ алмай зарығып ултырғанын белеп, бесәнгә барғанда көн дә шул яҡтан үтәләр икән.

– Ул яҡтан урау бит, – тип аптырай атай.

– Урау булһа булһын, тик Мәүсиләнең йәненә тейергә, ҡанына тоҙ һалырға кәрәк бит. Теге иманһыҙы аҡ ойоҡбаш, аҡ алъяпҡыстар кейеп ала. Инде көлөшөп-ҡыуанышып үтәләр, ти. Ир бирмәк – йән бирмәк тимәҫтәр ине. Шул йыртҡысты балаҡай һаман үҙ итеп, яратып һөйләп ултырған була. Ай, был донъя, шул йәшемә етеп, һаман төшөнөп булмай.

Әсәй өҙгөләнеп, йолҡҡоланып булһа ла, һуңғы көндәренә тиклем Мәүсилә апайҙы ташламаған, уға хыянат итмәгән берҙән-бер кеше булғандыр.

Мин август һуңында ғына хәл белешеп барҙым. Апайға хәҙер бөтәһе лә барыбер, түшәктән тормай, һөйләшергә хәлгенәһе юҡ.

Йәйҙең һуңғы сәскәләренән кескәй генә шәлкем яһап алып барҙым, күкрәгенә һалдым. Ул рәхмәтле күҙҙәрен тултырып ҡарап алды, һаран ғына күҙ

йәше сикәһенә ағып төштө. Күңелем тулып, тышҡа атылдым. Һуңғы осрашыу булды был. Уҡыуҙар башланды. Октябрь байрамында ғына өйгә ҡайта алдым.

Мәүсилә апай сентябрь баштарында донъя ҡуйғайны.

***

Мин институтҡа индем. Уҡығанда йылына ике генә ҡайтылды тиһәм дә була. Берҙән, ара йыраҡ, поезд менән генә йөрөлә. Аҡсаһы ла етеңкерәмәй йыш ҡайтырға. Институтты тамамлағас, Башҡортостандың көнсығышына ебәреүҙәре тыуған ауылымдан айырып ҡуйҙы. Тормош юлдашымды ла шул яҡта осраттым.

Мине Ғабдрахман ағай менән уның хәҙерге ҡатыны Рәсиләнең яҙмышы барыбер битараф ҡалдырманы. Быйыл ялға ҡайтҡанда әсәйем ғибрәтле яҙмыштарын һөйләне.

Ни генә тимә, бәндә ҡылған яман ҡылыҡтары өсөн донъялыҡта уҡ язаһын ала икән.

Рәсилә, һыр бирмәй, бар көсөнә, бәхетле күренергә тырышып, бирешмәй йәшәгән. Йыл аша бала табыуҙар, колхоз эшендә йөрөү, ишле ғаилә ҡороу менән яман уҫал ир, уны ла бер килтереп бөккән. Хәйер, бөгөп кенә ҡалмаған. Һуңғы, етенсе балаһына бик ауыр йөрөгән. Донъя тигәнең һинең ниндәй халәттә булыуыңа ҡарамай, ҡыуа ғына бирә бит. Бала артынан күп ҡан китеү сәбәпле, донъя ҡуя Рәсилә. Был ваҡытта Мәүсиләнең өс балаһы ла өләсәләрендә үҫеп, олоһо инде институтта уҡып йөрөй. Алма ҡарсыҡ балаларҙы дан итеп үҫтерә. Улар киләсәктә өсөһө лә институт бөтөп, арыу кешеләр булып китте.

Ә Ғабдрахман, Рәсиләнең эйәрсен ҡыҙы менән һанағанда, һигеҙ сеп-сей бала менән ҡалды. Хәйер, ҡыҙ бала арыу уҡ ҡул араһына ингәйне инде.

Шул ваҡытта бар ауылда (хәйер, ауылды ғынамы икән) тетрәткән хәл була ла инде.

Мәйетте район үҙәгенә алып барырға йыйынған Ғабдрахман үле әсәнең ҡуйынына яңы тыуған сабыйҙы төрөп сығарып тыҡҡан. Оҙатырға килгән бар халыҡ «ах» итеп ҡалған шул саҡ.

– Ҡайҙа, сабыйҙы үҙем генә алып ҡалайым да ҡуяйым, – тип өҙгөләнгән әсәйем. – Һыйырым да яңы ғына быҙаулаған.

Ярһыу ир күҙен генә ҡот осҡос аҡайтып ҡараған.

– Ҡоторған эттән яман ине, – ти әсәйем.

Шунан ул йүгереп ҡайтып китеп, шешәгә әле генә ағыҙылған йылы ҡаймаҡ ҡойоп, кәзә имсәгенән эшләнгән имеҙлек бәйләп, бер йотом да әсә һөтө ҡапмаған сабыйға ҡаптырып ебәргән.

Үле әсә ҡуйынына яңы тыуған сабыйын һалып, армыт-армыт Урал һырттары аша һоло заты күрмәгән арыҡ ат егеп китеп барған ирҙе күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Таш кеүек ҡатып ҡалған йөрәге нимә кисерҙе икән? Уныһы беҙгә ҡараңғы.

Сабый тере ҡала. Мәйет кенә булһа ла, әсә ҡуйыны сатлама ғинуар һыуығында балаһын үлемдән ҡурсып алып ҡалған. Беҙҙең ауыл менән район үҙәге ярты көнлөк юл.

Ҡырым сиреүендәй бер көтөү бала менән ҡалһа ла, Ғабдрахманға өсөнсө ҡатын да табыла. Артабан шуныһын ғына әйтә алам. Бик яһил ҡатын һәм яуыз үгәй әсәй була ул. Зәһәрлек, уҫаллыҡ яғынан иренән дә уҙҙыра. Өсөнсө ҡатын менән йәшәгән йылдары әсе үкенеү, тәүге һөйгән йәре Мәүсиләне юҡһыныу-һағыныу менән үтә.

Әрнеү-һағыш туҫтағын тулыһынса эсергә тура килә уға. Уның шул тиклем зарығып йәшәгәнен белмәҫ инем, аҙаҡ атайыма эйәләшеп, бөтөн аһ-зарҙарын уға ғына түгә торған булған. Донъя - ҡуласа тип әйтмәҫтәр ине боронғолар. Ғабдрахман минең хәтеремдә бала саҡта уҡыған «Зәңгәр һаҡал» әкиәтенең прототибы булып ҡалды. Күк һаҡал һылыуҙан һылыу ҡыҙҙар алып, уларҙың башына етә, ә Ғабдрахман үҙ сабыйын да ҡыҙғанманы. Бала тере етем булып балалар йортонда тәрбиәләнде.
"Хикәйәләр" төркөмөнән.
Читайте нас: