Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
24 Июнь 2020, 00:00

Саҡ -Суҡ яҙмышы (булған хәл)

“Ейәнсура таңдары” архивынан.Төркөмдәштәребеҙгә Юнай ауылынан Иҙрис Аҡбутиндың гәзитебеҙҙең 2014 йылғы һандарының береһендә баҫылған яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ.

“Ейәнсура таңдары” архивынан.
Төркөмдәштәребеҙгә Юнай ауылынан Иҙрис Аҡбутиндың гәзитебеҙҙең 2014 йылғы һандарының береһендә баҫылған яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ.
Һүнмәй ҙә һүрелмәй ҙә торған мөхәббәт була икән донъяла. Шундай мөхәббәттең ялҡыны баҫылһа ла, усаҡ төбөндәге осҡоно ике быуат араһында һүнеп бөтмәй, әле лә быҙлай… Был серле мөхәббәт ҡошсоҡтарын Саҡ менән Суҡ тип атайыҡ. Әгәр был хикәйәне уҡыһалар, геройҙарым үҙҙәрен танырҙар, тип уйлайым.
1958 йылдың йәмле йәй айы: ялан хуш еҫле сәскәләргә күмелгән, туғайҙарҙа ҡоштар сут-сут килә… Тап шундай тәбиғәттең иң йәмле мәлендә ҡыр эштәре тамамланыу уңайынан Ҡыҙыл таңда һабантуй үтә. Байрамға күрше ауылдарҙан халыҡ күп йыйыла. Рыҫҡол ауылынан килгән Саҡ һәм Ҡыҙыл таң һылыуы Суҡ тап ошо байрамда бер-береһен тап итә, ике йәш йөрәктә дөрләп мөхәббәт ялҡыны ҡабына. Бергә бәйге, ярыштар ҡарап көндө үткәрәләр, ә кис – уйын, бейеү-көлкө һәм усаҡ янында таң атҡансы серләшеү…
Көн дә шулай таң аттырып, түҙемһеҙлек менән киске осрашыуҙы көтөп, өс ауыл араһындағы юлға саң төшөрмәй үтә Саҡ менән Суҡтың йәйҙәре. Ә көҙ, Саҡ әрмегә саҡырыу ҡағыҙы алғас, йәш йөрәктәрҙе һағыш ялмай. Ваҡытты туҡтатырлыҡ көс юҡ шул, көн артынан көн үтеп, айырылыу сәғәте һуҡты – Саҡты әрме сафына оҙаттылар. Ни хәл итәһең, Тыуған ил, халҡың тыныслығын яҡлау – ир-егеттең бурысы һәм һаулығы еткән һәр егет уны үтәргә тейеш. Бына Саҡ та иңенә моҡсайын аҫып, ил алдындағы бурысты үтәргә китеп барҙы. Ул китте, ә Суҡтың йөрәге яртыһын киҫеп алғандай, күкрәк ситлегендә бушлыҡ. Ҡыҙ һағыштан үҙ-үҙенә урын тапмай өҙгөләнә: “Ярай, ундайҙар бер беҙ генә түгел бит донъяла. Көтөргә тип һүҙ бирҙем – көтөрмөн, иң мөһиме, ул иҫән-һау ғына йөрөп ҡайтһын”, – шундай уйҙар менән янды Суҡ.
Оҙатҡандың дүртенсе көнөнә Саҡ кире ауылға ҡайтып төштө. Баҡһаң, яңынан саҡырыу көт, тип кире ҡайтарғандар. Саҡ менән Суҡ осрашыу шатлығынан ҡанатланып, ерҙән түгел, күктә осҡандай йөрөнөләр. Саҡ көндөҙ колхоз эшендә йөрөй, ә кис, ике ауыл араһы алыҫ булыуға ҡарамаҫтан, велосипедҡа атланып Суғы янына ашыға. Төнө буйы серләшеп, таң һыҙылыуға ауылына елдерә. Һиҙелмәй ҙә айға яҡын ваҡыт үтеп тә китте. Егет октябрь аҙағында “Иртәгә иртәнге сәғәт 8-гә килеп ет”, – тигән саҡырыу ҡағыҙы ала. Саҡ ҡалаға барғанда Суғына бүләккә тип балан төшөрөлгән матур ғына косынка алып ҡайтҡайны. Хушлашҡанда һөйгәненең күҙҙәренә ҡарап тапшырырмын тигән бүләген, күрешә алмағас үҙе менән алып китте. “Ярай, барып урынлашҡас, посылка аша һалып, сюрприз эшләрмен”, – тип үҙен йыуатып, юлға сыҡты.
Юл ыңғайы күрше ауылдан бергә хеҙмәткә китергә тейеш егеткә килһә, ауыл халҡы йыйылып, хушлашҡан мәлгә тап булды. Халыҡ араһында Суҡтың да ауылдашын күреп, егет ҡыуанысынан ни эшләргә белмәне.
– Апай, бер үк ошо бүләкте Суҡҡа тапшырығыҙ инде, үҙ ҡулым менән тапшыра алмағанға ғәфү итһен, – тине Саҡ батырлығын йыйып.
Ул көндө саҡырыу урынына барып еткән егеттәрҙе иртәгәһен станцияға оҙаттылар. ¤фөлә бер аҙна тотҡандан һуң, барлығы 870 буласаҡ һалдатты тауар вагондарына ултыртып, ҡайһы тарафҡа икәнен дә әйтеп тормай, алып китәләр. Егеттәр һирәк-һаяҡ һыу алырға туҡталған мәлдә урындағы халыҡтан һорашып, Көнсығышҡа табан юл алғандарын белде. Октябрҙең һуңғы көндәре, етмәһә Көнсығыш яҡынлашҡандан-яҡынлаша барыуы үҙен һиҙҙерә – вагонда һыуыҡ. Тәртип боҙған егеттәр сиратлап буржуйкаға күмер яға, әммә ул мейес тә әллә ни йылылыҡ бирмәй. Шулай, ун көндән ашыу ваҡыт үтеүгә, тәғәйен урынға барып еттеләр. Вәт шунан башлана ла инде әсе кәбеҫтә һурпаһы менән тоҙло селедка ашау.
Килеп урынлашыу менән Саҡ Суғына биргән вәғәҙәһендә тороп, адресын белдереп, хат яҙҙы. Шунан башлана ла инде Көнсығыш менән Уралды бәйләгән һағышлы сәләм-хаттар. Саҡтың йөрәк түренән урғылған хис-тойғолар менән яҙылған хат Суғына 19 көн тигәндә генә барып етә. Ә Суҡ хатты ҡулына алыу менән күктең етенсе ҡатына күтәрелгәндәй, ҡулындағы хаты осоп китмәһен, тигәндәй, күкрәгенә ҡыҫып, ҡағыҙҙа һөйгәненең ҡулының йылыһын тойғандай, ҡат-ҡат уҡый. Саҡ менән Суҡтың хаттарының эстәлеге үҙ башынан үткән һәр кемгә яҡшы таныштыр.
Хеҙмәт үҙ яйы менән бара, араларҙы хаттар бәйләй. Һалдат һөйгәненән килгән сираттағы хатын аса: “Берҙән-берем минең, йән киҫәгем! Һин мине ғәфү итерһеңме икән?” – Был һүҙҙәрҙән Саҡтың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китә. “Бесәндә, төшкө ашҡа туҡтағас, йылға буйында йыуынғанда һин бүләк иткән яулыҡты ағасҡа бәйләп торғайным, йыуынып бөткәс ҡараһам – юҡ. Мин һинең берҙән-бер бүләгеңде юғалттым…” Егеткә ауыр ине был һүҙҙәрҙе уҡыу. Был хәл тигенгә булмаҫ, тигән күңелһеҙ уй тынғы бирмәне. Шулай ҙа йәй буйына килгән хаттар һыҙлаған йөрәккә шифа булды. Яуаптар ҙа яҙыла торҙо. Инде күңел тынысланды тигәндә Суҡтан тағы ла тетрәндерерлек хат килеп төштө: “Саҡ, бәғерем, мин һине юғалттым шикелле. Атайым туҡмау менән ҡурҡытып, минең ризалыҡһыҙ Бикбирҙе ауылына Ҡарсығаға кейәүгә биреп ебәрҙе…”
Был хатты уҡығас, Саҡ торған урынында таш булып ҡаттымы ни. Эстән һыҙланды, әммә иптәштәре алдында бер ни һиҙҙермәне. Үкһеп илағыһы килгәндә лә күҙ йәшен күрһәтмәй, тын ғына һыҡтаны. “Ни эшләнең һин, Суғым, минең йән киҫәгем? Мин һине шундай өҙөлөп яраттым… Бер генә йыл ҡалды бит, көтһәң ни була? Биргән вәғәҙәң ҡайҙа һуң?” – тип өҙгөләнде егет. Хатта отпуск алып ҡайтып килергә тигән уй ҙа килгәйне башына. Әммә юлға ғына 10 көн самаһы китә, ҡайтып та мин ни эшләй алам, тигән уй уны был аҙымынан туҡтатты. Хат барыбер Суҡтың ҡулына барып эләкмәҫен белгәнгә күрә яуап яҙып та торманы. Ошо хәлдән һуң нисек ҡыҙҙарға ышанаһың? Уйланыуҙан, ҡайғырыуҙан Саҡтың күңеле янып-көйөп, күмер кеүек ҡатты. Бөтә тойғоларын, көйөүҙәрен ныҡышмалы хеҙмәт менән баҫты.
Бурап-бурап яуған ҡарҙар менән ҡыш та килде. Ваҡыт – дауа, тигәндәй, күңелдәге боҙ әҙерәк ирегәндәй булды. Инде йөрәктәге яра уңала ғына башланы тигәндә тағы ла Суҡтан хат килеп төштө. Саҡ конвертты ҡулына алғас, аптырап ҡалды: уҡырғамы, әллә асып та тормай кире ебәрергәме? Туҡта, асып уҡығас та кире ебәрергә була бит, тигән уй менән хатты асты – Саҡтың башынан аша боҙло һыу ҡойҙолармы ни?! “Саҡ, бәғерем, был хатты уҡыһаң да, уҡымай утҡа яҡһаң да – һинең хөкөмөңдә. Һине тағы ла бер тапҡыр язалауыма ғәфү ит, шулай ҙа яҙмай булдыра алмайым. Яуап килмәһә, был хат һуңғыһы булыр. Саҡ, бәғерем, минең тормошом атылып һүнгән йондоҙҙай булды, шикелле. Ризаһыҙлыҡ менән ҡорған тормош – тормош буламы ни, бер-нисә ай йәшәп өлгөрмәнек, Ҡарсыға миңә хыянат итә башланы, өҫтәүенә, һәр ваҡыт мыҫҡыллы йәберләүҙәр. Ғүмер буйы ғазапта йәшәрмен тип, ҡайтып китергә булдым. Мине ғәфү итә алһаң, тәүге мөхәббәт ептәребеҙҙе әллә ялғап ҡарайыҡмы? Ғүмерең буйы тоғро юлдаш булыр инем… Бер ауырлығымды һалмаҫмын, һине күреп, шатланып йәшәһәм, миңә шул еткән. Төплө уйла, кәрәк тип тапһаң, яуап яҙырһың. Әгәр һинән хат килмәһә, беҙҙең һабантуйҙа бәйләнгән мөхәббәт ептәре өҙөлгән, тип, башымды ҡоштар осоп етмәҫ ерҙәргә алып китеп юғалырмын. Ә беҙҙең бергә үткәргән бәхетле мәлдәр иҫтәлектәр генә булып ҡалыр... Хуш, һау бул, минең тәүге мөхәббәтем! Һинең Суғың”, – тиелгән ине был хатта. Саҡ ерҙә түгел, йыһанда йөҙгәндәй, уҡып сыҡты был юлдарҙы. Әллә тәүәккәлләргәме? Ни эшләргә? Берҙән-бер мөхәббәтем ине бит… Тынғыһыҙ уйҙар, икеләнеүҙәр ирек бирмәне. Ауылда булһам һөйләшер ҙә аңлашыр инек, бәлки, ғәфү итер ҙә инем – бер беҙҙәме ундай яҙмыш? Тик, хеҙмәт режимы ҡаты, ҡайтыу мөмкинлеге юҡ шул. Хатта хеҙмәткә тиклем өйләнеп килгән егеттәр штабҡа барып ял һорап ҡараһалар ҙа: “Кәләш һөйөп ятыр саҡ түгел”, – тип ҡаты иҫкәрткәндәр. “Шулай яҙғандыр”, – тип, Саҡ яҙмыш ҡушыуына буйһоноп, яуап яҙмай. Яйлап яныу-көйөүҙәр онотолор, тип өмөтләнә. Ә Суҡ айҙар буйы һөйгәненән хат көтөп тә яуап килмәгәс, “Шулдыр инде мөхәббәтемде юғалтыу,” – тип, Үзбәкстан яғына башын алып сығып китә.
Ниһайәт, өс йыл хеҙмәтен тултырып, Яңы йыл байрамы алдынан Саҡ тыуған яҡтарына ҡайтып төштө. Һалдат кейемен гражданкаға алыштырып, яҙ еткәнсе ниндәй эш тә ярай тип, ҡайҙа ҡушһалар – шунда йөрөнө. Май айында үҙенең күңеленә ятҡан эшкә урынлашты. Ауылдан-ауылға, һәр саҡ халыҡ араһында йөрөгәс кәйефе лә күтәренке булды. Йәшлек үҙенекен итә, бар тәбиғәт гүзәллеккә күмелгән мәлдә йәш егеттең йөрәге нисек битараф ҡалһын инде?..
Ҡыҙыу бесән мәле. Хужалыҡтар көн торғанда бесән әҙерләп ҡалыу өсөн өмәләр ойоштора. Шундай бер мәлдә Саҡ үҙ эше буйынса Бикбирҙе ауылына килде. Эшен тамамлауға, колхоз рәйесе Абдулла Моратша улы:
– Мин бесәнлеккә барам. Әйҙә дәрт итһәң минең менән, өмәсе ҡыҙҙарыбыҙ күп, – тип күҙ ҡыҫҡайны, Саҡтың йөрәгенә ут төрттөләрме ни, күп уйлап та тормай, ризалашты.
Йәш һауынсы ҡыҙҙар уйын-көлкө менән шау-гөр килеп, эш менән мәшғүл ине. Саҡ та дәртләнеп китеп, күмәк эшкә ҡушылды. Бригадир төшкө ашҡа саҡырғас, барыһы ла йылға буйына ашыҡты. Бит-ҡул йыуыу араһында шаярышыу, һыу һибешеүҙәр… Саҡ та шаярып, усы менән һыу алып бер ҡыҙға һипте. Һәм, үҙе лә һиҙмәҫтән “терт” итеп ҡалды. “Ни эшләп былай булды һуң әле? Кем был ҡыҙ? Ни өсөн Уға шул тиклем оҡшаған? Сәс толомо, күҙ-ҡарашы – барыһы ла Уныҡы…” – тәүге мөхәббәте – Суғына оҡшаған ҡыҙҙы күргәс, йөрәге күкрәк ситлегенән сығырҙай булып тибә башланы. Саҡ ҡаушап ҡалды… Төшкө аш ваҡытында был уй күңеленә тынғылыҡ бирмәне. Туҡта, бәлки был һылыуҙы яҙмыш үҙе минең юлыма сығарғандыр?
Төшкө аш ашап, бер аҙ ял итеп алғас, өмәселәр эште дауам итте. Саҡ, батырлығын йыйып, ҡыҙ менән танышты: исеме лә үҙенә килешеп кенә тора – Фәйрүзә. Эш тамамланыуға, йәйләүҙә киске һауын ваҡыты еткәйне. Һауынсы ҡыҙҙар ат егеп, арбаға теҙелешеп менеп тә ултырҙы. Гармун тотҡан егет тә эргәләренә барып ултырҙы. “Эх, ни эшләргә?” – тип аптыранған Саҡҡа сос ҡына һауынсы ҡыҙ:
– Эй, егет, ни эшләп тораһың? Әйҙә беҙҙең менән! Ҡунаҡ итербеҙ, һыйыр һауырға ла өйрәтербеҙ, – тип шаяртты. Был мәл Фәйрүзәнең биттәре уттай янып, күҙҙәрен тултырып Саҡҡа ҡарай ине. Егет бар ҡыйыулығын йыйҙы ла форсаттан файҙаланып ылауға – Фәйрүзә эргәһенә һикереп менеп тә ултырҙы. Ат ҡуҙғалды, гармунсы көй һыҙҙырҙы, барыһы ла уға ҡушылып йыр башланы. Тик Саҡ менән Фәйрүзә генә уларға ҡушылманы.
Ылау йәйләүгә килеп етеүгә һыйыр көтөүе төшкәйне инде. Ҡыҙҙар тиҙ арала һауынды тамамлап, матур итеп кейенеп, хисапсы егет яҡҡан усаҡ янына йыйылды. Гармунға ҡушылып йыр башланылар, китте уйын, шаярыуҙар… Бер аҙ ғына тынлыҡ булғайны, теге йор һүҙле һауынсы ҡыҙ Саҡҡа ҡарап:
– Нишләй, егет, берәребеҙҙе ҡармаҡлайһыңмы? – тимәһенме. Ундай һорауҙы көтмәгән Саҡ, ни тип яуап бирергә лә белмәй:
– Әлләсе, уйлап ҡарармын, – тигән булды.
Яйлап өлкәнерәктәр таралыша башлағас, Саҡ Фәйрүзәгә ныҡлап танышырға, дуҫлашырға тәҡдим яһаны. Ҡыҙ ҡаршы килмәне. Йәштәр йышыраҡ осрашырға һүҙ биреште.
Ике ауыл араһы әллә ни алыҫ түгел, ун саҡрым тирәһелер. Йәш кешегә был ара нимә ул? Саҡ менән Фәйрүзә йәй буйы осрашып йөрөнө. Көн артынан көн үтә торҙо. Саҡ ныҡлап эшкә сумды, өҫтәүенә, колхоз етәксеһе тағы ла бер эш йөкмәтте. Барыһына ла өлгөрөргә кәрәк. Күрше ауылға йөрөү ҙә һирәгәйҙе. Тағы һөйгәнен юғалтыу ҡурҡынысынан шомланып та ҡуя егет, ни тиһәң дә ауыл ҙур, егеттәр ҙә етерлек. ¤йләнергә тип уйлап та ҡуя ла, уттай ҡыҙыу эш ваҡыты, донъяны ла бер аҙ рәткә килтерәһе бар. Исмаһам, ярҙам һорарлыҡ бер ағай-эне лә юҡ бит, тип өйләнеүҙе кисектерә килде.
Алтын көҙҙөң бер көнөндә, ғәҙәттәгесә, эш буйынса Бикбирҙегә барырға тура килде. Ауылға килеп инһә, ни күрһен – гөрләп туй бара. Туҡта, ни эшләп Саҡтың йөрәге, шик һиҙгәндәй, ярһып тибә әле? Башына килгән төрлө уйҙарҙы ҡыуырға тырышты: “Юҡ, юҡ, булмаҫ, мөмкин түгел! Ул бит һүҙ бирҙе!”
Улай юҡ-бар уйлап өҙгөләнгәнсе, кем туйы икәнлеген берәйһенән белешәйем, тип уйлауға, әмәлгә баҡҡандай, ҡаршыға бер ҡатын осраны. Үҙе һораны ла егет, үҙе ишеткән яуабынан шаңҡып ҡалды: “Ни эшләп былай булды һуң? Ни эшләргә? Әллә эргәһенә барып, биргән вәғәҙәһенә төкөрөп китергәме?” Бер аҙ уйланып торҙо ла, бер ваҡытта ла ундай түбәнселеккә бармаясаҡмын, тип велосипедын ҡайтыу яғына борҙо.
“Ҡыҙҙар бөтмәгән!” – тип уйланы Саҡ һәм яңылышманы. Көндәр үтә торҙо, егеттәрҙең көҙгө саҡырылыш мәле лә етте. Ауыл ҡыҙҙары егеттәребеҙ хеҙмәткә китмәҫ элек ҡунаҡ итеп ҡалайыҡ, тип әҙерлек башланы. Эй, ул замандың әҙерлеге лә – өс-дүрт ҡыҙ берәр кило шәкәр алып, өс-дүрт көндә өлгөртәләр ҙә – бына инде әҙерлек. Ул ваҡытта йәштәр иҫергәнсе эсеүҙең нимә икәнен дә белмәне. Ә уйын-көлкө, йыр-бейеү, киреһенсә, етерлек. Йыйынға утыҙлап кеше йыйыла, күрше ауылдарҙан хеҙмәткә китеүсе егеттәр булһа, уларҙы ла дуҫтары, ҡыҙҙары менән бергә саҡыралар. Унан китә ауылдан-ауылға йөрөп ҡунаҡ булыу. Бер көн – бер ауылда, иртәгәһен – икенсе ауыл йәштәре, ғөмүмән, кемдең әҙерлеге баштараҡ өлгөрә – шул саҡыра.
Татыу булды йәштәр, бер ваҡытта ла ыҙғыш-фәлән булманы. Саҡ та шул йыйылыштарҙан ситтә ҡалманы. Ни тиһәң дә, хеҙмәттән ҡайтҡан кеше, ә ундайҙарға хөрмәт менән ҡарайҙар ине. Йәштәр араһында йөрөй торғас, Саҡ та өйрәнеп, ҡыйыуланыңҡырап китте. Бәлки, уның яҙмышы ла ошо йәш ҡыҙҙар араһындалыр? Шундай мәжлестәрҙең береһендә оҙон ҡара толомло, һәр саҡ яңғыҙ ултырырға тырышҡан, башҡаларҙан айырмалы тыныс ҡына мөләйем йөҙлө ҡыҙға күҙе төштө Саҡтың. Йәштәр, алдан һөйләшеп ҡуйған кеүек, һәр мәжлестә парлашып ултыралар. Саҡ, бер аҙ уйланып торҙо ла ҡыҙҙың янына ултырырға тәүәккәлләне. Танышып алдылар, ҡыҙҙың исеме Мәғүзә икән.
Мәжлестәр үтә торҙо, егеттәр хеҙмәткә китә торҙо, эштәр ҙә яйлап алға барҙы. Шундай көндәрҙең береһендә Саҡ эш буйынса тәүге мөхәббәтенең ауылына барҙы. Ауыл буйлап йөрөгәндә Суҡтарға ла инеп сығырға булды.
Саҡ һаҡ ҡына ишек ҡағып, батырсылығын йыйып ишекте асты – алғы өйҙә урындыҡ йөҙлөгөндә Суҡтың атаһы ултыра. Ул, Саҡты күреп, ни тип тә әйтергә белмәй, бер аҙ һүҙһеҙ ҡатып ҡалды. Саҡтың сәләмләүенә лә ауыҙ эсенән генә мығырлап ҡуйҙы. Суғы, ялҡынлы мөхәббәттәре, йөрәк өшөткөс айырылышыуҙары – бер мәл барыһы ла Саҡтың күҙ алдынан йүгереп үтте. Егет атай кешенең күҙенә ҡарап, барлыҡ әсенеүен, йөрәк ярһыуын һалып:
– Ни эшләттегеҙ һеҙ Суҡты? Бер фляга ҡомалаҡҡа һаттығыҙ ғәзиз башын, бәхетһеҙ иттегеҙ! Әсе бал эсмәһәгеҙ, үлеп бара инегеҙме?! – тине лә, ҡырҡа боролоп сығып китте. Атай кеше асҡан ауыҙын да япмай, ултырған ерендә ҡатып ҡалды.
... Саҡ был өйгә хеҙмәттән ҡайтҡас та килгәйне, әммә ул ваҡытта ата-әсә өйҙә булмай сыҡты. Бары Суҡтың 12-13 йәштәрҙәге һылыуы ғына ине. Саҡ түргә уҙып стенала торған фотоларға текәлде. Суғының матур-матур рәсемдәрен йоторҙай булып ҡараны. Һағышлы йөрәге күкрәк ситлегенән сығырҙай булып тибә. Егет битен ҡуш ҡуллап ҡапланы ла, бер аҙға тынып ҡалды. Әллә күҙ йәштәренә ирек бирҙе, әллә артабанғы тормошон күҙалланы… Эх, ошо мәл Суғым өйҙә булһа, барыһын да онотоп, өҙөлгән мөхәббәт ебен ялғар инем, тип уйлай ине Саҡ. Тик юҡ шул. Суҡ әйткән һүҙендә тороп, һөйгәненән яуап хаты килмәгәс, Үзбәкстан яғына сығып китә. Бер аҙҙан, юлына Тауис ҡош осрағас, уны оҡшатып, тормошҡа сығып, балалар үҫтереп, йылы яҡта ерегеп ҡала… Саҡ тәрән уйҙарынан арынып, артына ҡараһа, ҡыҙ бала ҡурҡыу ҡатыш аптыраулы ҡарашы менән уға төбәлгән? «Был хәрби кейемдәге кеше кем һуң әле? Ни эшләп улай ҡылана ул?» – тигән уйҙар борсой ине ҡыҙҙы был мәл. Ә Саҡ торҙо-торҙо ла, ҡулы менән битен һыпырып, киҫкен боролоп, сығып та китте. Ата-әсәһе ҡайтҡас нимә тип һөйләгәндер инде – билдәһеҙ.
Хеҙмәттән ҡайтыуына бер йыл тулыуға Саҡ, өйләнергә кәрәк, тигән ҡәтғи ҡарарға килде. Былай икеләнеп йөрөүен дауам итһә, өсөнсө тапҡыр һемәйеп ҡалыуы ла бар. Шулай уйланы ла егет, тәүәккәлләргә булды.
Йәштәрҙең сираттағы йыйыны, уйын-көлкө… Йәштәр бергәләшеп йыр башлауға, Саҡ Мәғүзәһенең ҡолағына бышырлап ҡына өйләнешеү тураһындағы уйын әйтеп һалды. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ҡыҙ тертләп, егеткә аптыраулы ла, оялсан да ҡарашын ташланы ла тынып ҡалды. Бер аҙ ултыра биргәс: «Иртәрәк түгелме?» – тиһә лә, бер аҙҙан «уйлармын», тиеп яуапланы. Бындай яуап алған егет ҡыҙҙың ризалығын аңланы. «Тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға кәрәк» тип, туғандары менән кәңәшләште. Әсәһе менән һылыуҙары: «Әйҙә, әйҙә, күптән ваҡыт!» – тиеүҙән ары китмәне. Киләһе осрашҡанда Мәғүзәһе ризалығын белдергәс, туйҙы оҙаҡҡа һуҙмай, ноябрь аҙаҡтарында үткәрергә булдылар. Шул көндән ике яҡта ла туйға әҙерлек башланды.
Ике ауылдан да күп ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар, йәштәр ҡатнашлығында туй мәжлесе гөрләп үтте. ¤лкәндәр кейәү менән кәләшкә теләк-фатихаларын әйтеп таралышты, ә йәштәр таралышырға ашыҡманы. Йыр-бейеү, күңел асыу дауам итте. Туй Бикбирҙелә булғас, саҡырылған ауыл йәштәре араһында үҙенең мыйығы ла сыҡмаған кейәүе менән яҙғы мөхәббәте Фәйрүзә лә бар ине. Туй мәжлесе буйына Саҡ уның йыш-йыш ҡараш ташлауын һиҙгәйне, шулай ҙа бер ни ҙә булмағандай, иғтибар итмәй ултыра бирҙе. Сөнки уның янында өҙөлөп һөйгән, ышаныслы, тоғро тормош юлдашы булырҙай Мәғүзәһе бар ине.
Мәжлес таралыша башлағас, Саҡ ҡунаҡтарҙы урамға оҙата сыҡты. Иҫерек ирен ҡултыҡлаған Фәйрүзә, уны ҡалдырып, йүгереп килде лә Саҡты ҡосаҡлап, ирененән һурып үпте:
– Ғәфү ит, бәғерем, мин яңылыштым! Беҙ бергә була алмаһаҡ та, барыбер еҙнәй булып ҡалдың, – тип, ҡайтыу яғына йүгерҙе.
– Ни хәл итәһең, үҙең һайлаған яҙмыш, – тине лә Саҡ, өйгә инеп китте. Әл дә төн ҡараңғы, был тамашаға шаһиттар юҡ, тип үҙ-үҙен тынысландырҙы ул.
Фәйрүзә, ысынлап та, Мәғүзәнең бигүк яҡын булмаһа ла туғаны булып сыҡты. Ул кейәүгә сығып өс-дүрт ай йәшәп ҡалды, ирен хәрби хеҙмәткә алдылар. Ире бер йыл хеҙмәт итергә өлгөрҙөмө, юҡмы – Фәйрүзә сираттағы мөхәббәтен осратып, тормошҡа сығып та китте. Шулай, егеттәрҙең яҙмышын күп осраҡта ҡыҙҙар хәл итә һәм ватып, емереп, өҙгөләп ташлай.
Саҡ кәләште оҙатып алғас, бер аҙ баш-күҙ алғандан һуң, икеһе лә эшен дауам итте. Көндәр, айҙар үтә торҙо, Саҡтың эше лә, тормошо ла яйға һалынғандай булды.
1963 йылдың июнь айы. Саҡ иптәше менән эш буйынса Рыҫҡолға килде. ¤й беренсә йөрөп яталар. Бер өйгә барып инһәләр, геү килгән ҡунаҡ мәжлесенә тап булалар. Урындыҡ тулы ҡунаҡ, шул таныш түгел кешеләр араһында Саҡ таныш йөҙ шәүләп ҡалып, терт итеп ҡалды! Теге таныш йөҙ ҙә Саҡты таныны, урынынан төшә башланы. Уны танып ҡалған Саҡ, уны-быны уйлап та тормай, ҡапыл боролоп, шәп-шәп баҫып сығып китте. Ул ҡапҡаға барып етеүгә, теге ҡатын соланға йүгереп сығып:
– Саҡ, туҡта әле! – тип өҙгөләнеп ҡысҡырыуын Саҡ ишеттеме-юҡмы, ҡапҡа алдында көткән иптәшенә: «Тоҡандыр матайҙы!» – тине лә йән-фарман ҡуҙғалып та киттеләр. Саҡ артына боролоп ҡараһа, шундай күренешкә шаһит булыр ине: ҡатын кеше ҡапҡаға тотонған еренән ергә һығылып төшөп, сеңләп илай ине… Ул – Саҡ ҡасандыр колхоз һабантуйында танышҡан, йәнен бирерҙәй булып өҙөлөп һөйгән йәре – Суғы ине.
Матай елдереп бер аҙ барғас, ауыл осона сығып туҡтаны. Саҡ ырғып төшөп, башын тотоп, ергә сүгәләне.
– Саҡ, нимә булды һиңә? Артабан ҡайҙа барабыҙ? – Иптәшенең ҡаҙан эсендә яңғыраған һымаҡ был һүҙҙәре уны айнытып ебәргәндәй булды.
– Әйҙә ҡайтайыҡ! – Саҡ шунан башҡа бер һүҙ ҙә өндәшмәне.
Саҡтың һөйгәненең ире менән тыуған яҡҡа ҡунаҡҡа ҡайтып, күрше ауылдағы һылыуына килгән мәленә тура килеүе инде тынысланған йөрәген тағы урынынан ҡуҙғатып, дер һелкетте.
– Ни өсөн шул тиклем язалайһың? Инде сәскә атып килгән тормош юлымда ниңә тағы осраның? – Башына күҫәк менән һуғылғандай шаңҡыған Саҡ ҡабат-ҡабат шул һорауҙы бирҙе.
Тәүге мөхәббәт гөлөнөң тамыры егет йөрәгендә бик тәрәнгә үтеп ингән ине. Шул ҡайтыуҙан бер аҙна буйына күрше ауылға бармаҫ булды. Мәғүзәһенең: «Эшеңә бармайһыңмы?» – тип һорауына: «Ауырып торам әле», – тип кенә яуапланы.
Бер аҙҙан барыһы ла үҙ урынына ҡайтты, ярһыу ҙа баҫылды. Тормош үҙ ағышын дауам итте, һәр ғаилә ишле балалар үҫтерҙе, улар ҙа үҙ ғаиләләрен ҡорҙо. Шул балаларҙың, ейән-ейәнсәрҙәрҙең шатлыҡтарын күреп йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит. Юҡ шул, яҙмыш һин теләгәнсә яҙылмаған. Саҡтың, Суҡтың һәм Фәйрүзәнең ярты быуатҡа яҡын гөрләтеп донъя көткән тормош юлдаштары, ярты йәндәрен донъялыҡта ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсте. Ҡалғандар, ни эшләһен, Хоҙай биргән ҡалған ғүмерҙә үткәндәрен уйлап, йөрәктәре һыҡтап, йәшәүҙәрен дауам итә. Суҡ, тормош юлдашын юғалтҡас, тыуған иленә ҡайтты. Йәшлек мөхәббәте яңғыҙ ҡалыуын, яҡында йәшәүен белгән Саҡ, һөйгәненән берәй сәләм килмәҫме, тип һаман өмөт итә…

Иҙрис Аҡбутин. Юнай ауылы.

Читайте нас: