Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
28 Июнь 2020, 00:00

Һуңғы осрашыу (хикәйә)

Елбәҙәк Орҡоя алыҫ Әрмәнстандан килгән мейес сығарыусы Геворк менән ире Мәжитте ташлап ҡасып китте.Асыуынан ҡара янып ни эшләргә белмәгән Мәжит, быны ишетеп, һауын һыйырҙар көтөп йөрөгән еренән йән-фарман саптырып ҡайтып төштө. Аҡ күбеккә батҡан атынан бесәй етеҙлегендә һикереп төштө лә ишекте тибеп асып ебәрҙе.Етемһерәп ҡалған толҡаһыҙ өйөнә үтмәйенсә, тупһа аша оҙаҡ ҡарап торҙо ул... Шифоньер эргәһендә ҡапҡасы биҙәкле ҡалай менән көпләнгән семәрле йәшел һандыҡ асылған көйө тора. Диван, өҫтәл өҫтөндә, иҙәндә Орҡояның ойоҡтары, эске кейемдәре туҙып ята.

Елбәҙәк Орҡоя алыҫ Әрмәнстандан килгән мейес сығарыусы Геворк менән ире Мәжитте ташлап ҡасып китте.
Асыуынан ҡара янып ни эшләргә белмәгән Мәжит, быны ишетеп, һауын һыйырҙар көтөп йөрөгән еренән йән-фарман саптырып ҡайтып төштө. Аҡ күбеккә батҡан атынан бесәй етеҙлегендә һикереп төштө лә ишекте тибеп асып ебәрҙе.
Етемһерәп ҡалған толҡаһыҙ өйөнә үтмәйенсә, тупһа аша оҙаҡ ҡарап торҙо ул... Шифоньер эргәһендә ҡапҡасы биҙәкле ҡалай менән көпләнгән семәрле йәшел һандыҡ асылған көйө тора. Диван, өҫтәл өҫтөндә, иҙәндә Орҡояның ойоҡтары, эске кейемдәре туҙып ята.
– Йылан! Ҡара йылан!..
Көтөүсе, һүҙҙәрен бүлә-бүлә, зәһәр асыу менән шулай һөйләнде лә тупһа аша эскә атланы. Килеп инеү менән, өйләнешеүҙәренә дүрт йыл тулыу уңайынан төнәрәк алған сервизды иҙәнгә селпәрәмә вата һуҡты. Ярсыҡтарын итеге менән ярһып-ярһып тапаны, һуңынан Орҡояның стенаға эленгән ҙурайтылған фоторәсемен һыпыра тартып алды ла рамы-ние менән мейескә ырғытты.
Сиктән тыш намыҫланып ғәрләнгән Мәжит ишекле-түрле йөрөнө лә үҙен өтөп барған асыуҙан хәлһеҙләнеп диванға килеп ултырҙы.
...Орҡояны өҙөлөп ярата ине. Уның шампунь, йәиһә йомортҡа ағы менән көн оҙайы йыуып, бигудиҙар ҡуйылған сәсенә, төймә кеүек бәләкәй танауына һоҡланып туймай. «Орҡоям – күҙ нурым! Бәхетем минең!» – тип үҙ алдына өҙлөкһөҙ һөйләнә башлай. Үҙенең яҙмышы, тормошо менән сикһеҙ ҡәнәғәт ул. Ошонан яҙҙырмаһын инде. Ә Орҡоя, ваҡ-ваҡ аҙымдар менән атлап килер ҙә ауыҙын остайтып, бына-бына ҡылтайырға әҙер торған күңелсәк, иркә тауыш менән Мәжиткә өндәшер ине:
– Йән киҫәгем!
Тегеһе өлтөрәп килеп тә етә. Башта һөҙәк маңлайынан үбеп ала, һуңынан ҡатынының күҙенә тилмереп ҡарап, әмерен түҙемһеҙләнеп көтә. Ҡулына эш тигеҙергә иренгән Орҡоя ҡашы-керпегенә һөрмә йүгерткән еренән көҙгөһөн тәҙрә төбөнә ултырта ла иренә аш бешерергә бойора. Әле генә эштән ҡайтып торған Мәжит шатланып керен йыуа, мунсаһын яға...
– Ирҙе егәм тигәс тә... Тормош йөгөн икәүләп тартырға кәрәк, – тип төптө иренә һалышҡан килендәрен шелтәләгән туғандары менән Мәжит һүҙләшеп бөттө...
– Бигерәк әсе ултыртты.. Ә мин, иҫәр... уға шул тиклем ышанған булам...
Мәжит үҙ алдына шулай зарланып һөйләнде. Керпектәрен сылатҡан һаран йәште ҡул һырты менән һөрттө лә ашығып тышҡа сыҡты. Ниҙер һөйләнеп үҙенә табан килеүсе әсәһен әле генә шәйләп алды ул. Уға һирпелеп бер ҡараны ла рәшәткә башына эләктерелеп ҡуйылған йүгәнде ысҡындырып атына менде.
– Һаҡлаған икәнһең киленеңде, – тине ул әсәһенә асыу ҡатыш үпкәләп. Мәжит бөтә ҡәһәрен атына төшөргәндәй, уны уңлы-һуңлы ҡамсылап кире, һыулауға сапты. Тиҙерәк, тиҙерәк кеше күҙенән ситкәрәк олағырға кәрәк уға... Тормош ҡайһылай ҡатмарлы әле. Көтөлмәгән киҫкен боролош, осраҡлыҡтар тулып ята. Берәү ҙә үҙең тормошон еңел генә ҡороп ебәрә алмайҙыр...
Ятһа ла, торһа ла Орҡоя хаҡында ғына уйланы Мәжит. Үҙен әҙәм алдында хурлап битен йыртһа ла, ҡайтһа ярар ине, тип уны йәшерен өмөт менән көттө. «Дүрт аяҡлы ат та һөрлөгә. Яңылышҡан икән – кисерер инем», – тип бына-бына булырға тейеш булған күрешеүгә ныҡлап әҙерләнде. Әммә ул осрашыу ниңәлер бик оҙаҡланы. Ыжғыр елле көҙ ҙә етте.
Орҡояны көтөп төңөлгән Мәжит һыйырҙарын ауылға ҡыуып алып ҡайтҡандың иртәгеһенә үк, йортоноң ишеге-тәҙрәһенә арҡыс-торҡос таҡта ҡаҙаҡланы ла ҡолаҡҡа ҡатыраҡ, ултырған ҡыҙ Һәҙиәгә өй кейәүе булып инеп тә китте. Быға тиклем гел төмһәреп, бойоҡ йөрөгән хисапсы Һәҙиәнең йыйырсыҡлы йөҙө ҡапыл нурланып балҡып китте. Ул үҙенең тормошҡа сығыуы уңайы менән бер айлыҡ эш хаҡына шаулатып ҙур мәжлес ойоштороп ебәрҙе. Ҡыҙыл туйҙың ағаһы, оло туйҙың энеһе булған был мәжлестә Мәжиттең туғандары, әсәһе түрҙә ултырҙы. Миңлебикә апай, Мәжиттең әсәһе, аҙ ашаны, бигүк һөйләшеп тә барманы. Үҙенә тигән рюмканы, сират үткәреү өсөн, ҡыҙмаса булып алған Мәжиткә һуҙҙы ла Өфөлә йәшәгән уның класташы Ғилмандың күптән машина алыуын, икенсе класташы Сәлимйәндең фән кандидаты булыуын башҡаларға ишетелерлек итеп һөйләне.
Мәжит үтә уңайһыҙланды. Бер һүҙ өндәшмәне. Әсәһенә бары ғәжәпләнеү ҡатыш ятһынып ҡараны: «Эйе, мин бер нимәгә өлгәшәйем. Шулай төрттөрөп бармаһа ла булыр ине инде».
Ҡунаҡтарҙы оҙатҡас та Мәжит менән Һәҙиә һүҙләшеп киттеләр. Бәхәсте тауышын артыҡ күтәрмәйенсә өй кейәүе башланы. Көндөҙ утын ярғанда ырғыған костюм төймәһенән башланды барыһы ла. Ҡыҙара-бүртенешеп, нимәнелер иҫбат итеп, кире ҡағып ыҫылдағын сыҡты был икәү. Урын да айырым йәйелде. Иртәгеһен иртәнсәк аш-һыу әҙерләп йөрөгән Һәҙиә Мәжиттән ғәфү үтенде...
Бер китһә китә бит шулай, ыҙғыш-талаш көн дә булмаһа ла аҙнаһына бер ҡабатлана торҙо. Әлеге йәмәғәтенең емерәһенә баҫып атлап йөрөүен, ҡыйыуһыҙ һөйләшеүен, холоҡ-ҡылығын Орҡояныҡы менән сағыштырып, уға аҫтан һөҙөп ҡарап алғандан һуң, Мәжит тауышын артыҡ күтәрмәйенсә:
– Утынды киптерәм тиһәң, мейескә тыҡма. Күпме тылҡырға тағы: янғын сығыуы ихтимал, – тип ерле юҡтан төрлө сәбәп табып бәхәс ҡуптара. Һуңынан үсегеп көнө буйы тыңшайып йөрөүен белә. Өндәшәй генә ултырып ашай. Һәҙиәгә күтәрелеп ҡарамайынса, уның ҡулынан үтекләнгән күлдәкте өндәшмәй-нитмәй алып кейә. Бындай мәлдә Мәжит, бөтәһен күтәреп һуғып, өйҙән сығып китеү яғын самалап та куя. Әммә ваҡытында тыйылып ҡала. Уңайы сыҡҡан ерҙә уны фән кандидаты булған, йәки машина алған класташтары менән игәп тороусы әсәһенә ҡарышып шулай киреһен эшләй. Етмәһә, бында уға тыныс, рәхәт: Һәҙиә тураһын шартлатып әйтә лә – тиҙ ҡайтымһаҡ, үҙе аш-һыуға оҫта.
Мәжитте әсәһе артыҡ иркәләп үҫтермәне. Үҙен белә-белгәндән бирле ауылынан гел ситтә булды ул: күберәк күрше ауылдағы өләсәләрендә үткәрҙе, үпкәһе шешеп дауахананан дауаханаға күсеп дауаланды. Тыуған төйәгенән ситтә үткән үҙенең бала саҡ хәтирәләрен барлап күпме йыуаныс тапҡаны бар...
...Бөгөн Һәҙиәлә ниндәйҙер үҙгәреш бар. Ирендәре көлһыуланып ағарып киткән, үҙе артык һөйләшеп тә бармай.
– Нимә булды? Әллә ауырыйһыңмы? – тип Мәжит уның янына үҙәләнеп килеп етте. Усы менән Һәҙиәнең маңлайына баҫып-баҫып ҡараны. Был – Һәҙиә хаҡында уның тәүге хәстәрлеге, уның өсөн беренсе борсолоуы ине.
– Юҡсы...
– Еҫ тейгәндер шул, – тип Мәжитт ныҡышыуында булды. – Нашатырь еҫкәп ҡара.
Ул соланға өтәләнеп сығып китте. Унда аптечка булырға тейеш. Ләкин эҙләгәнен табалмай инде. Кереү менән шифоньерҙы һәләтләп аса һалып, унда аҡтарынырға тотондо.
– Ҡуй, мәшәҡәтләнмә, үтер әле, – тип ҡуйҙы Һәҙиә.
– Башың һыҙлай, тағы ла нисек ауырыйһың?
– Күңелем болғана, уҡшыта…
– Шул инде, шул: еҫ тейгән, башҡа бер ни ҙә түгел, – тип өй кейәүе үҙенең диагнозында ныҡ торҙо.
– Зөһрә еңгәм әйтә: ауырға ҡалғанһыңдыр, ти. Биш бала тапҡан кеше яҡшы беләлер инде...
Мәжит, яңылыш ишетмәнемме тип, Һәҙиәһенә ҡапыл күтәрелеп иркәләп ҡараны. Үҙенең ауыҙы ҡолағына тиклем йырылған. Бер-ике атлауҙа эргәһенә барып еткән ир, ҡатынының сәсен һыйпап, ағарынған ирендәренән үбеп тә алды.
Тормош бары һынауҙарҙан ғына торалыр. Ауыр мәлдә лә кешенең кеше булып ҡалыуын, инсафлығын, сабырлығын, аҙаҡ килеп, юҡ-юҡ та имгәклеген, ваҡсыллығын күреп фәһем аламы улар?! Бәлки. Мәжит тағы ла шундай һынауҙарҙың береһен үткәрҙе. Район малсылары кәңәшмәһенән сығып ҡайтырға йөрөгәндә, уның янына ваҡ-ваҡ баҫып атлап ниндәйҙер ҡатын килеп туҡтаны. Ҡулындағы сумаҙанға таулы Әрмән иленең мөһабәт күренештәрен сағылдырған һүрәттәр төшөрөлгән. Дилбегәһен ҡулына алып инде ҡуҙғалырға торған Мәжит башта уны абайламаны. Теге ҡатындың йомшаҡ, иркә тауыш менән:
– Йән киҫәгем! – тиеүенә ҡапыл һиҫкәнеп тертләп китте. Мәжиттең йөҙөндә алыҫ үткәндәр хәтирәһенән тыуған шатлыҡлы йылмайыу саткылары балҡыны. Уның алдында Орҡоя баҫып тора ине. Мәжит алға уҡталып ҡуйырҙай булды. Әммә үҙен ҡулға алып, тыныс ҡына:
– Ә Геворк ҡайҙа? – тип һораны.
– Ул да булдымы кеше. Ташланым мин уны, – тине Орҡоя ҡылтайырға торған кешеләй ирендәрен остайтып. – Һинең менән йәшәргә ҡайттым.
Ул сумаҙанын ултыртырға була сананан урын ҡарай башланы. Шул сакта балалар коляскаһы менән үтә күренмәле шыптырҙаҡ ҡағыҙға бөхтәләп төрөлгән шәшке яғалы ҡатын-ҡыҙҙар пальтоһын күреп ҡалды.
– Кемгә? – тип борсолоп, ҡурҡыуға ҡалған Орҡоя һорай һалды.
– Тыуасаҡ балама. Ҡатыныма.
– Һуң... – тип ниҙер әйтергә теләгән алыҫ сәйәхәттән ҡайтыусы был ҡатын ҡул һырты менән һөҙәк маңлайын һыпырғыланы...
Мәжит дилбегәһен ҡаҡҡылап ҡуйҙы. Урынында сыҙап тормаған ауыҙлыҡлы ат алға елдерҙе. Бер талай барғас, Мәжит тунының яғаһын ҡайырып ятҡырҙы ла, артына әйләнеп ҡараны. Орҡоя башын эйгән көйө һаман да шул урында тора ине. Мәжит атына еңелсә сыбыртҡы тамыҙҙы. Ат алға уҡтай атылды.
Кәрим Ильясов.
Иҫәнғол ауылы.
Читайте нас: