Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
2 Июль 2020, 00:00

Һорай ҡалһа... (хикәйә)

Киске һауынға ашыҡҡан Гөлбикә бер яҡ ситтә ҡурсағын кейендереп булашҡан Сабираға наҙлап ҡарап алғас:– Ҡыҙым... Сығып йөрөйһө булма, өйҙә генә ултыр, йәме, – тип иркәләп өндәште.Гөлбикә бына нисәнсе йыл инде ҡыҙын өйҙә яңғыҙы ҡалдыра. Сабираһы ла быға күптән күнегеп бөткән. Асығып китһә, өҫтәлдәге яһаулы сәйҙе эсеп, семәрле һауыт эсенә буйлы ашъяулыҡҡа төрөп ҡалдырылған табикмәкте ашап туйынып ала. Көнө буйы үҙалдына уйнап арыған бала әсәһен көтөп алалмай, ул ҡайтыуға ултырғыста йә диванда иҙерәп йоҡлаған булып сыға.

Һорай ҡалһа...
(хикәйә)
Киске һауынға ашыҡҡан Гөлбикә бер яҡ ситтә ҡурсағын кейендереп булашҡан Сабираға наҙлап ҡарап алғас:
– Ҡыҙым... Сығып йөрөйһө булма, өйҙә генә ултыр, йәме, – тип иркәләп өндәште.
Гөлбикә бына нисәнсе йыл инде ҡыҙын өйҙә яңғыҙы ҡалдыра. Сабираһы ла быға күптән күнегеп бөткән. Асығып китһә, өҫтәлдәге яһаулы сәйҙе эсеп, семәрле һауыт эсенә буйлы ашъяулыҡҡа төрөп ҡалдырылған табикмәкте ашап туйынып ала. Көнө буйы үҙалдына уйнап арыған бала әсәһен көтөп алалмай, ул ҡайтыуға ултырғыста йә диванда иҙерәп йоҡлаған булып сыға.
– Ишеттеңме, ҡыҙым. Өйҙә генә ултыр, – тип ҡабатланы Гөлбикә. Тегеһе, ризалығын белдереп, баш һелкеп ҡуйҙы.
Ашыҡҡанда күҙгә аҡ-ҡара күренә буламы ни? Эшенә ҡабаланған һауынсы ҡапҡа алдында кемгәлер килеп тә бәрелде. Абайлап ҡарағайны, ҡурҡыу ҡатыш оялышынан тәндәре сымбырҙап уҡ китте. Арҡаһы буйлап өтөп алып барған эҫелек йүгерҙе. Бәрелгән кешеһе бынан дүрт йыл элек Гөлбикәнең тупһаһын ашатламаҫҡа кәпәс ташлап анттар әйткән бер туған ҡустыһы Илдар ине. Апалы-энеле был икәү бер-береһенә ғәжәпләнеп оҙаҡ ҡына текләшеп торҙолар ҙа аҙаҡ, бер ни булмағандай, икеһе ике яҡҡа китеп барҙы.
...Гөлбикәнең хәтерендә онотолмаҫ шундай хәтирә һаҡлана. Сабираға ауырға ҡалған Гөлбикә үҙенә инеп килеүсе Илдарҙы тәҙрә аша күреп ҡалды. Дөрөҫ, ҡустыһы менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙе күптән көткәйне. Әммә был һөйләшеүҙең килә-килеп бөгөн, бына хәҙер, тиҙҙән булырын һис тә күҙ алдына килтермәгәйне. Гөлбикә, стеналағы түңәрәк көҙгөнән ҡарай һалып, сәс-башын рәтләне. Көндән-көн тарая барған халатының аҫҡы икенсе төймәһен ысҡындырып ебәрҙе. Тик шуныһы: битен йәмһеҙләй төшкән тимгел-тимгел таптарға йәне көйөп нишләргә лә белмәне.
Илдар килеп инде. Ул, иҫәнлек-һаулыҡ һорашып тормайынса, апаһына баштан-аяҡ күҙ йөрөтөп сыҡты ла һүҙ башланы:
– Оят түгелме һиңә?
Ҡаҙан янында булашҡан Гөлбикә, ҡустыһының һүҙҙәрен ишетмәмешкә һалышып, торомбаштарҙы берсә усаҡ аҫтына этте, берсә кире һөйрәп сығарҙы. Гөлбикәнең күҙ алдары ҡапылғара ҡараңғыланып китте. Ҡоларға етешкән еренән һыңар ҡулы менән ҡаҙан ҡашағаһына тотоноп ҡалды. Икенсе ҡулы менән халатының ҡалған төймәләрен көс-хәлгә ысҡындырып ебәрҙе. Тын алыуҙары бер аҙ иркенәйеп киткәндәй булды.
Юҡ, был саҡта Илдарҙың һүҙҙәренән дә рәнйемәне Гөлбикә. Ҡайһы бер ауылдаштарының, мыҫҡыллы йылмайып, үҙенә бармаҡ менән төртөп күрһәтеүҙәренә лә артыҡ иҫе китмәне. Әсә булырға йөрөгән Гөлбикәнең был мәлдә тулғағы башланғайны. Йөрәге аҫтындағы тере йән эйәһе, яр һалып тиҙҙән яҡты донъяға йәшәргә киләсәген белдерергә теләгәндәй, әйләнеп-тулғанып ҡуйҙы.
– Кемдән? – Илдар, апаһының ағарынған йөҙөнә ҡарап, йоҙроҡтары менән нәфрәтләнеп өҫтәлгә һуғып алды. – У-у, күрһәтермен мин уға!
Уның кемлеген Гөлбикә Илдарға әйтмәйәсәк. Башҡаларға ла. Сөнки ул үҙенә шул хаҡта ныҡлы һүҙ биргән. Ә һүҙен ант менән күңеленә беркетеп ҡуйған.
– Йә, кем?
Күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән Илдар ныҡышыуын белде.
Башынан һыпырылып төшөп барған яулығын рәтләп маташҡан Гөлбикә:
– Кем тип ни... Булды инде, булды, – тиеүҙән Илдар дөрләп тоҡанып китте:
– Булды, имеш! Ниңә һинең менән генә булды ундай хәл. Ирһеҙ-ниһеҙ көйө бала күтәреп ултыр хәҙер. Әҙәмдән оят!
Ул бүркен улай әйләндерҙе, былай әйләндерҙе. Аҙаҡ арт яғы менән алға кейеп:
– Тупһаңа башҡаса аяҡ баҫаһы булмам, – тип йән асыуы менән ишекте шартлатып ябып сығып киткәйне.
...Фермаға етәрәк Гөлбикәнең теҙ быуындары ҡалтырап, күҙ алдары томанланып уҡ китте. Берләм юл ситендәге һарут үләненә хәлһеҙләнеп барып ултырҙы.
– Уның кемлеген әлдә белмәнеләр, – тип ишетелер-ишетелмәҫ шыбырҙаны һауынсының ирендәре.
Өсөн тултырып дүртенсе йәшкә киткән Сабираһын ҡулына алып, уның таҫмалап үрелгән бөҙрә сәсенә, көлгән-йылмайғанында бит алмалары уйымына оҙаҡ-оҙаҡ һоҡланып ҡарай ҙа үҙенсә шундай һығымта яһап ҡуя:
– Торғаны менән атаһы Насир инде. – Аҙаҡ биҙгәк тотҡандай ҡалтырана башлай:
– Оҡшатып ҡына белмәһәләр ярар ине...
Юҡ, белмәнеләр. Ә Сабираһы үҙе хаҡында уҫал телдәр һөйләгән ғәйбәттәргә ҡарамай үҫеүендә булды.
Гөлбикәнең уйҙары буталды. Үткәндәре уның күҙе алдынан тулы көйөнсә түгел, өҙөк-өҙөк булып ҡына үттеләр.
Ун һигеҙе яңы тулған эшсән, әммә елбәҙәк Гөлбикәне һоратыусылар күп булды, һыңар балағын итектәре тышынан һалындырып алған әрһеҙ яусылар улар ҡапҡаһынан баштарын эйеп бер-бер артлы сыға торҙо. Уларҙың да йөрөр саҡтары бер мәл икән: ваҡыт уҙыу менән төңөлдөләр, килмәй башланылар.
Әсәһен ерләгәндән һуң, үҙенән 5 йәшкә кесе Илдарҙы ла башлы-күҙле итеп ебәрҙе.
Йылдар һиҙелмәйенсә бер-бер артлы уҙыу менән Гөлбикәнең дә күңел тыныслығы бөттө. Үҙенә ниҙер етешмәүен бик асыҡ тойҙо ул. Тик нимә? Болоҡһоп тик торған күңелен эш менән асырға тырышты. Тик күкрәгенең иң төпкөлөнә ас һөлөк һымаҡ сат йәбешеп урынлашып алған был ҡара шом, хәүеф бер аҙға баҫылып тора ла тағы ҡуҙғып көсәйеп китә. Элекке әхирәттәренең, бала күтәреп, ирҙәрен эйәртеп, урам иңләп үтеүҙәрен күрһә, нимәһендер юғалтҡандай хис итә. Шундай саҡта яңғыҙ Гөлбикәнең йөрәге һулҡылдап сәнсеп-сәнсеп ала. Эс серҙәрен сисеп сөкөрҙәшеп алырға үҙен аңларлыҡ кешеһе лә юҡ, исмаһам. Тиҫтерҙәре бар ҙа барлыҡҡа. Әммә ғаилә, унан килеп донъя ығы-зығыһы баҫҡан уларҙың һәр ҡайһыһы Гөлбикәнең ыңғайына булып та тормаҫтар шул. Уныһы көн кеүек асыҡ инде. Әле ике балаһын етәкләп ауылдың арғы осона китеп барған йәш саҡтағы йәндәй әхирәте Нәфисәгә үҙ хәлен һөйләргә уҡталғайны ла тегеһе өҙә әйтеп һалды:
– Әйкәйем, автобусҡа ҡабаланам. Быларҙы пионер лагерына илтеп бирәһе бар. Ярай, күрешеп, оҙаҡ-оҙаҡ һөйләшербеҙ, серләшербеҙ, – тине лә үҙ юлында булды.
Балдай татлы теле менән әүрәтеп, еңел генә ҡотолған элекке әхирәтенә күңеле ҡырылды Гөлбикәнең. Башын түбән эйеп күңелһеҙләнеп ҡайтып китте. Ишек яңағына һөйәлеп оҙаҡ торҙо. Ынтылып ишекте асырға ҡулы барманы. Көтмәгәндә рәшәткә башындағы ҡылысы кәкерәйгән күнәкте күреп ҡалды ул. Терелеп үк китте Гөлбикә. Ниңә уны бая күрмәгән?! Күрше-күлән күнәкләп еләк ташый ҙа баһа. Ул да күнәк тотоп еләккә барасаҡ: төшкө һауынға ла иртә әле.
Уй йомғағының ошо еренә еткәс, уның башы әйләнеп китте. Күҙ алдары ҡараңғыланды. Бөтәһе лә ошонан, тап ошо еләккә барыуынан башланды лабаһа...
Гөлбикә һыулау эргәһендәге аҡланға йүгерә-атлай барғайны ул саҡта. Аҡланды иңләп-буйлап сыҡһа ла еләк табылманы. Кешеләр унан алда өлгөргән булып сыҡты. Көн битендә ултырып ҡып-ҡыҙыл булып бешкән унда-бында күренгеләгән еләктәрҙе сүпләп ашаны ла өсҡат күләгәһенә барып ултырҙы. Күп тә үтмәне, янында ғына ишетелгән тамаҡ ҡырыу тауышынан һиҫкәнеп тертләп китте.
– Абау, Хоҙайым! Ҡурҡытыуыңды... – тип саҡ өндәшә алды Гөлбикә.
Алдында һалабаш ҡуптарып ҡайтып килгән урман ҡарауылсыһы Насир баҫып тора ине.
– Ул тиклем үк ҡурҡытырға бүре түгелмен дә...
Ана шулай һүҙгә һүҙ ялғанды. Улар ихлас һөйләшеп киттеләр. Насирҙың да үҙ ҡайғыһы бар икән: ҡатыны менән бына нисәмә йыл ғүмер һүтһә лә, уларҙың балалары юҡ һаман.
– Эй-йе,– тип ауыр көрһөндө үҙ зарын һөйләүсе ир. – Бала – ғаилә тотҡаһы икән... Шул тотҡа булмағас, Зарифа менән һаман берегеп йәшәп китеп булмай. Ҡылтайҙымы – атаһына ҡайта ла китә, Кисә тағы һыпыртҡан...
– Атаҡ, Хоҙайым... – тип Гөлбикә, берсә урман ҡарауылсыһын йәлләп, берсә ирен ихтирам итмәгән ҡайһы бер ҡатындарға аптырап, тел шартлатып ҡуйҙы.
Насир һауынсының эргәһенә үк килеп ултырҙы. Был мәлдә Гөлбикә уҫлаптай урман ҡарауылсыһын ысынтылап ҡыҙғанды, уның өсөн ихлас көйөндө.
Ә Насир, көтмәгәндә Гөлбикәне ҡармап, ике ҡуллап ҡосаҡлап та алды. Һауынсы ғәжәпләнеп уға ҡараны: әле яңыраҡ бит алмаларын соҡорландырып йылмайған урман ҡарауылсыһының йөҙө йәмһеҙләнеп, күҙҙәре түңәрәкләнеп киткән. Ирендәре ҡымтылған. Йыш-йыш тын алып, ҡулдарын етеҙ хәрәкәтләндерә.
– Юҡ! Юҡ! – тип Гөлбикә бар көсөнә ҡаршылашты. Улар үләнгә йығылды...
Күлдәге йыртылып, сәсе туҙған һауынсы, төшкө һауынға ла бармай, оятынан, башына төшкән бәләнән ҡара янып, еләге күптән түгел сүпләнгән был аҡланда оҙаҡ ултырҙы. Аҙаҡ тирә-йүнгә һөрән һалып, урман ҡарауылсыһын ләғнәтләне.
– На-сир!.. На-сир..
Был һөрән тау, урмандарға барып ҡаҡлығып: «На-сар!.. Насар...» булып ишетелде. Урман, тауҙар был һүҙҙәр менән әллә Насирҙы, әллә Гөлбикәне яманлай-хурлай ине.
Биш-алты аҙна үтеүгә, Гөлбикә үҙенең ауырға ҡалыуын асыҡ аңланы. Ары һуғылды, бире һуғылды. Ни эшләргә лә белмәне. Һуңынан Насирҙы күреп, унан кәңәш һорамаҡ булды. Шундай уйға килеүенә Гөлбикә һаман үкенеп бөтә алмай... Уңайын тура килтереп:
– Насир... – тип тотлоға биреп һүҙ башлағайны ул саҡта. – Тыңла әле...
Был икәү, бер-береһе алдында үҙ ғәйебен танып, һүҙһеҙ ҡалды. Йөҙҙәрен йәшереп, баштарын түбән эйҙеләр. Беренсе булып Насир телгә килде:
– Үткәнде ҡайтарып булмай...
Гөлбикә тешен ҡыҫты, өндәшмәне. Ниндәйҙер ҙур бәлә, хәүеф барлығын күңеле менән һиҙеп тойған урман ҡарауылсыһы һауынсы алдына килеп тә теҙләнде.
– Зарифа менән арабыҙҙы берүк бутай ғына күрмә, – тип инәлде ул.
Гөлбикә, битен юлаҡлап төшкән күҙ йәштәрен һөртөп, ғорур өндәште:
– Тор... Ҡамасауламам... Һүҙемде бирәм... Һәм башын юғары тотоп, китеп тә барҙы.
Насир терһәген тешләрҙәй булды-булыуын. Әммә һуң ине. Гөлбикә баланан бушанғас та уға тынғылыҡ бирмәне. Бер мәл өй баҫып килеп ингәне хәтерҙә ҡалған.
– Инде сығаһыңмы миңә? – тип ул саҡта ла бер үк һорауын ҡабатлағайны.
Гөлбикә уны ҡырт киҫте:
– Кеше ғаиләһен боҙмайым мин...
Насир сәңгелдәктә ирендәрен сәпелдәтеп, бына-бына бүлтәйеп иларға етешкән сабыйға ҡарап алды ла:
– Балабыҙ хаҡына, – тип ялбарҙы.
Йәш әсә, ошо ерҙә ни тиергә лә белмәй, иҫәңгерәп ҡалды. Аҙаҡ үҙен ҡулға ала һалды һәм ҙур енәйәт эшләргә – алдашырға үҙен мәжбүр итте:
– Бала һинән түгел... Яңылышаһың...
...Үткәндәре тураһында Гөлбикәнең ана шул сыуалған уйҙарын киске һауынға килеүсе әхирәттәре бүлдерҙе. Улар дуҫтарса үпкәләп алдылар:
– Ҡара-ҡара, беҙҙе көтмәгән дә булған бит... – Ә тегеһе аҡланып маташманы, ырғып торҙо ла улар менән ҡатар атлап, фермаға йүнәлде.
Бөгөн һауынды иртә тамамланы Гөлбикә. Ең һыҙғанып алып, ике өйрәнсегенә ярҙам итергә лә онотманы.
Үҙе яратҡан эштән ана шулай йәм, ләззәт табып, йөҙөнән йылмайыу китмәгән Гөлбикәне өйҙә Сабираһы шатланып ҡаршыланы:
– Әсәй, әсәй, – тип йыйылып киткән хәбәрен һөйләргә ашыҡты тегеһе. – Миңә Илдар исемле ағай күп итеп кәнфит бирҙе, һин эшкә киткәс тә беҙгә килгәйне. Гөрөлдәк уйнаныҡ. Хатта-хатта ҡыҙыҡ булды инде. Иртәгә мине үҙҙәренә саҡырҙы.
Гөлбикәгә ошо ваҡыт ниңәлер еңел булып китте, йөҙөндә йылмайыу балҡығандай булды.
Ә ҡыҙыҡай, үҙ һүҙҙәренә әсәһен ышандырырға теләгәндәй, йүгереп барып кәнфит ҡумтаһын күтәреп килде. Бала тәтелдәүен белде:
– Илдар ағай һәйбәт... Унан Рәшиҙәнең атаһы һәйбәт...
Ошо урында Гөлбикәнең йөрәге үҙәккә үтеп сәнсеп ҡуйҙы. «Бына бит дуҫ ҡыҙының атаһы хаҡында хәҙерҙән фекер йөрөтә башлаған. Ә үҫә төшһә, үҙ атаһының кемлеген һорамаҫ, тимә...» Әсәнең күңелен шомло уй, хәүеф биләне. «Ни тиермен уға?» – тип ҡаты ҡурҡыуға ҡалды ул. «Ни тиермен?!»
Әсәһенең ауыр хәлен әлегә аңламаған бәләкәй Сабира, ҡурсағына әүрәп, уйнауында булды.
Кәрим Ильясов. Иҫәнғол ауылы.
Читайте нас: