Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
18 Июль 2020, 14:00

Сейә ҡайнатмаһы

Төркөмдәштән рецепт. Ял көндәрендә рәхәтләнеп сейә ҡайнатмаһы әҙерләйек әле.1 стакан ҡайнап торған һыуға 11 стакан сейәне стаканлап берәм-берәм һалып бөтөрәһең, ҡайнап сыҡҡандан һуң 10 минут утта тотаһың әле. Унан 7 стакан шәкәр ҡомо һалып 10 мин ҡайнатаһың да һүндерәһең. Артабан...

1 стакан ҡайнап торған һыуға 11 стакан сейәне стаканлап берәм-берәм һалып бөтөрәһең, ҡайнап сыҡҡандан һуң 10 минут утта тотаһың әле. Унан 7 стакан шәкәр ҡомо һалып 10 мин ҡайнатаһың да һүндерәһең. Ҡалған 7 стакан шәкәрҙе һалып, иреп бөткәнсе болғатаһың. Варенье үҙе яйлап һыуынырға тейеш. Унан тағы утҡа ҡуйып ҡайнатып сығараһың һәм ҡайнар килеш банкаларға тултыраһың. Һөйәген алһаң да, алмаһаң да ярай. Бик тәмле һәм ҡуйы ҡайнатма килеп сыға.
Читайте нас: