"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
18 Июль 2020, 19:00

ТУҠТА, ҠОЛОМ!

Бүтәндәр алдында үҙен яҡшыраҡ, өлгөлө итеп күрһәтеү йә мөмкинлекте отошло файҙаланыу өсөн алдай әҙәм балаһы. Ялғанлау сире шул тиклем киң таралған! Мәктәп балаларынан алып абруйлы вазифа биләгән етәкселәр, хатта халыҡ мәнфәғәтенә яҡын депутаттар ҙа шуның менән "ауырый". Наркомания, эскелек хәтәр тип уфтанабыҙ, уларға ҡаршы саралар ҙа күреп ҡарайбыҙ, ә алдауға көсөбөҙ етмәй. Халыҡтан ихахайлап аҡса йыйған пирамида башлыҡтарын, "йүкә" фирма етәкселәрен дә тотоп, яуапҡа тарттырыуы ауыр әле. Көн һайын алдауҙы ҡорал итеп алған, шуның ярҙамында тереклек иткәндәр хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ. Сөнки бер кемдең дә эсен ярып ҡарап булмай. Ә кеше һаман ышана.

Алдау - ул күңел ауырыуы, уны емергес, үлтергес нәмә. Был эш менән яҡын булғандарҙың йәне тыныс түгел, кеше араһында йөҙө ҡара.

Бүтәндәр алдында үҙен яҡшыраҡ, өлгөлө итеп күрһәтеү йә мөмкинлекте отошло файҙаланыу өсөн алдай әҙәм балаһы. Ялғанлау сире шул тиклем киң таралған! Мәктәп балаларынан алып абруйлы вазифа биләгән етәкселәр, хатта халыҡ мәнфәғәтенә яҡын депутаттар ҙа шуның менән "ауырый". Наркомания, эскелек хәтәр тип уфтанабыҙ, уларға ҡаршы саралар ҙа күреп ҡарайбыҙ, ә алдауға көсөбөҙ етмәй. Халыҡтан ихахайлап аҡса йыйған пирамида башлыҡтарын, "йүкә" фирма етәкселәрен дә тотоп, яуапҡа тарттырыуы ауыр әле. Көн һайын алдауҙы ҡорал итеп алған, шуның ярҙамында тереклек иткәндәр хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ. Сөнки бер кемдең дә эсен ярып ҡарап булмай. Ә кеше һаман ышана. Ярай, бик хуп, бер кем белмәй, һиҙмәй, әйҙә мутлашып ҡына йәшәйек, уңай ҙа, ҡулай ҙа тиергәме икән? Ысын, хыянат итеүеңде ҡатының белмәй ҡалһа, мең тапҡыр яҡшыраҡ та инде. Шефҡа "баш төҙәтеп яттым" тип әйтеүгә ҡарағанда, "ҡапыл ауырып киттем” тиеү оҡшаясаҡ. Әсәйҙе "дискотекаға барманым, әхирәтемдә ҡундым" тынысландыра. Ҡайһылай уңай, ә! Бүре лә туҡ, һарыҡ та иҫән. Шулай, ”хәйләһеҙ донъя - файҙаһыҙ” лозунгыһын алға һөрөп, мейенең шөрөптәрен эшләтеп кенә (алдау өсөн дә баш кәрәк - авт.) йәшәргә лә йәшәргәме әллә?
"Туҡта, ҡолом!" тигән ти Аллаһы Тәғәлә. Ысынлап та, туҡтайыҡ, уйланайыҡ әле. Кешеләрҙе тишек кәмәгә ултыртҡаныңды, үҙҙәре һиҙмәһәләр ҙә, Аллаһ күреп тора бит. Уға беҙҙең эске ниәттәребеҙ, уйҙарыбыҙ ҙа билдәле. Фани донъяла саҡта ялған ярҙамында бүтәндәргә тәьҫир итә алыуың, көсөң Әхирәткә күскәс оло ғазаптарға дусар итер. Был донъяла бер нисә кеше алдында ҡыҙармаҫ өсөн алдашҡандар Яуап көнөндә яратҡан кешеләре, шул иҫәптән дошмандары алдында ла фашланасаҡ. Ярай, кемдер үлгәндән һуң йәшәүгә ышанмай икән, ти. Тамуҡ, ожмах уның өсөн әкиәт. Белегеҙ: Юғары Көс ҡылған гонаһтар өсөн фанилыҡта уҡ язаға тарттырыуы ла мөмкин. Барыһын да Ул күрә, белә, бөтә нәмә Уға мәғлүм.
Әҙәмдең һәр һүҙе яҙылып бара. Ҡөрьәндә: "Хәтереңдә тот, уң һәм һул яҡтан ике фәрештә бөтә ҡылыҡтарыңды теркәп бара. Әйткән бер һүҙ ҙә яҙылмайынса ҡалмай," тиелгән (Әл-Каф сүрәһе). Шуға күрә ҡолдарына Мәрхәмәтле Аллаһ был турала Изге китапта алдан иҫкәртә: "Үҙегеҙгә мәғлүм булмаған нәмәләрҙе һөйләмәгеҙ, сөнки ҡолаҡтарығыҙ, күҙҙәрегеҙ, йөрәгегеҙ ҙә яуапҡа тарттырылыр" (Әл-Исра сүрәһе). Юғары Көстөң ошо күрһәтмәһенә ярашлы кешеләр кемгәлер нахаҡ япмаһын, ғәйбәт сурытмаһын, алдашмаһын ине. Үҙ-ара һөйләшкәндә бик иғтибарлы булыу кәрәк.
Алдаған кеше тәү сиратта үҙенә зыян яһай. Ҡөрьәндә лә: "Ул алдаҡсы икән, ялғаны үҙенә зыян булып кире ҡайта", тиелгән (әл-Мөьмин сүрәһе). Алдаҡ, йөрәкте ҡарайтып, беҙҙе тура юлдан яҙҙыра. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (салаллаһү ғәләйһи үә ссәләм) был турала бына нимә тигән: "Ялған һөйләгән кешенең йөрәгендә ҡара нөктә барлыҡҡа килә лә, яйлап ҙурая һәм йөрәк ҡара таптар менән ҡаплана. Был кеше Юғары Көс тарафынан алдаҡсы тип билдәләнер". Аллаһ йөрәге ҡара кешеләрҙе дөрөҫ юлға баҫтырмай. Быны Ҡөрьән аяты ла дәлилләй: "Ысынлап, Аллаһ алдаҡсыларҙы, иманһыҙҙарҙы тура юлдан йөрөтмәй" (Әз-зүмәр сүрәһе).
Бәйғәмбәребеҙ кешене кәкре ҡайынға терәүселәрҙе һис яратмаған. Улар тәүбә итмәй тороп, аралашмаған да.
Дөрөҫ һүҙ һөйләмәгәнде фәрештәләр ҙә һөймәй. Алдаған кешенән насар еҫ тарала ла, улар ҡаса икән. Фәрештәләр генә һиҙгән еҫ. Тир еҫе тип аңлап ҡуймағыҙ.
Иман менән ялған бергә була алмай. Бер ваҡыт Мөхәммәт бәйғәмбәрҙән былай тип һорағандар: "Мөьмин ҡурҡаҡ була аламы?" "Эйе, ундай хәл булыуы мөмкин". Шунан тағы бер һорау бирелә: "Мөьмингә ҡомһоҙлоҡ хасмы?" "Ундай хәлдең дә булыуы ихтимал". Артабан: "Мөьмин алдаҡсы була аламы?" тигән һорау яңғырай. Бәйғәмбәребеҙ: "Юҡ, бының булыуы мөмкин түгел", - тигән.
Мосолман холҡонда ҡурҡаҡлыҡ, һаранлыҡ кеүек ғәләмәттәр булыуы мөмкин, ә ялғанға урын юҡ. Әлбиттә, ҡурҡыу, һаранлыҡ та насар сифаттар, ә алдашыу айырыуса алама нәмә. Бәйғәмбәребеҙ сағыштырыу өсөн генә шулай тип әйткән. Ысын мосолманда ошо өс сифаттың береһе лә булырға тейеш түгел. "Мине бер ҡасан да ҡурҡҡан, ҡомһоҙланған, алдаған тип белмәҫһегеҙ". Был Мөхәммәт салаллаһү ғәләйһи үә ссәләм һүҙҙәре. Ул, шулай уҡ, ике йөҙлөләрҙең (монафиҡ) өс үҙенсәлеге бар: һөйләгәндә алдайҙар, вәғәҙәһен боҙалар, аманатҡа хыянат итәләр, тигән. Тағы, уның бер хәҙисенән билдәле булыуынса, кешене көлдөрөр өсөн дә алдарға ярамай икән.
Бер ваҡыт бик арыу холоҡло Лоҡман Хәкимдән һорайҙар: "Һеҙ бындай рух кимәленә нисек өлгәштегеҙ?". “Дөрөҫлөк, намыҫлылыҡ, тоғролоҡ, ышанысты аҡлау аша һәм миңә ҡағылмаған нәмә менән шөғөлләнмәнем", тигән. "Хаҡлы булып та бәхәсте ҡуйған, уны туҡтатҡанға Ожмах ситендәге һарай тәтер, шаяртҡан саҡта ла алдамаған Ожмах уртаһынан урын алыр, ә кем һәр ваҡыт үҙенең әхлағын нығыта, камиллаша - уға Ожмахтың иң бейек кимәле насип булыуын ышаныслы әйтә алам", - тигән Мөхәммәт бәйғәмбәр (салаллаһү ғәләйһи үә ссәләм).
Был хәҙис кешелә ошо өс сифаттың булырға тейешлеген күрһәтә. Үҙенең нәфсеһен тыя алғандарҙы бөйөк бүләкләү көтә. Мөьмин ни тиклем хаҡлы булһа ла, кәрәкмәгән бәхәсте ҡуйыртмай. Иманһыҙҙар ғына, төкөрөк сәсеп, үҙ туҡһанын туҡһан итергә маташа ул. Һөҙөмтәлә аралар боҙола, дошманлашыу китә. Аҡыллы - ҡуйҙым, алйот - еңдем, тиер. Һуҡыр үҙенекен туҡыр.
Ҡайһы кешеләр берәй ваҡиғаны ҡуйыртыбыраҡ ебәреү, мәҙәгерәк итеү өсөн берәй фактты һауанан алып ҡушып ебәрә. Был хәл бер булыр, ике - яман өйрәнеп китергә мөмкин. Кеше көлдөрөп кинәнеү ни тиклем оҡшаһа ла, алдамаҫҡа ине. Ялғанһыҙ ҙа уйын телле булып була бит. Ауыр, әлбиттә. Шул нәфсеһен еңә алғанға ла Ожмахтың ҡап уртаһы эләгә инде.
Кире сифаттарҙан арынырға тырышыу, рухты нығытыу ҙур көс, үҙ-үҙең менән көрәш талап итә. Донъялыҡта иң ауыр, иң мөһим эш - ошо. Еңеп сыҡҡандарға - Ожмах түре.
Кемдер, алдауҙың һис зарары юҡ, бөтә яза - теге донъяла, ә ул әллә бар, әллә юҡ, үләбеҙ ҙә бөтә нәмә бөтә, онотола, ҡотолабыҙ, тип уйлап ҡуйғандыр, бәлки. Әкиәт яҙалар, тиер.
Аллаһ, Яуап көнө, Ожмах, Тамуҡ һ.б. барлығын белдереп, еребеҙгә әллә күпме бәйғәмбәр килеп киткән, иң һуңғыһы - Мөхәммәт салаллаһү ғәләйһи үә ссәләм. Уға Ҡөрьән-Кәрим ебәрелгән. Ундағы аят-сүрәләрҙе кеше ҡулы яҙыуы мөмкин түгел. Ә Бәйғәмбәребеҙ уҡый-яҙа белмәһә лә, Аллаһ һүҙҙәрен Уның ҡөҙрәте менән кешеләргә еткергән.
Кер йыуыу машинаһы һатып алһаҡ, нисек ҡулланырға өйрәткән китапсығын мотлаҡ уҡып сығабыҙ, шулаймы? Инструкцияны өйрәнмәй тороп теләһә нисек борғослаһаҡ, ватылырын көт тә тор. Ә кешегә нисек йәшәргә өйрәткән китап - Ҡөрьән. Уны танымай, теләһә нисек йәшәһәк - һәләкәткә юл асыҡ. Был әкиәт түгел.
Гөлсинә Йосопова.
"Шоңҡар" журналынан.
Читайте нас: